Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы
Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 сентябрь 1974 (50 йәш) |
Тыуған урыны | Йәшергән, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы (28 сентябрь 1974 йыл) — Рәсәй рәссамы. 2002 йылдан алып Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2002), халыҡ-ара һынлы сәнғәт — АИАП ЮНЕСКО ассоциацияһы ағзаһы (2012), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Рәссамдары союзы ағзаһы (2012).
Картиналары Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерланд, Төркиә галереяларында урынлашҡан[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раушания Бәҙретдинова 1974 йылдың 28 сентябрендә «башҡорт Йәшергән ауылында»[2] тыуа.
Һуңыраҡ ғаилә Стәрлебаш районынан Ишембайҙың Перегонный биҫтәһенә күсенеп килә. Бында Раушания 5-се урта мәктәпкә[3] һәм һынлы сәнғәт һөнәре буйынса балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлай. Рәсем төшөрөү сәнғәтенә уны Любовь Леонидовна Грачёва өйрәтә[2]. Художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1988), ул туған бишенсе мәктәбендә рәсемдән уҡыта. 1989 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 2-се педагогия колледжына рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә. 1993 йылда колледжды тамамлағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер Сәнғәт академияһы) тамамлай. Уҡып йөрөгәндә «Иҫке Өфө» нәшриәтендә эшләй[3]
2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында юғары белем ала.
Колледжда һәм институтта уҡыған ваҡытта даими йәштәр, ҡала, төбәк һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бынан тыш, матбуғаттың ыңғай баһаһын алып, ундан ашыу шәхси күргәҙмәләр үткәрә.
2003 йылдан муниципаль белем биреү учреждениеһында — «Йондоҙлоҡ» балалар ижады үҙәгендә рәсемдән уҡыта.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылдан кейәүҙә. Ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй, шулай уҡ тәрбиәгә ул ҡабул итә.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башҡортостан республикаһы» гәзите версияһы буйынса «Йыл кешеһе» (2014)[4] — «Ауырыу балаларға әүҙем ярҙамы өсөн»[5]. Халыҡ-ара New York Realism конкурсында алтын миҙал, шулай уҡ Туринда (Италия) рәссамдарҙың ARS INKOGNITA биенналеһында алтын миҙал яулай (Италия)[6].
2015 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә башҡорт рәссамының «Ағиҙел йылғаһы буйында ҡала» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асыла[7][8][9][10].
Картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡса ике хәйриә фондына тапшырыла, уларҙың береһе «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды була.[7].
Өфөлә 2015 йылдың июнендә ШОС һәм БРИКС саммиттарының мәҙәни программаһы сиктәрендә Өфө сәнғәт галереяһында масштаблы арт-экспозицияһына эштәре ҡуйыла[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Верховный муфтий посетил выставку известного башкирского художника " Уфимские Вести. Новости Уфы и Башкортостана
- ↑ 2,0 2,1 Светлого марта привет — Газета Труд
- ↑ 3,0 3,1 http://raushani.ru/2/ 2016 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ В УГАТУ проходит персональная выставка лауреата конкурса «Человек года» Раушании Бадретдиновой — Лента новостей Уфы
- ↑ Сайт газеты «Республика Башкортостан» — Социум — Антикризисная команда — 2014 (недоступная ссылка).Дата обращения: 18 августа 2015.Архивировано 3 января 2015 года.
- ↑ Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2012. — С. 39. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.
- ↑ 7,0 7,1 Выставка Раушании Бадретдиновой 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Презентация выставки Раушании Бадретдиновой «Город у белой реки» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ В Москве открылась персональная выставка башкирской художницы Раушании Бадретдиновой // КУЛЬТУРА | новости башинформ.рф
- ↑ Этнический авангард, живописная графика и графическая живопись, декоративный войлок, а также многие другие виды творчества . Дата обращения: 18 август 2015. Архивировано 1 июль 2015 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья «Светлого марта привет» газета Труд
- Картины художника Раушании Бадретдиновой 2021 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Выставка творческой группы «ЧАК-ЧАК» в Стерлитамаке 2021 йыл 28 сентябрь архивланған.