Эстәлеккә күсергә

Лакросс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лакросс
Фотография
Характеристика
Категория

командалы контакт спорт

Командалағы уйынсылар һаны

10

Ҡорамалдар

лакросс өсөн стик, шлем, наплечники, налокотники, перчатки

Тәүге ярыштар
Йыл

1869

Олимпия уйындары

1904

Халыҡ-ара федерация
Атамаһы

Federation of International Lacrosse (FIL)

Нигеҙ һалыу йылы

2008 йыл

Веб-сайт

www.filacrosse.com

Бәйле проекттар

Лакро́сс (франц. Lacrosse) — ике команда араһында контактлы спорт уйыны. Бында ҙур булмаған резина туп (62,8-64,77 мм, 140—146 грамм) һәм стик тип аталған оҙон тотҡослы сәкән ҡулланыла.

Барлыҡҡа килеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лакросс прототибы. XIX быуаттың беренсе яртыһы литографияһы.
Winnipeg Shamrocks командаһы, 1904 йылғы лакросс буйынса Олимпия чемпиондары.

Уйынды Америка индеецтары уйлап сығара, улар уны яугирҙарҙы әҙерләү һәм ҡәбиләләр араһында низағтарҙы тыныс хәл итеү өсөн ҡулланған. Археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә ярашлы, лакросс хәҙерге Канада территорияһында XV быуатта уҡ билдәле була. Был ваҡытта командалар йыш ҡына бер нисә йөҙ кешенән торған, ә уйын өсөн майҙансыҡтың оҙонлоғо бер нисә йөҙ метрҙан бер нисә километрға тиклем тәшкил иткән.

Европа күскенселәре был уйын менән XVII быуатта таныша, ә XIX быуат башында ул Канаданың француз халҡы араһында популярлыҡ яулай башлай. Лакросс буйынса тәүге рәсми матч 1867 йылда Канадала була.

Лакросс ике мәртәбә — 1904 һәм 1908 йылдарҙағы йәйге Олимпия уйындары программаһына кертелә. Шулай уҡ 1928, 1932 һәм 1948 йылдарҙағы Олимпиадала күрһәтмә спорт төрө була.

Уйында ике команда ҡатнаша, улар стик тип аталған оҙон тотҡослы махсус сәкән ярҙамында ҙур булмаған резина тупты (62,8-64,77 мм, 140—146 грамм) көнәркәштең ҡапҡаһына индерергә тырышалар. Сәкәндең өҫкө өлөшө ирекле селтәр менән үрелгән, ул тупты эләктереү һәм тотоу өсөн тәғәйенләнгән. Тупты сәкән ярҙамында эләктереп, контролдә тотоп һәм пас биреп, көнәркәш командаһы ҡапҡаһына индереү уйындың маҡсаты булып тора. Һаҡланыусыларҙың төп мәсьәләһе — ҡапҡаны алыуҙы кисектереү һәм сәкән, контаклы көрәш йәки майҙансыҡта дөрөҫ позиция ярҙамында тупты алыу. Уйында дүрт позицияны айырылар: ярым һаҡсы, һөжүмсе, һаҡсы, ҡапҡасы. Лакросста махсус майҙансыҡта (field lacrosse) һөжүмселәр тик һөжүм итә («ride» ситуацияһынан тыш, был осраҡта һаҡсылар тупты сығарырға маташа, ә һөжүмселәр уларға ҡамасауларға тырыша), һаҡсылар тик һаҡлайҙар («clear» ситуацияһынан тыш, был осраҡта һаҡсыларға тупты сығарыр кәрәк), ҡапҡасы туранан-тура ҡапҡаны һаҡлаған һуңғы һаҡлау линияһы булып тора, ярым һаҡсылар майҙансыҡтың теләһә ҡайһы өлөшөндә була ала һәм һаҡлауҙа ла, һөжүмдә лә уйнай ала. Шулайҙа юғары дәрәжәле уйындарҙа һәр ваҡыт һаҡлаусы һәм һөжүм итеүсе ярым һаҡсылар араһында махсуслашыу бар.

Йыш ҡына лакроссты ҡаты контактлы спорт тип иҫәпләйҙәр, әммә бында, америка футболы һәм башҡа контактлы спорт төрҙәре менән сағыштырғанда, йәрәхәттәр һирәгерәк осрай.

Ир-егеттәр лакроссы өсөн майҙансыҡтың схемаһы
Ҡапланған аренала Лакросс милли лигаһы матчы

Хәҙерге ваҡытта лакросстың бер нисә варианты бар, улар бер-береһенән майҙансыҡтың ҙурлылығы, уйнаусыларҙың һаны һәм ҡағиҙәләре менән айырыла. Төп дүрт вариант бар: «майҙанда лакросс» (үләндә йәки лакросс), «коробкала лакросс», «интеркросс», «полокросс».

1967 йылдан ир-егеттәр араһында Лакросс буйынса донъя чемпионаттары уҙғарыла, уларҙа төрлө илдәрҙән, шулай уҡ ирокез индей ҡәбиләһенән (1990 йылдан) командалар ҡатнаша.

Донъяла өс тиҫтәнән ашыу милли лакросс федерациялары бар. Уларҙың күбеһе Европала урынлашҡан һәм XX быуаттың һуңғы ун йыллығында ойошторолған, әммә лакросс киң популярлыҡ яулаған АҠШ һәм Канада был спорт төрө буйынса алдынғы илдәр булып ҡала.

Ҡатын-ҡыҙҙар университет командалары араһында лакросс буйынса матч

Был уйын Канадала милли йәйге спорт төрө булып тора. Канада лакросс ассоциацияһы 1867 йылда нигеҙләнә һәм донъяла иң боронғо булып тора. Йыл һайын икешәр дивизионда өлкәндәр һәм үҫмерҙәр араһында биналарҙа лакросс буйынса чемпионаттар уҙғарыла. Шулай уҡ өс дивизионда асыҡ майҙансыҡта лакросс буйынса чемпионат үткәрелә.

  • Ҡумтала лакросс
    • Mann Cup Senior «A» — 1901 йылдан уҙғарыла, трофей саф алтындан яһалған һәм яҡынса 25 мең доллар тора[1].
    • Presidents Cup Senior «B»
    • Minto Cup Junior «A»
    • Founders Cup Junior «B»
  • Асыҡ лакросс
    • Ross Cup Senior Division I (1984 йылдан үткәрелә)
    • Victory Trophy Senior Division II (1985 йылдан үткәрелә)
    • Baggataway Cup University

АҠШ-та был спорт төрө профессиональ лакросс лигаһы — ингл. Major League Lacrosse менән күрһәтелгән. Шулай уҡ лакросс Студенттар спортының милли ассоциацияһының рәсми спорт төрҙәренең береһе булып тора. Беренсе дивизион чемпионатында 88 университет командалары, икенсе дивизионда — 46 команда һәм өсөнсө дивизионда — 208 команда ҡатнаша.

Халыҡ-ара кимәлдә АҠШ лакросс буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары, һәм шулай уҡ 19 йәшкә тиклемге йәштәр йыйылма командалары менән күрһәтелгән. Бынан башҡа, халыҡ-ара ярыштарҙа АҠШ һәм Канаданың ирокез ҡәбиләләре конфедерацияһын күрһәткән индей йыйылма командаһы «Iroquois Nationals» ҡатнаша.

Башҡа илдәрҙә лакросс

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйынсы ҡолап барғанда ҡапҡаға туп ташлай

Оҙаҡ ваҡыт дауамында Англияла һәм Австралияла бәләкәй лакросс йәмғиәттәре эшләй. 1990-сы йылдарҙан башынан башҡа милли лакросс ассоциациялары ла барлыҡҡа килә, хәҙер улар ике тиҫтәгә яҡын Европа илдәрендә, Яңы Зеландияла, Японияла, Корея Республикаһында һ.б. ойошторолған. Һиндостан һәм Ҡытайҙың бойондороҡһоҙ ассоциацияларынан башҡа, улар барыһыла Халыҡ-ара лакросс федерацияһына (ингл. Federation of International Lacrosse) берләшкән.

  1. The Mann Cup. InsideLacrosse.com. Дата обращения: 15 август 2007. Архивировано 29 ғинуар 2008 года. 2008 йыл 29 ғинуар архивланған.

Ҡалып:Командалы спорт төрҙәре