Эстәлеккә күсергә

Ҡотан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Деревня
Кутаново
башҡ. Ҡотан
Ағиҙел йылғаһы аша күпер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Ырғыҙлы

Координаталар

52°59′03″ с. ш. 57°01′58″ в. д.HGЯO

Халҡы

317[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453585

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 816 002

ОКТМО коды

80 619 416 106

Кутаново (Рәсәй)
Кутаново
Кутаново
Ҡотан (Башҡортостан Республикаһы)
Кутаново

Ҡотан (рус. Кутаново) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ырғыҙлы ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816002.

Ҡотан ауылы Ағиҙел йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километр һәм тимер юл станцияһы Белореттан 180 километр алыҫлыҡта, «Башҡортостан» милли паркы территорияһында урынлашҡан.

Ҡотан ауылына 17951811 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. VII рәүиз буйынса унда 19 йорт булған.

1866 йылда Ҡотан Мәсетлеауыл, Мәсетле атамаһы менән теркәлгән. Был ваҡытта 13 йортта 118 кеше йәшәгән[3]. Бында йорт старшинаһы Йәрмөхәмәт Сирбаев менән ҡустыһы Монасип йәшәгән, ул Мәҡсүт, Үрге Нөгөш, Ғәҙелгәрәй, Ҡолғана, Һөйөш ауылдарын берләштергән 23-сө йортҡа идара иткән. Уларҙың барыһы ла Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонына ингән. Халҡы ярым күсмә тормош алып барған. Йәйләүгә сыҡҡандар. 90 кешегә ни бары 64 бот яҙғы иген сәселгән. Ауылға Бөрйән улусы аҫаба башҡорттары (хәҙерге Баймаҡ районы ауылынан күсеп килгән) нигеҙ һала. Ауыл булып ойошторолғанға тиклем үк бында утарҙар урынлашҡан булған, уларҙың барыһында ла башҡорттар йәшәгән[4][5].

Халыҡ малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған[6].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[1]
311361317
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 144
1920 йыл 26 август 186
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 154;
1959 йыл 15 ғинуар 175
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 223
2002 йыл 9 октябрь 311
2010 йыл 14 октябрь 317 169 148 53,3 46,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Ҡотан ауылында башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы[9], фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10][11].

  • Ағиҙел урамы (рус.  Агидель (улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
  • Суҡтал урамы (рус. Суктал (улица)
  • Тирәкле урамы (рус. Тирякле (улица)
  • Туйбаға урамы (рус. Туйбага (улица)[12]
  • Кәбәнташ[13]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡотан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Ҡотан ауылы
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46-47 бб.
  5. Куганово
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46-47 бб.
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  9. В Бурзянском районе после капитального ремонта открылась начальная школа-детский сад (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
  10. Ҡотан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  13. [1]