Күбәләк (ырыу)
Күбәләк | |
Урын | Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаhы |
---|
Кубәләк - этник яҡтан теләү ырыуы менән бәйле башҡорт ырыуы табын составындағы ырыу.
Ырыуҙың билдәле вәкилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байым Ҡыҙраев Айгиз Баймөхәмәтов (яҙыусы), Айнур Мансуров (йырсы), Аҡкучукова Роза Сабирйән ҡыҙы (йырсы), Физалиә Рәхимова (Ғәлина) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ актрисаһы.
Ырыу составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырыу тармаҡтары: байым, йыуашбай, ҡарағай, муса, сүбәй, сыуаш, сандыр, тоҡос, үтәй, һарт.
Этник тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тиләү улусынан Бабиш Аслаевтың 1680 йылда яҙылған үтенесендә күренеүенсә, уның олатаһы Күбәләк сығышы буйынса нуғай, XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында Табын улусының кенҙәше булған. Бабиштың атаһы һәм ул үҙе лә керҙәш булған. Уларҙы аҫабалыҡҡа яһаҡтың бер өлөшөн түләү шарты менән индергәндәр. Был керҙәштәрҙең тоҡомдары аҫабалыҡ хоҡуғына - Табын общинаһы ерҙәренең бер өлөшөнә хужа булыуға өлгәшә. Унан да бигерәк, улар яңы Күбәләк ырыуына - хатта Күбәләк атамаһын йөрөткән улусҡа нигеҙ һалған. 1722, 1733 йылдарҙағы документтарҙа Нуғай даруғаһында Күбәләк улусы билдәләнгән. Себер даруғаһында шулай уҡ Күбәләк-Табын улусы булған. Күбәләктәр табындарҙан шунда уҡ айырылмай. Тәүҙә улар Күбәләк-Табын улусын ойошторған, һуңынан табындарҙан айырылып, үҙ аллы улус ойошторған[1][2].
Күбәләк ырыуына бер нисә теләү араһы (ырыу тармаҡтары) ингән, шуның һөҙөмтәһендә Күбәләк ырыуын ҡайһы саҡта Күбәләк-Теләү ырыуы тип тә атайҙар.
1795 йылда Күбәләк улусы составында 277 йортта 2034 кеше иҫәпләнгән Абҙаҡ, Аслай, Байым, Балапан, Баттал, Ғәбдин, Ҡобағош, Ҡаҙаҡҡол, Мораҡай, Рәхмәт, Туйыш, Яйҡар һәм Йәнекәй ауылдары була. 1864-1865 йылдарҙа, ҡан-туғандаш улустар урынына территориаль улустар барлыҡҡа килгәс, берләштерелгән Күбәләк-Тиләү улусы барлыҡҡа килә.
Күбәләк улусы ауылдарының дөйөм характеристикаһы уларҙың XVIII быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килеүен, нигеҙ һалыусыларҙың йә гидроним атамаларын йөрөтөүен күрһәтә. Халыҡ этник яҡтан бер төрлө булған, ярым күсмә малсылыҡ, кәсепселек һәм яңы үҙләштерелгән игенселек менән шөғөлләнгән[3].
Монголдар менән этник бәйләнештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, күбәләк һәм теләү ырыуҙары ҡаратабын башҡорт ырыуына яҡын. Был ырыуҙар бөтә билдәләре буйынса көнсығыш табындарына ҡарай, шул уҡ ваҡытта уларҙың теле һәм мәҙәниәте ҡайһы бер үҙенсәлектәргә эйә[4]. Бер нисә ғилми хеҙмәт авторы табындарҙың монгол сығышы тураһында фекерен дәлилләгән[5]. Тикшеренеүселәр уларҙы монгол һәм бүрәт тавнангуттарына тиңләй. А. С. Сәлмәнов фекеренсә, табындар монгол телле татабтар тоҡомо булып тора[6].
Р. Ғ. Кузеев буйынса, күбәләк һәм теләү ырыуҙарының иртә тарихы төньяҡ һунну составындағы гаогюйҙар (теле) менән бәйле, улар үҙ сиратында башлыса монгол телле сяньби ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатнашҡан. Йола буйынса, гаогюйҙар төрки ҡәбиләләр менән тиңләштерелә[4]. Шул уҡ ваҡытта гаогюйҙарға ҡарата Н. Я. Бичурин һәм А. С. Шабалов кеүек авторҙар сығыштары буйынса монгол булған, тигән фекерҙе яҡлаған[7][8][9]. Шулай уҡ күбәләк һәм теләү ырыуҙарының этник формалашыуында уларҙың ата-бабаларының Көнбайыш Монголияның монгол ҡәбиләләре менән үҙ-ара килешеп эш итеүе лә ҙур роль уйнаған[4].
Ә. 3. Әсфәндиәров Күбәләк ырыуы сығышын нуғайҙар менән бәйләгән[1]. М. Ходарковский, Ю. А. Евстигнеев, М. Т. Тынышпаев фекеренсә, нуғайҙарҙың нигеҙен артабан ҡыпсаҡтар тарафынан ассимиляцияланған монгол манғыты ҡәбиләһе тәшкил иткән[10][11][12][13].
Этнонимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күбәләк этнонимының халыҡ этимологияһы башҡорт теленән тәржемә иткәндә һүҙмә-һүҙ « күбәләк» тигәнде аңлата.
Таралып ултырыу территорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кубәләктәр Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Белорет (Абҙаҡ) һәм Учалы (Ҡобағыш, Ҡаҙаҡҡол (һәм Оҙонғол һәм Баттал бүлендек ауылдары) райондарында йәшәй[14].
Ырыуҙың фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мансуровтар, Рамазановтар, Билаловтар, Мәғәсүмовтар, Аҡкучуковтар, Фазыловтар, Тоҡосовтар, Ғәлиуллиндар, Низамовтар һ. б.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий . Мое Семейное Древо. pomnirod.ru. Дата обращения: 20 октябрь 2019. Архивировано из оригинала 20 октябрь 2019 года. 2019 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Малоизученные источники по истории Башкирии / И. М. Гвоздикова, Р. Г. Кузеев, Х. Ф. Усманов. — БФАН СССР, 1986. — С. 74. — 166 с.
- ↑ Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана (Учалинский район). Уфа, Китап, 2009
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 252—254. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 242—243. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
- ↑ Сальманов А. З. Башкирское племенное объединение табын: вопросы формирования / А. В. Псянчин. — Уфа, 2017. — С. 32—33. — 290 с.
- ↑ Бичурин Н. Я. Хойху (Гаогюй) // Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена . www.vostlit.info. Дата обращения: 16 октябрь 2019. Архивировано 18 октябрь 2019 года.
- ↑ Бичурин Н. Я. Повествования о Доме хойху // Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена . www.vostlit.info. Дата обращения: 16 октябрь 2019. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 8—22. — 248 с.
- ↑ Khodarkovsky M. Russia's Steppe Frontier: The Making of a Colonial Empire, 1500—1800. — Indiana University Press, 2002. — С. 9—11. — 290 с. — ISBN 9780253217707. Архивная копия от 30 июнь 2020 на Wayback Machine
- ↑ Ходарковский М. Степные рубежи России. Как создавалась колониальная империя. 1500—1800. — Новое Литературное Обозрение, 2019. — С. 26. — ISBN 9785444810927. Архивная копия от 20 август 2021 на Wayback Machine
- ↑ Евстигнеев Ю. А. Россия: коренные народы и зарубежные диаспоры (краткий этно-исторический справочник). — Litres, 2008. — 330 с. — ISBN 9785457236653. Архивная копия от 20 август 2021 на Wayback Machine
- ↑ Тынышпаев М. Т. Материалы к истории киргиз-казакского народа. — Переиздание. — Алматы: Дом печати «Эдельвейс», 2014. — С. 47. — 88 с. — ISBN 9965-602-58-1.
- ↑ Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирских родов: Кубаляк, Кувакан, Теляу 2021 йыл 16 июль архивланған.
- История башкирских родов: Кубаляк, Кувакан, Теляу
- Төп мәҡәлә: Монгол халыҡтары
- Төп мәҡәлә: Төркиҙәр