Маячный (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маячный
Нигеҙләү датаһы 1973
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Почта индексы 462216
Карта

Маяҡлы (рус. Маячный) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Загорный совхозы

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сик билдәһе

Ҡасаба Яйыҡ ҡушылдығы Әлимбәт йылғаһы буйында, диңгеҙ кимәленән 305 метр бейеклектә урынлашҡан. Район үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһына тиклем ара 58 саҡрым тәшкил итә. Яҡындағы Урал ҡасабаһынан — 15 саҡрым. Ҡасабанан 15 саҡрым алыҫлыҡта Ырымбур-Орск трассаһы үтә. Яҡында урынлашҡан тораҡ пункттар: төньяҡта — 4-се ферма, көнсығышында — Айтыуар, көньяғында — Ольховка, Урал (Ырымбур өлкәһе)

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

  • Уртаса йыллыҡ температура — +5 C°
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 5,5 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 68 %

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атамаға ошондай аңлатма бирә:1960 йылғы исемлектә «Ҡыуандыҡ» совхозының 5-се фермаһы тип теркәлгән. Шулай уҡ өс яҡтан убалар уратып алынғанлыҡтан, Загорный тигән атамаһы ла булған. 1960-сы йылдарҙа уның эргәһендәге тауында урынлашҡан металл геодезия манараларына ҡарап, халыҡта Маяҡлы (Маячный) тип атай башлайҙар[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур дебет шәле менән дан тота. «Загорный» совхозы ла кәзә дебете етештереүгә ҡулайлаша. Совхоздың беренсе директоры Владимир Михайлович Гречников һөйләүе буйынса, «Загорный» 1971 йылда «Ильин», «Ҡыуандыҡ», «Горный» совхоздарының алыҫ бүлексәләре һәм элекке дәүләт малсылыҡ биләмәһе иҫәбенә барлыҡҡа килгән. Унда, район үҙәгенән алты тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта, Ҡаҙағстан менән сиктәш урында, игенселек өсөн яраҡлы булмаған убалы урындар, һәм үҙләштерелмәгән көтөүлек майҙандарында кәзәләр үрсетеү өсөн иң ҡулай шарттар була. Кәзәләрҙең һаны хатта 30 меңгә етә. Тик уҙған быуаттың 90-сы йылдарында совхоз көрсөккә төшә[4].

1966 йылда «Ҡыуандыҡ» совхозының 5-се һанлы фермаһы РСФСР Юғары Советы президиумы Указы менән Маяҡлы тип үҙгәртелә[5].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2010[6]
538

Иҫтәлекле урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маяҡлы ҡасабаһынан 10 км алыҫлыҡта «Ырымбур» ҡурсаулығының «Айтыуар далаһы»һы биләмәһенең бер өлөшө урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. https://ria56.ru/posts/vsem_kormilica_-_koza2154878998875589.htm Всем кормилица — коза!
  5. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.