Йәрмүк һуғышы
Йәрмүк һуғышы | |
Урын | Ярмук[d] |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Ярмук[d] |
Башланыу датаһы | 15 август 636 |
Тамамланыу датаһы | 20 август 636 |
Йәрмүк һуғышы Викимилектә |
Йәрмүк һуғышы (рус. Битва при Ярмуке; ғәр. معركة اليرموك, грек. Ιερομυκησ, Иеромукос[1]) — Сүриәне һәм Фәләстинде мосолмандар яулап алыуы барышында Сүриәне ҡулға төшөрөр өсөн Византия һәм Ғәрәп ислам хәлифәлеге араһында алты көнлөк алыш. 636 йылдың 20 авгусында тамамлана.
Алғы тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]634 йылда мосолмандар Дамаскыны һәм Көньяҡ Сүриәнең күпселек ҡалаларын яулап ала. Византия императоры Ираклий I Сүриәне кире яулап алыу өсөн 200 000 кешенән (100 000 византиялы һәм 100 000 әрмән) торған армия йыя. Византия авторҙары был армияның ике командующийын — сакелларий (ҡаҙнасы) алашар Феодор Трифориус (Theodore Trithyrius) һәм Ваанды (Ваган — әрмән полководецы) телгә ала. Мосолмандар уларға 20 000 яугирҙы ҡаршы ҡуя. Был ғәскәргә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе Хәлит ибн Әл-Вәлид етәкселек итә.
Византияның ике юлбашсыһы ла — Ваган һәм Феодор — Йәрмүк янындағы алышта һәләк була.
Эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Византиялыларҙың Йәрмүк эргәһендәге еңелеүе һөҙөмтәһендә бөтә Фәләстин Дәүләте мосолмандарға буйһона. Мосолман ғәскәрҙәре Иерусалимды ҡамай. Аҡтыҡ сиккә еткән Иерусалим патриархы Софроний капитуляцияға ризалашып, ҡаланы Ғүмәр ибн әл-Хәттабҡа тапшыра. Был осраҡта Ғүмәрҙең миһырбанлылығы билдәле. Баш ҡалала йәшәүселәр выждан ирке ала; улар самалы ғына һалым ғына түләргә тейеш була. Нәсараларҙың сиркәүҙәренә теймәйҙәр. Ҡаланы алғанға тиклем үк сиркәү кәрәк-ярағының күп өлөшө диңгеҙ аша Константинополгә оҙатылған була.
Иерусалимды ғәрәптәр 637 йылда яулай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ TM Places . www.trismegistos.org. Дата обращения: 10 май 2019. Архивировано 10 май 2019 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большаков О. Г. История Халифата. — М.: Восточная литература, 1993. — Т. 2. Эпоха великих завоеваний (633—656). — 294 с. — ISBN 5-02-017376-2.
- Ермук // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Yarmouk in Sword of Allah at GrandeStrategy by A.I. Akram (инг.)
- Battle of Yarmuk, 636 (инг.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |