Эстәлеккә күсергә

Башҡортостанда сәйәси репрессиялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостанда сәйәси репрессиялар — Башҡортостанда сәйәси мотивтар менән граждандарға ҡулланған язаларҙың һәм хоҡуҡтарҙы сикләүҙәрҙең төрҙәрен үҙ эсенә алған һәм дәүләт яғынан тәьҫир итеү саралары.

1920-се йылдарҙағы сәйәси репрессиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда сәйәси репрессиялар үткәреү тәжрибәһе Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә туплана барған, Мәскәүҙәге тәжрибәле функционерҙар аша килгән. Тәүге ҡулға алыуҙар 20-се йылдар башында Башревком, РКП (б) обкомы, Башҡорт ЧК-һы, Башвоенкомат, Башҡорт Халыҡ комиссарҙары Советы (СНК), Наркомпрод араһында Башҡортостандағы федерализм принциптарының һәм автономияны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә үтә. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең Вәлидов һәм Колчак менән бәйле үткән заманға анализ үткәрә, уларҙы конрреволюцияла ғәйепләй[1].

1921 йылда Башҡортостандың күп кенә яуаплы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алына, шул иҫәптән өлкә РКП(б) обкомының сәйәси секретары А. А. Бейешев. БашЧК-һы, ғәҙәттән тыш вәкәләтле орган булараҡ, ҡулға алыу һәм судтан тыш репрессиялар үткәреү хоҡуғына эйә була. 1922 йылдан башлап Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы (БЧК) БашГПУ итеп үҙгәртелә.

БАССР-ҙа крәҫтиәндәрҙең репрессиялары ҡуйылған хаҡтар буйынса икмәкте һатырға теләмәгән өсөн үткәрелә. РСФСР-ҙың Енәйәт кодексының 107-се статьяһында мөлкәттең тулы йәки өлөшләтә конфискацияһы менән өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған була.

1928 йылдың 4 ай эсендә 2424 кеше хөкөм ителә. Икмәк эштәре буйынса хөкөмдө халыҡ судтары сығара. Мәжбүри эштәргә һәм бер йылға тиклем срокка иректән мәхрүм итеүгә хөкөм итәләр.

1929 йылда яза саралары ҡатыландырыла. Судтан тыш органдар — «тройкалар» — барлыҡҡа килә. «Тройка»ға ОГПУ район бүлегенең етәксеһе, райисполком рәйесе һәм район прокуроры ингән. «Тройка» БАССР-ҙың ОГПУ-һы янында булдырыла. 15 ай эсендә (1930—1931 йылдар) Башҡортостанда 12 мең кеше ҡулға алынған. Тик 1931 йылдың ғинуар — март айҙарында ОГПУ янындағы «тройка» 2878 кешене хөкөм иткән, шуларҙың 143 — атыуға, 1587 — концлагерға ябыла, 1028 кеше — һөргөнгә ебәрелә.

Сталин осорондағы репрессиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

30-cы йылдарҙа иң таралған ғәйепләү контрреволюцион енәйәт тип баһаланған һәм РСФСР-ҙың Енәйәт кодексының 58-се статьяһына тура килгән колхоз төҙөүгә, мәсеттәрҙе ябыуға ҡаршы агитация булған.

1934 йылдан енәйәттәр тикшереүе менән айырым судтар — «махсус коллегиялар» шөғөлләнә.

Уйлап сығарылған экзотик енәйәт төрҙәренән, мәҫәлән, ошондайҙар ҙа булған — «башҡорт халҡының күпселеге ҡулланған һөйләштең таралыуын кисектереү маҡсатын күҙ уңында тотҡаны һәм башҡорт массаларының советлашыуында ҡыйынлыҡтар тыуҙырғаны өсөн» (Башҡортостан партия өлкә комитетының пропаганда, агитация һәм матбуғат бүлеге мөдире Р. В. Әбүбәкеровтың ғәйепләнеү документтарынан).

1933 йылда СССР-ҙа «Нефть сәнәғәтендәге контрреволюцион ҡоротҡос диверсион һәм шпион ойошмаһы тураһында» эше уйлап сығарыла, ә 19361937 йылдарҙа БАССР-ҙа «Башнефть» тресының Геолог — эзләнеү контораһы (ГРК) геофизик цехының начальнигы С. Харитонов, «Воcтокнефть» тресының баш геологы Я. Давидович, ГПК-ның баш геологы В. Скворцов һәм башҡа нефстселәр ҡулға алына. 1937 йылдың 25 декабрҙә утыҙ ике нефтселәр мөлкәтте конфискациялау менән атыуға хөкөм ителә.

СССР-ҙағы һәм Рәсәйҙәге республикаларҙа һәм автономиялы өлкәләрҙә 30-сы йылдарҙың икенсе яртыһындағы репрессиялар үҙ төҫөн бер аҙ үҙгәртәләр. «Буржуаз националистары» төшөнсәһенә «фашистик», «баш күтәреүсе», «террористик», «шпион — диверсион» («шпиондарҙы» үҙ сиратында немец, япон, төрөк һәм финдарға бүлә башлайҙар), «заговор» тигән ғәйепләү төшөнсәләре өҫтәлә һәм уларҙың «етәкселек иткән ядроһын» йәки «штабын» айырып алырға мөмкинлек табыла.

1937—1938 йылдарҙа «Башнефть» тресының идарасылары Сергей Ганшин, А. Петерсон, И. Опарин бер-бер артлы хөкөм ителәләр һәм атып үлтереләләр. Улар барыһы ла ҡоротҡостарға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләнә.

Комсомолецтар 1937 йылда ойошторолған «Йәштәрҙең крәҫтиән союзы» эше буйынса хөкөм ителәләр. ВЛКСМ-дың Башҡорт өлкә комитетының беренсе секретары Б. С. Манаков ҡулға алына, ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының секретары М. М. Ползунов, «Башҡортостан комсомолы» гәзите редакторы Коростелин, уның урынбаҫары А. Л. Бабин, ВЛКСМ-дың өлкә комитеты секретары Ю. Г. Әхмәров һәм башҡалар репрессиялана. Башҡортостан райондарында комсомолдар араһында ойошмала төрлө исемдәр аҫтында төҙөлгән яҡынса 18 контрреволюцион ояһы «фаш ителә». Етәкселектән 19 район комитеты секретарҙары ҡыуыла. ВЛКСМ сафтарынан 1673 кеше сығарыла, шул иҫәптән «дошман элементтары» — 273, «синфи — яттар» — 366 кеше.

1937 йылдың октябрендәге Башҡорт өлкә комитеты Пленумы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылда Башҡортостанда күп тармаҡлы милләтсе баш күтәреүселәр ойошмаһын фаш итеү буйынса эре эш уйлап сығарыла.

1937 йылда Башҡортостанға ВКП(б) Үҙәк комитеты янындағы партия контроле Комиссияһы ағзаһы М. М. Сахьянова килеп китә, ул «халыҡ дошмандарын» фаш итеү буйынса Башҡорт партия ойошмаһының эшмәкәрлеген тикшерә. Сахъянова БАССР-ҙың өлкә комитетын ҡоротҡосоҡто фашлау буйынса эшлекһеҙлектә ғәйепләй, 29 августа И. В. Сталин һәм Н. И. Ежов исеменә ул үҙенең фекерен ҙур докладной яҙыу тапшыра. Икенсе яҙыуҙы ВКП (б) Үҙәк комитетының ойоштороу — партия бүлегенә тапшыра. Бында Башҡортостандың етәкселегенең эшмәкәрлеген ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡарарға мөмкинлек булмаған осраҡта, Өфө горкомының һәм ВКП (б) райкомдары секретарҙары составын тикшереү кисекмәҫтән үткәрелергә тейеш тип билдәләнә, сөнки ВКП (б) өлкә комитетының етәкселегендә элекке «вәлидовсылар» оялаған һәм шуға күрә улар дөрөҫ партия йүнәлешен тәьмин итә алмай, дошмандарҙы фаш итеү менән тик НКВД органдары шөғөлләнә, «ә партия ойошмаһы, партия һәм партияһыҙ массалар ситтә ҡала».

1937 йылдың 7-11 сентябрендә Өфө ҡала партия пленумы ВКП (б)-ның февраль — март айында үткән Пленумы ҡарарҙарын тормошҡа ашырылыуын тикшерә. Пленум ВКП (б) өлккә комитеты секретарҙары Быкиндың һәм Иҫәнсуриндың отчеттары менән пленум үткәрергә ҡарар сығара.

1937 йылдың көҙөндә республикаға ВКП(б) Үҙәк комитеты секретары А. А. Жданов килә.

«Халыҡ дошмандарын» фаш итеү бер үк сценарий менән бара: республикаларҙың партия — совет активтары советтарға ҡаршы буржуаз — милләтселектә, Троцкий — Бухарин заговорында, дошмандарҙы асыҡлау эштәрендә бушаҡлыҡ күрһәтеүҙә ғәйепләнә. Иң актив ролде Мәскәү үҙәк матбуғаты башлай, республика етәкселегенә хөкөм алдан уҡ сығарыла. Шулай, 1937 йылдың 17 сентябрендә «Правда» һәм «Известия» гәзиттәрендә бер-беренә оҡшаш материалдар донъя күрә — «Башҡортостандағы буржуаз милләтселәре төркөмө», «Башҡорт милләтселәре һәм уларҙың яҡлаусылары» мәҡәләләре. «Правда» гәзите раҫлауынса, Башҡорт өлкә комитеты «валидовсыларҙы» фаш итеү урынына — уларға таяналар, сөнки бөтә төп етәксе урындары «валидовсыларға» тапшырылған. Мәҡәләлә атап үтелгән өлкә комитеты секретары Я. Быкин, Совнарком рәйесе З. Булашев БАССР-ҙың 15 йыллығын билдәләү айҡанлы республиканың социаль — иҡтисади һәм мәҙәни үҫешендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены, ЦИК-тың секретары Х. Кальметьев — СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Почетлы грамотаһы менән бүләкләнәләр.

ВКП (б) Башҡорт өлкә комитетының 3-се пленумында А. Жданов Троцкий — Бухарин блогын ҡыйратыуға, шпиондарҙы һәм диверсанттарҙы юҡ итеүгә саҡыра. Пленум барышында 274 кеше ҡулға алына, шул иҫәптән БашЦИК-тың рәйесе А. Таһиров, республика Госплан рәйесе Ш. Дауытов, Башҡортостан Совнаркомы рәйесе З. Ғ. Булашев, партияның өлкә комитеты секретарҙары Быкин, Ә. Р. Иҫәнсурин, республика военкомы М. Л. Мортазин, БашЦИК секретары Х. Кальметьев, мәғариф наркомы И. Х. Абыҙбаев, яҙыусылар Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри һәм башҡалар.

А. Жданов Пленумдағы үҙенең йомғаҡлау һүҙендә: «Башҡортостандағы контрреволюцияның төп үҙәгенә удар эщләнде. Бағаналар төптән киҫелде, ҡоймалар еңелерәк ҡолаясаҡ. Башҡортостан оазис түгел икәне, ә синфи көрәш урыны икәне ап — асыҡ. Ләғнәтле исемдәрҙе оноторға. Уҫаҡ ҡаҙыҡ уларҙың ҡәберенә», — тигән һығымта яһай.

1937 йылдың 26 ноябрендә ВКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары А. Т. Заликин И. В. Сталинға, А. А. Ждановҡа, А. А. Андреевҡа, М. Ф. Шкирятовҡа, Г. М. Маленковҡа, В. М. Молотовҡа Башҡортостандағы «халыҡ дошмандарын» фаш итеү барышы тураһында докладной яҙыу ебәрә: партия, совет һәм хужалыҡ етәксе органдарынан фаш ителгән, партиянан сығарылған һәм НКВД органдары тарафынан ҡулға алынған өҫтәмә 248 кеше; 33 МТС директоры, 25 райземотдел мөдире партиянан сығарылған һәм эштән ҡыуылған; 15 ветврач, 25 өлкән агроном ҡулға алынған һ. б.

Ҡайһы бер тикшереүселәрҙең һанауҙары буйынса, Башҡортостанда репрессияға яҡынса 50,3 мең кеше дусар була.

Ғәйепләүҙең төп фашлаусы дәлиле булып хөкөмгә тарттырылғандарҙың ғәйепте шәхси таныуы тора. Шуға күрә тәфтишмеләр төрлө ысул менән ғәйепләнеүселәрҙе кәрәкле күрһәтмәләрҙе ғәйепләнеүселәрҙән алырға тырышалар һәм язалар ярҙамында уларҙы алғандар. Язаларҙы ҡулланыуҙы 1937 йылда ВКП (б) Үҙәк комитеты рөхсәт итә. НКВД-ның иң «яратҡан» алымы «конвейер» булған. Ҡулға алынған кешенән һорауҙы күп сәғәттәр һәм тәүлектәр дауамында, бер туҡтауһыҙ кеше ыңғай яуап биргәнгә тиклем йәки иҫһеҙ ҡолағанға тиклем алып барғандар. Йыш ҡына мораль баҫым итеп ғаиләһенең ҡурҡыныс аҫтында ҡалыуы тураһында иҫкәрткәндәр. Заложник хәлендә тотҡондоң ғаиләһе, хатта балалары ла була. 1935 йылдың 7 апрелендәге Указға ярашлы балаларға 12 йәштән алып енәйәт кодексының язалары ҡаралған. Репрессияға дусар булғандарҙың ғаилә ағзалары «халыҡ дошманы ғаилә ағзаһы» булараҡ концлагерҙарға ебәрелгән.

Репрессияланғандарҙы махсус төҙөлгән ҡасабаларҙа урынлаштыралар. Белорет районында Нура, Көҙ-Йылға, Капкалка, Ермолаево, Үрге Тюльма ; Нуриман районында — Матур Аҡлан (Красивая Поляна) , Осиновый Лог, Гоголевские прудки; Ҡариҙел районында — Березовый Лог, Үрге Рәзим; Дыуан районында — — Кульвараш;Өфө районында — Мотор заводы һәм ЦЕС (Сипайлово ауылы янында), 1948 йылдан — Новостройка (Салауат ҡалаһы) ҡасабалары ойошторола, улар ГУЛАГ-тың холоҡто төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары системаһына инәләр.

Һәр махсус ҡасаба комендант етәкселегендәге ҙур булмаған концентрацион лагерҙы кәүҙәләндергән. Ҡасабаларҙың эшкә йәлеп итерлектәре урман йығыуҙа, торлаҡтар һәм сәнәғәт объекттарын төҙөүҙә файҙаланған. Махсус ҡасабаларының аҙыҡ — түлек менән тәьмин итеүе бик насар була. Медицина хеҙмәтләндереүе бөтөнләй булмай тиерлек. Ауыр эш, аслыҡ, ҡышҡы һыуыҡтар массауи үлемгә сәбәпсе була. 1932—1933 йылдарҙа ғына 2156 вафат була.

Башҡортостанда сәйәси репрессиялар һәм холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары системаһы И. В. Сталиндың вафатына тиклем ғәмәлдә була.

Хөкөм ителгәндәрҙе реабилитациялау КПСС-тың 19-сы конференцияһынан һуң башлана. КГБ, Прокуратура һәм БАССР-ҙың Юғары суды хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәрҙе аҡлау буйынса бик ҙур эш башҡаралар. 1991 йылдың апрель башына 42 мең кеше аҡлана, шул иҫәптән 23 меңдән ашыу судтан тыш органдары менән хөкөм ителгәндәре.

1991 йылдың 11 февралендә Башҡортостан республикаһы Министрҙар Советының «Массауи репрессиялар осоронда нахаҡтан енәйәт яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм артабан аҡланған граждандарҙың матди — көнкүреш шарттарын яҡшыртыу тураһында» ҡарары, ә 1993 йылдың 7 июлендә — Башҡортостан Юғары Советы Президиумы «Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын пенсия менән тәьмин итеү тураһында» указы сыға.

ГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙары

Репрессив сәйәсәт күләме тураһында статистик мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР-ы тарихында барыһы 50 меңдән ашыу кеше репрессияланған.

БАССР-ҙа репрессияланған:

  • милли составы буйынса: урыҫтар — 30 %, башҡорттар −28 %, татарҙар — 24 % (?), башҡа милләттәр — 18 %;
  • белем кимәле буйынса: грамотаһыҙ — 45 %, башланғыс белемле — 40 %, урта белемле — 12 %, юғары белемле- 2,5 %;
  • мәшғүллеге буйынса: крәҫтиәндәр — 70 %, эшселәр — 14 %, эшһеҙҙәр — 3 %, интеллигенция — 8 %, руханиҙар — 3 %.

70-74 йәшлек репрессияланғандарҙың араһында 80 % атып үлтерелә , 60 — 64 йәштәгеләр араһында — 36,4 % , 55-59 йәштәгеләр араһында өстән бер өлөшө атып үлтерелгән.

БАССР-ҙың ОГПУ янындағы «тройка» 1931 йылдың өс ай эсендә атыуға, концлагерҙарға ябыуға — 72, һөргәнгә — 76 руханиҙарҙы хөкөм итә.Репрессияланған руханиҙарҙың 69 % мулалар, 13 % — православие руханиҙары; дөйөм һандан 23,3 % юғары язаға (атыуға) тарттырылған; руханиҙарҙы күпләп ҡулға алған йылдарҙан — 1930 йыл (36 %) һәм 1937 йыл (31 %).

Башҡортостан Республикаһының министрҙар Кабинеты 1995 йылдың 5 ғинуарында «Сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар тураһында» ҡарарын ҡабул итә.

Башҡортостан Республикаһының сәйәси репрессиялар ҡорбандарының 5 томлыҡ Хәтер китабы баҫтырып сығарылды. Биографик белешмәләр составы: фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған йылы һәм урыны, милләте, партиялылығы, белеме, эш урыны һәм вазифаһы, ҡулға алыу датаһы, хөкөм сығарыу датаһы, ғәйепләнеү статьялары, яза сараһы, атыу датаһы, реабилитация датаһы. Иллюстрациялар: документтар, портреттар.

Өфө ҡалаһының Совет районы Юбилей скверында (элекке Иваново зыяраты — репрессия ҡорбандары ерләнгән урын) сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл урынлаштырыла. Авторҙары: архитектор Леонид Дубинский; скульптор, проект авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ю. Солдатов.

Сәйәси репрессия ҡорбандарының һәм сәйәси репрессияларҙан зыян күргәндәрҙең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау, ҡорбандар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереү, Башҡортостан Республикаһындағы тоталитаризм енәйәттәре тураһында тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеү маҡсатында Сәйәси репрессиялар ҡорбандары Ассоциацияһы булдырыла[2].

  • Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан в 5 томах. Редкол.: Х. Х. Ишмуратов (гл. ред.), К. А. Аралбаев и др. Уфа. Изд. Китап, 1999г. т. 1: А — В, т. 2: Г — И, т. 3: К — М, т. 4 (Н — С), т. 5 (Т — Я) и 6 (дополнительный) — новые имена по результатам реабилитации; имена репатриированных военнопленных.
  • Гарипова Г.Л. Масштабы репрессий в Башкортостане в 30-40 гг. // Ватандаш. 2002. № 2.
  • Давлетшин Р.А. Великий перелом и трагедия крестьянства Башкортостана. Уфа, 1994.
  • Давлетшин Р.А. История крестьянства Башкортостана 1917 - 1940 г. Уфа, 2001
  • Коллективизация сельского хозяйства Башкирской АССР. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980.
  • Мардамшин Р.Р. Башкирская чрезвычайная комиссия. – Уфа: Китап, 1999.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917-1925гг.). Документы и материалы: В 4 т. /Авт.-сост. Б.Х.Юлдашбаев. Т.3. Уфа: Китап, 2002.
  • Рассказов Л.П. Карательные органы в процессе формирования и функционирования административно-командной системы в Советском государстве (1919-1941гг.). Уфа, 1993.
  • Тупеев С.Р. Тревожные годы в Башкортостане // Ватандаш. 1999. № 6.
  • Шафиков Г. И совесть, и жертвы эпохи. Уфа, 1991.
  • Р.Бикбаев. «Спецпосёлки ГУЛАГа в Башкирии». Советская Башкирия. 1990г.,
  • Возвращённые имена. Уфа, 1991; Трудный путь к правде. Уфа, 1997.
  • Земсков В. Н. Спецпоселенцы (по документации НКВД — МВД СССР) //Социологические исследования. 1990. №11;
  • Земсков В. Н. Массовое освобождение спецпоселенцев и ссыльных //Социологические исследования. 1990. №11.