Малави
| |||||
Девиз: «(ингл. Берҙәмлек һәм азатлыҡ)
Unity and Freedom» | |||||
Гимн: «Аллаһ, Малави иленә фатиха бир» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 6 июль 1964 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | Инглиз, ньянджа | ||||
Баш ҡала | Лилонгве | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Джойс Банда | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
98 118 494 км² 20,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
15,4 млн [1] чел. (65) 118 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▲ 0.493 (түбән) (160 урын) | ||||
Валюта | Малавия квачаһы | ||||
Интернет-домен | .mw | ||||
Код ISO | MW | ||||
МОК коды | MAW | ||||
Телефон коды | +265 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 2 |
Мала́ви Республикаһы (ингл. Republic of Malawi; 1964 йылға тиклем Нья́саленд[3]) (ингл. Nyasaland)) — Көнсығыш Африкала урынлашҡан дәүләт[4][5]). Көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан Мозамбик (сик оҙонлоғо — 1569 км), көнбайыштан Замбия (837 км), төньяҡтан Танзания (475 км) менән сиктәш[6]. Көнсығышта Мозамбик һәм Танзания сиге Ньяса күле буйлап үтә.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Колониаль осорҙа ил тәүҙә Британияның Үҙәк Африкаһы исемен йөрөтә, һуңынан 1907 йылда «Ньясаленд» — «Ньяса иле» («Ньяса» күле гидронимынан һәм инглиз яғынан — «ил») тип үҙгәртелә. 1964 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң ил «Малави» тип атала башлай — бер яҡтан, ул Ньяса күленең икенсе исеме, икенсе яҡтан, банту телле халыҡтар төркөмөн берләштергән этноним булып тора[7].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо ваҡыттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малавиҙың төньяғында урынлашҡан Урахтан 2,3-2,5 млн йәштәге гомининдың аҫҡы яңаҡ һөйәге HCRP-U18-501 (=UR 501) Homo менән ҡарағанда австралопитектар менән тығыҙыраҡ бәйле булыуы мөмкин[8].
Малавиҙың төньяғында урынлашҡан Мвенирондо ҡалаһындағы Чивондо күле төбөнән табылған уң яҡ аҫҡы HCRP-MR-1106 молярының фрагменты 2,52—2,33 млн йыл элек йәш менән даталана (киңерәк дата — 2,7-1,8 млн.йәш)[9].
Малавиҙа миллион йәштән алып гоминидтарҙың һөйәктәре һәм таш ҡоралдар табылған.
Заманса типтағы тәүге кешеләр Малави күле янында 50-60 мең йыл элек йәшәгән.
Хорҙан I19529 өлгөлә (яҡынса 16 мең йыл элек) Көнсығыш Африка менән бәйле I19529 митохондриаль гаплотөркөмө һәм Хорҙан I19528 өлгөлө Y-хромосомалы B2b гаплотөркөмө (16 424—14 029 йыл әлеге ваҡытҡа тиклем) билдәләнә һәм L0d3/L0d3b митохондриаль гаплотөркөмөн һәм B2b1a2 Y-хромосомалы гаплотөркөмдө билдәләйҙәр[10].
Хор 1-нән I2967 өлгөлө (яҡынса 8,2 мең йыл элек) хәҙерге үҙәк-африка фуражирҙары өсөн хас булған L0a2/L0a2b митохондриаль гаплотөрөкөмөн билдәләйҙәр (мбути һәм ака кеүек)[10].
Б.э.т. 8000 йыл тирәһе һаҡланған кеше һөйәктәре антропологик характеристикалары буйынса Африка Рогының хәҙерге халҡына яҡын.
Фингиранан I11019 өлгөлө (хәҙерге ваҡытҡа тиклем 6179—2341 йыл) L0d1 митохондриаль гаплотөрөкөмөн һәм B2 Y-хромосомалы гаплотөрөкөмөн билдәләйҙәр[10].
Б.э.т. 1500 йыл тирәһе булған башҡа урындан килгән һөлдәләр акафул йәки батва ҡәбиләләренең хәҙерге заман бушмендарына оҡшаш. Тап ошо мәҙәниәт вәкилдәре Ченчере һәм Мфунзи мәмерйәләрендә Лилонгвенан көньяҡҡа ҡарай ҡаяға һүрәттәр төшөргән, күрәһең. Һуңыраҡ Малави биләмәһенә малсылар-бантуҙар күсенә.
Фингиранан 4426-сы өлгөлә (яҡынса 2,3 мең йыл элек) Көнсығыш Африка менән бәйле L0f/L0f3 митохондриаль гаплотөркөм билдәләнә[10].
Шулай уҡ Малави территорияһында б.э. 250-1100 йй. археологик ҡомартҡылар табылған, улар Капени, Нкопе, Лонгве мәҙәниәттәре булараҡ классификациялана.
Малави империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малави империяһы халҡы тимерҙе оҫта эшкәртә белгән. Малавиҙың исеме «яҡтылыҡ нурҙары» тигәнде аңлата һәм төндә эшләгән бихисап тимерселек мейестәренең сағыу яҡтылығы менән бәйле булырға мөмкин. Династияға XV быуат аҙағында амарави халҡы нигеҙ һала. Хәҙер чева булараҡ билдәле булған амаравиҙар (тәүҙә «сит кеше» тип атала торған һүҙ) һуғыштарҙан һәм ауырыуҙарҙан ҡасып, хәҙерге Конго Республикаһы биләмәһенән Малавиға күсенгән. Ҙур булмаған ғаилә кландары менән йәшәгән һәм дөйөм армияға эйә булмаған акафула халҡына чевалар һөжүм итә. Һуңыраҡ йыртҡыс хайуандарға һунар иткәндә ҡулланылған емереү системаһын ҡулланып, чевалар акафула халҡын юҡ итә.
Ваҡыт үтеү менән хәҙерге Малави биләмәһенең күпселек өлөшөн, шулай уҡ хәҙерге Мозамбик һәм Замбияның бер өлөшөн үҙ эсенә алған Малави империяһы Малави күленең көньяҡ-көнбайыш ярҙарындағы биләмәнән башлана. Империяның, уның экспансияһы дәүерендә, хакимы булып Калонга (йәғни Каронга) тора, ул үҙенең баш ҡалаһы Манхамбенан идара итә[11].
Португалдар менән бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа халҡы менән сауҙа иткәнгә тиклем Малави империяһы иҡтисады күбеһенсә тары һәм сорго етештереү өҫтөнлөк иткән игенселеккә бәйле була. Ул ваҡытта уның территорияһы хәҙерге Мозамбик ярҙарына барып етә.
Португалдар был территорияға Тете порты аша XVI быуатта барып етә һәм Малави тураһында тәүге яҙма отчёттар төҙөй. Тап улар бында Көньяҡ Американан кукуруз алып килә, оҙаҡламай ул ил халҡы рационынан соргоны ҡыҫырыҡлап сығара.
Яр буйы биләмәләре аша чева халҡы португалдарҙан һәм ғәрәптәрҙән Мозамбикҡа йәки Бразилияға португал плантацияларына ебәрелгән ҡолдарға алмашҡа фил һөйәге һәм тимер ала. Сауҙаға чева халыҡтары теленең бөтә империяла таралыуы булышлыҡ итә.
Бөлгөнлөккә төшөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡ ғәскәр башлыҡтары араһындағы һуғыштар һәм ҡолдар менән һатыу итеү арта барыу арҡаһында империяның үҙәк власын ҡаҡшай, һәм империя XVIII быуат башында бөлгөнлөккә төшә башлай.
Бөйөк Британия протектораты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда Малавиҙа Давид Ливингстон булып китә. Хәҙерге Малави биләмәһен Британия колониялаштырыу XIX быуат уртаһынан башлана, 1891 йылда Бөйөк Британияның Үҙәк Африка протектораты булдырыла, 1907 йылда ул Ньясалендҡа үҙгәртелә. Ихтилалдар даими ойошторола, иң ҙуры 1915 йылда була. 1929—1933 йылдарҙа Бөйөк депрессия һөҙөмтәһендә сәй һәм тәмәке етештереү ныҡ кәмей. 1944 йылда Африка граждандарының «Ньясалендтың Африка конгресы» тигән тәүге сәйәси ойошмаһы ойошторола. 1959 йылда илдә ғәҙәттән тыш хәл индерелә һәм азатлыҡ хәрәкәте лидеры Хастингс Банда ҡулға алына. Сентябрҙә «Ньясалендтың Африка конгресы» «Малави конгресы партияһы» тип үҙгәртелә. 1961 йылда яңы конституция ҡабул ителә, уның буйынса Африка халҡы тәүгә һайлау хоҡуғына эйә була. 1963 йылдың 1 февралендә Ньясаленд үҙидаралыҡлы биләмә тип иғлан ителә.
Бойондороҡһоҙлоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1964 йылдың 6 июлендә Малавиҙың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Дәүләт башлығы булып Хастингс Банда тора. Рәсми рәүештә ҡушылмау курсы иғлан ителә, ләкин ғәмәлдә Банда Бөйөк Британия, Көнбайыш Германия, Америка Ҡушма Штаттарына ориентирлана башлай. Малави апартеид ваҡытында рәсми рәүештә Көньяҡ Африка Республикаһы менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙә булған берҙән-бер ил була. Банда сәйәсәте бик күп сәйәсмәндәрҙә, шул иҫәптән уның көрәштәштәрендә лә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Быға яуап итеп Банда уларға репрессиялар яһай. 1964 йылдың октябрендә Конституцияға төҙәтмәләр индерелә, улар Бандаға илдең именлеген тәьмин итеүҙә ғәҙәттән тыш вәкәләттәр бирә. 1965 йылдың февралендә ҡораллы ихтилал башлана, ә 1967 йылдың октябрендә дәүләт түңкәрелешен булдырырға ынтылыш була. 1966 йылдың 6 июлендә Доминион Малави бөтөрөлә һәм Малави Республикаһы иғлан ителә. Тиҙҙән парламент Банданы ғүмерлеккә президент итеп иғлан итә. Артабанғы йылдарҙа, үлемгә хөкөм итә торған суд системаһы булдырыла. Банда диктатор булып китә. Оппозиция аяуһыҙ баҫыла, Банданың шәхесе культы булдырыла. 80-се йылдар башында донъя баҙарында сәйгә һәм тәмәкегә хаҡтар төштө, был илдә иҡтисади көрсөк тыуҙырҙы. Бранд режимы позициялары йомшара. 1990 йылдар башында Блантайрҙа һәм Лилонгвела ҡан ҡойоштар башлана. Оппозиция партияларын ойоштороу башлана. 1994 йылдың 17 майында күп партиялы һайлауҙар үткәрелә, унда «Берләшкән демократик фронт» кандидаты Бакили Мулузи еңеп сыға. Хастингс Банда 1997 йылдың 25 ноябрендә Йоханнесбургта 99 йәшендә (бәлки, уға 92 йәки 101 йәш булғандыр) вафат була һәм тыуған яғында ерләнә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малавиҙың ҡалҡыулыҡтарға һәм грабендарға бүленгән кембрий алды Африка платформаһы ситендә урынлашыуы рельефтың башлыса тау характерын билдәләй (Ньик һәм Шире яйлаһы, Муландже массивы). Файҙалы ҡаҙылмаларҙан таш күмер, тимер мәғдәндәре, боксит ятҡылыҡтары бар.
Малавиҙың климаты — ямғырлы йәй (ноябрь — март) һәм ҡоро ҡы менән экваториаль муссонлы. Иң йылы айҙың (ноябрҙең) уртаса температураһы тауҙарҙа 20 °C Ньяс күле (Малави) яры буйында 27 °C тиклем, Иң һыуыҡ (июль) температура 14 °C алып 19 °C тиклем тәшкил итә. 2000 м ашыу бейеклектә температура ҡайһы берҙә нулдән түбән төшә, ә түбәләр ҡар менән ҡаплана. Яуым-төшөм йылына үҙәндәрҙә 750-1000 миллиметрҙан тауҙарҙа 2500 миллиметрға тиклем була.
Эске һыу селтәренең нигеҙен Малави территорияһы буйлап 560 км һуҙылған Ньяса күле тәшкил итә. Малавиҙан тыш, күлгә Мозамбик һәм Танзанияның сығыу урыны бар, ләкин әгәр Малави менән Мозамбик араһындағы сик, донъя практикаһында ҡабул ителгәнсә, күлдең медиана линияһы буйлап үтһә, Малави менән Танзания араһындағы сик 1890 йылда Британия һәм Германия империялары араһындағы килешеүгә ярашлы ҡуйыла һәм Танзания яры буйлап үтә, һәм уны күлгә сығыуҙан мәхрүм итә, бының менән Танзания яғы тарафынан бәхәсле була. Ньяса күленән Шире йылғаһы (Замбези ҡушылдығы) ағып сыға. Иң күбе аҡма — йәй көнө. Шире йылғаһы Маломбе күле аша аға. Көньяҡ-көнсығышта — ҙур, тымыҡ, бер аҙ тоҙло Чилва күле.
Илдең төньяҡ өлөшөндә — билдәле бейеклек бүлкәте булған миҙгелле тропик урмандар, ҡалған территорияла ксерофитлы тропик урмандар, баобабтар менән акация саванналары һәм пальмалар менән парк саваннаһы өҫтөнлөк итә. Йылға үҙәндәрендә галерея урмандары таралған. 1500 м бейегерәк урынлашҡан райондарҙа — таулы далалар.
Саванналар өсөн типик хайуандар донъяһы филдарҙан, буйволдарҙан, мөгөҙморондарҙан, антилопаларҙан, зебраларҙан, жирафтарҙан, арыҫландарҙан, леопардтарҙан, гепардтарҙан, шакалдарҙан, гиеналарҙан һ.б. ғибәрәт. Күп кенә эре хайуандар менән Чилва күленең әрәмәлектәре айырылып тора. Ньяс күле балыҡҡа, бигерәк тә тилапияға бай.
Йоҡо ауырыуын тыуҙырғысты таратыусы цеце себене киң таралған.
Сәйәси ҡоролош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Economist Intelligence Unit ярашлы ил 2018 йылда демократия индексы буйынса гибрид режим булараҡ классификациялана[12].
Эске сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малави — президент республикаһы. Президент халыҡ тарафынан 5 йылға һайлана.
Парламент — Милли йыйылыш. Составы — 193 депутат, 5 йылға һайлана.
Төп сәйәси партиялар (2009 йылдың майында һайлау йомғаҡтары буйынса):
- Демократик прогрессив партия (ДПП) — 114 депутат
- Малави Конгресы Партияһы (МКП) — 26 депутат
- Берләштерелгән демократик фронт (БДФ) — 17 депутат
Парламентта тағы 4 партия күрһәтелгән (1-шәр депутат) һәм 32 бойондороҡһоҙ депутат.
Тышҡы сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малави ҡушылмау сәйәсәтен үткәрә. Хастингс Банда режимында (1963 йылдан 1994 йылға тиклем) Көньяҡ Африка Республикаһы, Израиль менән бәйләнеш тота. Танзания менән территориаль бәхәс бар. 1980-се йылдарҙа Малави үҙ территорияһында Мозамбиктың хөкүмәткә ҡаршы «Мозамбик милли ҡаршылыҡ» ойошмаһын урынлаштыра.
СССР Малавиҙы 1964 йылдың 6 июлендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгән көндән таный. Рәсәй Малави менән 1993 йылдың 19 октябрендә дипломатик мөнәсәбәттәр булдыра[13].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы һаны — 16,7 млн (2013 йылғы баһа). Халыҡ үҫеше — 2,8 %.
Тыуым — 41,3 1000 кешегә (фертиллек — 5,5тыуым бер ҡатынға).
Үлем — 13,7 1000 кешегә (сабыйҙар үлеме— 84 1000 тыуымға).
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 55,1 йәш (2012)[14]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Малави был күрһәткес буйынса донъяла һуңғы урынды биләй. (сығанаҡ) Шул уҡ сығанаҡтың мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылға ғүмер оҙонлоғо артҡан һәм 64,2 йәш тәшкил иткән.
Кешенең иммун дефициты вирусы менән зарарланыу — 11,9%.
Этник состав — малави ҡәбиләләре төркөмө (чева, ньянджа, тумбука, манганджа һ.б.) — 60 % тирәһе, макуа (ломве) — яҡынса 20 %, яо — 13 %, нгони (башлыса чиньянджа телендә һөйләшеүселәр) — 5 %, нгонде (ньякуса) — 2 %, фипа — 1 %, ҡалаларҙа һиндтар һәм инглиздәрҙең аҙ һаны.
Рәсми тел — инглиз теле. Милли тел — чичева (чиньяндж), уның менән халыҡтың 57 проценты һөйләшә.
Диндәр — абориген культтары — 50 %, христиандар — 40 %, мосолмандар — 10%. Мәсихселәр пресвитериандарҙан, инглиздәрҙән, адвентсыларҙан, Алла ассамблеяһына йөрөүселәрҙән, католиктарҙан ғибәрәт. Африканың Патриарх экзархат общиналары эшләй.
Грамоталылыҡ — ир-егеттәрҙең 76 %, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 50 % (2003 йылғы баһа).
Ҡала халҡы — 19 %.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малави өс провинцияға (Төньяҡ провинция, Үҙәк провинция, Көньяҡ провинция) берләшкән 28 округҡа бүленә.
№ | Округ | Административ үҙәк | Майҙаны, км² |
Халҡы,[15] кеше (2008) |
Тығыҙлығы, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
Үҙәк провинция | |||||
1. | Дедза | Дедза | 3 624 | 624 445 | 172,31 |
2. | Дова | Дова | 3 041 | 558 470 | 183,65 |
3. | Касунгу | Касунгу | 7 878 | 627 467 | 79,65 |
4. | Лилонгве | Лилонгве | 6 159 | 1 905 282 | 309,35 |
5. | Мчинджи | Мчинджи | 3 356 | 456 516 | 136,03 |
6. | Нкота-Кота | Нкота-Кота | 4 259 | 303 659 | 71,30 |
7. | Нчеу | Нчеу | 3 424 | 471 589 | 137,73 |
8. | Нчиси | Нчиси | 1 655 | 224 872 | 135,87 |
9. | Салима | Салима | 2 196 | 337 895 | 153,87 |
Төньяҡ провинция | |||||
10. | Читипа | Читипа | 4 288 | 178 904 | 41,72 |
11. | Каронга | Каронга | 3 355 | 269 890 | 80,44 |
12. | Ликома | Ликома | 18 | 10 414 | 578,56 |
13. | Мзимба | Мзимба | 10 430 | 861 899 | 82,64 |
14. | Нката-Бей | Нката-Бей | 4 071 | 215 789 | 53,01 |
15. | Румпи | Румпи | 4 769 | 172 034 | 36,07 |
Көньяҡ провинция | |||||
16. | Балака | Балака | 2 193 | 317 324 | 144,70 |
17. | Блантайр | Блантайр | 2 012 | 1 001 984 | 498,00 |
18. | Чиквава | Чиквава | 4 755 | 434 648 | 91,41 |
19. | Чирадзулу | Чирадзулу | 767 | 288 546 | 376,20 |
20. | Мачинга | Мачинга | 3 771 | 490 579 | 130,09 |
21. | Мангоче | Мангоче | 6 273 | 797 061 | 127,06 |
22. | Муландже | Муландже | 2 056 | 521 391 | 253,59 |
23. | Мванза | Мванза | 826 | 92 947 | 112,53 |
24. | Нсандже | Нсандже | 1 942 | 238 103 | 122,61 |
25. | Тайоло | Тайоло | 1 715 | 587 053 | 342,30 |
26. | Фаломбе | Фаломбе | 1 394 | 313 129 | 224,63 |
27. | Зомба | Зомба | 2 580 | 667 953 | 258,90 |
28. | Нено | Нено | 1 469 | 107 317 | 73,05 |
Бөтәһе | 94 276 | 13 077 160 | 138,71 |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәт ресурстары — уңдырышлы ерҙәр, гидроэнергетик потенциал, уран, күмер, боксит ятыштары (эшкәртелмәй).
Малави иҡтисады ауыл хужалығына нигеҙләнгән — эшләүселәрҙең 90 проценты, тулайым эске продукттың 35 проценты һәм экспорт килеменең 90 проценты. Йән башына эске тулайым продукт — 253 доллар (донъяла 18-се урын, 2013 йылға, Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса). Фәҡирлек кимәленән түбәнерәк — халыҡтың 50 проценттан ашыуы.
Тәмәке, шәкәр ҡамышы, кизе-мамыҡ, сәй, кукуруз, картуф, касса (тапиока), сорго үҫтерелә; һыйыр һәм кәзәләр үҫтерелә.
Сәнәғәт (тулайым эске продукттың 20 проценты) — тәмәке, сәй, шәкәр эшкәртеү.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылда Малавиҙың экспорт күләме — 932 миллион доллар, импорт күләме 1,13 миллиард доллар тәшкил иткән[16]. Тышҡы сауҙаның кире сальдоһы 198 миллион доллар самаһы тәшкил иткән.
Экспорт — тәмәке (59%), алтын, шәкәр, сәй, ҡуҙаҡлылар һәм сәтләүектәр, мамыҡ, кофе, арахис.
Төп һатып алыусылары — Бельгия 13 %, Германия - 13 %, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре — 9,5 %, Америка Ҡушма Штаттары — 8 %, Рәсәй — 7 %, Көньяҡ-Африка Республикаһы — 6,2 %.
Импорт — аҙыҡ-түлек, нефть продукттары һәм химикаттар, ҡулланыусылар тауарҙары, машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән — транспорт саралары.
Төп тәьмин итеүселәр — Көньяҡ Африка Республикаһы 32 %, Ҡытай 20 %, Һиндостан 15 %.
Малавиҙан Рәсәй башлыса аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы һатып ала[17], 2016 йылда импорт күләме 66 100 271 доллар тәшкил иткән, уның күпселек өлөшө тәмәкегә тура килә (65 715 771 доллар, йәғни 99%).
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малавиҙың традицион мәҙәниәтенә ошо ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, шул иҫәптән кәрзиндәр үреү һәм ағас битлектәр тегеү инә. Малави аш-һыуына күп кенә балыҡ ризыҡтары, ншим кукурузы ононан бутҡа, помидорҙан салат һәм качумбари һуғаны, популяр эсемлек — ферментланған кукуруздан, тары ярмаһы йәки соргонан тобва инә.
Малавиҙың музыкаһы Африка, Британия һәм Америка музыкаһы һыҙаттарын берләштерә. Гимнды урындағы композитор Майкл-Фредрик Пол Саука яҙған. Малави күле буйында Йондоҙҙар күленең музыкаль фестивале үтә.
Яҙыусы Стив Чимбо һәм илдең беренсе яҙыусыһы Вәлидже Гондве халыҡ-ара танылыу яулай. Малавиҙың Милли китапхана хеҙмәте илдәге 15, шул иҫәптән Лилонгвелағы дүрт китапхана менән идара итә. Белем кимәле түбән, күп кенә мәктәп йәшендәге балалар уҡыу йорттарына йөрөмәй.
ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән бөтә донъя мираҫы объекттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чонгониҙың ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малави үҙәгендәге 126,4 км² территорияны биләгән урман менән ҡапланған гранит убалар араһында урынлашҡан был район бөтә Үҙәк Африкала 127 участкаға бүленгән ҡая һүрәттәренең иң күп концентрацияһы менән айырылып тора.
Чонгониҙың ҡайһы бер рәсемдәренең авторы булып ба-тва (пигмейҙар) йыйыусы һунарсылар иҫәпләнә, улар был районға һуңғы таш быуаттан башлап килә. Башҡа һүрәттәрҙе ауыл хеҙмәте менән шөғөлләнгән чевалар төшөргән, уларҙың ата-бабалары һуңғы тимер быуаттан алып ошонда йәшәгән һәм XX быуатҡа тиклем ҡаяларҙа һүрәт төшөргән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың башланғысы менән тығыҙ бәйләнгән ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр символы әле лә чевалар өсөн мәҙәни әһәмиәткә эйә, был урындарҙа тантаналар һәм йолалар уҙғарыла[18].
Ньяса күле милли паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ньяса күле» паркы тауҙар менән уратып алынған һәм ҙур тәрәнлектәге һәм таҙа һыулы Ньяса күленең көньяҡ сигендә урынлашҡан. Бында йөҙләгән балыҡ төрө йәшәй, һәм уларҙың барыһы ла тиерлек эндемик. Ньяса күленең уникаль ихтиофаунаһы (Галапагос утрауҙары вьюркалары кеүек үк) Ерҙәге тормош эволюцияһын өйрәнеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә[19].
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләттелерадиокомпанияһы — MBC (Malawi Broadcasting Corporation — «Малави радиотапшырыуҙар корпорацияһы»), үҙ эсенә шул уҡ исемдәге телеканалды һәм MBC Radio 1 һәм MBC Radio 2 радиостанцияларын ала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (2010 йылдың июненә торошло).
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
- ↑ Malawi: Maláui, Malaui, Malauí, Malavi ou Malávi? DicionarioeGramatica.com.br. Дата обращения: 25 октябрь 2015. Архивировано из оригинала 17 август 2016 года.
- ↑ United Nations Statistics Division. UNSD — Methodology (ингл.). unstats.un.org. Дата обращения: 21 июль 2018. Архивировано 30 август 2017 года.
- ↑ Malawi | history - geography (ингл.). Encyclopedia Britannica. Дата обращения: 21 июль 2018. Архивировано 21 июль 2018 года.
- ↑ Africa :: Malawi — The World Factbook — Central Intelligence Agency . Дата обращения: 1 июнь 2018. Архивировано из оригинала 30 май 2015 года. 2015 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 255
- ↑ Clément Zanolli et al. Taxonomic revision of the initial Early Pleistocene HCRP-U18-501 hominin mandible from Malawi: a tooth internal structural perspective 2020 йыл 29 июнь архивланған. // European Society for the study of Human Evolution (ESHE) 9th Annual Meetingю Liège, Belgium, 19th-21st September, 2019
- ↑ Дробышевский С. Заря Homo: древнейшие свидетельства 2020 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 Mark Lipson et al. Ancient DNA and deep population structure in sub-Saharan African foragers 2022 йыл 23 февраль архивланған. // Nature. Published: 23 February 2022 (Extended Data. Table 1. Ancient individuals analysed in this study 2022 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Малави — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Democracy Index 2018: Me too? Political participation, protest and democracy . The Economist Intelligence Unit (The EIU). Дата обращения: 25 ғинуар 2019. Архивировано 10 ғинуар 2019 года.
- ↑ Указ Президента России № 1667 от 16 октября 1993 года (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- ↑ Данные Всемирного банка . Дата обращения: 3 декабрь 2019. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Geohive.com . Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ Внешняя торговля Малави по данным портала atlas.media.mit.edu . Дата обращения: 5 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 2 апрель 2019 года.
- ↑ Товарооборот России с Малави . Дата обращения: 3 декабрь 2019. Архивировано 2 октябрь 2019 года.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. http://whc.unesco.org/ru/list/476#top (ингл.). whc.unesco.org. Дата обращения: 9 апрель 2017. Архивировано 10 апрель 2017 года.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. http://whc.unesco.org/ru/list/289#top (ингл.). whc.unesco.org. Дата обращения: 9 апрель 2017. Архивировано 10 апрель 2017 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Davidson, Basil. Africa in History: Themes and Outlines. — Revised and Expanded. — New York: Collier Books, Macmillan Publishing Company, 1991. — ISBN 0-02-042791-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малави Викиһүҙлектә | |
Малави Викимилектә | |
Малави Викияңылыҡтарҙа | |
Малави Викигид |
- Официальный сайт правительства Малави (инг.)
- Книга мировых фактов ЦРУ: Малави 2018 йыл 24 декабрь архивланған. (инг.)
- Сайт с туристической информацией о Малави . Архивировано из оригинала 21 февраль 2009 года..
- Викисклад: Атлас: Малави