Башҡортостанда мәғариф
Башҡортостанда мәғариф | |
Урын | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Башҡортостанда мәғариф Викимилектә |
Башҡортостан Республикаһында мәғариф — үҙенең эсенә мәктәпкәсә тәрбиә, мәктәптәр, һөнәри-техник, махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары учреждениеларын индергән Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда мәктәптәрҙә уҡытыу башланыуы башҡорттар иленә ислам мәсеттәре эргәһендә мәҙрәсәләр төҙөлөүе менән бәйле. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһында Бохаранан, Бағдадтан һ.б. ислам үҙәктәренән килгән миссионерҙар уҡытҡан беренсе ислам мәктәптәре 16 б. барлыҡҡа килгән.
Урындағы мосолман руханиҙары көсө менән мәсеттәр эргәһендә 18 быуатта уҡ һаны 100-гә еткән беренсе мәктәптәр һәм мәҙрәсәләр асылған. Шуларҙың иң эреләре — Стәрлебаш ауылында һәм Ҡарғалы ауылындағы мәҙрәсә. 1865 йылға башҡорт һәм татар ауылдарында 20 мең уҡыусы һәм шәкерт уҡыған 600-гә яҡын мәктәп һәм мәҙрәсә булған.
Мосолман мәктәптәре мәҙәни-уҡытыу үҙәктәренә әйләнгән, һәм улар янындағы китапханаларҙа китаптар күсереп яҙылған.
18 быуаттың 20-се йылдарынан Башҡортостанда рус телле мәктәптәр асыла башлаған (Өфөлә — цифирный, словесный мәктәптәр, Ырымбурҙа — «татар уҡыусылары» мәктәбе һәм инженерҙар мәктәбе). Верхоторский һәм Оло Ҡатау (Катав-Ивановский) заводтары янында тау-завод мәктәптәре асылған.
Православие дини (духовное) идаралығы (Синод) 1800 йылда Өфөлә дини семинария, 1818 йылда — дини училище асҡан. 1861 йылға крайҙа 9490-гә яҡын уҡыусыһы булған 253 рус телле уҡыу йорто булған.
Башҡорттарҙы рус телендә уҡытыу хәстәрлеген Башҡорт-мишәр ғәскәре командованиеһы үҙ өҫтөнә алған, башҡорттар өсөн Ҡазан гимназияһы һәм университетында 20, Ырымбур Неплюев кадет корпусында һ.б. — 30 вакансия бүленеүенә ирешкән.
1864 йылда халыҡ мәғарифы реформаһы уҙғарыла, һәм ул мәғарифҡа сиркәү тәьҫирен сикләгән. 1870 йылдан крайҙа рус-башҡорт, рус-татар, рус-сыуаш һ.б. мәктәптәр асыла башлаған, һәм 1900 йылға Өфө һәм Ырымбур губерналарында башҡорттар һәм татарҙар өсөн 93 рус телле мәктәп, суҡындырылған татарҙар һәм сыуаштар өсөн — 90, мариҙар өсөн — 65 мәктәп асылған, мәктәп һәм мәҙрәсә һаны үҫкән.
Тәүге юғары уҡыу йорто — Өфө уҡытыусылар институты 1909 йылдың 4 октябрендә асылған. Өфө уҡытыусылар институтында 75 кеше уҡыған (һәр класта 25 кеше), преподавателдәр һаны — 9 кеше. Студенттар араһында бер башҡорт та йәки бер татар ҙа булмаған: традицион христиан йүнәлешенән башҡа динлеләргә, шулай уҡ мосолмандарға, институтҡа инеү өсөн, Халыҡ мәғарифы министрлығының махсус рөхсәте кәрәк булған. Өфө уҡытыусылар институтында уҡыу, специалләштереүһеҙ, 3 йыл тәшкил иткән.[1]
1917 йылдан һуң мәғариф системаһы үҙгәргән. Уҡыу йорттары национализацияланған (хосуси милекте дәүләт милкенә күсереү) һәм Мәғариф халыҡ комиссариаты (Наркомпрос) ҡарамағына бирелгән. Мәктәп сиркәүҙән айырылған, үле телдәрҙе (боронғо славян, латин) уҡытыу, баһа ҡуйыу, имтихандар туҡтатылған.
Грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү буйынса Бөтөн башҡорт ғәҙәттән тыш комиссияһы 1921 йылда «Бөтә грамоталы халыҡты грамотаһыҙҙарҙы уҡытыуға мәжбүри йәлеп итеү тураһында» ҡарар ҡабул иткән. Башҡорт, татар, сыуаш телдәрендә ликбез пункттары асылған, һәм уларҙа 1922/23-1927/28 уҡыу йылдары дауамында 173 мең кеше грамотаға өйрәтелгән. 20 быуаттың 60-сы йылдары уртаһына грамотаһыҙлыҡты тулыһынса бөтөрә алғандар.
20-се йылдар аҙағында башҡорт һәм татар яҙмаһы ғәрәп теленән латин графикаһына — «яңалиф»ҡа күсерелгән. 30-сы йылдарҙа латин графикаһына күсеүҙән баш тартҡандар. БАССР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 23 ноябрь Указы менән башҡорт яҙмаһы латиницанан кириллицаға күсерелгән. 1940—1942 йылдарҙа мәктәптәрҙә яңы алфавит буйынса уҡытыу индерелгән.
1940-сы йылдарҙа ҡалаларҙа, хеҙмәт дәрестәре индереп, 7-йыллыҡ мәжбүри уҡытыу башланған. Уҡытыу башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә алып барылған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР-ҙа дөйөм белем бирпеү мәктәптәре, 58 училище һәм техникумдар ауыр шарттарҙа эшләгәндәр, һәм уларҙа 16 мең кеше уҡыған. Башҡортостанда илдең көнбайыш райондарынан эвакуациялаған юғары уҡыу йорттары (вуз) үҙ эштәрен дауам иткән. Өфөлә Ленин орденлы 1-се Мәскәү медицина институты, һуңғараҡ базаһында Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты барлыҡҡа килгән Рыбинский авиация институты, И. Н. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институттары булған. Стәрлетамаҡта — Мәскәү китапхана институты. Бөрөлә — Орёл педагогия институты.
1945—1946 уҡыу йылы башына республика вуздарында 6,1 мең кеше уҡыған, был һуғышҡа саҡлы булғандан ике тапҡырға яҡыныраҡ[2].
1919 йылда тәүге балалар баҡсалары барлыҡҡа килгән. 30-сы йылдарҙа балалар баҡсаһына бәйлеләр 0,4 % ҡына тәшкил иткән.
1960-сы йылдарҙа БАССР-ҙың 7 юғары уҡыу йортонда студенттар һаны 16,7 мең кеше булған. СССР Министрҙар Советының 1957 йылдың 20 июлендә ҡабул ителгән Ҡарары буйынса Өфө педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты тип үҙгәртелгән. Яңы вуздар асылған: 1967 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1968 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт институты. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында түләүһеҙ дөйөм төп белем биреү нығытылған.
90-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында милли мәктәпте тергеҙеү буйынса республика программаһы ҡабул ителгән.
90-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 2 хәрби юғары уҡыу йорто (вуз) асылған — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбе (1987), Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы (1983), 4 вуз университет итеп үҙгәртелә: Өфө дәүләт авиация техник университеты (1992) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты (1993), Башҡорт дәүләт аграр университеты (1993) һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты (1995). 1994 йылдан УфМТИ үҙ аллы Өфө технологик сервис институты булараҡ эшләй. 1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы булдырылған.
Хәҙерге ваҡытта республика вуздары бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләүгә күсәләр.
Мәғариф хәҙерге осорҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәпкәсә белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында 2013 йылда 1 йәштән 6 йәшкә саҡлы 194 мең бала уҡыған 1644 мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениеһы эшләй.
Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында (ДОУ) 17 меңдән артыҡ педагогик хеҙмәткәр эшләй.
Дөйөм белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012—2013 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһында барыһы 1587 дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм мәктәп-интернаттары эшләгән, шулар араһында 83 гимназия, 58 лицей, 3 кадет учреждениеһы (9,1 %). Мәктәптәрҙә 96 меңдән артыҡ кеше уҡый.
100 һәләтле уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына лайыҡ.
Башҡортостан Республикаһында 14 туған тел өйрәнелә. 41 % артыҡ дөйөм белем биреү учреждениелары милли мәктәптәр.
2011—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү системаһын үҫтереүгә 4694, 4 млн һум аҡса бүленгән.
2013 йылда мәктәптәрҙә педагогик хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 23078,2 һум; мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары педагогик хеҙмәткәрҙәренең — 17739,9 һум; өҫтәмә белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәренең — 13229,4 һум; етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға белем биргән һәм социаль ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың педагогик хеҙмәткәрҙәренең — 17262,1 һум; башланғыс һөнәри белем биреү (НПО), урта һөнәри белем биреү (СПО) учреждениелары преподавателдәренең һәм производство уҡытыуы мастерҙарының эш хаҡы — 16486,3 һум тәшкил итте.
Профессиональ (һөнәри) белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында 10 дәүләт юғары уҡыу йорто (вуз), 17 вуз филиалы, шулай уҡ үҙ аллы 3 дәүләттеке булмаған һәм дәүләттеке булмаған 8 вуз филиалы булған; һәм уларҙа 153 мең студент уҡыған.
Урта профессиональ белем биреү системаһында 75 дәүләт колледжы һәм техникумы бар, уларҙа 68 меңдән артыҡ студент шөғөлләнә. (Рәсәй Федераль округтары араһында 2 урын).
Башҡортостан Республикаһының 85 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларында 25,9 мең кеше уҡый.
Башҡортостан Республикаһында башланғыс профессиональ белем биреүгә (НПО) 200 млн һум аҡса бүленгән. 2011 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башланғыс профессиональ белем биреү уҡыу йорттарының 30 уҡыусыһына тәғәйенләнгән 750 һум айлыҡ стипендия биреү ҡарары ҡабул иткән.
Махсус белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында 37 махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 4,5 меңгә яҡын бала тәрбиәләнә (2628 инвалид бала)
Мәғарифты кадрҙар менән тәьмин итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы мәғәариф системаһында барыһы 42353 педагогик хеҙмәткәр, шуларҙан 38286 уҡытыусы эшләй.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһына кадрҙар әҙерләүҙе 2 юғары уҡыу йорто(вуз) — Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (Стәрлетамаҡ һәм Бөрө дәүләт педагогия академиялары Башҡорт дәүләт университеты составына филиал булараҡ индерелде) һәм 1 мәскәү вузы филиалы, педагогик профилле урта профессиональ белемле белгестәр әҙерләүсе 15 колледж тормошҡа ашыра.
2012 йылда урта һәм юғары педагогик белемле 2771 белгес әҙерләп сығарылған.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында Учительская газета.[3]
Педагогический журнал[4]
Башҡортостанда сығыусы «Башҡортостан уҡытыусыһы» педагогик журналы[5]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аминов Т. М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века до 1917 года / Т. М. Аминов. — М.: Наука, 2006. — 346 с.
- Аминов Т. М. Педагогическое образование в Башкирии и на Южном Урале в дореволюционный период / Т. М. Аминов // История образования в южно-уральском регионе Башкортостана: Коллективная монография. — Уфа: Издательство БИПКРО, 1996. — С. 44-54 (0,7 л.л.).
- Ергин Ю. В. Уфимский учительский институт (1909—1919) // Вестник Башкирского университета. — 2003. — № 1. — С. 99 — 108.
- Ергин Ю. В. У истоков университетского образования. Очерки о предыстории Башкирского государственного университета. — Уфа: РИО БашГУ, 2004.
- Развитие школьного образования Республики Башкортостан в XX веке. Уфа, 2001;
- Алмаев Р. З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ергин Ю. В. «А. Н. Лисовский (1858—1920)» / Очерки / Вагант — Электронное издательство, купить электронные книги онлайн 2011 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Башкирия во второй мировой войне — ПУБЛИЧНАЯ БИБЛИОТЕКА
- ↑ Учительская газета
- ↑ Русса — «Педагогический Журнал» 2014 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ Русса — «Педагогический Журнал Башкортостана», Журнал 2014 йыл 4 ғинуар архивланған.