Эстәлеккә күсергә

Иҙрис (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иҙрис  — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Иҙрис — ғәрәптәрҙән ингән «өйрәнеүсе», «уҡыусы» мәғәнәһендәге мосолман ир-ат исеме[1].

Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев — (21 апрель 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Татарстан Республикаһының (2002) халыҡ артисы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998) һәм Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы (2020), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.

Иҙрис Батыршәйех улы Кәлимуллин — (30 март 1965 йыл) — йырсы, актёр. 1997 йылдан «Сәйәр» эстрада театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2011), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.

Иҙрис Мөҙәрис улы Сәйетғәлиев — (16 апрель 1961 йыл) — журналист. 1984 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007), Рәсәй һәм республика кимәлендәге ижади конкурс һәм бәйгеләр еңеүсеһе.

Иҙрис Мөҙәрис улы Ноғоманов — 1 сентябрь 1952 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты. «Һаҡмарбаш» исемле тарихи роман авторы.

Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (12 июль 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны музыкаһы авторы.

Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (11 июль 1995 йыл) — Рәсәй шашкасыһы. 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европа чемпионы (2016, 2021), халыҡ-ара гроссмейстер (2016).

Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (16 сентябрь 1913 йыл — 5 февраль 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы (18 февраль 1920 йыл — 4 февраль 2012 йыл) — бейеүсе, 1941—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1953). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).

Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы (1 февраль 1989 йыл) — Рәсәй опера йырсыһы (сопрано).

Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы (24 май 1963 йыл) — табип-ғалим, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002).

Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы (28 декабрь 1961 йыл) — музыка белгесе, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006)

Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы (17 ғинуар 1948 йыл) — театр актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1979) һәм халыҡ (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010). Салауат башҡорт дәүләт драма театрының «икенсе быуын» артистарының иң сағыу вәкилдәренең береһе.

Иҙрисов Роберт Хәбиб улы (1944 йыл 13 апрель)— инженер-механик, техник фәндәре докторы (2002), профессор (2007), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980).

Иҙрисов Мәхмүтйән Мөҙәрис улы (рус. Идрисов Махмутзян Мударисович) (20 февраль 1948 йыл) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1988 йылдан Краснокама районы башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

Иҙрис — Салауат районындағы ауыл.
Иҙрис (Ҡыйғы районы) — Ҡыйғы районындағы ауыл.
Иҙрис (Әлшәй районы) — Әлшәй районындағы ауыл.
Иҙрис мәмерйәһе — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы мәмерйә. Тарихи, тәбиғәт һәм федераль әһәмиәттәге археология ҡомартҡыһы.

Иҙрис пәйғәмбәр — Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәр, боронғо Изге Яҙманы яҡшы белгән һәм Шис(Сиф) белгесе, тип иҫәпләнә.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ