Зәйнәб бинт Йәһеш
Зәйнәб бинт Йәһеш | |
араб. زينب بنت جحش | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Бәррә бинт Йәһеш |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Милләте: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Йәһеш ибн Риаб |
Әсәһе: |
Үмәймә |
Ҡатыны | |
Зәйнәб бинт Йәһеш Викимилектә |
Зәйнәб бинт Йәһеш (Джахш) әл- Ҡорайши (ғәр. زينب بنت جحشвафаты- 20/642) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорайыш ҡәбиләһе әсәд ырыуынан. Атаһы Йәһеш ибн Риаб ибн Ямара ибн Сабра ибн Мурра ибн Әсәд ибн Һүзәймә, ә әсәһе — Үмәймә бинт Әбд әл-Мотталиб ибн Хашим[2].
Зәйнәб бинт Йәһеш тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул иткән. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәргә рисаләт инә башларҙан 20 йыл әүәл донъяға килгән. Тыуғанында бирелгән исеме Бәррә, мәгәр Мөхәммәт с.ғ.с уға яңы исем ҡуша - ул Зәйнәб исеме менән таныла[3].
Кейәүгә сыҡмаҫ элек үк әле Зәйнәб тәүгеләрҙән булып Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Аҫрау улы Зәйд ибн Харисты Пәйғәмбәр ҡоллоҡтан иреккә сығарған була, үҙ нәҫеленә ҡатнаштырып, Аллаһ Илсеһе элекке ҡолдарға кәмһетеп ҡарауға сик ҡуйырға теләй, сөнки шуғаса ирекле ҡатын-ҡыҙҙы ундайҙарға кейәүгә бирмәгәндәр. Зәйнәб баштан уҡ никахҡа ҡырҡа ҡаршы сыға, хурлана, әммә шунан алда ғына Пәйғәмбәребеҙ әмеренә буйһонмауҙы тыйыусы аят («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 36-сы аят) иңгәнлектән, сараһыҙҙан ризалаша. Мәгәр йәш ғаиләлә туҡтауһыҙ ыҙғыш китә, Зәйнәб ирен һис тә үҙ итергә теләмәй. Ҡатындың туған-тыумасаһы был хәлгә бик көйөнә, төрлөсә өгөтләп ҡарауҙар ҙа һөҙөмтә бирмәй. Зәйед талаҡ ҡылырға теләгәс, Пәйғәмбәребеҙ нисә мәртәбә ҡаршы була, әммә бер йылдан йәштәр айырылыша.
Пәйғәмбәребеҙ ошо ҡарар арҡаһында туғандары ғаиләһендә килеп сыҡҡан көйөнөстәр өсөн бик борсола һәм Зәйнәбкә өйләнеп, уларҙы ризалатырға теләй. Әммә элекке йолалар быға мөмкинлек бирмәй. Эш шунда, ғәрәптәрҙә аҫрау улдар үҙ улдары менән бер һаналған, ә ҡайныға килененә өйләнеү рөхсәт ителмәгән. Ләкин ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыттан һуң аҫрау улдар үҙ атаһы исеме менән йөрөтөлөргә тейешлеге, һәм улар аҫраусыһы менән ҡан ҡәрҙәшлеккә дәғүә итә алмауы тураһында аяттар иңә («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 4-5 аяттар). Аҫрау улдарҙың ҡатынына өйләнеүҙе тыйыусы йола ла юҡҡа сыға.[3].
Мөхәммәт с.ғ.с был никахтың емерелеүенә бик бошона. Ул Зәйнәбкә үҙе өйләнеп хәлде төҙәтергә уйлай, тик Зәйд ибн Харис уның аҫрауға алған улы була, йола буйынса Мөхәммәт с.ғ.с аҫрау улының ҡатынына өйләнә алмаған. Мәгәр күпмелер ваҡыттан был йоланы юҡҡа сығарыусы аяттар иңә [4]. Шул уҡ ваҡытта аҫрауға алған кеше ул балаға атай булараҡ исемен бирә алмай башлай [5]. Һижрәттең 5-се йылында Мөхәммәт с.ғ.с Зәйнәб бинт Йәһешкә өйләнә[3].[6]
Зәйнәб бик эшсән, игелекле һәи тәҡүә ҡатын була. Ул гел намаҙҙа була, ураҙа тота. Ул 53 йәшендә Мәҙинәлә вафат була. Мөхәммәт с.ғ.с вафатынан һуң хәләл ефеттәренән беренсе булып баҡый донъяға күсә.[3].
Зәйнәб бинт Йәһеш менән бәйле хәҙистән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйнәб Инәбеҙ Пәйғәмбәребеҙгә бик тә лайыҡ булырға тырыша һәм фарыз ғәмәлдәрҙе генә үтәү түгел, өҫтәп бик күп нәфел намаҙҙар уҡый, ураҙа тота. Бер саҡ Рәсүлебеҙ мәсеттә ниндәйҙер бау күреп ҡала һәм аптырап уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын һорай. Сәхәбәләр аяғында тора алмаҫлыҡ булып намаҙ уҡып арығас, Зәйнәб Инәбеҙҙең шуға тотоноп ғибәҙәт ҡылыуын әйтәләр. Пәйғәмбәребеҙ быны һис оҡшатмай, сисеп алырға бойора һәм:
— Хәлдән тайғансы ғибәҙәт ҡылыуҙың файҙаһы юҡ. Көсөгөҙ-хәлегеҙ булғанда ғына уҡығыҙ намаҙҙы, — тип әйтә.[7]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде А. Зайнаб бинт Джахш (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Зайнаб бинт Джахш . azan.kz (16 ноябрь 2012). Дата обращения: 23 июль 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Әл-Әхзәб 33:37—40
- ↑ Әл-Әхзәб 33:4, 5
- ↑ Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12
- ↑ Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Зәйнәб бинт Йәһеш (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ҡалып:ЭИ/2
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |