Яңы Ҡалта
Яңы Ҡалта | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мораптал ауыл советы |
Халыҡ һаны |
110 кеше (2002)[1], 96 кеше (2009)[1], 118 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453365 |
Яңы Ҡалта (рус. Новокалтаево; икенсе атамаһы Ҡалтай) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 96 кеше булған[3]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835005.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 45 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Мораптал): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мораптал): 15 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалта ауылы йәмле Юшатыр йылғаһы буйындағы тауҙа урынлашҡан. Ауылдың килеп сығыуы бик ҡыҙыҡлы. Ололар һөйләүенсә, ул XIX быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән. Ырымбур ҡалаһына барышлай, тау башынан йондоҙ һымаҡ балҡып торған ауылды күрергә мөмкин. Ул да булһа — Ҡалта ауылы. «Ҡалта» һүҙе бер нисә мәғәнәне аңлата:
- Тиренән тегелгән тоҡсай, муҡса.
- Ҡылыс һауыты (уны салбар ҡайышына элеп йөрөр булғандар.
- Кеҫә.
- Көшөлөк (аҡса һауыты).
Ә тарихы былай: бер ҡарт ошо ерҙәрҙән үтеп барғанда үҙенең ҡалтаһын (ҡылыс һауытын) төшөрөп ҡалдырған, имеш. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, икенсе төрлө аңлатма бар. Ҡалта ауылын урыҫ кенәзе Иван Калита хөрмәтенә шулай атағандар. 1919 йылға тиклем ауыл ике өлөшкә бүленгән булған: Иҫке Ҡалта һәм Яңы Ҡалта. Ул ваҡытта ауылда 602 кеше йәшәгән. Ә бер нисә йылдан ике яҡ бергә ҡушылып, ҙур Ҡалта ауылы барлыҡҡа килгән.[5].
- Ә.З. Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш территориялар тарихы» — Өфө, Китап, 2009. — 744 с. китабы буйынса
Ҡалта ауылында (исеме гидронимдан) V ревизияла халыҡ сағыштырмаса күп булған: унда 251 кеше йәшәгән. 29 ихата була. 64 йыл үткәс 106 йортта 293 ир-егет һәм 289 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы133 йортта 602 кеше булған.
Халҡы Ҡыпсаҡ улусының Сура түбәһенә ҡараған. XIX быуаттың тәүге яртыһында ауыл 29-сы йорт составына ингән. Яңы улустар барлыҡҡа килгәндән һуң, 1864 йылдан алып ауыл йәмғиәтенең үҙәгенә әүерелә. 1919 йылдан Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал улусы составында.
1842 йылда 439 кешегә яҙғы игендең 274 сиреге (2192 бот) сәселгән.
Ул — күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Баязит Бикбайҙың тыуған төйәге. Уның фамилияһын башлап ебәреүсе Бикбай Аҡъюловҡа (Мөхәмәтдин балалары, Бикмөхәмәт) 1816 йылда 36 йәш тулған. Уның ағалары — Бикбау менән Аҡъюловтар[6].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязит Бикбай — башҡорт әҙәбиәте классигы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
- Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (22.10.1929—22.09.2013), ғалим-химик. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
- Бикҡолов Хөрмәт Талха улы — ХХ быуатта тәржемә өлкәһендә иң әүҙем эшләгәндәрҙең береһе, мөхәррир.
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эштәр гөрләне. Юшатыр. 27 декабрь 2019
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Южные ворота Новокалтаево
- YouTube сайтында Видео Река Б.Юшатырь возле д. НовоКалтаево
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Әлфиә Миңлебаева.Үткәнде белмәйенсә киләсәкте төҙөп булмай. «Юшатыр» гәзите, 2007 йыл, 13 ғинуар
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 75 2022 йыл 2 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы Ҡалта // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2019)