Эстәлеккә күсергә

Ҡарамалы-Ғөбәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡарамалы-Ғөбәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°21′04″ с. ш. 54°03′29″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 830 001

ОКТМО коды

80 651 430 101

ГКГН номеры

0520170

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарамалы-Ғөбәй (Рәсәй)
Ҡарамалы-Ғөбәй
Ҡарамалы-Ғөбәй
Ҡарамалы-Ғөбәй (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарамалы-Ғөбәй

Ҡарамалы-Ғөбәй (рус. Карамалы-Губеево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1083 кеше[1]. Почта индексы — 452786, ОКАТО коды — 80251830001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 38 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 30 км

Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы (гидроним һәм антропонимы атамаһынан) заводчик Осокиндың ер дачаһында барлыҡҡа килгән, шуға күрә унда йәшәүселәр башҡорт олоҫоноң керҙәштәре тип һаналмағандар.
Беренсе күскенсе Фәйзулла Ғөбәйевтың улы 1825 йылғы прошениеһында сауҙагәр татар тип аталған.
Унда ул ауылдаштары Ибраһим Ҡотлин, Тимеркей Әбделкәримов, Кәрим Әдбрәшитов, Иҫәнсул Ишмөхәмәтов, Хәмиҙулла Халиҡовты телгә ала.[2]
Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар килеп төпләнә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1755 йылға тиклем керҙәш башҡорттар, икенселәре буйынса — 1756 йылдан һуң (аҫаба башҡорттар м‑н килешеү б‑са ер Үрге Троицк заводына оброк түләү шартында ҡуртымға бирелгәндән һуң) нигеҙ һалыуҙары билдәле. Халҡы һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. 1795 йылда 244 кеше , 1865 йылда 90 йортта — 500 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 йылда шулай уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 1309 кеше; 1920 — 1446; 1939 — 1332; 1959 — 1230; 1989 — 1096; 2002 — 1052; 2010 — 1120 кеше.
Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[3].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]