Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация
Ваҡиға ваҡыты 11 октябрь 1990

Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация (Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация) — Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси һәм дәүләт ҡоролошоноң төп принциптарын иғлан иткән документ.  Декларация 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советының III сессияһында ҡабул ителә. 

Декларацияны ҡабул итеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Был Декларация, шулай уҡ «ССР Союзы һәм Федерация субъекттары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында», «ССР Союзы, союздаш һәм автономиялы республикалар араһында иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең нигеҙҙәре тураһында» СССР закондары Башҡорт республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны эшләүҙең һәм ҡабул итеүҙең юридик нигеҙе була.

БАССР Юғары Советы комиссияһы Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияның проектын әҙерләүгә тотоноу менән республикала ССР Союзында һәм Рәсәй Федерацияһында Башҡортостандың урыны тураһында бәхәстәр башлана. Декларация тексын әҙерләгән саҡта Башҡорт АССР-ы Юғары Советында һәм Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советында ике төрлө ҡарашта торған ике үҙәк төҫмөрләнә. 1990 йылдың июль аҙағында Декларацияның ике проекты эшләнә, улар 1990 йылдың 2 авгусында өйрәнеү һәм фекерҙәр белдереү, тәҡдимдәр индереү өсөн СССР, РСФСР һәм БАССР халыҡ депутаттарына ебәрелә.

1990 йылдың 10 авгусында Декларацияның бер нисә тексы бөтә халыҡ фекер алышыуына сығарыу өсөн республика гәзиттәрендә баҫыла, проекттар араһында ғалим юристар Л. Ш. Ғүмәрова, З. И. Йәнекәев, А. Н. Тимонин һәм Ф. 3. Йосопов тарафынан әҙерләнгәне лә була.

1990 йылдың 12 авгусында Өфөлә митинг була, унда РСФСР Юғары Советы Рәйесе Б. Н. Ельцин сығыш яһай, ул былай ти:

«…беҙ союз етәкселеге эшләгән хаталарға юл ҡуймабыҙ, ул өс йыл элек союздаш республикалар үҙаллылыҡ һорағанда баш тартҡайны һәм бының менән милли көсөргәнеш тыуҙырғайны. Беҙ Башҡортостан халҡына, Юғары Советҡа әйтәбеҙ: власты күпме йота алһағыҙ, шунса алығыҙ. Һәм беҙ был ихтыяр менән килешербеҙ, Рәсәй Юғары Советы һис бер ниндәй ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫ. Әгәр һеҙ: ер аҫты, байлыҡ, ер — былар Башҡортостандың милке, тип ҡарар итһәгеҙ, тимәк, был шулай буласаҡ»

— Газета «Вечерняя Уфа» от 14 августа 1990 года

1990 йылдың авгусында Стәрлетамаҡта булған митингыла Б. Н. Ельцин сығыш яһай[1]:

«Беҙ Башҡортостан халыҡтарына әйтәбеҙ, беҙ Башҡортостандың Юғары Советына, Хөкүмәтенә әйтәбеҙ: власты күпме йота алһағыҙ, шунса алығыҙ… Әгәр һеҙ Башҡортостандың ер аҫты ла, байлыҡтары ла, ере лә — Башҡортостан халыҡтарының милке тип ҡарар итһәгеҙ, тимәк, ул шулай буласаҡ… Башҡортостандың нефтенә һәм газына ул үҙе хужа, ул үҙе генә үҙ байлыҡтарын файҙаланырға хоҡуҡлы. Етер, һеҙҙе күп таланылар! …Әгәр Башҡортостан үҙ суверенитетын иғлан итһә, беҙ был суверенитетты хөрмәт итербеҙ.»

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советының III сессияһында республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт суверенитеты тураһында декларация преамбуланан һәм 10 пункттан тора.

Республика Юғары Советы, Башҡортостандың ғәмәлдә булған сиктәре эсендәге бөтә территорияһында дәүләт суверенитеты иғлан итеп,  Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы (Башҡорт ССР-ы) — Башҡортостан тип үҙгәртә.

Ошо Декларация ерҙе, ер аҫтын, тәбиғәт байлыҡтарын һәм ресурстарын, иҡтисади һәм фәнни-техник потенциалды Башҡортостандың күп милләтле халҡының милке тип иғлан итә; республиканың Рәсәй Федерацияһы менән мөнәсәбәттәре договор нигеҙендә ҡорола тип билдәләй; бөтә территорияла республикаға тулы дәүләт власы (федераль үҙәккә ирекле тапшырыла торған хоҡуҡи көйләү даирәләренән башҡа) бирелеүен нығыта, республиканың ҡануниәт системаһы үҫеше  һәм хоҡуҡи дәүләт төҙөү принциптарын билдәләй;   Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорт милләтле кешеләрҙең милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итеүҙе күҙҙә тота; [2].

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт суверенитеты тураһында декларация нигеҙендә 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителә. Декларацияның төп положениелары Башҡортостан Республикаһы Закондары менән нығытыла.  

Декларация 1919 йылғы Договорҙан һуң тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы, шулай уҡ РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың башҡа субъекттары менән мөнәсәбәттәрҙең договорға ҡоролғанын һыҙыҡ өҫтөнә ала, хоҡуҡи дәүләт төҙөлөшөнә, граждандар йәмғиәтен формалаштырыуға башланғыс һала.  

Өфө ҡала паркында мемориаль таҡтаташ.

Шулай уҡ республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация нигеҙендә 1992 йылдың 31 мартында Федератив договорға һәм уның Башҡортостан Республикаһынан ҡушымтаһына ҡул ҡуйыла. Бынан һуң, 1994 йылдың 3 авгусында, Башҡортостан менән Рәсәй Федерацияһы араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында договорға ҡул ҡуйыла.

Дәүләт байрамы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

11 октябрҙә Башҡортостанда Республика көнө тигән дәүләт байрамы — Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө билдәләнә. Байрам Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йыл 27 февраль ҡарары менән ғәмәлгә индерелә. Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрам һәм Башҡортостан Конституцияһын ҡабул итеү көнө кеүек башҡа республика байрамдары менән бергә,  Республика көнө лә ял ителә торған байрам көнө булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 35. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  2. Декларация ВС БССР от 11 октября 1990 года(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  • Валеев Д. Ж. Национальный суверенитет и национальное возрождение. Уфа, 1994.
  • Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
  • Еникеев З. И. Правой статус Башкортостана в составе России. — Уфа: Гилем, 2002.
  • Гатауллина З. Ф., Искужин Т. С., Ишкулов Ф. А. История государства и права Башкортостана (в нормативных актах, документах и материалах официального делопроизводства). Уфа: Китап, 1996.
  • Проблемы конституционного развития суверенной республики. Сб.статей. Уфа, 1992.
  • Самигуллин В. К. Конституционное развитие Башкирии. — Уфа, 1991.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]