Вена — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
24 байт өҫтәлгән ,  4 года назад
 
=== Урынлашыуы ===
Ҡала Австрияның көнсығыш өлөшөндә, Альпы тауҙары итәгендә, [[Дунай]] йылғаһы буйында, [[Словакия]] менән [[Венгрия]] сиктәренән 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Вена аша Дунай һәм уның тармағы — Дунай каналы, шулай уҡ Вена йылғаһы аға. Тарихи ҡала Дунай йылғаһынан көньяҡҡа табан үҫешкән була, әммә аҙаҡҡы ике быуат арауығында Вена йылғаның ике ярында ла үҫәүҫешә. Диңгеҙ кимәленән иң бейек урыны Германскогель районында (542 м), а иң түбән урыны — Лобауҙа (151 м). Ҡаланы бөтә яғынан да Вена урманы урата<ref>Все столицы мира /Сост. О. В. Зыкина, Л. А. Бурлацкая, Г. А. Гальперина, Н. В. Иванова. — М.: Вече, 2005. С. 72.</ref>
 
Географик урыны Вена ҡалаһына Көнсығыш Европа илдәре менән төрлө мөнәсәбәттәр төҙөү өсөн бик уңайлы. 1989 йылдан һуң, тимер занавес ҡолағандан һуң, уңайлылыҡ бигерәк тә билдәләнде. Мәҫәлән, Словакия баш ҡалаһы [[Братислава]]нан Венаны барлығы 60 км айырып тора — [[Европа|Европала,]] [[Ватикан]] менән [[Рим]]ды иҫәпкә алмағанда, ике баш ҡалалар араһында иң ҡыҫҡа арауыҡ.
 
Формаһы буйынса Вена арҡырыға Дунай йылғаһы хордаһы менән киҫелгән түңәрәкте хәтерләтә. Иҫке ҡала тип исемләнгән уның үҙәк өлөшө беренсе райондың (Эске район) административ сиктәре менән тура килә тиерлек. Рингштрассе (Түңәрәк урам) йәки Ринг (түңәрәк) иҫке ҡаланы уратҡан бульварҙарҙың сылбыры. Рингтың тарихы император үҙенең һаҡланыу функцияларын юғалтҡан һәм ҡамасау итә башлаған фортификацион ҡоролоштарҙы емерергә, улар урынына репрезентатив бульварҙар һәм тарихилыҡ стилендәге, хәҙерге көндә ҡаланың иң мөһим иҫтәлекле урындары булған биналар серияһын төҙөү 1857 йылда башлана. Венаның икенсе ярым түңәрәген яһаған Гюртель урамы (Билбау) шулай уҡ XIX быуаттың икенсе яртыһында хәрби әһәмиәтен юғалтҡан XVIII быуаттан алып Венаны биҫтәләре менән яҡлаған фортификацион үрҙе һүткәндән һуң барлыҡҡа килә. Гюртель артында официаль рәүештә 1892 йылда Венаның өлөшө булып киткән элекке биҫтәләр урынлашҡан.
19 221

үҙгәртеү

Навигация