Эстәлеккә күсергә

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы
Къэбэрдей-Балъкъэр Республикэ
Къабарты-Малкъар Республика

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы флагы Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы гербы
Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы флагы Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы гербы

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы

Баш ҡалаһы

Нальчик

Майҙаны

78-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

12 470 [1] км²
0,2

Халҡы

59-сы

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

862 254[2] (2016)

69.15 кеше/км2/км²

ТТП

73-сө

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

76,1[3] млрд. һум (2010)

65,7 мең һум

Федераль округ

Төньяҡ Кавказ

Иҡтисади район

Төньяҡ Кавказ

Дәүләт теле

балҡар, ҡабарҙы, урыҫ

Республика башлығы

Юрий Александрович Коков

Хөкүмәт рәйесе

Алий Тахирович Мусуков

Парламент рәйесе

Татьяна Борисовна Егорова

РФ субъекты коды

07

ISO 3166-2 коды

RU-KB

Сәғәт бүлкәте

MSD[d] һәм Европа/Москва[d][4]

Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы йәки Ҡабарҙы-Балҡария (ҡаб.-черк. Къэбэрдей-Балъкъэр Республикэ; ҡарас.-балҡ. Къабарты-Малкъар Республика) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[5][6], Төньяҡ Кавказ федераль округындағы Рәсәй Федерацияһы субъекты. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының дәүләт телдәре — балҡар, ҡабарҙы, һәм урыҫ телдәре[7].

Төньяҡта — Ставрополь крайы, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Төньяҡ Осетия — Алания, көньяҡта — Грузия, көнбайышта Ҡарасай-Черкесия менән сиктәш.

1922 йылда автономиялы өлкә булараҡ ойошторола. 1936 йылда Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ы тип үҙгәртелә. Баш ҡалаһы — Нальчик.

Чегем шарлауыҡтары
Рәсәй банкының иҫтәлекле тәңкәһе реверсы

Республика башлыса Төньяҡ Кавказ тауҙарында урынлашҡан, тик төньяҡ-көнсығыш өлөшө — тигеҙлекте биләй.

  • Иң бейек нөктәһе: Эльбрус тауы (5642 м)
  • Төньяҡтан көньяҡҡа максималь оҙонлоғо: 167 км;
  • Көнсығыштан көньяҡҡа максималь оҙонлоғо: 123 км.

Климаты урта-континенталь. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4 °С-тан алып (тигеҙлектә) −12 °С-ҡа тиклем (тауҙарҙа), шулай уҡ рәүештә июлдең уртаса температураһы +23…+4 °С. Яуым-төшөм йылына 500—2000 мм.

  • Чирик (Серек) күл
  • Шадхурей
  • Тамбукан
  • Абай-Су
  • Чегем

Иң бейек түбәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Эльбрус (5642 м)
  • Дыхтау (5204 м)
  • Коштантау (5152 м)
  • Пушкин сусағы (5100 м)
  • Шхара (5068 м)
  • Джангитау (5058 м)
  • Мижирги (5025 м)

Росстат мәғлүмәттәре буйынса республиканың халыҡ иҫәбе 862 254 кеше тәшкил итә. (2016). Халыҡ тығыҙлығы — 69.15 кеше/км2.

Халыҡ 2010 йылдағы иҫәбе,
кеше[8]
2002 йылдағы иҫәбе,
кеше[9]
1989 йылдағы иҫәбе,
кеше[10]
Ҡабарҙылар 490 453 (57,2 %) 498 702 (55,3 %) 363 494 (48,2 %)
Урыҫтар 193 155 (22,5 %) 226 620 (25,1 %) 240 750 (31,9 %)
Балҡарҙар 108 577 (12,7 %) 104 951 (11,6 %) 70 793 (9,4 %)
Төрөктәр 13 965 (1,6 %) 8 770 (1 %) 4 162
Осетиндар 9 129 (1,1 %) 9 845 (1,1 %) 9 996 (1,3 %)
Әрмәндәр 5 002 5 342 3 512
Украиндар 4 800 7 592 12 826 (1,7 %)
Корейҙар 4 034 4 722 4 983
Сиғандар 2 874 2 357 2 442
Черкестар 2 475 725 614
Татарҙар 2 375 2 851 3 005
Әзербайжандар 2 063 2 281 2 024
Милләтен күрһәтмәгәндәр 2 269 15 0

Иҫкәрмә: 2010 йылда һандары 2000 кешенән артҡан халыҡтар күрһәтелгән

«Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ға 50 йыл» почта маркаһы. 1971 йыл.
  1. Ҡабарҙылар- Төньяҡ Кавказдағы адыгэ субэтносы.Адыгэ халыҡтары Рәсәйҙә һәм башҡа дәүләттәрҙә (нигеҙҙә Яҡын Көнсығышта) йәшәүсе халыҡтар төркеме (ҡабарҙы, сәркәстәр, адыгэлар). Рәсәйҙә дөйөм һандары яҡынса 800 мең тонна тәшкил итә.
  2. БалкарҙарТөньяҡ Кавказда йәшәүсе төрки халыҡ. Төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә кереүсе телендә һөйләшәләр.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Республика ҡарамағындағы ҡалалар:
  • Райондар:
    • Баксан районы
    • Зольск районы
    • Лескен районы
    • Майский районы
    • Прохладный районы
    • Терск районы
    • Урван районы
    • Чегем районы
    • Черек районы
    • Эльбрус районы
  1. Административно-территориальное деление по субъектам Российской Федерации на 1 января 2010 года (xls). Росстат (14 июль 2010). Дата обращения: 24 август 2010.
  2. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  3. Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  5. Конституция КБР. РАЗДЕЛ I. Глава I Основы Конституционного строя.(недоступная ссылка)
  6. Конституция Российской Федерации. Ст. 5, пп. 1, 2
  7. Конституция КБР(недоступная ссылка)
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Национальный состав и владение языками, гражданство. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2013 йыл 24 июль архивланған.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Национальный состав и владение языками, гражданство. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации 2006 йыл 4 ноябрь архивланған.
  10. Демоскоп Weekly. Приложение. Справочник статистических показателей. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по регионам России. Кабардино-Балкарская АССР
  • Харенко А. А. Горными тропами Кабардино-Балкарии: Спутник туриста. — Нальчик: Эльбрус, 1972. — 104, [16], [24] с. — 30 000 экз. (обл.; карты-схемы)