Зәйнәб бинт Йәһеш: өлгөләр араһындағы айырма
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
31 юл: | 31 юл: | ||
{{Islam-bio-stub}} |
{{Islam-bio-stub}} |
||
{{Ҡөрьән персонаждары}} |
{{Ҡөрьән персонаждары}} |
||
{{Тышҡы һылтанмалар|Ислам}} |
|||
[[Категория:Мөһәжирҙәр]] |
[[Категория:Мөһәжирҙәр]] |
16:01, 22 октябрь 2017 өлгөһө
Зәйнәб бинт Йәһеш | |
араб. زينب بنت جحش | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Барра бинт Джахш |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Милләте: | |
Дине: | |
Атаһы: |
Джахш ибн Риаб |
Әсәһе: |
Умайма |
Ҡатыны | |
Зәйнәб бинт Йәһеш Викимилектә |
Зәйнәб бинт Йәһеш (Джахш) әл- Ҡорайши (ғәр. زينب بنت جحشвафаты- 20/642) — Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.
Биографияһы
Ҡорайыш ҡәбиләһе әсәд ырыуынан. Атаһы Йәһеш ибн Риаб ибн Ямара ибн Сабра ибн Мурра ибн Әсәд ибн Һүзәймә, ә әсәһе — Үмәймә бинт Әбд әл-Мотталиб ибн Хашим[2].
Зәйнәб бинт Йәһеш тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул иткән. Ул Мөхәммәд Пәйғәмбәргә рисаләт инә башларҙан 20 йыл әүәл донъяға килгән. Тыуғанында бирелгән исеме Бәррә, мәгәр Мөхәммәд с.ғ.с уға яңы исем ҡуша - ул Зәйнәб исеме менән таныла[3].
Кейәүгә сыҡмаҫ элек үк әле Зәйнәб тәүгеләрҙән булып Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Мөхәммәд с.ғ.с яһилиәт (джахилия) осоронан ҡалған ҡолдарға ирекле ҡыҙ биреүгә тыйыу йолаһын бөтөрөр өсөн уны үҙенең ҡоллоҡтан иреккә сығарылған Зәйд ибн Харисҡа бирергә була. Зәйнәб тә, ағалары ла был никахҡа ҡаршы була, мәгәр Әл-Әзһәб сүрәһендәге 36-сы аят иңгәндән һуң ҡыҙ быға ризалаша. [4]. Уның никахы бик бәхетһеҙ булып сыға, улар насар йәшәй, һәм Зәйд ибн Харис уның менән айырылышырға була. Пәйғәмбәрҙең татыулаштырырға тырышыуына ҡарамаҫтан, бер йылдан улар айырылышалар[3].
Мөхәммәд с.ғ.с был никахтың емерелеүенә бик бошона. Ул Зәйнәбкә үҙе өйләнеп хәлде төҙәтергә уйлай, тик Зәйд ибн Харис уның аҫрауға алған улы була, йола буйынса Мөхәммәд с.ғ.с аҫрау улының ҡатынына өйләнә алмаған. Мәгәр күпмелер ваҡыттан был йоланы юҡҡа сығарыусы аяттар иңә [5]. Шул уҡ ваҡытта аҫрауға алған кеше ул балаға атай булараҡ исемен бирә алмай башлай [6]. Һижрәттең 5-се йылында Мөхәммәд с.ғ.с Зәйнәб бинт Йәһешкә өйләнә[3].
Зәйнәб бик эшсән, игелекле һәи тәҡүә ҡатын була. Ул гел намаҙҙа була, ураҙа тота. Ул 53 йәшендә Мәҙинәлә вафат була. Мөхәммәд с.ғ.с вафатынан һуң хәләл ефеттәренән беренсе булып баҡый донъяға күсә. [3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Али-заде А. Зайнаб бинт Джахш (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Зайнаб бинт Джахш . azan.kz (16 ноябрь 2012). Дата обращения: 23 июль 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Әл-Әхзәб 33:36
- ↑ Әл-Әхзәб 33:37—40
- ↑ Әл-Әхзәб 33:4, 5
Әҙәбиәт
- Али-заде, А. А. Зәйнәб бинт Йәһеш (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ҡалып:ЭИ/2
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |