Эстәлеккә күсергә

Иҫке Собханғол (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старое Субханкулово битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Старое Субханкулово
башҡ. Иҫке Собханғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл биләмәһе

Собханғол ауыл советы

Координаталар

54°33′44″ с. ш. 53°48′45″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1740

Элекке исеме

Собханғол, Зайкин, Егетәк, Смайкин

Халҡы

784[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452774

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 251 861 003

Код ОКТМО

80 651 461 111

Номер в ГКГН

0303748

Старое Субханкулово (Рәсәй)
Старое Субханкулово
Старое Субханкулово
Иҫке Собханғол (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Старое Субханкулово

Иҫке Собханғол (рус. Старое Субханкулово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 784 кеше[2]. Собханғол ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 452774, ОКАТО коды — 80251861000.

Ҡаҙан юлы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙҙәренең ерҙәрендә Собханғол исеме аҫтында ауылға нигеҙ һалған. Собханғол 1740 йылдан билдәле (типтәрҙәрҙе ҡабул итеү датаһы). 1780 йылда ошо уҡ шарттарҙа бында яңы типтәрҙәр төркөмө урынлаша. Шулай уҡ Зайкин, Егетәк, Смайкин исеме аҫтында яҙып алынған.

Ауыл кешеләренең һөйләүҙәре буйынса, Аҙнағол халҡы Собханғол исемле яңы ауылға нигеҙ һалған. Уның элекке кешеһе, хәҙер Өфөлә йәшәүсе Хәбибулла Муллайәлил улы Муллайәлилов, 1909 йылғы отставкалағы подполковник, атаһы төҙөгән тыуған ауылы тарихы тураһындағы яҙмалар нигеҙендә, уның алыҫ ата-бабаһы Собханғол Мансуров беренсе күскенсе булған, тип раҫлай. Беҙ уның менән бергә 1795 йылғы V ревизия материалдары буйынса эште асабыҙ, унда 56 йәше тулған Собханғол Мансуровтың, йәғни 1739 йылда тыуғанын күрәбеҙ. Ошо уҡ ауылда Мәсәғотов фамилиялы икенсе Собханғол да йәшәгән, ул 1758 йылғы.

Уларҙың береһен шул исемдәге ауылға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләү мөмкин түгел, сөнки был ауыл XVII быуатта билдәле булған. 1748 йылдың 14 декабрендәге һәм 1780 йылдың 1 февралендәге килешеүҙәр буйынса, бында ҡыр-йыландар яңы типтәрҙәр төркөмөн ҡабул итә. Тимәк, XVII быуатта йәшәгән өсөнсө Собханғол (йәғни йәше буйынса беренсе) булған[3].

1795 йылда 30 ихатала 192 кеше йәшәй, ә 1865 йылда 40 ихатала 392 кеше, 1895 йылда 84 ихатала 527 кеше, 1917 йылда 119 ихатала 674 кеше, ә 1920 йылда 130 ихатала 666 кеше йәшәй. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ һыу тирмәне һәм 2 бакалея кибете иҫәпләнә.

2008 йылдың 9 февралендә Собханғол Иҫке Собханғол тип үҙгәртелә[4].

2008 йылға тиклем ауыл Нөркәй ауыл Советы составында була[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 666
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 507
1959 йыл 15 ғинуар 428
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 310
2002 йыл 9 октябрь 386
2010 йыл 14 октябрь 784 380 404 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[6]:

  • Асфальт урамы (рус. улица Асфальтная)
  • Аҙнағол урамы (рус. улица Аднагуловская)
  • Сейәле урамы (рус. улица Вишенка)
  • Магистраль гараж кооперативы биләмәһе (рус. территория Гаражный кооператив Магистральный)
  • Колхоз урамы (рус. улица Колхозная)
  • Сағанлы урамы (рус. улица Кленовая)
  • Магистраль урамы (рус. улица Магистральная)
  • Тимер юл (урамы) (рус. улица Железнодорожная)
  • Тимер юл тыҡрығы (рус. переулок Железнодорожная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Нефтсе массив 5 СНТ биләмәһе ({{lang-ru|территория СНТ Нефтяник массив 5})
  • Нефтсе массив 6 СНТ биләмәһе (рус. территория СНТ Нефтяник массив 6)
  • Нефтселәр урамы (рус. улица Нефтяников)
  • Нуриманов урамы (рус. улица Нуриманова)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
  • Спутник гтк (рус. гск Спутник)
  • Уҫы урамы (рус. улица Усенская)
  • Көньяҡ (урамы) (рус. улица Южная)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]