Раевка (Әлшәй районы)
Раевка | |
Раевка | |
Нигеҙләү датаһы | 1890 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Раевка |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Раевка ауыл Советы (Әлшәй районы)[2] һәм Әлшәй районы |
Административ-территориаль берәмек | Раевка ауыл Советы (Әлшәй районы)[2], Әлшәй районы һәм Бәләбәй өйәҙе |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
12 767 кеше (1959)[3], 13 099 кеше (1970)[4], 13 622 кеше (1979)[5], 17 750 кеше (1989)[6], 20 022 кеше (2002)[7], 20 330 кеше (2009)[8], 19 557 кеше (2010)[9], 20 041 кеше (2012)[10], 20 014 кеше (2013)[11], 19 874 кеше (2014)[12], 19 588 кеше (2015)[13], 19 517 кеше (2016)[14], 19 384 кеше (2017)[15], 19 294 кеше (2018)[16], 19 058 кеше (2019)[17], 18 976 кеше (2020)[18], 18 698 кеше (2021)[19] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 115 метр[20] |
Майҙан | 37,2 км² |
Почта индексы | 452120 |
Рәсми сайт | spraevsky.ru |
Урындағы телефон коды | 34754 |
Раевка Викимилектә |
Раевка (Әлшәй; рус. Раевский) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 19557 кеше булған[21]. Почта индексы — 452120, ОКАТО коды — 80202851001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылда, Ишембай ауылы янында нефть ятҡылығы асылыу сәбәпле, Өфө — Ишембай тимер юлы һалына, шуға бәйле Әлшәй районында, боронғо аҫаба башҡорт ауылы Әлшәйҙән 1 — 1,5 км алыҫлыҡта Раевка тимер юл станцияһы ла асыла. Артабанғы йылдарҙа был ике тораҡ пункты ҡушыла, һәм 1938 йылда, Әлшәй районы барлыҡҡа килгән ваҡытта, район үҙәге итеп Раевка эшселәр ҡасабаһы раҫлана. Шулай итеп, Әлшәй ауылы бөтә карталар һәм административ белешмәләрҙән төшөп ҡала. Әммә был ауылдың тарихын урындағы халыҡ бик яҡшы белә.
Әлшәй ауылына нигеҙҙе Әлшәй Мәргән уҙаман һала. XVIII быуаттың ҡиммәтле ҡомартҡыһы булған "Салауат телмәрендә" унан алдағы баш күтәреүҙәр осоронда карателдәр тарафынан язалап үлтерелгән башҡорт батырҙары араһында Әлшәй батыр ҙа телгә алына. 1841 — 1842 йылдарға ҡараған белешмәләргә ярашлы, Әлшәй ауылында 175 ир-егет һәм 162 ҡатын-ҡыҙ йәшәй... Ә 1870 йылда ауылда 65 йорт теркәлә, уларҙа 538 кеше йәшәй. XIX быуаттың етмешенсе йылдарында бында бер мәсет, ике училище, шулай уҡ олоҫ идараһы урынлаша. [22] |
«Башҡортостан Республикаһының Топонимдар һүҙлегендә», район үҙәгенә әйләнгән ҡасаба башҡорт ауылы Әлшәй урынында барлыҡҡа килә[23].
Батша хөкүмәте А. Ф. Раевты (1823—1901) 1863—1864-се йылдарҙа хәрби компания сараһын уңышлы уткәргәне өсөн хәҙерге Раевка ҡасабаһы һәм Дәүләкән райондарына ингән (Раево,Ноздеревка, ауылдары) ер биләмәләре менән бүләкләй. Раев үҙ иҫәбенә имениеһында тимер юлы төҙөй, хәҙер ул Раевка туҡталышы тип йөрөтөлә. Бынан тыш ул мәктәп һәм сиркәү төҙөй. Раевка ҡасабаһына Вязовка ауылдарынан күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һала[24].
Әлшәй ауылы нигеҙендә үҫеп сыҡҡан Раевка ҡасабаһы бик йылдам төҙөкләнә, матурлана. Әммә халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән Әлшәй Мәргән батырҙың исемен оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Николай II Раевкала[25]
ЛЕНИН башҡорт Яхъя Туҡаев утарында[26]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — урыҫтар (36,2 %), татарҙар (31,5 %), башҡорттар (23,8 %).[27].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1906 йыл | 400 | ||
1920 йыл 26 август | 5800 | ||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 10031 | 4830 | 5201 |
1959 йыл 15 ғинуар | 12776 | 5611 | 7165 |
1970 йыл 15 ғинуар | 12769 | 5837 | 6932 |
1979 йыл 17 ғинуар | 12843 | 5676 | 7167 |
1989 йыл 12 ғинуар | 17049 | 8006 | 9043 |
2002 йыл 9 октябрь | 20022 | 9360 | 10662 |
2010 йыл 14 октябрь | 19557 | 9113 | 10444 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. 29 июнь 2021, Раевка ауылында 375 урынлыҡ яңы мәктәпте 2022 йылдың 1 сентябренә асырға йыйыналар[28]
- Атайсал. 23 февраль 2021, Әрме дуҫлығы — мәңгелек[29]
- Әлшәй хәбәрҙәре. 14 май 2020, Еңеү көнөндә Раевка ауылында герой-әлшәйҙәргә бюст асылды[30]
Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өсмөйөшлө һалдат хаттары һәм уларҙың яҙмыштары[31]
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2020 йылғы Раевка ҡасабаһы, Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы. 2021 йылдың 15 апрелеYouTube сайтында Видео
- Раевка ауылына барыу. 2020 йылдың 3 ноябре.YouTube сайтында Видео
- Әлшәй районы Раевка быуаттар аша!!! 2020 йылдың 4 мартыYouTube сайтында Видео
- 7 июндә Ураҙмәт, Раевка ауылдары (Әлшәй районы, Башҡортостан) һабантуйы уҙғарыла. 2021 йылYouTube сайтында Видео
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильяс Юлдашев, 13-сө Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.
- Ҡотлозаман Ишкилдин (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Рамаҙан Ҡаҙыбәков, 13-сө Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.
- Лек Вәлиев (1935—1992), режиссёр. 1965—1969 һәм 1981—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры, 1971—1981 йылдарҙа — баш режиссёры. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1972) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
- Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (29.11.1920—10.12.2008), ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1961—1964 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1970 йылдан сектор мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1971 йылдан — сектор мөдире; 1990 йылдан Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының баш ғилми хеҙмәткәре; 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—1998 йылдарҙа лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почётлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Мельников Николай Павлович (9.12.1922—30.05.1995), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы[32].
- Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (21.01.1959), график. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы[33].
- Ләйсән Үтәшева (1985) — билдәле Рәсәй спортсыһы һәм телевидениела (НТВ, НТВ +, Россия-2 телеканалдары) алып барыусы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, команда иҫәбендә донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы.
- Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16.12.1948), комсомол, партия, хужалыҡ, банк һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы (2010)[34].
- Килеева Роза Ҡасим ҡыҙы (15.04.1940)-РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985).[35] 396-сы б.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Викисклад (билдәһеҙ) — 2004.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә — ил тарихы. Өфө, Китап, 1993. 141-143-сө биттәр
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. Өфө. Китап. 168-се бит
- ↑ Страницы истории родного края. Давлекановский район. Краеведческий сборник. Сост. М. М. Гатауллина-Давлеканово,2005 г. 170 стр.
- ↑ Альшеевский район (история родного края)
- ↑ Альшеевский район (история родного края)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ [3]
- ↑ Өсмөйөшлө һалдат хаттары һәм уларҙың яҙмыштары
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мельников Николай Павлович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 декабрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәсәлимов Урал Тимербулат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
- ↑ Башкирская энциклопедия — АХМАДЕЕВ Амир Муллагалиевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2018)
- ↑ Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә — ил тарихы. Өфө. Китап. 1993. 6000 дана. 256 бит.
- Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. Өфө. Китап. 2002. 5000 дана. 253 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Раевка (Әлшәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2018)
- Администрация МР Альшеевский район Республики Башкортостан (рус.)
- Администрация СП Раевский сельсовет МР Альшеевский район Республики Башкортостан (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Раевка (Әлшәй районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
- Новостной сайт села Раевский и Альшеевского района 2019 йыл 9 апрель архивланған.