Эстәлеккә күсергә

Этҡол (Ейәнсура районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Этҡол (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Этҡол
рус. Иткулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Абҙан

Координаталар

51°52′29″ с. ш. 56°50′29″ в. д.HGЯO

Халҡы

383[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453391

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 804 004

ОКТМО коды

80 626 404 116

Этҡол (Рәсәй)
Этҡол
Этҡол
Этҡол (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Этҡол

Этҡол (рус. Иткулово; икенсе атамаһы Юлдаш) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804004.

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сирғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абзан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

Икенсе тарих буйынса, Әселе йылғаһы буйында Үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар араһында уҡымышлы ғына бер ҡарт булған. Уны ҡаҙаҡтар әсирлеккә алғандар, ҡасмаһын өсөн, уның аяҡ-ҡулдарын телгеләп, ҡыл ҡуйып тотҡандар. Һигеҙ йыл тотҡонлоҡта йәшәгәс, ул нисектер, уларҙың ышанысына инә. Ләкин үҙенең Эйек буйҙарын һағынып йәшәй. Ул ат көткән була. Берҙән-бер көндө яҡшы бер атты эйәрләп ҡаса. Күп тә үтмәй, уны ҡаҙаҡтар белеп ҡалып, ҡыуа төшәләр. Сабып килгәндә бер һаҙматта аттан һикереп ҡала һәм йәйәү Әселе йылғаһы буйына килеп сыға. Шунда бер кешене осрата. Һөйләшеп китәләр һәм ҡарт уға ҡоллоҡта, тотҡонда булғанлығын һөйләп бирә. Ә теге кеше, эт ҡоллоғонда йәшәгәнһең икән, тигән. Минең дә йәшәр урыным юҡ, әйҙә, бергәләп йәшәйек, юлдаш булайыҡ, тигән. Шунан киткән Юлдаш (Этҡол) тигән ауыл исеме. Һуғышҡа тиклем Юлдаш ауылында 89 йорт була[2].

Ҡыуатов Нурвиль Шәриф улының (1945 й.) һөйләгәндәренән: “Юлдаш (Этҡол) ауылына Этҡол тигән кеше нигеҙ һалған. 1755 йылғы ихтилалға тиклем һалынған ауыл ул. Этҡол ҡарттың уландары Ураҙгилде Буранбаевтар тоҡомдары. Тәүҙә ауыл һыу аръяғында, баҫҡынсыларҙан, ҡаҙаҡтарҙан һаҡланыуға ныҡ уңай урында була"[2].

Ауыл 1765 йылдан алып билдәле. 1795 йылда 42 йортта 227 кеше йәшәгән, 1866 йылда 58 йортта — 353 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән[3].

Этҡол ауылы Абҙан ауыл Советына ҡарай. Ауылда башланғыс мәктәп (Абҙан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3].

Этҡол ауылы Әселе йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 55 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 45 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы: 1900 йылда — 529 кеше, 1920 йылда 604 кеше тәшкил иткән[3]. 2009 йылда 431 кеше йәшәгән[6].

Йыл Халыҡ һаны
1939 442 [7]
1959 434 [8]
Йыл Халыҡ һаны
1970 514 [8]
1979 483 [9]
Йыл Халыҡ һаны
1989 386 [9]
2002 422 [10]
Йыл Халыҡ һаны
2009 431 [11]
2010 383 [10]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (99 %)[12].

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда[13] Этҡол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  • Ҡамышлы урамы (рус. улица Камышла)
  • Мәсетле урамы (рус. улица Масетле)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Өстау урамы (рус. улица Остау)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[14].
Ер-һыу атамалары

Тау-таштар

  • Сибай тауы
  • Зөһрә тауы
  • Мәмекәй тауы
  • Мәҙинә тауы
  • Оҫҡонло башы
  • Кәшәнә ташы

Йылғалар Балаҡай йылғаһы[15]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  3. 3,0 3,1 3,2 Этҡол (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2017)
  6. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  9. 9,0 9,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  10. 10,0 10,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  11. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  12. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  13. материалдары(недоступная ссылка)
  14. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  15. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге