Сәйфулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Сәйфулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Сәйфулла исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйфулла башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Алла ҡылысы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйфулла Сәйҙәшев — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.
Сәғитов Сәйфулла Төхвәтулла улы (1893 йыл — 1957 йыл) — сәсән, мәғрифәтсе, шағир-импровизатор.
Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы (23 апрель 1912 йыл — 7 август 1943 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбуразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир. Айырым диңгеҙ пехотаһы разведка батальонының отделение командиры.
Хәбиров Сәйфулла Хәлил улы (30 ғинуар 1905 йыл — 27 июнь 1984 йыл)-112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полковник. Дивизияның 148-се артиллерия һәм миномет полкы командиры. Ленин, хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Кутузов, Александр Невский, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы (1825 йыл — ?) — башҡорт кантоны начальнигы була. Уртаҡул йөҙ башы (1855). 1825 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Ейәнсура ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) тыуған.
Сәйфулла Усманов (1783 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы, Сәйфулла Дилмөхәмәтов (1 февраль 1932 йыл — 27 август 2004 йыл) — атаҡлы ҡурайсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Халыҡ музыка ҡоралы — ҡурай эшләү оҫтаһы» тигән исемгә лайыҡ булған (1987), СССР ВДНХ-һы миҙалы кавалеры
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйфуллин Таһир Сергеевич (6 май 1932 йыл — 25 июль 2007 йыл) — хор дирижёры, педагог. Башҡортостандың халыҡ артисы (1995), РСФСР-ҙың (1978) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967).
Сәйфуллин Риф Ғәли улы (4 октябрь 1949 йыл) — театр актёры. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).
Сәйфуллин Вәзих Кашап улы (6 ғинуар 1929 йыл — 2 ноябрь 2002 йыл) — актёр, драматург, режиссёр. 1968—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры, 1979—1990 йылдарҙа режиссёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. (1953).
Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы (рус. Сайфуллин Мухаметьян Хадисович, или Сайфуллин Мухамедьян (Мухамеджан, Мухамедзян) Харисович; 1 июль 1911 йыл — 1975 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, һуңғараҡ гвардия ефрейторы.
Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы (1917 йыл — 22 август 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.
Сәйфуллин Шамил Шакамал улы (20 июнь 1920 йыл (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1923) — 6 декабрь 1998 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Сәйфуллин Закир Сәйфулла улы (рус. Сайфуллин Закир Сайфуллич; (тыуыу һәм вафат булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сәйфуллин Хәмит Мөхәмәтйән улы (1902 йыл — 1978 йыл) — Тываның беренсе историографы, тарих фәндәре кандидаты, Тыва АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (4 сентябрь 1950 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, агроном, иҡтисадсы, ғалим, иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыуҙы үҫтереүҙәге өлөшө» Почёт билдәһе менән бүләкләнгән.
Сәйфуллин Әбүзәр Хәкимйән улы — Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа тәүгеләрҙән булып Салауат Юлаев музейын асҡан крайҙы өйрәнеүсе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |