Эстәлеккә күсергә

Замбия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гамбия менән бутамаҫҡа.

Замбия Республикаһы
Republic of Zambia  (инг.)
Dziko la Zambia  (ньянджа)
Замбияның гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Бер Замбия, бер милләт (ингл. One Zambia, One Nation
Гимн: «Ғорур һәм азат Замбия хаҡында баҫ һәм йырла»
Үҙаллылыҡ датаһы 24 октябрь 1964Бөйөк Британия)
Рәсми тел инглиз теле
Баш ҡала Лусака
Эре ҡала Лусака
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент
Вице-президент
Майкл Сата
Гай Скотт
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
38
752 614 км²
1
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

14 222 233[1][2] чел. (70)
17,2 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Бер кешегә

9 853 млрд. долл. (136)
900 долл.
КПҮИ (2013) 0,448 (низкий) (163 урын)
Валюта Замбия квачаһы (ZMK)
Интернет-домен .zm
Код ISO ZM
МОК коды ZAM
Телефон коды +260
Сәғәт бүлкәте +2

Замбия (ингл. Zambia), тулы рәсми исеме — Замбия Республикаһы (ингл. Republic of Zambia) — Көньяҡ Африкалағы дәүләт. Конго Демократик Республикаһы, Танзания, Малави, Мозамбик, Зимбабве, Ботсвана, Намибия, Ангола менән сиктәш, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы — Лусака.

1964 йылда Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ алған.

Замбия Көньяҡ Африкала урынлашҡан. Тропик климатлы, диңгеҙгә сығыу юлы булмаған, башлыса яйлала ятҡан ил. Майҙаны 752 614 км², донъяла 38-се урында. Территорияһы Замбези һәм Конго йылғалары бассейнына ҡарай. Замбия менән Зимбабве сигендә Замбези йылғаһында шарлауыҡтар, шул иҫәптән билдәле Виктория шарлауығы урынлашҡан.

Файҙалы ҡаҙылмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер аҫты байлыҡтарынан баҡыр, кобальт, зөбәржәттәр, алтын, көмөш, уран, ҡурғаш, цинк, күмер, марганец бар.

Замбия субэкваториаль климат зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Йыл дауамында өс миҙгел аныҡ үҙгәреш күҙәтелә: май айынан июлгә тиклем сағыштырмаса һалҡын һәм ҡоро миҙгел дауам итә; августан октябргә тиклем — эҫе һәм ҡоро; Ноябрҙән апрелгә тиклем — йылы һәм дымлы. Иң йылы айҙың (октябрь) уртаса температураһы тауҙарҙа һәм Луангва йылғаһы үҙәндәренд 23 °C-тан 27 °C тиклем, иң һыуыҡ (июль) ай температураһы — 14 -22 °C, таулы урындарҙа төндә һыуыҡ булыуы ихтимал. Яуым-төшөм, ҡағиҙә булараҡ, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан йылына 1250 мм-ҙан 700 мм-ға тиклем кәмей. Йылына 1500 мм-ҙан ашыу яуым-төшөм Мунсинг тауҙарының елле битләүҙәренә төшә. Илдең иң ҡоро райондары — Замбези һәм Луангва йылғаларының үҙәндәре (йылына 600—700 мм яуым-төшөм). Яуым-төшөмдөң 80—90 проценттан ашыуы ғинуар-март айҙарына тура килә[4].

Йылға селтәре тығыҙ һәм тармаҡланған. Ил территорияһының уртаса 4/5 өлөшө Замбези йылғаһы бассейнына ҡарай. Илдең төньяҡ-көнбайышындағы Замбези йылғаһы тәүҙә Замбиянан сыға, артабан илдең көньяҡ-көнбайыш өлөшө аша һәм уның көньяҡ сиге буйлап аға, иң ҙур Капуэ һәм Луангва ҡушылдыҡтарын ҡушыла. Замбезиҙағы Чобе (Линянти) йылғаһына ҡойған урында Виктория шарлауығы урынлашҡан, киңлеге буйынса донъяла иң ҙурҙарҙың береһе.[4]

Замбия территорияһында борондан кешеләр йәшәгән. Бер нисә мең йыл элек унда бушмен ҡәбиләләре (һунарсылар һәм йыйыусылар) көн иткән. Беҙҙең эра башында бушмендарҙы төньяҡтан килгән готтентоттар (игенселәр һәм малсылар) ҡыҫырыҡлап сығарған. Бер мең йыл самаһы ваҡыт үткәс, готтентоттарҙы Үҙәк Африканан килгән банту ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығарған.Замбия тропик Африкала иң боронғо тимер металлургияһы үҙәктәренең береһе һанала. Европалылар килгәнгә тиклем уның территорияһында матди мәҙәниәт үҫеше юғары кимәлдә булған бер нисә иртә дәүләт һәм ҡәбилә берләшмәләре (Бемба, Көнсығыш Лунда һәм Биса) булған. XVII быуат аҙағында Замбияның төньяҡ-көнсығышында көслө бойондороҡһоҙ иртә дәүләт ҡоролошо Казембе-Лунда ойоша. Тағы ла бер абруйлы сәйәси берәмек — Замбези йылғаһының үрге ағымының урта өлөшөндә XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән Лози (Баротсе) дәүләте һәм Көнбайыш Замбия провинцияһы составында баротселендтың ярым автономиялы берәмеге бурлыҡҡа килә[5].

XVIII быуатта Баротсе ҡол биләүселек дәүләте барлыҡҡа килгән. Шул уҡ XVIII быуатта тәүге европалылар килә башлай (португалдар). Ә XIX быуатта Замбия Төньяҡ Родезия исеме аҫтында Британия протекторатына әйләнә. XX быуатта, 1964 йылда, Замбия бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Замбия — күп партиялы системалы демократик ил. Дәүләт башлығы, хөкүмәт етәксеһе һәм баш командуюущий булып президент тора. Ул 5 йылға бер һайлана, бер кеше ике мөҙҙәттән ашыу президент вазифаһын биләй алмай. Парламент — Милли ассамблея — 158 депутаттан тора, 150-һе һайлана, һигеҙе президент тарафынан тәғәйенләнә. Парламент 5 йылға һайлана, президент уны таратыу хоҡуғына эйә.

  1. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  2. Department of Economic and Social Affairs Population Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations). Проверено 2009-03-12.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
  4. 4,0 4,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; автоссылка1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. ЗАМБИЯ | Энциклопедия Кругосвет. www.krugosvet.ru. Дата обращения: 22 май 2019. Архивировано 9 ғинуар 2019 года.