Мировой судья
Мировой судья | |
Эшмәкәрлек сфераһы | судебная власть[d] |
---|
Мирово́й судья́ (франц. justice de paix, ингл. justice of the peace) — мировой судтар функцияһын үтәү вәкәләте булған шәхестәр. Мировой судтар сикле юрисдикцияға эйә һәм әһәмиәте ҙур булмаған эштәрҙе ябайлаштырылған процедура менән ҡарай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Англия Короллегендә мировой судьялар Эдуард III заманында тәғәйенләнә башлай. Улар йәмәғәттә тәртипте күҙәтергә тейеш була. Был 1361 йылда була[1].
XV быуатта мировой суд барлыҡ урындағы суд-полиция функцияларын һәм урындағы хужалыҡ идаралығын үҙ эсенә алып бөтә. Мировой судьялар баштан уҡ король кешеләре була.
1888 йылда закон ҡабул ителеп, мировой судьяларҙа тик суд функциялары ғына ҡала[2].
АҠШ-та мировой судьялар институты Англия өлгөһөндә алына.
Францияла мировой судьялар 1790 йылда индерелә[3]
Мировой судтарҙың функциялары һәм ябайлаштырылған суд эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Килеп сыҡҡан ғына ваҡытында мировой судтарға хөкөм сығарыу ғына түгел, урындағы идара вәкәләттәре лә бирелгән була. XVIII быуатта күпселек илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәй империяһында тик юридик функциялар ғына ҡалдырыла. Мировой судтың төп маҡсаты яза биреү түгел, ә ғәҙеллек төшөнсәһенән сығып яҡтарҙы яраштырыу тора[4].
Ябайлаштырылған процедура присяжныйҙарһыҙ ғына үткәрелеүе мөмкин. 1980 йылда ҡабул ителгән британ законы буйынса, ғәйепләнеүсе яҙма рәүештә ғәйебен таныһа, мировой судта уға приговор сығарыла ала[5].
Рәсәйҙә мировой судтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Империяһында тәүге мировой судтар 1864 йылда барлыҡҡа килә, быны либераль реформалар үткәреп, Александр II индерә. 1880-се йылдарҙан Александр Икенсенең реформаларына ҡарата тәнҡит арта, был бигерәк тә мировой судтарға ҡарата көслө була. Шул арҡала күп урындарҙа улар эшмәкәрлеген туҡтата. Яңынан тулы күләмдә 1912 йылда ғына тергеҙелә. 1917 йылдың 22 ноябрендә (5 декабрҙә) РСФСР Совнаркомы 1-се һанлы Суд тураһында декретта мировой судтарҙы бөтөрөү тураһында ҡарар сығара.
Рәсәй Федерацияһында мировой судьялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдарҙа халыҡ судтары, хатта составтары ҙурайтылған шарттарҙа ла, эштәрҙе ҡарап өлгөрә алмай башлай. Шул сәбәпле мировой судтарҙы тергеҙергә ҡарар ителә.
1992 йылдың 9 декабрендә (РФ-тың № 4061-1 Законы) шул саҡтағы Конституцияға мировой судтар булдырыу тураһында үҙгәртеү индерелә[6].
1993 йылғы Рәсәй Конституцияһында мировой судьялар институты нығытылмай.
1998 йылдың 11 ноябрендә «Рәсәй Федерацияһының мировой судьялары тураһында» Федераль закон ҡабул ителә, шунан һуң тотош Рәсәй буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда ла мировой судьялар эшмәкәрлеген башлай.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Федеральный конституционный закон от 31 декабря 1996 г. N 1-ФКЗ"О судебной системе Российской Федерации" [1] 2018 йыл 12 май архивланған.
- Концепция судебной реформы в РСФСР [2]
- Мировые судьи г. Уфа [3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лонская С. В. Понятие и происхождение мировой юстиции // Мировая юстиция в России: Монография. — Калининград, 2000.
- ↑ Мировые судьи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Лонская С. В. Понятие и происхождение мировой юстиции // Мировая юстиция в России: Монография. — Калининград, 2000.
- ↑ Лонская С. В. Понятие и происхождение мировой юстиции // Мировая юстиция в России: Монография. — Калининград, 2000
- ↑ Лонская С. В. Понятие и происхождение мировой юстиции // Мировая юстиция в России: Монография. — Калининград, 2000
- ↑ Закон РФ от 09.12.1992 N 4061-1 «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного закона) Российской Федерации — России»