Балтик буйы
Балтик буйы | |
Дәүләт |
Эстония Латвия Литва |
---|---|
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Балтик диңгеҙе |
Сиктәш | Поморье[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | балтистика[d] |
Балтик буйы Викимилектә |
Балтик буйы (рус. Приба́лтика, (латыш. Baltija[1], лит. Baltija, эст. Baltimaad) - Балтия илдәре йәки Балтик буйы илдәре тип йөрөтөлгән илдәр, шулай уҡ элекке Көнсығыш Пруссияны (шул иҫәптән Рәсәйҙең Калининград өлкәһен) үҙ эсенә алған өлкә[2][3][4]. Көнбайышта Балтик Диңгеҙ буйы (Балтийское Поморье) менән эргәләш. Рәсәй империяһының Балтик буйы губерналары — Остзей йәки Балтик буйы крайы — тарихи исемен йөрөтә. Икенсе донъя һуғышына тиклем, ғәҙәттә, Балтика илдәре исеме артында Эстония, Латвия һәм Литваны, һирәгерәк Финляндияны күҙҙә тотҡандар[5][6]
2017 йылда БМО Литва, Латвия һәм Эстонияның статусын үҙгәртте. Хәҙер Балтия илдәре Көнсығыш урынына Төньяҡ Европаға ҡарай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының классификацияһына ярашлы, Төньяҡ Европа илдәренә Ирландия, Бөйөк Британия, Норвегия, Исландия, Дания, Швеция, Финляндия, хәҙер Литва, Латвия һәм Эстония инә.
Терминдың этимологияһы һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Балтик буйы» тигән һүҙ Балтика гидронимынан килеп сыҡҡан, Балтик диңгеҙе яны мәғәнәһендә. Урта быуат Европаһының «халыҡ-ара теле» — латинда уны Mare Balticum тип атағандар.
Урыҫ теленә Балтик диңгеҙенең исеме сағыштырмаса күптән түгел ингән, етмәһә, уға тиклем 200 йылға яҡын Остзей диңгеҙе (Остзейское море) тигән атама йәшәп килгән.
Төньяҡ һәм Көнбайыш Европала йәшәгән Герман халыҡтары диңгеҙҙең географик урынлашыуы буйынса Көнсығыш диңгеҙ тип атаған: нем. Ostsee, дан. Østersøen, нидерл. Oostzee, швед. Östersjön. Көнсығыш славяндар уны сауҙаға сығыу юлына «хужа» булған аралашсылар исеме буйынса Варяг диңгеҙе тип атаған. Һуңғараҡ варягтарҙы урыҫтар свей тип йөрөтә башлай, һәм диңгеҙ ҙә Свей диңгеҙе булып китә[7][8].
Пётр I ваҡытында Төньяҡ һуғышта Швецияны еңеү сәбәпле Балтик буйында Рәсәй нығына, диңгеҙ урыҫтар өсөн ят булыуҙан туҡтай, шул уҡ ваҡытта географик йәһәттән ул «Көнсығыш» (Ostsee) диңгеҙе лә булмаған. Һөҙөмтәлә, «немец» карталарынан алынған исемде тәржемә итмәйҙәр, ә транслитерация эшләйҙәр, «Остзей диңгеҙе» тип ҡалдыралар, атама Пётр I осоронда модалы сит ил алынмаларын тулыландырған[9].
1713 йылда Рәсәй империяһының Балтик буйы Рига һәм Ревель губерналарына (1796 йылдан — Курляндия, Лифляндия һәм Эстляндия) дөйөм Остзей губерналары исеме булдырылған[10][11].
Остзей губерналары исеме буйынса ғына түгел, теле буйынса ла XIX быуат уртаһына тиклем немецса булған. Орден ваҡыттарынан уҡ немец теле бында рәсми була. Реформациянан һуң ул ғибәҙәттәрҙә ҡулланыла башлаған; эш ҡағыҙҙары шул телдә булған, бөтә мәктәптәрҙә лә уҡытҡандар һ.б. 1841 йылдан алып остзей губерналарында «халыҡ хәрәкәте православие яғына ауа башлаған»[2], урыҫ телен үҙләштереү ҙә шул иҫәпкә инә.
Рәсәй Империяһы эш ҡағыҙҙарын һәм башҡа эшмәкәрлек өлкәләрен урыҫ теленә күсерә башлай. 1884 йылда Александр III Дерпт исемен Юрьев ҡалаһы тип алмаштыра. Шул саҡта уҡ диңгеҙ исеме лә, губернияларҙың дөйөм исеме лә урыҫсаға тәржемә ителгән: Балтик буйы губерналары, Балтик буйы крайы[12] һәм башҡалар.
Әҙәбиәттә һәм публицистикала 1917 йылға тиклем «Остзей» һәм «Балтик буйы» менән бер рәттән төбәккә тағы бер йыйылма төшөнсә — Инфлянттар ҙа ҡулланыла ((Инфлянты). Польшала электән, бер Польша-Литва тажы аҫтында булған замандан, быуаттар буйына Балтик буйының территориаль берәмектәрен шулай тип атағандар..
Беренсе донъя һуғышында Германия Балтик буйының бер өлөшөн баҫып алған. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң ул төҙөгән марионетка Балтик герцоглоғы элекке Рәсәй империяһының территорияһында монархия ҡоролошо реставрацияланған берҙән-бер тиерлек урын булған (Финляндияны иҫәпкә алмаған)[13].
Артабан Балтик буйы биләмәләрендә совет һәм буржуаз республикалар иғлан ителә башлай. Һуғыштан һуң лимитрофтар (Рәсәй империяһы биләмәләрендә барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙе дипломаттар шулай тип йөрөтә) Көнбайыш һәм Совет Рәсәйе араһында «санитар кордон» вазифаһын тәшкил итә. «Лимитрофтар» термины совет нәфис әҙәбиәтендә лә ҡулланылған. Әммә сәйәси мәғәнә оҙаҡҡа бармай, СССР-ға Балтик буйы республикаларын ҡабул иткәндән һуң «лимитроф» тигән һүҙҙе тарихсылар ғына хәтерҙә тота.
ССР Союзын районлаштырыу контексында революцияға тиклемге «Балтик буйы» термины һаҡланып ҡала: Балтик буйы иҡтисади районы, Балтик буйы хәрби округы, Балтик буйы тимер юлы төшөнсәләре киң ҡулланыла. Административ-территориаль бүленештә Балтик буйы Литва ССР-ын, Латвия ССР-ын һәм Эстон ССР-ын, шулай уҡ РСФСР-ҙың Калининград өлкәһен үҙ эсенә алған.
1990-сы йылдарҙа «лимитрофтар»ға оҡшатып, урыҫ телендә «Балтия» термины ла донъя күрә. Был һүҙ Латвияла рус телендә сыҡҡан (Ригала сыҡҡан «Бизнес һәм Балтия» гәзите) киң мәғлүмәт сараларында тыуған.
Америка Ҡушма Штаттарында нәшер ителгән «Эстония тарихи һүҙлеге» (2004) « Балтика провинциялары» мәҡәләһендә (ингл. Baltic provinces)[14] әйтелгәнсә, күптәр был төбәкте, элекке кеүек үк, Балтика буйы тип атай. Был топонимды һүҙлек транскрипцияла урыҫсанан «Pribaltika» тип яҙа һәм айырым мәҡәлә итеп йүнәлтмә бирә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Физик-географик очерктар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйы Көнсығыш Европа (Рус) тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡтан ул Балтик диңгеҙе менән сикләшә (Калининград, Курши, Рига һәм Финляндия ҡултыҡтары). Көнсығыштан уға Валдай ҡалҡыулығы, көньяҡ-көнсығыштан — Полесье уйһыулығы, көнбайышта — Урта Европа тигеҙлеге терәлеп тора.
Балтик буйы биләмәләренән, Калининград өлкәһенән тыш, көнсығыш Европа ваҡыты менән бер сәғәт бүлкәте (UTC+2, йәйге осорҙа — UTC+3). Калининград өлкәһендә ваҡыт — йыл әйләнәһенә UTC+2 .
Яр буйы һыҙаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтиканың көньяҡ-көнсығыш ярында боронғо Көнсығыш Пруссиянан Ингерманландия йүнәлешендә Балтик яр буйында бик ҙур рельеф элементтары асыҡ айырылып тора: Самбия ярымутрауы, уның дауамдары Висла һәм Курши мороно, Курляндия (Курзем) ярымутрауы, Рига ҡултығы, Эстон ярымутрауы, Нарва ҡултығы һәм Кургаль ярымутрауы, унан Фин ҡултығына юл асыла[15][16].
Самбия ярымутрауы районында диңгеҙгә яҡын текә ярлауҙар — клиффтар барлыҡҡа килгән. Клиффтарҙың бейеклеге 55-60 метрға етә (Таран мороно менән). Уларҙың итәгендәге Боҙлоҡ дәүеренә тиклемге диңгеҙ ултырмалары менән Балтик буйының төп гәрәбә ятҡылыҡтары бәйле. Диңгеҙ кимәленән түбәнерәк урынлашҡан урындарҙа һыу ташҡан осраҡтарҙан һаҡланып дамбалар төҙөлгән.
Ҡултыҡтар үҙҙәре һай (3,7 метр тәрәнлектән артыҡ түгел).
Көньяҡ Балтик буйының уникаль тәбиғи объекты — Курши мороно. Балтика диңгеҙендәге иң ҙур морон ул. Уның дөйөм оҙонлоғо — 97-98 саҡрым, киңлеге — 400 м (Лесной ҡасабаһы янында), 3,8 км (Бульвикио мороно янында)[17]. Дюналары — донъяла өсөнсө урында (Вьетнам менән Франциянан ҡала).
1945 йылда Көнсығыш Пруссия өлөшө ҡушылғандан һуң Литваның Балтика яр буйының оҙонлоғо 97 саҡрым тәшкил итә.
Латвияның яр һыҙаты (яҡынса 500 км) аҙ йырғыланған; Рига ҡултығы ғына оҙон эске бөгөлөш яһай. Яр буйҙары башлыса уйһыу, ҡомлоҡтар һәм дюналар өҫтөнлөк итә; яр буйының киңлеге — 2-3, урыны менән 50 саҡрымға тиклем етә.
Эстония — иң «күп утраулы» (1521 утрауының дөйөм майҙаны 4,2 мең км2, йәки ил майҙанының 9,2 %), яр һыҙаты — иң оҙоно (континенталь өлөшөндә генә лә 3794 км).
Балтик буйының иң эре континенталь элементы — Моонзунд, йәки Көнбайыш-Эстония архипелагы — шулай уҡ Эстония биләмәһендә. Был 500-ҙән артыҡ утрау, дөйөм майҙаны 4 мең км2 (иң эреләре Сааремаа, Хийумаа, Муху, Вормси һәм Кихну).
Рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйы территорияһы Урыҫ тигеҙлегенең иң сикке төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм тигеҙләнеүгә табан барған ҡатмарлы һыҙатланышлы рельефлы, мореналар ҙа, убалы-ҡырлалы урындар ҙа, боҙлоҡ буйҙарындағы күлдәр ҙә бар.
Балтик буйы тектоник йәһәттән Көнсығыш Европа (Рус) тигеҙлегенең бер өлөшө булып тора.
Скандинавиянан плейстоценда килеп сыҡҡан мөһабәт боҙлоҡтар бер нисә тапҡыр Урыҫ тигеҙлеген ҡаплап алған һәм Балтик буйының рельефының заманса йөҙө формалашыуҙа төп фактор булған. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, территория өс-дүрт тапҡыр боҙлоҡ дәүерен үткән[18].
Дөйөм алғанда, Балтик буйы территорияһы ҡатмарлы геологик тарих кисергән, ул дүртенсел дәүерҙә ҙур боҙлоҡ экспансияларына дусар булған, Балтик диңгеҙенең кимәле һәм күләме үҙгәргән (бөтә Донъя океанынан тулы изоляцияла ҡалыуға тиклем), органик донъяның тектоник хәрәкәттәре һәм кардиналь үҙгәрештәре үҙ эҙҙәрен ҡалдырған.
Һыу ресурстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйы контурҙары регион булараҡ Балтик буйы артезиан бассейнының һыҙатланыштарына тура килә тип әйтергә була. Көнсығыш Европа платформаһының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан был гидрогеологик бассейн Эстония, Латвия, Литва территорияларын, Белоруссияның төньяҡ-көнбайыш өлөштәрен, Калининград һәм Псков өлкәһен, төньяҡ-көнсығыш өлөшөн, шулай уҡ Польшаның төньяҡ-көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә ала[19].
Артезиан ер аҫты һыуҙары Европа үлсәмдәре буйынса иң ҙур бассейн булып тора. Бында сөсө ер аҫты һыуҙарын уртаса 5 проценттан 30 процентҡа тиклем яуым-төшөм тулыландыра; уларҙың тәбиғи йыллыҡ ресурсы 16,8 км³ тип баһалана[20].
Эстонияла һәм Печора буйында ер аҫты һыуҙарын бысраныуҙан һаҡлау көнүҙәк проблема булып тора.
Кемериҙа сульфат-хлоридлы кальций-натрийлы минераль составлы Друскининкай, Бирштонас һәм Балдоне; көкөртлө һыуҙар сыға.
Балтик буйының көньяҡ күлдәре һәм төньяҡтағы һаҙлыҡтары боҙлоҡ ландшафттарының уйһыулыҡтарын биләй. Был күлдәрҙең гидрологик режимы уларҙың ҙурлығына, генезисына һәм һыу балансының үҙенсәлектәренә, йәғни туҡланыуға һәм сығымдарына бәйле. Дөйөм алғанда, барлыҡ һыу объекттарының режимы климат продукты булып тора.
Балтик буйының бөтә йылғалары, айырым торған эске күлдәргә ҡойғандарынан тыш, туранан-тура йә иһә күлдәр һәм йылғалар системаһы аша Балтик диңгеҙе бассейнына инә. Псков һәм Чуд күлдәре — төньяҡ Балтик буйының көнсығыш тәбиғи сиге — Нарова йылғаһы аша диңгеҙ менән дә бәйле.
Биләмәнең иң ҙур йылғалары — Көнбайыш Двина (тамағы янында аҡмаһы 700 м³/с) һәм Неман (678 . м³/с). Урындағы йылғаларҙан Вента йылғаһының түбәнге ағымдарында суднолар йөрөй (95,5 м³/с; бассейн 11800 км²), Преголя (90 м³/с; бассейн 15500 км²) һәм Лиелупе (63 м³/с; бассейн 17600 км²). Гауя йылғаһы (бассейн 8900 км²) ҡыуғын әһәмиәтенә генә эйә.
Барыһы | баҫыуҙар | сәсеүлектәр | көтөүлектәр | урман һәм болон | башҡа | мелио- рация | |
кн.2 | % йомғаҡтар | кн.2 | |||||
Литва | 65200 | 35 | 12 | 7 | 31 | 15 | 430 |
Латвия | 64588 | 27 | — | 13 | 46 | 14 | 160 |
Эстония | 43211 | 25 | — | 11 | 44 | 20 | 110 |
Полтава калининград | 15100 |
Айырым илдәр һәм территориялар буйынса йыйылма мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт | Майҙан (км2) | Халыҡ, кеше |
---|---|---|
Литва | 286 65 | 2,794,329[21] (2020/Q1) |
Латвия | 589 64 | 924 1 700 (2018) |
Эстония | 227 45 | 820 1 324[22] (2019) |
Рәсәй Федерацияһы (Калининград өлкәһе)1) | 125 15 | 915 1 000 (2016) |
Балтик тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтар хәрәкәтенең, этногенездың тәбиғи алшарттарын тасуирлап, Гумилёв Лев Николаевич билдәләп үткәнсә, Европа «Ҡара диңгеҙгә тиклем Балтик аша, Көнбайыш Белоруссия һәм Украина аша уҙа торған „һауа сигендә бүленгән“. Уның ике яғында климат ике төрлө: был сиктән көнсығышҡа табан ғинуарҙың уртаса температураһы кире булғанда ҡыш һалҡын, йыш ҡына ҡоро була; көнбайышта иһә ҡарлы-ямғырлы ҡыштар өҫтөнлөк итә[23]. Биләмәләрҙәге халыҡ һаны уларҙың ауыл хужалығына яраҡлылығы дәрәжәһенә тап килә — диңгеҙ буйында Висланан Неваға тиклем арауыҡта күрһәткес тә кәмей.
Цивилизация тарихында тимер быуат мәҙәниәте мөһим, уның таралыу сиктәре төньяҡта — 60°. Был киңлектә хәҙерге замандың Осло, Уппсала[24] һәм Петербург ҡалалары урынлашҡан—йәғни, тәбиғи-климат шарттары менән билдәләнә торған тарихи Балтик буйының төньяҡ сиге Нева тамағы һәм Балтик буйының көньяҡ яры географик төшөнсәһенә тура килә.
Балтик буйына күсенеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйында кеше йәшәүҙең иң иртә эҙҙәрен (торамалар) археологтар беҙҙең эраға тиклем IX—X мең йыллыҡ дата менән билдәләй[25]. Ҙур территорияларҙа археологик мәҙәниәттәрҙең уртаҡлығын күрһәтә торған ҡабиләләр барлыҡҡа килгәнсе, тағы 5-6 мең йыл уҙа[26].
Соҡор керамикаһы мәҙәниәтенең көнбайыш варианттары бөтә Скандинавия (Дания, Швеция, Норвегияла меңдән артыҡ ҡомартҡы)[27] буйынса күҙәтелә. Көнсығыш илдәренән айырмалы булараҡ, улар урман һунарсылығынан һәм емеш-еләк йыйыуҙан „етештереү иҡтисадына“ (игенселек һәм малсылыҡ) һәм юғарыраҡ технологияларға (йылға һәм күлдәрҙә балыҡ тотоуҙан тыш диңгеҙ кәсептәре, тюлень аулауҙы ла индереп) күсеү билдәләрен күрһәтә.
Археологик мәҙәниәттең башҡа төркөмө — хәрби балталар, йәки ишелгән керамика (б. э. т 3 меңлектең икенсе яртыһынан алып)[28] етештереү. Ул шулай уҡ славян-балт-герман ҡәбиләләренә алып сыға[29].
Ваҡыт үтеү менән был культураларҙа „этник“ элементтар барлыҡҡа килә башлай, ләкин уларҙың һәр кемен конкрет ареалға тәңгәлләгәнсе 1-1,5 мең йыл үтә: ҡәбиләләр ҡатнаш йәшәй. Тик беҙҙең эраға тиклем һуңғы мең йыллыҡтың уртаһына табан ғына территориялар буйынса бүлеү тураһында һөйләргә була. Ул сама менән Латвияның урта өлөшөндә уҙа; көньяҡҡа табан Балтик ҡәбиләләре, ә төньяҡҡа табан үҙҙәренең урындағы үҙенсәлектәре менән асыҡ айырылып торған фин ҡәбиләләре туплана. Ҡәбилә-ара бәрелештәр башлана: балыҡсыларҙың һәм аусыларҙың йылға һәм күл ярҙары буйлап тыныс торамалары юҡҡа сыға, нығытмалар барлыҡҡа килә[30].
Дөйөм алғанда, боронғо сығанаҡтар урындағы этногенезды ышаныслы рәүештә күҙәтергә мөмкинлек бирә торған мәғлүмәттәр менән бай түгел. Әлеге урындарҙа йәшәгән өс төркөм күрһәтелә. Былар:
- Фин-уғырҙар (ливтар, эсттар, водтәр);
- балттар (прустар, куршиҙар, жемайттар, земгалдар, селдар, латгалдар, литвалар һәм ятвягтар);
- псков кривичтары.
Карталарҙа Балтик яр буйы ерҙәрендә урынлашҡан прусстар, куршиҙар, ливтар, эсттар һәм водтәр күрһәтелә; ә ҡалғандары был билдәләмәлә „континенталь“ ҡәүемдәр булып торалар[31].
Б. э. X быуатына ҡәҙәр „был ҡәбиләләрҙә синфи йәмғиәт әле ойошоп етмәгән“, йәғни дәүләтселек юҡ. Үҙ-ара дәғүәләшкән юлбашсыларҙың исемдәрен тарихҡа яҙып ҡалдырған яҙыу ҙа юҡ; ҡоролош әле һаман да общиналарҙан тора, күпселектә тәүтормош замандағынса.
Антик донъяның Балтик буйына тышҡы иҡтисади ҡыҙыҡһыныуы сикләнгән була. Балтик буйындағы етештереү көстәренең түбән дәрәжәлә булыуы һөҙөмтәһендә Европа нигеҙҙә гәрәбә һәм төҫлө таштар, саҡматаш ала; ихтимал, тире алғандыр. Климат шарттары арҡаһында Балтиҡ буйы колонистарҙы йәлеп итмәгән. Бының ыңғай яғы шунда — яңы эраның беренсе быуаттарында Балтик буйы ҡәбиләләре көслө державалар менән бәрелешмәй, фаталь эҙемтәләргә килтерерлек хәлдәр булмай.
Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенән Урта быуаттарҙың бөйөк империяларына тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе, V быуатта Рим империяһының тарҡалыуы Европаның этник картаһын үҙгәртеп бөтөрә. Был мәлгә славяндар Балтик диңгеҙенән Карпаттың төньяҡ битләүҙәренә тиклем киң таралған була, көнбайышта германдар һәм кельттар менән, ә көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта һәм Балтик фин-уғыр ҡәбиләләре менән йәнәш йәшәйҙә[32] р.
Балтик буйы „бөйөк күсенеүҙәрҙең“ аралыҡтағы пункты булған. Б. э. т. I—II быуаттарҙа унда готтар бер ни тиклем йәшәп ала. Бишенсе короле ваҡытында готтар тағы көньяҡҡа табан ҡуҙғала, унда һуңынан Остгот һәм Вестгот короллеге ойошторалар[33]. Балтик буйындағы готтар тураһында иҫтәлек Пруссиялә вельбар мәҙәниәтенең ҡаҙылма артефакттарында һәм Швецияла гауттар ҡәбиләләре һәм Готланд утрауы исемдәрендә ҡалған.
Готтар менән китмәгән ҡабиләләр Балтик буйында үҙҙәренең эволюцион юлдарын дауам итәләр, уның иң ҙур ҡатмарлыҡтары оҙаҡ ваҡыт үҙ-ара бәрелештәр генә тәшкил итә, сит көстәрҙән ҡағылыш булмай. Балтик буйындағы цивилизация тарихының алдағы быуаттарҙа килеп сығасаҡ күпкә көслөрәк „халыҡ-ара мөнәсәбәттәр субъекттары“ һуңғараҡ формалаша.
Европала етештереү көстәре үҫешә барыу менән боронғо Римдың „Гәрәбә юлы“ буйлап хәрәкәт йәнләнә. Уның бер трассаһы Балтикҡа көнбайыш славян ерҙәре һәм Висла аша (хәҙерге Вроцлав янында йөк күсереп тейәү пункты) бара[34]. Ә икенсеһе көнсығыш славян ерҙәре аша туранан-тура Двина йәки Нарва аша Балтик буйына сыға[35].
Балтик буйында ҡәбилә-ара алыш-биреш VII быуаттың икенсе яртыһында айырым райондар менән туранан-тура сауҙа булып үҫә башлай[36]. Ләкин V—VIII быуат осоронда, ғөмүмән, Көнсығыш Балтик буйының йәмғиәте үҫеше, шул иҫәптән боронғо латыш ҡәбиләләрендә лә, уларҙың көнсығыш славян күршеләренән артта ҡалған. Көнсығыш славяндарҙа был ваҡытта IX быуатта берҙәм дәүләткә берләшкән синфи йәмғиәт ойошторола. Көнсығыш Балтик буйында синфи мөнәсәбәттәр был осорҙа тыуып ҡына килә»[36]
VIII быуат "викингылар осоро"н аса — был өсөнсө, Скандинавиянан сыҡҡан иң көслө ташҡын була. Әгәр ҙә беренсе икеһе саф миграцион булһа, бында контрибуция һәм колонизация өлөшө мөһим роль уйнай. Улар бер-береһенә бәйле: бер тапҡыр талауҙарҙан даими рәүештә яһаҡ түләтеүгә, был эштә «көндәштәр» булыу сәбәпле, гарнизондар төҙөүгә күсәләр. Шарттарға ярашлы рәүештә, был дружиналар йә идара итеү һәм һаҡ буйынса хеҙмәттәр күрһәтә (Рустәге һымаҡ), йә иһә колониялаштырыуҙа ярҙам итеп (Англия), көс акциялары ойошторалар, йәки яңы төҙөлгән дәүләттәрҙә төпләнеп, уларҙың ҡораллы көстәренең нигеҙен тәшкил итәләр (Нормандия, Сицилия).
Йөҙ йылдан һуң, X быуаттың икенсе яртыһында, көнбайышта ла, Европа көнсығышында ла административ (ерҙәр йыйыу) һәм рухи (христианлаштырыу) алшарттары эре үҙәкләшкән дәүләттәр булдырыуға килтерә. 962 йылда Бөйөк Оттон I Изге Рим империяһын йыя. Уның ярҙамында Мешко I (935—992) Польша ерҙәрен йыйырға керешә. 978 йылда Харальд I Синезуб ваҡытында Данияның төньяҡ империяһы ҡолас йәйә. 911 йылдан башлап Боронғо урыҫ дәүләтенең сәскә атыуы башлана, унда тиҙҙән тотош көнсығыш славян ҡәбиләләре берләшә. Кенәзбикә Ольга (957)[37], Мешко (965) һәм Харальд (972) шәхсән рәүештә христианлыҡ ҡабул итәләр, ә Владимир I Святославич 988 йылда киң күләм сумылдырыу үткәреп, «Көнбайышҡа һәм Көнсығышҡа», бөтә Русь христианлыҡты ҡабул итеү юлына баҫты, тип хәбәр итә.
Шул уҡ ваҡытта Европаның төньяҡ-көнбайышында — формаль рәүештә Боронғо рус дәүләте сиктәрендә — тағы ла бер бик ҙур көс үҙәге барлыҡҡа килә. Көньяҡ Русь менән сағыштырғанда донъя хужалыҡ мөнәсәбәттәренә йәлеп ителгән Новгород тиҙҙән Балтик буйында йәнәш ерҙәрҙә үҙәк булыуға дәғүә итерлек ярайһы уҡ көс туплай.
Көнсығыш һәм Көнбайыш араһындағы сиктә Балтик буйы оҙаҡ ваҡыт мәжүси булып ҡалған. X быуатта ҙур торамалар барлыҡҡа килә, улар тирәһендә боронғо ҡәбиләләрҙең территориаль берләшмәләре төҙөлә[38]. Улар араһынан диңгеҙгә яҡын ерҙәрҙә прусстар (Калининград ҡултығы һәм Преголь тамағы), ливтар (Рига ҡултығы һәм Двина тамағы), эсттар (Таллин һәм Нарова тамағы) һәм водтәр (Нарва йылғаһынан алып Нева тамағына тиклем Фин ҡултығы) йәшәгән.
Урыҫ кенәзлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новгородтың иртә тарихы фин-уғыр ҡәбиләләре менән даими көрәштә үтә. Полоцк Кненәзлеге — сауҙа юлындағы тыныслыҡ хаҡынамы, Балтик буйы ҡәбиләләре менән һыйышыбыраҡ йәшәй. Балтик буйы аша барлыҡҡа килгән сауҙа бәйләнештәре менән дөйөм Европа цивилизациялы процесына инеү, Русь өсөн дәүләтенең нығына барыуы менән йәнәш бар. X—XI быуаттарҙа Русь әле Көнбайыш Европала барған ҡаты дәүләт-ара көрәш тәжрибәһенә эйә булмай. Уға йәшәгән урындарынан ҡәбиләләрҙе физик яҡтан ҡыҫырыҡлау кәрәклеге булмай, шуға күрә XI быуат аҙағына тиклем был процестар башлыса эволюция юлы менән бара.
Ул арала Балтик Диңгеҙ буйында (Поморьеһында) тарихи ваҡиғалар башҡа схема буйынса йәйелдерелә. Бөйөк Карл империяһы тарҡалғандан һуң Көнсығыш франк өлкәләре феодалдары Поморье һәм Балтик буйында славяндарҙың төп дошманы булып китә[39]. Башта улар араһында ҡораллы көрәш үҙгәреүсән уңыш менән барған, ләкин XII—XIII быуаттарға табан Лаба буйы славян ерҙәре бер-бер артлы немецтар тарафынан йотола һәм христианлыҡты Рим үрнәгендә ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта өлөшләтә славян телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡала алған аҙ ғына кешеләр араһында лужицалар булып сыға.
Балтик буйында Көнбайыш Европа экспансияһына ҡаршы тороу осоронда псковтарға һәм новогородтарға ваҡыт-ваҡыт бәрелешеп тороу, шулай уҡ башҡа урыҫ кенәзлектәре менән үҙ-ара берләшергә ҡамасауламаған. XIII быуатта 1242 йылда Боҙ өҫтө һуғышы, 1234 йылда Омовжела алыш һәм 1268 йылда Раковор һуғышы рыцарҙарҙы славяндарҙың еңеүе менән тамамланған.
Terra Marianaны үҙләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII быуат башында Балтик диңгеҙенең көньяҡ яр буйҙары тормошонда һынылыш башлана: алыҫ урынлашҡан биләмәләрҙән колония яһау, яҡындарын йотоу кеүек дәүләт берәмектәренең оҙайлы стратегик мәнфәғәттәре зонаһына эләгә.
Балтик буйын яулап алыу, тарихи планда, бик тиҙ башҡарыла. Бер быуын ғүмер эсендә, төньяҡ тәре походтарының беренсе этабында уҡ, 1201 йылда тәре йөрөтөүселәр Ригаға нигеҙ һала; 1206 йылда Иннокентий III прусстарға ҡаршы тәре походына фатиха бирә; 1219 йылда даниялылар урыҫ Колыванен баҫып ала һәм уны Таллин исеменә алыштыралар. Бары тик Көнсығыш Пруссия яр буйҙарында ғына тәре йөрөтөүселәр ул йылдарҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған, ләкин бында ла утыҙ йыллап ҡына ваҡыттан һуң тевтондар үҙ терәктәрен булдыралар: 1252 йылда Мемель һәм 1255 йылда Көнигсберг барлыҡҡа килә[40].
Яр буйының көнсығыш өлөшөндә иһә, Висланың уң яҡ ярына тамағынан башлап, германлаштырыу һәм христианлаштырыу айырым сценарий буйынса йәйелдерелә. Рыцарь ордендары — тевтон, ливон, ҡылыс йөрөтөүселәр Балтик буйы территорияһында колонизацияның терәк пункттары булараҡ ҡәлғәләр торғоҙалар. Мәжүси ҡәбиләләр көсләп христианлаштырыуға дусар ителә, әммә үҙҙәренең милли дәүләт берәмектәрен уларға төҙөргә бирмәйҙәр. Бында көнбайышта барлыҡҡа килгән урыҫ кенәзлектәре — мәҫәлән,Кукейносский — юҡ ителә[41]
1185 йылда Ливонияға Мейнард фон Зегеберг килә. Даугава буйында Икескола (Ykeskola, тамағынан яҡынса 30 км өҫтә) тигән ерҙә урынлашҡан ҙур булмаған часовнянан башлап, киләһе йылға инде ул ҡәлғә төҙөтөү өсөн ташсылар саҡыра. Бының менән Ливон епископлығы (ингл. Bishopric of Livonia) — Ливонияла беренсе дәүләт ойошоуына башланғыс бирелә[40].
Барлыҡҡа килгән дүрт епископлыҡ (Рига, Дорпат (Дерпт), Эзель-Вик, Курляндия) 1435 йылда төҙөлгән Ливон конфедерацияһына инә — Ливон ордены баш булған епископтар дәүләт-ара территориаль суверенитетҡа һәм үҙ биләмәләре сиктәрендә бөтә власҡа тулы көскә эйә була.
XIV быуатта Ливон орденының Изборскиға баҫымына Рәсәй ҡаршы тора ала. Әммә урыҫтарҙы Балтик ярынан ҡыҫырыҡлау бара.
1494 йылда Мәскәү Новгородта Ганза союзы вәкиллектәрен яба, ә ганза сауҙагәрҙәре (уларҙың күбеһе ливондар була) — төрмәгә ултыртыла. Һөҙөмтәлә Ливония Бөйөк Мәскәү кенәзлеге менән һуғыш халәтендә ҡала. Һуғыш һөҙөмтәләре буйынса 1501—1503 йылдарҙа Иван III һәм Ливон конфедерацияһы лат. status quo ante bellum шарттарында солох төҙөйҙәр, йәғни, Ливония һуғышына тиклем ғәмәлдә булған халәткә ҡайталар.
Балтик буйы XVI—XVII быуаттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шлитте эше» (1548 йыл, Любек), Иван IV күреүенсә, Ливония менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе күршеләр үҙләштергән ерҙәргә ымһыныуынан ғына тормай. Һүҙ Ливон конфедерацияһының Рәсәйгә тауарҙар ғына түгел, ә "көнбайыш белгестәр"гә юл ҡуймауға йүнәлтелгән сәйәсәте хаҡында бара. Европала рус батшаһы һорауы буйынса Ганс Шлитте яллаған 300 кеше Ливонияла ҡулға алына, Шлиттеның үҙен төрмәгә ултырталар, ә Рәсәйгә килергә тырышҡан Ганс тигән кеше язалап үлтерелгән[42]
1558 йылдың ғинуарында Ливония һуғышы башлана.
Сик буйындағы Нарваны яулап алып, элек ҡалдырылған Юрьевты алғас, урыҫ ғәскәрҙәре туҡтап ҡала, һәм 1559 йылдың яҙында тарихсылар фекеренсә, файҙаһыҙ солох төҙөйҙәр — Рус батшалығы был кампаниянан тик минималь (Чуд күленең көнбайыш яры һәм Псков күле — яҡынса 50 саҡрым ары инәләр) файҙа ала, ә иң мөһиме Балтик ярына сыға алмайҙыр.
1560 йылда Эрмес янында рус ғәскәре орден армияһын ҡыйрата, Мариенбург — Феллин һыҙатына сығып сыҡҡас, тағы 50 саҡрымға алға китә.
1561 йылда Ливон орденының һуңғы ландмейстеры Готтгард Кеттлер, католицизмдан лютеранлыҡҡа күсеп, үҙенең хакимлығы аҫтында Курляндия һәм Семигалияны һаҡлап ҡала — инде был ерҙәрҙең герцогы булараҡ. Шул ваҡыттан Рәсәй Балтик буйындағы өс ҙур илгә: Польша короллегенә, Бөйөк Литва кенәзлегенә һәм Швецияға ҡаршы тора.
1571 йылда Ҡырым ханы Дәүләт-Гәрәй (Дәүләт I Гәрәй) Мәскәүгә емергес һөжүм итә. Ливонияға походтар 1575 йылда ғына яңыртыла, әммә Иван IV сәйәсәте уның үҙ даирәһен бер ҙә ҡәнәғәтләндермәй, был ахыр сиктә опричнина барлыҡҡа килтерә; ил бөлгөнлөккә төшә.
Рәсәй Речь Посполитая менән һуғышта (1579-81) Полоцк һәм Ливония урыҫтар һаман биләп торған ерҙәрҙе юғалта.
1583 йылда Рәсәй буйынса иң ауыр юғалтыуҙар кисерә, шведтарға Нарваны ғына түгел, ә рус ярында торған Ивангородты, шулай уҡ урыҫ ҡәлғәләре Ям һәм Копорьены (фин. Kaprio) ҡалдыра. Бынан һуң швед короле III Юхан үҙ өҫтөнә «Ингерманландияның Бөйөк кенәзе» титулы алып, шулай йөрөтөлә башлай[43]
Төньяҡ һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Швеция һәм төньяҡ европа дәүләттәре Балтик буйы ерҙәренә эйә булыу өсөн асҡан һуғыш, ул коалиция араһында барған, 1700 йылдан алып 1721 йылға тиклем дауам иткән. Һуғыш Швецияның еңелеүе менән тамамланған[44].
XХ быуатта Балтик буйы дәүләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе донъя һуғышы башына Балтик буйы крайы составында өс губерна була:
- Лифляндия (47027,7 км2; 1,3 млн кеше тирәһе, 1897 й.)
- Эстляндия (20246,7 км2)
- Курляндия (29715 км2, 600 мең самаһы халыҡ)
Балтик буйы губернаһына инмәгән — Вилен губернаһы (41 907 км2), 1,6 миллион халҡы булған (1897) — 56,1 процент белорустар, 17,6 % литва һәм 12,7 % йәһүдтәр; шулай уҡ Ковенск губернаһы[13].
Октябрь революцияһынан һуң Балтик буйы дәүләттәрендә синфи көрәш ҡыҙа, сит илдәр Совет власы урынлашыуына мөмкин тиклем ҡамасауларға тырыша, һуғыштар аса.
Донъяла Рәсәйҙең Балтик буйы губернаһы биләмәләрендә бойондороҡһоҙ дәүләттәр булдырыуға реакция бер төрлө генә булмй. РСФСР уларҙы танығандан һуң, 1920 йылдың авгусында АҠШ-тың дәүләт секретары Б. Колби былай тип белдерә:
…американское правительство… не считает полезными какие-либо решения, предложенные какой-либо международной конференцией, если они предполагают признание в качестве независимых государств тех или иных группировок, обладающих той или иной степенью контроля над территориями, являвшимися частью Российской империи[45].
[46].
Эстония, Латвия һәм Литваның СССР составына инеүе быға тиклем Балтик буйы юғары власть органдарынан килгән ғаризалар нигеҙендә СССР Юғары Советының VII сессияһында раҫлана: Литва ССР-ы — 3 августа, Латвия ССР-ы — 5 августа һәм Эстон ССР-ы — 1940 йылдың 6 авгусында.
Әммә 1940 йылдың авгусында ҡабул ителгән өс ике яҡлы дәүләт-ара акт хәҙер килеп ретроспектив ҡараш менән халыҡ-ара хоҡуҡ баһаһы йәһәтенән тарихсыларҙың һәм сәйәсәтселәрҙең берҙәм фекере юҡ. Хәҙерге Эстония[47], Латвия[48] һәм Литва[49] был ҡарарҙарҙы СССР-ҙвң оккупация эшмәкәрлеге һәм артабанғы аннексия тип иҫәпләй.
Рәсәй Тышҡы эштәр министрлығының рәсми позицияһы буйынса, Литва, Латвия һәм Эстонияның СССР-ға инеүе 1940 йылғы торошо буйынса халыҡ-ара хоҡуҡиәттең барлыҡ нормаларына тура килә һәм артабан рәсми халыҡ-ара танылыу ала. 1941 йылдың 22 июненә СССР сиктәренең бөтөнлөгөн Ялта һәм Потсдам конференцияларында ҡатнашыусы дәүләттәр тарафынан таныла, ә 1975 йылға торошо буйынса Европа сиктәре Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмәнең йомғаҡлау акты раҫлай(Заключительный акт Совещания по безопасности и сотрудничеству в Европе)[50]
50 йыл буйы тиерлек СССР-ҙа Балтик буйы республикалары — Эстония, Латвия һәм Литва ССР-ы — башҡа союздаш республикаларҙыҡы кеүек тиң хоҡуҡтар менән файҙалана. Уларҙың иҡтисадын тергеҙеү һәм үҫтереү тураһында Балтик иҡтисади районы һәм республикалары буйынса айырым мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ.
Үҙгәртеп ҡороу эҙемтәләренең береһе — 1980 йылдарҙың икенсе яртыһында М. Горбачев тарафынан башланған СССР-ҙың сәйәси һәм иҡтисади системаһын реформалаштырыу Союз тарҡалыуға килтерә.
Артабанғы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы менән Балтик буйы дәүләттәре араһында сәйәси мөнәсәбәттәр төрлөсә үҫешә. Сәйәси бойондороҡһоҙлоҡҡа ҡарамаҫтан, был дәүләттәрҙең иҡтисады төбәктең иҡтисади үҫешенә ике-өс быуат интеграцияланған. Элек киң совет баҙарына (электр поездары, радиотехника, автомобилдәр) йүнәлтелгән күп кенә юғары технологиялы ойошмалар ябыла, дәүләт донъя баҙарында улар ошондай конкурентлыҡҡа һәләтле позицияларға сыға алмай. Уларҙың килемдәренең ҙур өлөшөн Рәсәй экспорты, шулай уҡ Балтик буйы порттары аша импорт тәшкил итә[51].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда Балтик буйы дәүләттәре халҡы (Литва, Латвия һәм Эстония) 6 миллион кеше тәшкил итә. Был һан тыуым түбән булыу һәм халыҡтың көнбайыш Европа илдәренә миграция ағымы арҡаһында артабан кәмеү тенденцияһы менән бәйле.
Балтик буйы илдәрендә эстондар, латыштар һәм литвалар төп халыҡ булып тора. Әммә уларҙан тыш, башҡа халыҡтар ҙә ошо илдәр халҡының байтаҡ өлөшөн тәшкил итә һәм уларҙың тарихында эҙ ҡалдырған, былар — урыҫтар[52][53][54], йәһүдтәр, немецтар, поляктар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Krievu-latviešu vārdnīca: Ap 40.000 vārdu — R.:Avots, 1988. — 603 lpp.
- ↑ 2,0 2,1 Прибалтийский край // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Достойный юбилей российской Прибалтики // Телепрограмма «Вести недели» : Репортаж от 10.09.2006. Архивировано из первоисточника 10 ғинуар 2011.
- ↑ «Балтик буйы включает республики Прибалтики и Калининградскую область РСФСР» — Прибалтийский экономический район / Гербов В. Р. // Плата — Проб. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — С. 607. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 20).
- ↑ Ср.: секретный дополнительный протокол к советско-германскому договору о ненападении.
- ↑ Пруцкова, А. В. Политика Великобритании в Прибалтике в период между мировыми войнами. Санкт-Петербург, 2000 DisserCat — Научная библиотека диссертаций и авторефератов
- ↑ Кульчинская М. Балтийское море.
- ↑ Балтийское море // Общий словарь.
- ↑ Остзейское право // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Военно-статистическое обозрение Российской Империи. Том 7. Остзейские губернии. Ч. I. Курляндская губерния. — СПб.: 1848; Ч. II. Лифляндская губерния. — СПб.: 1853; Ч. III. Эстляндская губерния. — СПб.: 1852
- ↑ Поездка в остзейские губернии / Соч. с. с. В. Беккера. — М.: Тип. В. Готье, 1852. — 134 С.
- ↑ Ср.: Сборник материалов по истории Прибалтийского края. — Рига, 1894.; Форстен. Балтийский вопрос. — СПб, 1894.; Пассир Г. Из истории православия в Прибалтийском крае. — Рига, 1892.; Чешихин Е. В. Краткая история Прибалтийского края. — 2-е изд. — Рига, 1894. и др.
- ↑ 13,0 13,1 The Baltic States and Weimar Ostpolitik By John Hiden
- ↑ Toivo Miljan. Baltic provinces. — Historical dictionary of Estonia. — N.Y.: Scarecrow Press, Inc., 2008. — С. 127. — ISBN 0810-849-046.
- ↑ Словарь современных географических названий / Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006. — 314 с.
- ↑ 16,0 16,1 Geography of Estonia (инг.) / www.masterliness.com. Архивировано из первоисточника 14 май 2011., Geography of Latvia (инг.) / www.masterliness.com. Архивировано из первоисточника 14 май 2011., Geography of Lithuania (инг.) / www.masterliness.com. Архивировано из первоисточника 14 май 2011.
- ↑ Шкляр А. Светлогорск, Куршская коса, Калининград. — 17—21 августа 2008 года. Архивировано из первоисточника 5 октябрь 2011.
- ↑ Раукас А., Ряхни Э., Мийдел А. Краевые ледниковые образования Северной Эстонии. — Таллин: Валгус, 1971. — 288 с.
- ↑ Прибалтийский артезианский бассейн / Зекцер И. С. // Большая советская энциклопедия. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978).
- ↑ Зекцер И. С. Естественные ресурсы пресных подземных вод Прибалтики. — М.: Недра, 1968.
- ↑ Main Lithuanian indicators — Oficialiosios statistikos portalas
- ↑ [1] 2020 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ Гумилёв Л. Н. От Руси до России. Очерки этнической истории. — М.: Танаис, 1994. — С. 33—34.
- ↑ Джонс Г. Викинги. Потомки Одина и Тора / Пер.с англ. З. Ю. Метлицкой.. — М.: Центрполиграф, 2004.
- ↑ Timeline Lithuania to 1929 (ингл.). — Хроника истории Литвы. Дата обращения: 12 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. Timeline Latvia/Livonia (ингл.). — Хроника истории Ливонии и Латвии. Дата обращения: 12 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. Timeline Prussia (ингл.). — Хроника истории Пруссии. Дата обращения: 12 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года. Timeline Estonia (ингл.). — Хроника истории Эстонии. Дата обращения: 12 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ БСЭ. Ямочно-гребенчатой керамики культуры
- ↑ История Европы. Т. 1, С. 93
- ↑ БСЭ. Боевых топоров культуры. Титов В. С.
- ↑ БСЭ. Злота культура. Среднеднепровская культура.
- ↑ История Латвии. Гл. 5. Железный век 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Карта расселения народов Европы в IX веке. УНПК Орловский Государственный Технический Университет . Дата обращения: 12 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Буданова В. П. Славянский этап великих миграций.
- ↑ История Европы. — М.: Наука, 1988. — Т. 1. Древняя Европа. — С. 599. — 100 000 экз. — ISBN 5-02-008937-0.
- ↑ История Европы. — М.: Наука, 1988. — Т. 1. Древняя Европа. — С. 611. — 100 000 экз. — ISBN 5-02-008937-0.
- ↑ О гипотезах относительно прибалтийского участка трассы этого торгового пути см.: Цветков С. Э. Русская история. — М.: Центрполиграф, 2004. — Т. 1—2. — 8000 экз. — ISBN 5-9524-0349-2.
- ↑ 36,0 36,1 История Латвии. Гл. 7. V—IX века 2020 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Reginonis abbatis prumiensis Chronicon, cum continuatione treverensi
- ↑ Тарвел Э. В., Карьяхярм Т. Э. Эстония// БСЭ.
- ↑ Полабские и прибалтийские славяне . Дата обращения: 12 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ 40,0 40,1 Генрих Латвийский. Хроника Ливонии / Введение, перевод и комментарии С. А. Аннинского. — 2-е изд. — М.-Л.: Изд-во АН СССР, 1938.
- ↑ Генрих Латвийский. Хроника Ливонии. — С. 123—127.
- ↑ Карамзин Н. М. Собрание сочинений. — Т. VIII, С. 206.
- ↑ https://web.archive.org/web/20130928112146/http://rss.archives.ceu.hu/archive/00001120/01/126.pdfМусаев В. И. The Ingrian Question as a Historical and Political Phenomenon. 2000. С. 3
- ↑ Robert Frost. The Northern Wars. War, State and Society in Northeastern Europe 1558—1721. — Longman, 2000. — С. 296—301. — 416 с. — ISBN 978-0-582-06429-4.
- ↑ Фоменко А. Великая тайна американской дипломатии . Дата обращения: 6 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 26 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Фоменко А. Великая тайна американской дипломатии . Дата обращения: 6 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 26 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Estonian International Commission for Investigation of Crimes Against Humanity. Архивировано из первоисточника 6 март 2009.
- ↑ The Occupation of Latvia: Aspects of History and International Law // Ministry of Foreign Affairs of Latvia. Архивировано из первоисточника 23 ноябрь 2007.
- ↑ president.lt - История.
- ↑ МИД России: Запад признавал Прибалтику частью СССР.
- ↑ РЖД-партнёр. № 12(60), 2007. — С. 90
- ↑ Русские являются крупнейшим национальным меньшинством в Латвии (27,4 % в середине 2011 г.) и Эстонии (25,5 % в начале 2010 г. Суммарное количество русских в Эстонии, Латвии и Литве (около 1 млн) превышает суммарное количество эстонцев (около 900 тыс.); по всей Прибалтике с учётом Калининградской области русские являются вторым по численности народом после литовцев, в Литве — второе по численности (4,8 % в начале 2010 г.
- ↑ Population Statistics — Estonia.eu 2011 йыл 1 май архивланған. (инг.)
- ↑ Population by ethnicity. 2011 йыл 22 июль архивланған. (инг.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Книга:Богуславский В.В.: Славянская энциклопедия. Киевская Русь - Московия
- Генрих Латвийский. Хроника Ливонии / Введение, перевод и комментарии С. А. Аннинского. — 2-е изд. — М.-Л.: Изд-во АН СССР, 1938. — 185 с.
- Джонс Г. Викинги. Потомки Одина и Тора / Пер.с англ. З. Ю. Метлицкой.. — М.: Центрполиграф, 2004.
- Прибалтийский экономический район / Гербов В. Р. // Большая советская энциклопедия. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978).
- Гумилёв Л. Н. От Руси до России. Очерки этнической истории. — М.: Танаис, 1994.
- Всемирная история. В десяти томах. — М.: Соцэкгиз, 1958. — Т. 4.
- К 300-летию Полтавский битвы (Справочная информация) / Историко-документальный департамент МИД России. — 26.03.2009. Архивировано из первоисточника 6 апрель 2009.
- К истории территориальной принадлежности Калининградской области / Историко-документальный департамент МИД России. Архивировано из первоисточника 7 февраль 2007.
- Корявцев П. М. Прибалтийский гамбит. — СПб., 2005. Архивная копия от 11 март 2007 на Wayback Machine
- О «Пакте Молотова-Риббентропа» (Краткая справка) / Историко-документальный департамент МИД России. Архивировано из первоисточника 6 апрель 2009.
- Прибалтийский край // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Россия и Европа в XVIII в. (Англия, Испания, Швеция, Германия) = A.Stenzel - H.Kirchoff. Seekriegsgeschichte in ihren wichtingsten Abschnitten mit Berucksichtigung der Seetaktik, sv. I-VI. Hannover, 1907-1911 / Историко-документальный департамент МИД России. Архивировано из первоисточника 7 февраль 2007.
- Широкорад А. Б. Северные войны России. Вторжения немцев и датчан в Прибалтику
- «Аналитический вестник» Выпуск 30 Торгово-экономические отношения России со странами Балтии и интересы соотечественников Серия: Внешняя политика. Москва: Аппарат Государственной думы, 2002
- Штенцель А. История войн на море с древнейших времён до конца XIX века = Stenzel, Alfred. Seekriegsgeschichte. In ihren wichtigsten Abschnitten mit Berücksichtigung der Seetaktik. Von 400 vor Christus bis 1600 nach Christus. /Unter Mitwirkung des Admiralsstabes der Marine bearbeitet durch Hermann Kirchhoff. sv. I–VI. — Hannover, 1907-1911 // В 2 т. — М.: Изографус, 2002. — Т. 1—2. — ISBN 5-94661-036-8, 5-94661-037-6. Архивировано из первоисточника 9 март 2009.
- Fonnesberg-Schmidt, Iben. The popes and the Baltic crusades, 1147–1254 (инг.). — Brill, 2007. — Vol. 26. — P. 66—68, 73—74. — (The Northern World). — ISBN 9004155023.
- Toivo Miljan. Słownik geograficzny Królestwa Polskiego i innych krajów słowiańskich (инг.). — Warszawa: Nakładem Filipa Sulimierskiego i Władysława Walewskiego., 1880–1914.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Прибалтики 2012 йыл 19 июль архивланған.
- Путешествие по республикам Прибалтики
- Такая разная Балтик буйы 2021 йыл 17 апрель архивланған.