Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ялут ғәр. جَالُوت Шәхси мәғлүмәт Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:
военный вождь
Тыуған көнө:
билдәһеҙ
Үлем көнө:
билдәһеҙ
Дине: Ағымы:
Ҡөрьән шәхесеИсеме башҡа телдәрҙә:
йәһ. גלית — Гольят; лат. Goliath ; бор. грек. Γολιάθ
Тиңләнә:
Голиаф [d]
Категория:
дәһри
Ҡөрьәндә телгә алыу:
3 тапҡыр: Әл-Бәҡара 2:249—251
Бәйле персонаждар:
Талут , Дауыт
Ваҡиғалар:
Дауыт менән алыш
Ялут (ғәр. جَالُوت , рус. Джалут ) — әмәлектәрҙең ҡәбилә башлығы, Мысыр менән Фәләстин араһында йәшәгән. Библиялағы Голиаф менән тиңләштерелә.
Ялут Бәнү Исраил улдарын еңә, шунан һуң тегеләр Шәмуил пәйғәмбәргә мөрәжәғәт иттә. Пәйғәмбәр уларға батша итеп Талутты тәғәйенләгән булған.
Ҡөрьән буйынса, Ялут Талутҡа һөжүм иткән. Әмәлектәргә ҡаршы сыҡҡас, исраилдәрҙең бер өлөшө ҡурҡып, «Аллаһтың ихтыяры буйынса» ҡасып китә. Ҡалған яугирҙар һөжүмен дауам итә, алышҡа инә һәм еңеү яулай, ә Ялут Дауыт пәйғәмбәр тарафынан үлтерелә [ 1] .
Мосолман риүәйәтендә Ялут образы өҫтәмә баһаламалар ала. Ялут төрлө варианттарҙа йә ғәрәби, йә ханааан йәки бербер батшаһы булараҡ бәйән ителә[ 2] .
Әллә һин Мусанан һуң Исраил улдарының атаҡлы кешеләрен күрмәнеңме; уларҙың үҙ пәйғәмбәренә: «Беҙгә батша билдәлә, шул уаҡытта беҙ Алла юлында һуғышырбыҙ!» — тигәндәрен? Ул: «Әгәр һеҙгә һуғышырға бойоролһа, бәлки, һеҙ һуғышмаҫһығыҙ?» — тине. Улар: «Беҙ үҙ йорттарыбыҙҙан ҡыуылғас һәм балаларыбыҙҙан айырылғас, ни өсөн беҙгә Аллаһ юлында һуғышмаҫҡа ти?» — тинеләр. Һуғышырға бойоролғайны, уларҙың бик аҙынан башҡалары боролоп китте. Аллаһ залимдарҙы белә! Һәм уларға үҙ пәйғәмбәрҙәре: «Бына Аллаһ һеҙгә Талутты батша итеп ебәрҙе»,—тине. Улар: «Нисек инде ул беҙҙең өҫтән хакимлыҡ итһен? Беҙ хакимлыҡ итергә унан да лайығыраҡбыҙ, уның мөлкәте лә етешле түгел бит»,— тинеләр. Ул: «Аллаһ һеҙгә уны һайланы, уны белем дә, тән яғынан да артыҡ, киң ҡылды. Ысынлап та, Аллаһ Үҙ хакимиәтен теләгән кешеһенә бирә»,—тине. Аллаһ бөтә нәмәне ҡоса, белә! Үҙ пәйғәмбәрҙәре уларға: «Уның хакимлығының аяты шунда: һеҙгә табут килер, ул табутта Раббығыҙҙан күңел тыныслығы килер, һәм Муса, һәм Һарун ырыуҙары ҡалдырғандың ҡалдыҡтары булыр. Уны фәрештәләр килтерә. Ысынлап та, бында һеҙгә аяттар бар, әгәр һеҙ мөьмин булһағыҙ»,— тине. Талут ғәскәр менән сыҡҡас: «Аллаһ һеҙҙе йылға менән һынай, кем шул йылғанан һыу эсһә, ул минеке түгел, ә кем уны татып ҡарамаһа, ул — минеке; әлбиттә, усы менән алып һемергән кешеләрҙән башҡаһы,— тине. Ул йылғанан эстеләр — бик аҙҙарынан башҡаһы. Ул һәм уның менән иман килтергән кешеләр йылғаны кисеп сыҡҡас: «Бөгөн Ялут һәм уның ғәскәре менән һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ!» — тинеләр. Ә Алланы осратабыҙ тип уйлаған кешеләр: «Алланың рөхсәте менән ҙур булмаған бер нисә төркөм күп кешеле төркөмдө еңде бит»,— тинеләр. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән! Улар Ялут һәм уның ғәскәре алдына килгәс: «Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир, аяҡтарыбыҙҙы нығыт, кафырҙарға ҡаршы ярҙам ит!» — тинеләр. Аллаһтың рөхсәте менән уларҙы ҡасырға мәжбүр иттеләр, һәм Дауыт Ялутты үлтерҙе, Аллаһ Дауытҡа хакимиәт һәм хикмәт бирҙе һәм Үҙе теләгән нәмәләрҙе өйрәтте. Әгәр Аллаһ кешеләрҙе бер-береһенән тыйып тормаһа, ер йөҙө боҙоҡланыр ине, әммә Аллаһ — ғәләмдәр өсөн йомартлыҡ эйәһе! Бына шулай Аллаһтың аяттары. Беҙ уларҙы һиңә хаҡлыҡ менән уҡыйбыҙ, һәм, ысынлап та, һин — рәсүлдәрҙән.
Али-заде, А. А. Джалут // Исламский энциклопедический словарь. — М . : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.) .
Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М . : Советская энциклопедия, 1987—1988.