Эстәлеккә күсергә

Тымыҡ океан

Координаты: пропущена долгота
Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тихий океан
Координаты: пропущена долгота
Майҙаны179,7 млн км²
Күләме710,4 млн км³
Иң ҙур тәрәнлек10 994[1] м
Уртаса тәрәнлек3984 м
 Тымыҡ океан Викимилектә

Тымыҡ океан — Ер шарында океандарҙың майҙаны буйынса иң ҙуры һәм иң тәрәне. Көнбайышта Евразия һәм Австралия, көнсығышта Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, көньяктан Антарктида ҡитғалары араһында урынлашҡан.

Тымыҡ океан төньяҡтан көньяҡҡа 15,8 мең км һәм көнсығыштан көнбайышҡа 19,5 км йәйелгән. Диңгеҙҙәр менән майҙаны — 179,7 млн км², уртаса тәрәнлеге — 3984 м, һыу күләме — 723,7 млн км³ (диңгеҙҙәрҙе иҫәкә алмайынса: 165,2 млн км², 4282 м һәм 707,6 млн км³). Тымыҡ океандың иң тәрән урыны (донъя океаныныңда) — Мариан уйпатында 10 994 м Тымыҡ океанда яҡынса 180-се меридиан буйлап дата күсереү һыҙаты үтә.

Океанда беренсе күргән европалы испан конкискодоры Бальбоа булған. 1513 йылда ул юлдаштары менән Панама муйынын үтеп океанға сыға. Улар көньяҡҡа асыҡ ҡултыҡҡа сыҡҡанға күрә, Бальбоа Көньяҡ океан тип атай (исп. Mar del Sur).1520 йылдың 28 ноябренде асыҡ океанға Фернан Магеллан сыға. Ул океанда 3 ай 20 көндә Утлы Ерҙән Филиппин утрауҙарына тиклем үтеп сыға. Бөтә сәйәхәт барышында тымыҡ һауа торошо булғанлыҡтан, Магеллан океанды Тымыҡ океан тип атай. 1753 йыда француз географы Ж. Н. Бюаш (фр. Jean-Nicolas Buache), океандарҙың иң ҙуры булғанға күрә, Бөйөк океан тип атарға тәҡдим яһай. Был исем дөйөм танылыу тапмай һәм донъя географияһында океан Тымыҡ океан тип атала. Инглиз телле илдәрҙә океан ингл. Pacific Ocean тип атала. 1917 йылға тиклем Рәсәй карталарында Көнсығыш океан тигән исем менән йөрөй.

Астероид (224) Океан Тымыҡ океан хөрмәтенә аталған[2].

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Океандарҙың төп морфологик характеристикаһы[3]
Океандар Һыу
өҫтө
майҙаны, млн км²
Күләме,
млн км³
Уртаса
тәрәнлеге
м
Океандың
иң тәрән урыны,
м
Атлантик 91,66 329,66 3597 Пуэрто-Рико уйпаты (8742)
Һинд 76,17 282,65 3711 Зонд уйпаты (7729)
Төньяҡ Боҙло 14,75 18,07 1225 Гренландия диңгеҙе (5527)
Тымыҡ 179,7 710,36 3984 Мариан уйпаты (11 022)
Донъя 361,26 1340,74 3711 11 022

Тымыҡ океан планеталағы иң ҙур океан, ул Донья океанының 49,5 % майҙанын һәм 53 % һыу күләмен алып тора. Көнсығыштан көнбайышҡа 19 мең км-ға һуҙылған һәм төньяҡтан көньяҡҡа — 16 км-ға. Уның һыуҙарының күп өлөшө көньяҡ киңлектә, әҙерәге — төньяҡ киңлектә урынлашҡан[4].

1951 йылда инглиз экспедицияһы «Челленджер» фәнни-тикшереү судноһында эхолот ярҙамында 10 863 метр иң тәрән урынды билдәләй[5] 2011 йылдағы һуңғы тикшереүҙәр — 10 994 м ±40 м тигән мәғлүмәт бирә[6][7]. Шулай итеп «Челленджер упҡыны» ингл. Challenger Deepтип аталған иң тәрән урын, иң бейек Джомалугма тауынан диңгеҙ кимәле менән сағыштырғанда алыҫыраҡ ята[8].

Океан үҙенең көнсығыш сиге менән Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка ярҙарын йыуа, көнбайыш сиге менән Австралия һәм Евразияның көнсығыш ярҙарын йыуа, көньяҡ сиге Антарктиданы йыуа.

Тымыҡ океандың диңгеҙҙәре, ҡултыҡтары, боғаҙҙары майҙаны 31,64 млн км² (дөйөм океан майҙанының 18 %), һыу кәуләме 73,15 миллион км³ (10 %). Диңгеҙҙәрҙең күп өлөшө океандаң көнбайыш өлөшөндә Евразия буйлап урынлашҡан: Беринг диңгеҙе, Охот диңгеҙе, Япон диңгеҙе, Япония эске диңгеҙе, Һары диңгеҙ, Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе, Филиппин диңгеҙе; Көньяҡ-Көнсығыш Азия уртауҙары араһындағы диңгеҙҙәр: Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе, Ява диңгеҙе, Сулу диңгеҙе, Сулавеси диңгеҙе, Бали диңгеҙе, Флорес диңгеҙе, Саву диңгеҙе, Банда диңгеҙе, Серам диңгеҙе, Хальмахере диңгеҙе, Молукк диңгеҙе; Австралия яры буйлап: Яңы Гвинея диңгеҙе, Соломон диңгеҙе, Мәрйен диңгеҙе, Фиджи диңгеҙе, Тасман диңгеҙе; Антарктида янындағы диңгеҙҙәр (уларҙы ҡайһы ваҡытта Көньяҡ океанда тип иҫәпләйҙәр): Дюрвиль диңгеҙе, Сомов диңгеҙе, Росса диңгеҙе, Амундсен диңгеҙе, Беллинсгаузен диңгеҙе. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка буйлап диңгеҙҙәр юҡ, әммә унда ҙур ҡултыҡтар урынлашкан: Аляска, Калифорния, Панама ҡултығы[3].

Вулкан атылыу нәтижәһендә Тымыҡ океанда бер нисә мең утрау барлыҡҡа килгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре кораллдар менән үҫеп, кире диңгеҙгә батҡандар, үҙҙәренән һуң атолл ҡулсаларын ҡалдырып[4].

Утрауҙар һаны (10 меңгә яҡын) һәм дөйөм майҙаны буйынса тымыҡ океан беренсе урында тора. Океанда Ерҙә ҙурлығы буйынса икенсе һәм өсөнсө урындағы утрауҙар урынлашҡан: Яңы Гвинея (829,3 мең км²) и Калимантан (735,7 мең км²); иң ҙур утрауҙар төркөмө: Ҙур Зонд утрауҙары (1485 мең км², шул иҫәптән ҙур уртауҙар: Калимантан, Суматра, Сулавеси, Ява, Банка). Башҡа ҙур утрауҙар һәм архипелагтар: Яңы Гвинея утрауҙары (Яңы Гвинея, Колепом), Япон утрауҙары (Хонсю, Хоккайдо, Кюсю, Сикоку), Филиппин утрауҙары (Лусон, Минданао, Самар, Негрос, Палаван, Панай, Миндоро), Яңы Зеландия (Көньяҡ һәм Төньяк утрауҙар), Кесе Зонд утрауҙары (Тимор, Сумбава, Флорес, Сумба), Сахалин, Молукка утрауҙары (Серам, Хальмахера), Бисмарк архипелагы (Яңы Британия, Яңы Ирландия), Соломон утрауҙары (Бугенвиль), Алеут утрауҙары, Тайвань, Хайнань, Ванкувер, Фиджи утрауҙары (Вити-Леву), Гавай утрауҙары (Гавай), Яңы Каледония, Кадьяк архипелагы, Курил утрауҙары, Яңы Гебридтар, Королева Шарлотта утрауҙары, Галапагосс утрауҙары, Веллингтон, Изге Лаврентия, Рюкю утрауҙары, Риеско, Нунивак, Санта-Инес, Д‘Антркасто утрауҙары, Самоа утрауҙары, Ревилья-Хихедо, Палмер архипелагы, Шантар утрауҙары, Магдалена, Луизиада архипелагы, Линга архипелагы, Луайоте утрауы, Карагинский, Кларенс, Нельсон, Принсесс-Ройал, Хановер, Командор утрауҙары[3].

Южно-Курильскта байыш Оло Барьерлы риф. Космостан күренеш Калифорния янында океанда шторм Росс диңгеҙендә контейнер ташыусы судно

Тымыҡ океандың климаты ҡояш радияцияһының зоналарға бүленеүе һәм атмосфера циркуляцияһы, һәм шулай уҡ Азия материгының көҫлө йөғонтоһо аҫтында формалаша. Океанда, төньяҡ поляр бүлкәттән тыш, бөтә климат зоналары урын алған. Уның һауаһы дымға туйынған. Экватор янында 2000 миллиметрға тиклем яуым-төшөм була. Төньяҡ Боҙло океандан Тымыҡ океанды ер һәм һыу аҫты һырттары һаҡлап тора. Океандың төньяҡ өлөшө көньяҡ өлөшөнә ҡарағанда йылыраҡ. Океандың үҙәк өлөшөндә пассаттар иҫә. Көнбайышында көслө муссондар иҫә. Ҡышын материктар ҡоро һәм һалҡын муссон килеп, океан климатына йоғонто яһай, диңгеҙҙәрҙең бер өлөшө туңыр боҙ менән ҡаплана. Көнбайыш өлөшөндә емергес тайфундар була. Уртаса кинлектә штормдар ҡотора. Океандың төньяғында һәм ҡоньяғында 30 метрға еткән тулҡындар булғылай.

Курильское течениеКуросиоАляскинское течениеКалифорнийское течениеПеруанское течениеВосточно-Австралийское течениеАнтарктическое циркумполярное течениеЮжно-Тихоокеанское течениеСеверо-Тихоокеанское течениеСеверо-Пассатное течениеЮжно-Пассатное течениеЭкваториальное противотечениеАнтарктидаЮжная АмерикаСеверная АмерикаАвстралияЕвразия

Өҫкө һыуҙарҙың әйләнмә хәрәкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тымыҡ океандың һыу ағымы әйләнмә хәрәкәте тәртибен дөйөм атмосфера ағымы билдәләй. Төньяҡ ярымшарҙағы төньяҡ-көнсығыш пассат төньяҡ-пассат ағымын барлыҡҡа килтерә, ул ағым Үҙәк Америка ярҙарынан Филиппин утрауҙарына тиклем киҫеп сыға.

Тымыҡ океанға Донъя океанының 50 % биомассаһы тура килә. Океанда тереклек бай һәм күп төрлө, айырыуса Азия һәм Австралия араһындағы тропик һәм субтропик зонала бик ҙур территориялар коралл рифтары һәм мангр әрәмәлектәре менән ҡапланған. Океандың тропик һәм экваториаль киңлектәре, мәрйен рифтары араһында, тереклек бай. Уның был үҙенсәлеген океандың ҙурлығы, тәбиғәт шарттарының төрлөлөгө, океандың боронғолоғо менән аңлатыла. Төньяк өлөшөндә һөмбаш балыҡ төрҙәре күп. Һыу массаһы бик уңдырышлы, шуға күрә үҫемлектәр һәм хайуандар планктоны үрсей. Планктон менән анчоус, ставрида, скумбрия һ.б. балыҡ төрҙәре туҡлана. Бындағы ҡоштар: бакландар, пеликандар, пингвиндар балыҡ менән туҡлана. Киттар, диңгеҙ бесәйҙәре, диңгеҙ ҡондоҙҙары күпләп тереклек итә. Мәрйендәр, диңгеҙ терпеләре, молюскылар кеүек умыртҡаһыҙар күпләп тереклек итә.

Диңгеҙ ылымыҡтары үҫентеләре
Калифорния яр буйы, АҠШ
Буйлы һыу тауығы,
Тонга утрауы
Диңгеҙ бесәйҙәре колонияһы
Аляскала
Оло Барьерлы риф мәрйендәре,
Австралия
Кон-Тики һалы.
1947 йылғы фото
Гавайа пляжындә сүп-сар
«Триест» батискафы һыуға төшөр алдынан,
23 ғинуар 1960 йыл
СССР почта маркаһы. 1959 год.
Совет фәнни-тикшереү судноһы
"Витязь"
  1. Oceanographers.ru. Обнаружены «мосты» через Марианскую впадину. Экспедиция также провела точные измерения «Бездны Челленджера», самой глубокой точки в океане. Полученная глубина составила 10 994 +/- 40 метров. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  2. Schmadel Lutz D. 2003
  3. 3,0 3,1 3,2 Атлас океанов. Термины, понятия, справочные таблицы.— М.: ГУНК МО СССР, 1980. С. 84—85
  4. 4,0 4,1 Физическая география материков и океанов / Под общей ред. А. М. Рябчикова. — М.: Высшая школа, 1988. — С. 516—521.
  5. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Любешов: Эрудит, 1993. — С. 23—24. — 216 с. — ISBN 5-7707-2044-1.
  6. Марианскую впадину «углубили». compulenta.ru (8 декабрь 2011). Дата обращения: 8 ноябрь 2011. 2012 йыл 13 ғинуар архивланған.
  7. РИА Новости. «Ученые обнаружили горы на дне Марианской впадины» (8 февраль 2012). Дата обращения: 10 февраль 2012. Архивировано 31 май 2012 года.
  8. Oceans' deepest depth re-measured. BBC. Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
  • Коринская В.А. Материктар һәм океандар герграфияһы: дөйөм белем биреү уҡыу йорттары өсөн дереслек. -Өфө; Китап: М. Дрофа, 2006. -ISBN 5-295-03891-2