Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүт (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Максютово
башҡ. Мәҡсүт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Ырғыҙлы

Координаталар

53°00′17″ с. ш. 56°57′12″ в. д.HGЯO

Халҡы

111[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453585

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 816 003

ОКТМО коды

80 619 416 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Максютово (Рәсәй)
Максютово
Максютово
Мәҡсүт (Бөрйән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Максютово

Мәҡсүт (рус. Максютово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ырғыҙлы ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 111 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816003.

Мәҡсүт (Вашаш) ауылы Ағиҙел буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 49 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 188 километр алыҫлыҡта, «Башҡортостан» милли паркы территорияһында урынлашҡан[3].

Мәҡсүт (Вашаш) Ырғыҙлы ауыл советы биләмәһендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә XVIII быуаттың 1-се яртыһында, 1795 йылға тиклем, нигеҙ һалған, тип фаразлана. Тәүге төпләнеүсенең исемен йөрөтә: уның улдары Байдәүләт, Дәүләтбай һәм Ҡотломбәт Мәҡсүтовтар йәшәгәне билдәле. VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса Мәҡсүт ауылында — 17 йорт булған, VIII йәниҫәп буйынса — 30 йортта 227 кеше, X йәниҫәп материалдарында — 34 ихатала 375 кеше теркәлгән.

1816 йылда атаһының ауылында Ҡотломбәт (уның балалары Танһыҡҡужа, Ишйәр) һәм 87 йәшлек Байдәүләт (уның улдары Солтанғужа, Әбйәлил, Ибраһим) Мәҡсүтовтар йәшәгән. Ауыл, Бөрйән улусының Үрге Нөгөш, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй ауылдары кеүек үк, 3-сө Бөрйән улусының Ямаш түбәһенә ҡарай[4].

1842 йылда 32 йортта йәшәгән кешегә 27 сирек йәки 216 бот яҙғы иген сәселгән[5].

1866 йылда Мәҡсүттәге (Вашаш) 34 хужалыҡта 362 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

1920 йылда 94 йортта 431 кеше йәшәгән[6].

Мостафин Хәбир Өмөтҡужа улы (1891, Мәҡсүт— 1966, Мәҡсүт) —— башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, әүлиәhе[[1]].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[1]
119119111
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 456
1920 йыл 26 август 431
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 181
1959 йыл 15 ғинуар 157
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 115
2002 йыл 9 октябрь 119
2010 йыл 14 октябрь 111 62 49 55,9 44,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Мәҡсүт ауылында Ырғыҙлы урта мәктәбенең филиалы — башланғыс мәктәп бар[9].

  • Вашаш урамы (рус. Вашаш (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[10]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Мәҡсүт (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б.
  5. Максютово
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 46. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46 б.
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  9. Мәҡсүт (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Улицы