Сәлмән әл-Фарси
Сәлмән әл-Фарси | |
ғәр. سَلْمَان اَلْفَارِسِيّ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Сәсәниҙәр дәүләте Хаҡ хәлифәт |
Тыуған көнө | 568 |
Тыуған урыны | Казерун[d], Парс[d], Сәсәниҙәр дәүләте |
Вафат булған көнө | 657[1] |
Вафат булған урыны | Ктесифон[d], Асуристан[d] |
Ерләнгән урыны | Мечеть Салмана аль-Фариси[d] |
Туған тел | Урта фарсы теле |
Һөнәр төрө | дин өндәүсе, полководец, тәржемәсе, яҙыусы |
Уҡыусылар | Әнәс ибн Мәлик |
Һуғыш/алыш | Ур һуғышы һәм Битва при Хайбаре[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Сәлмән әл-Фарси Викимилектә |
Сәлмән әл-Фарси (ғәр. بلال بن رباح الحبشي; рус. Салман аль-Фариси;568, Казерун[d], Парс[d], Сәсәниҙәр дәүләте — 657[1], Ктесифон[d]) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең билдәле сәхәбәләренең береһе. Мөхәммәт пәйғәмбәр уны бик хөрмәтләгән, хатта үҙенең ғаиләһе (әл-бәйт) ағзаһы итеп иғлан иткән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлмән Иранда Исфаһандан йыраҡ түгел ауылда тыуа. Атаһы зороастризм инанысында була. Бер мәл Сәлмән христиандар менән осраша, һәм улар динен һәйбәтерәк тип таба. Атаһына һөйләгәс, тегеһе уны бығаулап ҡуя, ләкин Сәлмән христиандар менән йәшерен рәүештә бәйләнеш тота. Сүриәгә христиандар каруаны барғанын белгәс, улар менән ҡасып китә. Унда монахтарға хеҙмәт итә. Һуңғы уға остаҙының үлеменән һуң Ғәрәбстанға һуңғы пәйғәмбәр киләсәген һәм уның ҡайһы бер билдәләрен әйтәләр. Сәлмән Мосулға, һуңынан Нусайбин һәм Аммурияға монахтарға хеҙмәт итергә китә[2].
Шунан һуң Сәлмән әл-Фарси ғәрәптәрҙең каруанына эйәреп, Хижәзгә йүнәлә. Каруансылар Сәлмән малы иҫәбенә уны Ғәрәбстанға алып барырға ризалашалар, ләкин һүҙҙәрендә тормай, уны Вади әл-Ҡурралағы йәһүдигә һаталар. Уныһы Сәлмәнде Мәҙинәләге бәнү ҡурайза йәһүденә һата[2].
Һижрәттән һуң, Сәлмән Мөхәммәттә христиан монахы һүрәтләгән билдәләрҙе күреп, ислам ҡабул итә. Һижри 5 йылға тиклем (аҡса түләп һатып алынғансы) Сәлмән ҡол була, шуға күрә Ур һуғышына тиклем һуғыштарҙа ҡатнаша алмай. Ур һуғышында мосолмандарға 10 меңлек мөшриктәр ғәскәренә ҡаршы торорға тура килә. Мәҙинәлә һаҡланыу сараларын күрәләр, ләкин ҡала нығытылмаған булыу сәбәпле, уны яҡлау бик ауыр була. Әлеге хәлдән сығыу юлын Сәлмән күрһәтә: ҡала тирәһен аттар сыға алмаҫлыҡ соҡор (ур) менән әйләндереп алырға тәҡдим итә. Әлеге фекер Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ошай. Ур ҡаҙып сығыу арҡаһында мөшриктәрҙең ғәскәре ҡаланы яулай алмай.
Сәлмән әл-Фарси гел Пәйғәмбәр янында була, ә уның үлеменән һуң, Әбү Бәкер хәлифәлеге ваҡытында Мәҙинәлә ҡала. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә булғас, Сәлмән Иранға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Ул Сәғд ибн Әби Үәҡҡас етәкселегендәге ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Сәлмән үҙенең милләттәштәре исламға күсһен өсөн күп тырыша. Ирандың баш ҡалаһы Мәдәинде (Ктесифон) алған ваҡытта, ул шаһтың һарай һаҡсыларын бирелергә күндерә.
Сәғд ибн Әби Вәҡҡас әлеге ҡаланы мосолман ғәскәрҙәренең штабы итергә уйлай, ләкин Ғүмәр ибн әл-Хәттаб уңайлыраҡ район һайларға бойороҡ бирә, һәм Сәлмән менән Хүҙәйфә Мәдәиндән көньяҡтараҡ Ефрат ярында Әл-Күфә ҡалаһына нигеҙ һалалар.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмәр ибн әл-Хәттаб Сәлмәнде Мәдәин ҡалаһы башлығы итеп билдәләй. Ул шунда һижри 36 йылда 80 йәшендә вафат була (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа башҡа даталар күрһәтелә).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Али-заде А. Исламский энциклопедический словарь (урыҫ) — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [692 Салман аль-Фариси] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Salmān al-Fārisī / Levi Della Vida, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed : [англ.] : in 12 vol. / ed. by P. J. Bearman, Th. Bianquis, C. E. Bosworth, E. van Donzel, B. Lewis, W. P. Heinrichs et al. — Leiden : E.J. Brill, 1960—2005. (платн.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сальман аль-Фариси // «Кругосвет»
- Салман аль-Фариси / IslamDag.Ru
- Салман аль-Фариси / Sufizm.Ru
- Сподвижники Пророка. Как Сальман аль-Фариси принял Ислам /MuslimPress.Ru
- Салман Аль-Фариси 2021 йыл 17 октябрь архивланған. / Islam-Info.Ru
- Путь Сальмана аль-Фариси к Исламу / Svet-Islama.Com
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |