Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
7 ғинуар юбилярҙары
|
- Бәширов Радик Миңлехан улы (1935), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Докучаева Алла Анатольевна (1935), яҙыусы, журналист. 1993—2001 йылдарҙа «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 2001—2007 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзете хәбәрсеһе. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы, 1994 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы (1997), Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты премияһы (1997) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2010) лауреаты.
- Әхмәров Әнүәр Ғарифулла улы (1935), мәғариф ветераны, йәмәғәтсе. 1962—2004 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалылағы 143-сө һөнәри-техник училище директоры. Башҡортостан мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы махсус белем биреү хеҙмәткәре, СССР-ҙың социалистик иҫәп отличнигы. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Муллаҡаев Рәйес Муллаҡай улы (1935), эске эштәр органдары ветераны, отставкалағы милиция полковнигы, йәмәғәтсе. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Константинова Варвара Александровна (1955), Мәләүез үҙәк китапхана системаһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Луняков Григорий Евгеньевич (1955—7.10.1990), СССР альпинисы. Гималайҙағы Канченджанганың бөтә дүрт түбәһенә (1989) һәм Эверестҡа (1990) менеүсе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1989).
- Хардина Анна Арнольдовна (1955), боронғо урыҫ темпера рәсем сәнғәте реставраторы, 1983 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре. 2010 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Мөхәмәтшина Рәмиҙә Санир ҡыҙы (1965), бейеүсе, балетмейстер, 1985—2006 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы, бейеүҙәр ҡуйыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Йәштәр һәм студенттарҙың ХII Бөтә донъя фестивале дипломанты (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй «Арлекин» милли премияһының «Иң яҡшы балетмейстер» номинацияһы лауреаты (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Алдар ауылынан.
- Пушкарёва Марина Алексеевна (1965), ғалим-философ. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
|
|