Эстәлеккә күсергә

Ғабдулла ибн Рәүәһа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдулла ибн Рәүәһа
ғәр. عبد الله بن رواحة
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны Мәҙинә, Мәҙинә йәмәғәте
Вафат булған көнө 629[1]
Вафат булған урыны Мута[d], Эль-Карак[d], Иордания
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Һөнәр төрө шағир, Һалдат
Уҡыусылар Әнәс ибн Мәлик
Һуғыш/алыш Бәҙер һуғышы, Өхүд һуғышы, Ур һуғышы, Битва при Хайбаре[d] һәм битва при Муте[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Ғабдулла ибн Рәүәһа Викимилектә

Әбү Мөхәммәт Ғабдулла ибн Рәүәһа әл-Хәҙрәжи (ғәр. عبدالله ابن رواحة‎;рус. Абдуллах ибн Раваха; ?, Мәҙинә, — 629, Мута) — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң билдәле сәхәбәләренең береһе, ансар.

Уның тулы исеме: Ғабдулла ибн Рәүәһа ибн Сәләбә әл-Хәҙрәжи. Ҡушаматтары: Әбү Мөхәммәт, Әбү Ғәмр һәм Әбү Рәүәһа. Абдулла Мәҙинәлә тыуған. Тыуған ваҡыты билдәле түгел. Сығышы менән хәҙрәж ырыуынан. Ғәкәбә янындағы икенсе ант ваҡытында ислам ҡабул иткән .

Мәккә мосолмандарының Мәҙинәгә күсенгәненән (Һижрәт) һуң, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәркәтибе һәм уға яҡындарҙың береһе була[2].

Ғабдулла ибн Рәүәһа Бәҙер, Өхүд, Ур һәм Хәйбәр һуғыштарында ҡатнаша[3].

629 йылда Мута янындағы алышта һәләк була [4]

Ғабдулла ибн Рәүәһа шағир булған. Ҡайһы бер мәжүси шағирҙар Мөхәммәт пәйғәмбәргә ҡарата мыҫҡыллы шиғырҙар яҙғанда, ул Пәйғәмбәрҙе яҡлап шиғырҙар ижад иткән[5]. Ҡөрьәндә был хаҡта аяттар бар[6]:

« Шағирҙарға килгәндә, эш былай тора. Уларға ла аҙашҡандар эйәрә. Күрмәйһеңме ни, улар нимә ҡылғанда​рын белмәйенсә (тилереп), болондар буйлап йөрөй. Һәм тормошҡа ашмаҫтай хыялый һүҙҙәр һөйләнәләр. (Үҙҙәре бул​дыра алмаған эшкә башҡаларҙы өндәйҙәр.) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Аллаһты онотмағандар һәм үҙҙәренә ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙан үҙҙәрен яҡлай алғандар, улар (Хаҡҡа ҡаршы шиғыр яҙған хыянатсы шиғырсылар) рәтендә түгел. Ғәҙелһеҙлек ҡылған залимдар үҙҙәренең ҡайҙа барасаҡтарын оҙаҡламай белерҙәр.
»
  1. ʿAbdallāh Ibn-Rawāḥa // https://data.cerl.org/thesaurus/cnp00402500 (ингл.)Consortium of European Research Libraries.
  2. O My Soul, Death Is Inevitable, So It Is Better for You to Be Martyred 2006 йыл 30 июнь архивланған., URL accessed 2009-09-30
  3. Али-заде, 2007
  4. THE BATTLE OF MU'TAH (Мута һуғышы)
  5. Али-заде А. А. Абдулла ибн Раваха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  6. Шағирҙар сүрәһе