Эстәлеккә күсергә

Ярославка (Дыуан районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ярославка (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Ярославка
башҡ. Ярославка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Ярославка ауыл Советы

Координаталар

55°51′03″ с. ш. 57°57′56″ в. д.HGЯO

Халҡы

2224[1] кеше (2015)

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452542

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 223 843 001

Код ОКТМО

80 623 443 101

Номер в ГКГН

0521597

Ярославка (Рәсәй)
Ярославка
Ярославка
Ярославка (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ярославка

Ярославка, Яраҫтау (рус. Ярославка) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Ярославка ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2301 кеше[2]. Почта индексы — 452542, ОКАТО коды — 80223843001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 127 км

Ярославка ауылы Мәләкәҫ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 50 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 127 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ярославка ауылына XVIII быуат аҙағында Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә керҙәшлек килешеүе (1802) буйынса индерелгән Пермь губернаһы дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. 18031804 йылдарҙа шундай уҡ керҙәшлек шарттарында крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмө ултырған.

Ҡошсо улусы Һабанаҡ ауылы башҡорттары менән төҙөлгән керҙәшлек килешеүе:

«1802 йылдың 27 февралендә беҙ, Ырымбур губернаһы Өфө һәм Троицк округтары (өйәҙҙәре) Ҡошсо улусы старшиналары һәм аҫаба башҡорттары, Пермь губернаһы Көңгөр, Красноуфимск һәм Уҫы округтарының дәүләт крәҫтиәндәре Дмитрий Гордеев, Кондратий Фефелов, Яков Тупачев, Лука Крылосов, Иван Балдин, Савка Вохнаков, Семён Раздьяконов, Устин Щербинин, Елистрат Поздеев иптәштәре менән, барлығы 100 йорт, Өфө өйәҙе ерҙәрендә, Ераслав йылғаһы тамағында һәм Мәләкәҫ йылғаһы буйында 30 йыл мөҙҙәте менән йәшәргә күсеү килешеүенә ҡул ҡуйҙыҡ»

.

Артабан крәҫтиәндәргә бирелгән ерҙәрҙең сиктәре күрһәтелә. керҙәш крәҫтиәндәрҙән башҡорттар 500 һум аҡса һәм һуңғы 30 йыл эсендә бөтә ауыл менән йыл һайын 40 һум күләмендә оброк түләү йөкләмәһен ала[5][6].


Ярославка ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1803 йылдың 12 июлендә Ҡошсо улусы башҡорттары 100 йорт крәҫтиәндәрен 30 йылға йыл һайын 20 һум һалым һәм алдан бер тапҡыр 200 һум түләү менән индерелә. Уларға бирелгән биләмәләр сиктәре: Бартыш йылғаһы тамағынан Емаш йылғаһына, унан Ҡушай түбәһенә, Емаш юлы буйлап һаҙлыҡҡа, туп-тура Дмитрий Гордеев ыҙанына тиклем. Был килешеүҙән тыш, 1804 йылдың 14 сентябрендә ҡошсолар Ярославка ауылы крәҫтиәне М. И. Медведев менән уның иптәштәренә Баҡан ыҙанындағы Ҡара шишмәнән (Чёрный Ключ) Сидор Ҡайыны, унан Ҡыҙылбай ыҙанына, унан Мәтәле ыҙанына, унан һәм Сандауш йылғаһы тамағынан Әй йылғаһына, унан — Өфө йылғаһына, Өфө йылғаһы буйлап Балыҡсы ыҙанына, унан Ҡушай түбәһенә, унан Мәләкәҫ йылғаһына, уның һул ярынан Ҡара шишмәгә тиклем. Керҙәшлек өсөн 600 һум һәм һәр йылға 50 һум һалым (оброк) түләү шарты менән, һыйға алты биҙрә ҡайнар шарап, алты ат ите менән һыйлап, 70 крәҫтиән ғаиләһен 50 йыл мөҙҙәт менән индергәндәр. Дөйөм алғанда, беренсе килешеү буйынса крәҫтиәндәргә — 5388, икенсеһе буйынса — 19740, өсөнсөһө буйынса — 23699 дисәтинә ер бирелгән.

Ярославка ауылында (Никольский ауылы — изгеләндереүсе һәм мөғжизә ҡылыусы Николай хөрмәтенә таш сиркәү исеменән) 1816 йылда 277 йорт була, һәм уларҙа 804 ир-ат һәм 857 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1834 йылда, Сметанкин, Лягушкин, Сорокин, Әйтамаҡ, Салевка (1902 йылда — 1396, 1920 йылда — 1910 йылда) бүлендектәре менән, Никольскиҙа 1009 ир-ат Никольскиҙа, 1859 йылда — 1558 иҫәпкә алынған. 1870 йылда 504 йорт һәм 3376 кеше, 1895 йылда — 666 һәм 3843 кеше иҫәпләнгән.

1865 йылда Яросавкала (Никольский) улус идараһы урынлашҡан. 504 йортта 3376 кеше йәшәгән. Халыҡ игенселек, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгән. 1823 йылда төҙөлгән сиркәү, училище, буяу һәм 2 тире эшкәртеү оҫтаханаһы, 9 һыу тирмәне, 15 сауҙа кибете булған.

Игенселек өс баҫыу әйләнешенә ҡоролған. Баҫыуҙарҙы ашлау элек-электән ҡулланылған, унһыҙ уңыш яртылаш кәмегән. Һәр хужалыҡта тиерлек 2-3 атлы һабан, 1898 йылда ауылда 50-гә яҡын ашлыҡ һуҡҡыс, 150 елгәргес, 9 һыу тирмәне, 26 тимерлек булған. 1842 йылда 277 йортта 1600 йылҡы малы, 2020 һыйыр, 100 сусҡа иҫәпләнә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр (50 умарта һәм 40 солоҡ). 2 күн оҫтаханаһы булған. Йома көндәрҙә баҙарҙар, йылына 2 тапҡыр йәрминкәләр үткәрелгән. Ауылда 15 кибет эшләгән[7].

Ярославка ауылы улус үҙәге булған.

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда Ярославка ауылында 5 земство мәктәбе булған. 1906 йылда 3 сиркәү, 4 земство мәктәбе, 29 тимерлек, 2 тире эшкәртеү оҫтаханаһы, 9 һыу тирмәне, шарап, 4 мануфактура һәм 9 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Йәрминкәләр үткәрелгән.

1920 йылда ауылдағы 839 йортта 4412 кеше йәшәгән.

1930-сы йылдарҙан башлап Ярославка ауылындағы тракторсылар курстарын, артабан — 156-сы урта һөнәри белем биреү училищеһын күп егет-ҡыҙҙар тамамлаған. Улар колхоз-совхоздарҙа хеҙмәт иткән[8].

Әлеге ваҡытта Ярославка ауылында Дыуан аграр колледжының филиалы, урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр халыҡ художество коллективы), китапхана, сиркәү бар[9].

Ярославка ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 4412
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 3277
1959 йыл 15 ғинуар 2716
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1848
2002 йыл 9 октябрь 2429
2010 йыл 14 октябрь 2301 1125 1176 48,9 51,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Новиков Александр Григорьевич (11.10.1915—31.07.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1932—1936 һәм 1940—1975 йылдарҙа [Силәбе өлкәһе]] Златоуст ҡалаһындағы металлургия заводы эшсеһе, машинисы, өлкән инженеры. СССР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1962—1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
  • Хлызов Фёдор Васильевич (7.01.1926—12.09.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1989 йылдарҙа Златоуст машиналар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
  • Иоанн (Гордеев) — дин руханийы.
  • Иоанн (Корионов) — дин руханийы.
  • Малсылыҡ урамы (рус.  Животноводов (улица)
  • Көнсығыш урамы (рус.  Восточная (улица)
  • Крәҫтиән урамы (рус.  Крестьянская (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица)
  • Октябрҙең 60 йыллығы урамы (рус.  60 лет Октября (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Ҡояшлы урам (рус.  Солнечная (улица)
  • 2000 йыл урамы (рус.  2000 года (улица)
  • Болон урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Механизаторҙар урам (рус.  Механизаторов (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Дудин урамы (рус.  Дудина (улица)
  • Космонавтар урамы (рус.  Космонавтов (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Конституция урамы (рус.  Конституции (улица)
  • Храмцов урамы (рус.  Храмцова (улица)
  • Еңеүҙең 30 йыллығы урамы (рус.  30 лет Победы (улица)[10]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Мәләкәҫ

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: Ауыл янында тәбиғәт һәйкәле — Шыма (Гладкая) тауы бар[11].

  1. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ярославка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. С. 121—123; ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 64. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 56. Л. 3. Ф. 2. Оп. 1. Д. 5337. Л. 35. Башкирский край. Вып. 4. С. 156. ЦГИА РБ. Ф. 1. Оп. 1.Д. 364. Л. 114—117. Текст опублико­ван в сб. «Башкирский край» (Вып. 4. С. 117—119)
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 504. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Ярославка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Карта д. Ярославка. Улица
  11. Памятники природы Дуванского района