77 төркөмө
"77 төркөмө" Group of 77 | |
Ағза |
130 государств-членов |
---|---|
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Председатель |
Дж. Аше (Антигуа һәм Барбуда) |
Представитель в ООН |
Мунир Акрам (Пакистан) |
Нигеҙләнгән | |
1-се сессия ЮНКТАД | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
77 төркөмө Викимилектә | |
«77 төркөмө» (G-77) йәки «Етмеш ете төркөмө» (Group of Seventy Seven) — үҫешеүсе илдәрҙең ҙур дәүләт-ара ойошмаһы, БМО һәм уның органдары сиктәрендә эш итә. Төркөмдө ойоштороу тураһындағы ҡарар 1964 йылда Азия, Африка һәм Латин Америкаһының үҫешеүсе илдәре министрҙары кәңәшмәһендә ҡабул ителә, шул уҡ йылдың 15 июнендә БМО-ның Женева ҡалаһында үткәрелгән Сауҙа һәм үҫеш буйынса конференцияһының 1-се сессияһында рәсмиләштерелә. Тәүҙә ағза булып ингән илдәр һаны 77 була, ләкин БМО составына ингән илдәр күбәйгән һайын уларҙың да һаны арта.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркөмгә исем БМО-ның Сауҙа һәм үҫеш буйынса конференцияһының 1-се сессияһында (ЮНКТАД) бирелә (Женева, 1964 йыл), унда үҫешеүсе илдәр "Етмеш ете илдең берлектәге декларацияһы"н («Joint Declaration of the Seventy-Seven Countries») ҡабул итә. Яйлап ағза илдәр һаны арта һәм әлеге мәлгә 130-ға етә.Совет осоронда социалистик илдәр араһынан КХДР, Куба, Вьетнам, Румыния һәм Югославия "77 төркөмө" ағзалары булып тора.
«77 төркөмө» сиктәрендә күп милләтле предприятиелар, атап әйткәндә Латин Америкаһында, ике яҡлы һәм күп яҡлы дәүләт-ара сауҙа килешеүҙәре, шулай уҡ иҡтисадтың һәм хужалыҡтың төрлө тармаҡтарында килешеүҙәр, иҡтисади төбәк ойошмалары һәм союздары барлыҡҡа килә. БМО Генераль Ассамблеяһының, ЮНКТАД, ЮНИДО, ЮНЕП, ГАТТ, ЮНЕСКО, ИФАД һ.б. мөһим резолюциялары «77 төркөмө» сәйәсәте йоғонтоһо аҫтында ҡабул ителә. «77 төркөмө» эшмәкәрлегенең йүнәлештәренә һәм уртаҡ ҡараштарҙы булдырыуға Ҡушылмау хәрәкәте ҙур йоғонто яһай.
1990-сы йылдарҙа «77 төркөмө» эшмәкәрлегендә йомшаҡ урындар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, үҫешеүсе илдәрҙәге иҡтисади артталыҡты еңеү һәм финанс үҙаллылығына өлгәшеү өсөн социаль-иҡтисади трансформацияларҙың мөһимлеген аңлап етмәү күренә, социаль-иҡтисади һәм идеологик ориентация төрлөлөгө арҡаһында үҙ-ара ҡаршылыҡтар көсәйә, был уларҙың алдынғы илдәр һәм трансмилли компаниялар яғынан яһалған иҡтисади, сәйәси һәм башҡа төрлө баҫымдарға ҡаршы тороусанлығын кәметә. Шуға ҡарамаҫтан «77 төркөмө» эшмәкәрлеге прогрессив әһәмиәткә эйә һәм донъя берләшмәһендә үҫешеүсе илдәрҙең уртаҡ позицияһын нығытыу өсөн объектив нигеҙ булып ҡала.
Төп этаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«77 төркөмө» министрҙарының беренсе кәңәшмәһе Алжирҙың баш ҡалаһында 1967 йылдың 25 октябрендә үтә, унда Алжир Хартияһы ҡабул ителә, был документта «77 төркөмө» яңы халыҡ-ара иҡтисади тәртип урынлаштырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя. 1976 йылда «77 төркөмө» министрҙары кәңәшмәһендә ЭСРС Декларацияһы һәм Программаһы раҫлана, артабан «Коллектив үҙтәьминәт һәм һөйләшеүҙәр өсөн сиктәр буйынса Аруш программаһы» (Танзания, 1979 йыл) ҡабул ителә.
Был программалар «Көньяҡ — Көньяҡ» диалогы сиктәрендәге звенолар булып тора.
Каракас (1981 йыл) һәм Буэнос-Айрес (1983 йыл) кәңәшмәләре лә, "77 төркөмө"нөң 40 йыллығына арналған конференция ла (Сан-Паулу, 2004 йыл) ойошма эшмәкәрлегендә әһәмиәтле этаптар һанала.
Маҡсаттары һәм бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«77 төркөмө» эшмәкәрлегенең нигеҙендә үҫешеүсе илдәр араһындағы сауҙа-иҡтисади, финанс һәм техник хеҙмәттәшлек, шулай уҡ БМО органдары, уның сиктәрендә эш иткән ойошмалар конференцияларында, йыйылыштарында, халыҡ-ара социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр буйынса съездарҙа һәм форумдарҙа уртаҡ позицияларҙы булдырыу ята. Бындай йыйындарҙа "77 төркөмө"нә инмәгән илдәр, айырыуса алдынғы илдәр менән иҡтисади, кредит, финанс һәм техник хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡарала[1].
"77 төркөмө"нөң бөгөнгө төп бурыстары[2]:
- күп яҡлы сауҙа системаһында тигеҙһеҙлектәрҙе бөтөрөү;
- үҫешеүсе һәм алдынғы илдәр араһында ресурстарҙың ғәҙел тапшырылыуын ойоштороу, шул иҫәптән үҫеш маҡсатында рәсми ярҙам күрһәтеү һәм бурыс йөкләмәләрен бөтөрөү;
- сеймал тауарҙары баҙарҙарының тотороҡһоҙлоғо проблемаһын хәл итеү һәм алдынғы илдәр баҙарҙарына инеүҙе тотҡарлаған протекционистик кәртәләрҙе юҡ итеү;
- тотороҡло һәм социаль үҫеш, сауҙаны субсидиялау, мәғлүмәт-коммуникация технологияларының үҫә барыусы роле һәм законһыҙ халыҡ-ара операциялар мәсьәләләре буйынса килешелгән глобаль сараларҙы тәьмин итеү.
«77 төркөмө» эшмәкәрлегенең төп өлкәләре:
- Глобалләшеү һәм халыҡ-ара иҡтисад;
- Үҫеште финанслау;
- Сауҙа һәм Үҫеш;
- Тирә-яҡ мөхит һәм Үҫеш;
- Социаль түләүҙәр һәм Енес буйынса дискриминация;
- «Көньяҡ — Көньяҡ» йүнәлеше сиктәрендә кооперация;
- «Төньяҡ — Көньяҡ» диалогы;
- Фәнни-технологик Үҫеш;
- Мәғлүмәт-Коммуникация технологиялары;
Көньяҡ — Көньяҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«77 төркөмө» ағзаһы булған илдәрҙең «Көньяҡ — Көньяҡ» проекты сиктәрендә хеҙмәттәшлегенең маҡсаты — Көньяҡ халыҡтарының имен тормошон тәьмин итеү, төркөм ағзаларының берҙәмлеген нығытыу.
1981йылда Каракас программаһында «Көньяҡ — Көньяҡ» йүнәлеше сиктәрендә Көньяҡ Саммиттарын үткәреүҙең дөйөм принциптары эшләнә. Беренсе Көньяҡ Саммиты 2000 йылдың апрелендә Гаванала (Куба) үтә. Унда Гавана декларацияһы һәм Эштәр программаһы ҡабул ителә.
2003 йылда Марракешта (Марокко) Көньяҡ — Көньяҡ хеҙмәттәшлеге буйынса Юғары кимәл конференцияһы үткәрелә, унда Марракеш декларацияһы һәм хеҙмәттәшлек буйынса Марракеш сиктәре ҡабул ителә. Көньяҡ илдәренең юғарғы кимәлдәге икенсе осрашыуы 2005 йылда Катар баш ҡалаһы Дохала үтә. Өсөнсө саммит 2010 йылда Африкала була.
Төньяҡ — Көньяҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Төньяҡ— Көньяҡ» йүнәлешендә һөйләшеүҙәр һәм диалог маҡсаты булып үҫешеүсе һәм алдынғы илдәрҙең глобаль партнерлығы нигеҙендә бөтә илдәрҙең хеҙмәттәшлегенә өлгәшеү тора.
Мәғлүмәт-Коммуникацион үҫеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылдың ноябрендә Туниста мәғлүмәт йәмғиәте мәсьәләләре буйынса юғарғы кимәлдәге Бөтә донъя осрашыуының икенсе этабы үткәрелә. Унда бөтә үҫешеүсе илдәргә лә мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеген алыу бурысы ҡуйыла.
Ойошма структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошма өс төбәк төркөмөнән тора: Африка, Азия һәм Латин Америкаһы.[3] Ҡытай төркөмдә айырым урын биләй; «77 төркөмө» менән Ҡытай араһында берлектәге мөрәжәғәт ҡабул ителһә, «77 төркөмө» менән ҠХР араһында уртаҡ ҡарашҡа өлгәшелеүе тураһында билдә ҡуйыла (йәки «77 төркөмө плюс Ҡытай» термины ҡулланыла).[4] Төркөм составында ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса төрлө ҡарашта торған илдәр күп булғанлыҡтан, «77 төркөмө» эсендә бер нисә төркөмсә барлыҡҡа килгән, мәҫәлән: Утрауҙарҙа урынлашҡан ваҡ илдәр альянсы (АОСИС — AOSIS), Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы ағзалары булған илдәр (ОПЕК), Йомшаҡ үҫешкән илдәр (НРС) һ.б.[5]
Йыл һайын Төркөмдән БМО-ның төрлө структураларына координатор вәкилдәр йүнәлтелә.
Ойошма ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуйы йәшел төҫ менән Төркөмдө нигеҙләгән дәүләттәр билдәләнгән [6]; асыҡ йәшел менән Төркөм составынан сыҡҡан илдәр билдәләнгән; | |||
"77 төркөмө" ағзаһы булған илдәр исемлеге: | |||
1. Афғанстан (Төп) | 35. Доминика | 69. Малави | 103. Сенегал (Төп) |
2. Алжир (Төп) | 36. Доминика Республикаһы (Төп) | 70. Малайзия (Төп) | 104. Сейшельские острова |
3. Ангола | 37. Көнсығыш Тимор | 71. Мальдив утрауҙары | 105. Сьерра-Леоне (Төп) |
4. Антигуа һәм Барбуда | 38. Эквадор (Төп) | 72. Мали (Төп) | 106. Сингапур |
5. Аргентина (Төп) | 39. Мысыр | 73. Маршалл Утрауҙары | 107. Сөләймән Утрауҙары |
6. Багам утрауҙары | 40. Сальвадор (Төп) | 74. Мавритания (Төп) | 108. Сомали (Төп) |
7. Бахрейн | 41. Экваториаль Гвинея | 75. Маврикий | 109. КАР |
8. Бангладеш | 42. Эритрея | 76. ФШМ | 110. Шри-Ланка (Төп; ул саҡта Цейлон) |
9. Барбадос | 43. Эфиопия (Төп) | 77. Монголия | 111. Судан (Төп) |
10. Белиз | 44. Фиджи | 78. Марокко (Төп) | 112. Суринам |
11. Бенин (Төп; ул саҡта Дагомея) | 45. Габон (Төп) | 79. Мозамбик | 113. Эсватини |
12. Бутан | 46. Гамбия | 80. Мьянма (Төп; ул саҡта Бирма) | 114. Сүриә (Төп) |
13. Боливия (Төп) | 47. Гана (Төп) | 81. Намибия | 115. Танзания (Төп)¹ |
14. Босния һәм Герцеговина (Төп)² | 48. Гренада | 82. Непал (Төп) | 116. Таиланд (Төп) |
15. Ботсвана | 49. Гватемала (Төп) | 83. Никарагуа (Төп) | 117. Того (Төп) |
16. Бразилия (Төп) | 50. Гвинея (Төп) | 84. Нигер (Төп) | 118. Тонга |
17. Бруней | 51. Гвинея-Бисау | 85. Нигерия (Төп) | 119. Тринидад һәм Тобаго (Төп) |
18. Буркина-Фасо (Төп) | 52. Гайана | 86. КХДР | 120. Тунис (Төп) |
19. Бурунди (Төп) | 53. Гаити (Төп) | 87. Оман | 121. Төркмәнстан |
20. Камбоджа (Төп) | 54. Гондурас (Төп) | 88. Пакистан (Төп) | 122. Уганда (Төп) |
21. Камерун (Төп) | 55. Һиндостан (Төп) | 89. Фәләстин | 123. БҒӘ (Төп) |
22. Кабо-Верде | 56. Индонезия (Төп) | 90. Панама (Төп) | 124. Уругвай (Төп) |
23. ҮАР (Төп) | 57. Иран (Төп) | 91. Папуа-Яңы Гвинея | 125. Вануату |
24. Чад (Төп) | 58. Ираҡ (Төп) | 92. Парагвай (Төп) | 126. Венесуэла (Төп) |
25. Чили (Төп) | 59. Ямайка (Төп) | 93. Перу (Төп) | 127. Вьетнам (Төп) |
26. Ҡытай | 60. Иордания (Төп) | 94. Филиппин (Төп) | 128. Йемен (Төп) |
27. Колумбия (Төп) | 61. Кения (Төп) | 95. Катар | 129. Замбия |
28. Комор | 62. Кувейт (Төп) | 96. Руанда (Төп) | 130. Зимбабве |
29. КДР (Төп) | 63. Лаос (Төп) | 97. Сент-Китс һәм Невис | |
30. Конго Республикаһы (Төп) | 64. Ливан (Төп) | 98. Сент-Люсия | |
31. Коста-Рика (Төп) | 65. Лесото | 99. Сент-Винсент һәм Гренадиндар | |
32. Кот-Д'Ивуар | 66. Либерия (Төп) | 100. Самоа | |
33. Куба | 67. Ливия (Төп) | 101. Сан-Томе һәм Принсипи | |
34. Джибути | 68. Мадагаскар (Төп) | 102. Сәғүд Ғәрәбстаны (Төп) | |
(Төп) илдең Төркөмдө нигеҙләүҙә ҡатнашыуын һәм уның тәүге составына инеүен аңлата Иҫкәрмәләр: 1. Ул саҡта Берләшкән Танганьика һәм Занзибар Республикаһы
|
Рәсәй һәм G77
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың июнендә Боливия президенты Эво Моралес, сираттағы «G77+Ҡытай» осрашыуын асҡанда сығыш яһап, Санта-Круста (Боливия), Рәсәйҙе «77 төркөмөнә» ҡушылырға саҡыра[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Краткий политический словарь
- ↑ ДЕКЛАРАЦИЯ МИНИСТРОВ ПО СЛУЧАЮ СОРОКОВОЙ ГОДОВЩИНЫ ГРУППЫ(недоступная ссылка)
- ↑ Glossary of International Banking & Finance Acronyms and Abbreviations 2008 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Group of 77 (G-77) 2008 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ Группа 77 и Китай (Г-77) / Group of 77 and China (G-77) 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ JOINT DECLARATION OF THE SEVENTY-SEVEN DEVELOPING COUNTRIES MADE AT THE CONCLUSION OF THE UNITED NATIONS CONFERENCE ON TRADE AND DEVELOPMENT 2021 йыл 9 ғинуар архивланған.
- ↑ Росбалт: Лидер Боливии призвал распустить СБ ООН и пригласил Россию в G77
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт «Группы 77» 2009 йыл 19 октябрь архивланған.
- Adam Sneyd, «Group of 77», in Globalization and Autonomy Online Compendium, edited by William D. Coleman and Nancy Johnson 2007 йыл 25 октябрь архивланған.
- «Совместная декларация семидесяти семи стран» 2021 йыл 9 ғинуар архивланған.
- Декларация министров по случаю сороковой годовщины Группы(недоступная ссылка)