Малик (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Малик — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малик (Мәлик) башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, эйә, хужа; башлыҡ, батша, солтан мәғәнәһен аңлата[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (18 апрель 1944 йыл — 18 февраль 1993 йыл) — кинорежиссёр, 1991—1993 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе.
Балапанов Малик Хәмит улы(19 ноябрь 1958 йыл) — ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).
Мәлик ибн Әнәс, имам Мәлик (ғәр. مالك ابن أنس الأصبحيمالك ابن أنس الأصبحيғәр. مالك ابن أنس الأصبحي; исеме аҫтында билдәле — фәких, мөхәддис, мәликит мазхабенә нигеҙ һалыусы һәм эпоним.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маликов Рәмил Фәрүҡ улы(20 ғинуар 1951 йыл) − ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (2 февраль 1937 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1992).<b
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18 май 1941 йыл) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр.
- Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы 8 ноябрь 1962 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Мәликов Ариф Жангир уғлы (әзерб. Arif Cahangir oğlu Məlikov; 13 сентябрь 1933 йыл, Баҡы— 9 май 2019 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Әзербайжан композиторы, педагог. Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (198]). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- Маликов Борис Зөфәр улы (29 октябрь 1947 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (2006). Эске хеҙмәт полковнигы[2].
- Маликов Рөстәм Илкәм улы (2 апрель 1959 — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007) һәм профессор (2008). Башҡортостандың атҡағаҙанған фән эшмәкәре (2013). Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл — 7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны
- Маликов Зәки Рамаҙан улы (7 ғинуар 1923 йыл — 9 май 2011 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры
- Маликов Рәйеф Сәлих улы (24 август 1952 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001), Дуҫлыҡ (2008) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2007).
Атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Мәсхүт Малик улы (13 ғинуар 1947 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Малик (рус. Маликово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 13 кеше<ref>Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәлик (вазифа) (рус. Мали́к, ғәр. ملك — m’alik, ивр. аналогы — мелех מלך) — ғәрәп монарх титулы, шулай уҡ шул дәрәжәләге шәхес. Әмир йәки солтан кеүек башҡа телдәргә тәржемә ителмәй торған ғәрәп монархтары титулдарынан айырмалы, мәлик һүҙен «король» йәки «батша» тип тәржемә итәләр. Мәҫәлән, Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн, Иордания, Марокко хакимдары — мәликтәрҙе король тип, ә илдәрен ғәрәпсә «мәликлек» йәки «мәмләкәт» (ғәр. مملكة — mamlakah) тип атайҙар. Ғәрәптәр был титул менән исламға тиклемге һәм мосолман булмаған монархтарҙы ла (боронғо монархтар икәнде аңлатыр өсөн) атап йөрөтә. Был һүҙ «батша» тигәнгә тап килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ ПРЕПОДАВАТЕЛИ КАФЕДРЫ ЮРИСПРУДЕНЦИИ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |