Зөләйха (персонаж)
Зөләйха | |
араб. زليخة | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Милләте: |
мысырлы |
Дине: Ағымы: |
|
Ире | |
Ҡөрьән шәхесе | |
Исеме башҡа телдәрҙә: |
йәһ. זוליכה |
Ҡөрьәндә телгә алыу: | |
Бәйле персонаждар: | |
Ваҡиғалар: |
Йософ тарихы |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Разное: |
персонаж арабских преданий |
Зөләйха (ғәр. زليخة, рус. Зуле́йха, Зулейка) — Ҡөрьәндә Йософ сүрәһендә телгә алынған ҡатын-ҡыҙ . Ҡөрьәндә исеме аталмай, әммә ғәрәп-мосолман риүәйәтенән уның Зөләйха исемле булыуы билдәле. Библиялағы Потифарҙың ҡатыны менән тиңләштерелә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәнгә ярашлы, Йософ пәйғәмбәрҙең ағалары көнләшеү тойғоһонан уны ҡоҙоҡҡа ташлағас, эргәһенән үтеп барған каруан кешеләр ҡотҡара. Улар Мысырға ю
Зөләйха |
ллана һәм Йософто ҡоллоҡҡа һата. Йософто алған хужа ҡатынына: «Уны яҡшы ҡара. Бәлки, ул беҙгә кәрәк булыр йәки беҙ уны уллыҡҡа алырбыҙ», ти[2]. Был ҡатын Зөләйха була ла инде. Зөләйха иһә Йософ пәйғәмбәргә ғашиҡ була. Йософтоң һөйөүенә өлгәшә алмағас, уны көс менән алырға ҡарар итә. Зөләйха ире инеп килгәндә Йософтоң ҡосағынан сыҡҡан булып, ишек яғына ҡаса, егетте үҙенә бәйләнеүҙә ғәйепләй, шунан һуң тегеһе зинданға ябыла. Унда Йософ күп йылдар дауамында була, әммә һуңынан уның ғәйепһеҙлеге иҫбатлана һәм азат ителә[3].
Ҡайһы бер риүәйәттәргә ярашлы, ире үлгәндән һуң Зөләйха Йософҡа кейәүгә сыға. Әммә Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрендә һәм башҡа сығанаҡтарҙа был хәбәр раҫланмай. Күп кенә ислам дине белгестәре Йософ менән Зөләйханың өйләнеү тарихын уйлап сығарылған тип иҫәпләй[3].
Йософ менән Зөләйха
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йософ менән Зөләйха — Көнсығыш халыҡтарының күп әҙәби ҡомартҡыларындағы күсеп йөрөгән сюжет. IХ — XV быуаттарҙағы шиғри әҫәрҙәрҙә, шул иҫәптән Фирҙәүси һәм Джами әҫәрҙәрендә лә урын алған.
Сюжеттың беренсе өлөшө Библия хикәйәһенә нигеҙләнгән (Ҡөрьән сүрәһендә ҡабатланған): Потифарҙың ҡатыны хеҙмәтсеһе Иосифҡа ғашиҡ була, әммә егет уны кире ҡаға, һәм ҡатын уға яла яғып, төрмәгә яптыра. Библияла артабан был ҡатын, фирғәүендең уңышлы карьера яһаған Иосифты ниндәйҙер вельможаның ҡыҙына өйләндергәнен иҫәпкә алмағанда, телгә алынмай. Ислам интерпретацияһында Зөләйха хикәйәләүҙән юҡҡа сыҡмай, ә киреһенсә, Йософтоң йөрәген яулай[4].
Зөләйханың Йософҡа булған һөйөүе Библияға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ, таҙа, юғары һәм мәңгелек хис-тойғо, фиҙакәр мөхәббәт һүрәтләнә. Шуның арҡаһында сюжет шиғриәттә тарала.
Көнсығыш әҙәбиәтендә был темаға бөтәһе 150-гә яҡын әҙәби әҫәр иҫәпләнә (өҫтәүенә шуларҙан 45 самаһы[4] төркисә). Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, был поэмалар өсөн дөйөм булған, әммә Ҡөрьәндә булмаған күп деталдәр өҫтәлгән[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шиммель А. Мир исламского мистицизма. — 2017. — С. 418.
- ↑ Йусуф https://ru.quranacademy.org/quran/12:21-21/kul
- ↑ 3,0 3,1 Али-заде, 2007
- ↑ 4,0 4,1 Равшанова, Гулрухбегим Кахрамоновна Поэмы цикла «Юсуф и Зулейха» // Молодой ученый. — 2015. — В. 89. — ISSN 2072-0297. Архивировано из первоисточника 8 сентябрь 2018.
- ↑ Равшанова Г. К. Поэмы цикла «Юсуф и Зулейха» // Молодой ученый. — 2015. — № 9. — С. 1405—1407. — URL [1] (дата обращения: 08.09.2018)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Зулейха // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Сафарова Ҳ. Рабғузийнинг «Қиссаи Юсуф Сиддиқ алайҳис-салом» асари манбалари, филол.фан. номзоди илмий даражасини олиш учун ёзилган диссертация, 2001
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |