Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОECD) | |
ОECD торған дәүләттәр ОECD инерғә теләге булған дәүләттәр ОECD менән бәйләнеш тотҡан ойошмалар | |
Ағза |
35 |
---|---|
Штаб-квартира | |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
генраль секретарь |
Гурриа, Хосе Анхель |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт |
www.oecd.org |
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы Викимилектә | |
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы — (ингл.OECD (Organisation for Economic Co-operation and Development) урыҫ. ОЭСР (Организация экономического сотрудничества и развития)) — демократия һәм ирекле баҙар иҡтисадын таныған дәүләттәрҙе берләштергән халыҡ-ара иҡтисади ойошма.
1948 йылда Европа иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы исеме аҫтында Маршалл планы сиктәрендә Европаны иҡтисади реконструкциялау проекттарын координациялау маҡсатында ойошторола[1].
Штаб-фатиры Парижда[2]. Генераль секретарь (2021 йылдың 1 июненән) — Матиас Корманн (Австралия)[3].
Ойошма ағзалары булған илдәр вәкилдәре советы етәкселек итеүсе орган булып тора. Унда бөтә ҡарарҙар консенсус нигеҙендә ҡабул ителә.
2011 йылдағы мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәрендә донъяның 18 % халҡы йәшәй[4].
Ҡатнашыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылдарҙа ойошманың составы һәм географик сиктәре киңәйә, 2021 йылдың майына уның составына 38 дәүләт[5][6], шул иҫәптән Европа берләшмәһенә ингән дәүләттәрҙең күпселеге инә. Европа комиссияһы (Евросоюз органы) ойошма эшендә айырым ағза булараҡ та ҡатнаша. Донъя эске тулайым продуктының 60 процент самаһы ағза-дәүләттәр өлөшөнә тура килә. Ойошмаға инеү датаһы күрһәтелмәгән дәүләттәр 1961 йылда уның ағзаһы була.
Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы киң аналитик эш алып бара, ағза илдәр өсөн тәҡдимдәр индерә һәм иҡтисади проблемалар буйынса күп яҡлы һөйләшеүҙәр ойоштороу майҙансығы булып хеҙмәт итә. Ойошма эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшө аҡсаны йыуыуға, һалым түләүҙән ҡасыу, коррупция һәм ришүәтселек ҡаршы көрәш менән бәйле.
Ойошманы киңәйтеү буйынса пландар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996 йылда Советтар Союзынан һуңғы Рәсәй, Эстония, Латвия һәм Литва илдәре Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инеү тураһында ғариза бирә. Ғаризалары кире ҡағыла.
Рәсәй һәм Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылдың майында ойошма етәкселеге Рәсәйҙе ағзалыҡҡа алыу тураһында һөйләшеүҙәр башларға ҡарар итә[10].
Рәсәй етәкселеге бер нисә тапҡыр, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү буйынса һөйләшеүҙәр тамамланғас, ойошмаға ҡушылыу процесы әүҙемләштереләсәк, тип күп тапҡыр билдәләй. 2012 йылдың авгусынан Рәсәй рәсми рәүештә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә һәм ағзалыҡ тураһында һөйләшеүҙәр башлай. 2013 йылдың февралендә сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары Андрей Денисов, Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инеү буйынса һөйләшеүҙәрҙе 2013—2014 йылдарҙа тамамлау планлаштырыла, тип белдерә. Ул шулай уҡ берәүҙең дә был һөйләшеүҙәрҙе тиҙләтергә йыйынмауын билдәләй[11].
2014 йылдың ғинуарында генераль секретарь Хосе Анхель Гурриа белдереүенсә, бөтә кәрәкле шарттар үтәлһә, Рәсәй ойошмаға 2015 йылда уҡ ҡушыла ала[12]. Әммә 2014 йылдың 13 мартында Ҡырымдың ҡушылыуы һәм Украинаның көнсығышындағы һуғыш арҡаһында Рәсәйҙе ағзалыҡҡа ҡабул итеү билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла[13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Warren Christopher. In the Stream of History: Shaping Foreign Policy for a New Era. — Stanford University Press, 1998. — 628 с. — ISBN 978-0-8047-3468-4.
- ↑ Access - Organisation for Economic Co-operation and Development (ингл.). www.oecd.org. Дата обращения: 28 июль 2022.
- ↑ OECD Secretary-General Mathias Cormann 2021 йыл 8 сентябрь архивланған. (инг.)
- ↑ Екатерина Щербакова. В странах ОЭСР проживает около 18% населения мира, но эта доля сокращается . www.demoscope.ru (2 ноябрь 2015). Дата обращения: 11 декабрь 2018. Архивировано 29 октябрь 2018 года.
- ↑ Our global reach (ингл.). www.oecd.org. Дата обращения: 30 декабрь 2020. Архивировано 29 октябрь 2019 года.
- ↑ List of OECD Member countries - Ratification of the Convention on the OECD . www.oecd.org. Дата обращения: 28 июль 2022.
- ↑ 7,0 7,1 OECD enlargement, OECD (7 Сентябрь 2010 года). 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Chile's accesssion to the OECD, OECD (7 мая 2010 года).
- ↑ Accession candidate countries, OECD (7 Сентябрь 2010 года). 2012 йыл 13 июль архивланған.
- ↑ OECD (16 May 2007). Chair's summary of the OECD Council at Ministerial Level, Paris, 15–16 May 2007 – Innovation: Advancing the OECD Agenda for Growth and Equity. Пресс-релиз. Проверено 2008-07-26.
- ↑ РФ надеется окончить переговоры по вступлению в ОЭСР в 2013—2014 годах | РИА Новости . Дата обращения: 13 февраль 2013. Архивировано 18 февраль 2013 года.
- ↑ Гурриа: Россия может вступить в ОЭСР в 2015 году . vestifinance.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2018. Архивировано 14 декабрь 2018 года. 2018 йыл 14 декабрь архивланған.
- ↑ Statement by the OECD regarding the status of the accession process with Russia & co-operation with Ukraine - OECD . www.oecd.org. Дата обращения: 11 декабрь 2018. Архивировано 10 ноябрь 2018 года.