Торос (хоккей клубы)
Торос | ||
Ил: | Башҡортостан | |
---|---|---|
Ҡала: | Нефтекама | |
Нигеҙләнгән: | 1988 | |
Өй аренаһы: | Боҙ һарайы (2 100) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | ЮХЛ | |
Баш тренеры: | Руслан Сөләймәнов[1] | |
Президент: | ||
Генераль директор: | Марат Мортазин | |
Генераль менеджер: | в.б. Александр Николаев | |
Капитан: | Станислав Голованов | |
Спонсоры: | Башнефть | |
Аффилир-клубы: | Салауат Юлаев (КХЛ) Толпар (ЙХЛ) | |
Трофейҙар: | Братина кубогы | |
Рәсми сайт: | http://hctoros.ru | |
Аффилир КМС: | БЮТ, UTV | |
|
«Торос» хоккей клубы – Нефтекама ҡалаһында 1988 йылда ойошторолған шайбалы хоккей командаһы. 2009 йылдан башлап Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһы составында уйнай. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм Братина кубогын яулаусы, «Салауат Юлаев» фарм-клубы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1984 йылда Нефтекамала «Торпедо» исемле һәүәҫкәрҙәр хоккей клубы булдырыла. 1988 йылда ул Рәсәй һәүәҫкәрҙәр беренселегенең финал уйындарына сыға. Шунда алты команда араһында үткән турнирҙа ул, өс еңеү яулап, икенсе урында була. Әммә беренсе урынды яулаған Краснокамскиҙан «Россия» хоккей клубын регламенты боҙған өсөн 6 мәрәй алыу менән штрафлайҙар, һәм «Торпедо» һәүәҫкәрҙәр араһында СССР чемпионы тип билдәләнә һәм профессиональ лигаларҙа ҡатнашырға хоҡуҡҡа эйә була. Профессионалдар араһына сыҡҡан йыл клубтың тыуған йылы тип һанала. 1988/89 йылдар миҙгелендә «Торпедо» СССР-ҙың икенсе лигаһында сығыш яһай башлай. Үҙ зонаһында ул әлеге «Россия» командаһын ғына уҙа, ә 17-36—сы урындар өсөн уйындарҙа Көнсығыш зонаһында Өфөнән «Авангард» һәм шул уҡ «Россия» араһында бишенсе урынды яулай.
Киләһе миҙгелде ул Көнсығышта ун беренсе урында — «Авангард» хоккей клубынан өҫтәрәк тамамлай. 1990 йылдан башлап Нефтекама командаһы «Торос» исеме аҫтында сығыш яһай башлай. Һәм яңы исем аҫтында тәүге миҙгелдә үк Көнсығыш зонаһында өсөнсө урынға үрмәләй. Артабанғы миҙгел улай яҡшы үтмәй — «Торос» зонаһында туғыҙынсы ғына. СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә Милләт-ара хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, ә «Торос» Рәсәй асыҡ чемпионатында ҡатнаша башлай. Тәүге йылда ул «Волга буйы» дивизионында ун команда араһында 9-cы урында була. 1993/94 йылдар миҙгелендә Нефтекама хоккейсылары икенсе этапҡа үтә алмай һәм йыуатыу этабының «Волга буйы — Урал» дивизионында беренсе урынды яулай. Киләһе ике йылда «Торос» һөҙөмтәләре менән көйәрмәндәрен ҡыуандырмай.
1996/97 йылдар миҙгелендә «Торос» үҙ дивизионында дүртенсе урынды яулай, ә плей-офф уйындарында Лениногорскиҙан «Нефтяник» командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола. 1997/98 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында тәүге этапты үҙ дивизионында 21 мәрәй менән етенсе урында тамамлай. 1-8—се урында өсөн турнирҙа ул өҫкәрәк бишенсе урынға күтәрелә ала. Быуатты Нефтекама командаһы беренсе лиганың уртаса командаларының береһе булып тамамлай.
XXI быуат башында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы быуат башында «Торос» үткән йылдарҙағы кеүек ни беренсе урындарҙа түгел, ни аутсайдер ҙа түгел. Шулай биш миҙгел дауам итә. 2004/2005 йылдар миҙгелендә «Торос» етенсе урындан плей-оффҡа эләгә, шунда буласаҡ чемпионға «Нефтехимик-2» хоккей клубына ике уйында еңелә. 2005/06 йылдар миҙгелендә ул даими миҙгелде етенсе урында тамамлай. Ә плей-оффтың сирекфиналында Ырымбурҙан «Газпром-Университет» хоккей клубына серияла 2-3 иҫәбе менән отола. 2006 йылдың 2 май көнөндә Башҡортостан республикаһы президенты Мортаза Рәхимов Нефтекамала 2000 тамашасы өсөн урын булған боҙ һарайының нигеҙенә тәүге таш һала. Киләһе йылда улар миҙгелде 12-се урында ғына тамамлай, сөнки хәҙер улар Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында сығыш яһай башлай. Ләкин команданың йәштәр хоккейсыларынан төҙөлгән «Торос-2» командаһы беренсе лигала плей-оффта бер-бер артлы «Лада-2», «Нефтехимик-2» һәм «Газпром-Университет» командаларын еңә һәм «Волга буйы» дивизионының чемпионы исемен яулай. 2007 йылдың башында Нефтекамала боҙ һарайы асыла, уны алты ай эсендә төҙөп бөтәләр. Шул уҡ йылдан башлап, «Торос» Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубының фарм-клубы дәрәжәһенә эйә була.
Юғары лиганың асыҡ Рәсәй беренселегенең 2007/08 йылдар миҙгелендә «Торос» Көнсығыштан плей-оффта ҡатнашырға мөмкинлек биргән һуңғы һигеҙенсе урындан плей-оффҡа сыға. Тәүге раундта Көнбайыштың беренсе урыны «Дмитров» хоккей клубына отола. 2008/09 йылдар миҙгелендә «Үҙәк» дивизионында бишенсе урынды яулай. Братина кубогы өсөн 1/16 финалында Һарытауҙан «Кристалл» хоккей клубын ота, ә 1/8 финалында «Ижсталь» командаһына отола. Киләһе миҙгелдә «Урал» хәйриә фонды спонсорлауы өсөн «Торос» лиганың лидерҙарына әйләнә, ә клубтың директоры вазифаһын Рәмил Усманов ала. «Торос» «Үҙәк» дивизионында беренсе урынды яулай, Братина кубогы өсөн плей-оффта команда ТХК, «Ижсталь» һәм «Молот-Прикамье» хоккей клубтарын ота, ә финалда ғәмәлдәге чемпион «Югра» командаһына еңелә һәм Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы көмөш миҙалдарын тәү тапҡыр еңә. Был юғары лиганың ошондай форматында һуңғы миҙгеле була.
Юғары хоккей лигаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010/11 миҙгеле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда Юғары хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Шунда Рәсәй чемпионатының юғары лиганың командалары күсә, шулар араһында «Торос» та була. Үткән миҙгелдә финалға еткән өсөн командаға ЮХЛ тарихында тәүге Асыш кубогы өсөн уйында ҡатнашырға хоҡуҡ тейә. Евгений Туник Нефтекама клубының лигала тәүге шайбаһын керетә, ә «Торос» уйынды буллиттар серияһында 2:1 иҫәбе менән ота. Башҡортостан хоккейсылары даими миҙгелде икенсе урында тамамлай. Плей-оффта ул «Зауралье» һәм «Молот-Прикамье» командаларынан көслөрәк була. Ярымфиналда даими миҙгел еңеүсеһе «Рубин» хоккей клубына еңелә һәм ЮХЛ бронза миҙалдарын еңә.
2011/12: тәү тапҡыр чемпиондар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011/2012 йылғы миҙгелдең даими чемпионаты шулай уҡ икенсе урын алып килде. Даими миҙгелде «Торос» хоккейсылары туғыҙ еңеү менән башлай. 2011 йылдың 1 декабрендә команданың баш тренеры урынында Василий Чижовты Руслан Сөләймәнов алмаштыра. Плей-офф уйындарын уңышлы үтеп, «Торос» финалға сыҡты. Унда команда Төмәндең «Рубин» клубында ҡунаҡта финалдың бишенсе матчында 2:1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан клубы Юғары хоккей лигаһында тәү тапҡыр чемпион булды һәм Братина кубогын алды. «Торос» һөжүмсеһе Станислав Голованов плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы тип танылды.
2012/13: тағы ла бөтәһенән дә көслөрәк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012/2013 йылдар миҙгелендә «Торос» даими чемпионатты өсөнсе урында тамамлай. Команда финалға тиклем «Казцинк-Торпедо», «Лада» һәм «Буран» клубтарын ота. Братина кубогының финалында һуңғы етенсе уйында Ҡаҙағстандың «Һарыарҡа» командаһын 3:0 иҫәбе менән еңде һәм Братина кубогын үҙендә һаҡлап ҡалдырҙы. Ҡапҡасы Владимир Сохатский Братина кубогының иң ҡиммәтле уйынсыһы бүләген ала. «Торос» хоккейсылары икенсе тапҡыр был абруйлы бүләкте ота. Нефтекама командаһының икенсе тапҡыр еңеүен бөтә Башҡортостан байрам итә.
2013—2016: өсөнсө чемпионлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике тапҡыр Братина яулаусы киләһе миҙгелдең даими чемпионатында бөтәһенән дә көслөрәк була һәм даими беренселек кубогын тәү тапҡыр еңә. Плей-оффта «Сокол» һәм «Буран» клубтарын отһа, сирекфиналда «Һарыарҡа» үткән йылдағы финалда еңелеү өсөн реванш ала һәм артабан Братина кубогын яулай. «Торос» хоккейсылары ЮХЛ бронза миҙалдарын яуланы.
2014/2015 йылдар миҙгеле барышында «Торос» әллә ни уңышҡа өлгәшә алманы. Һөҙөмтәлә 2015 йылдың 22 ғинуарында команданың баш тренеры Руслан Сөләймәнов эштән ебәрелде. Уның ярҙамсыһы Николай Заварухин да вазифаһын ҡалдырҙы. Баш тренер итеп быға тиклем Нефтекаманың «Батыр» командаһын етәкләгән Константин Полозов тәғәйенләнде. Ул, «Торос»ты чемпионат таблицаһының 12-се урынынан ҡабул итеп, плей-офф этабына 8-се урындан алып сыҡты. Унда «Торос» Ҡурғандың «Зауралье» (даими чемпионатта 9-сы урын), Пермь ҡалаһының даими чемпионатта 4-се урын алған «Молот-Прикамье» командаларын, ә ярым финалда Ҡарағандының чемпионатта беренсе урынды яулаған «Һарыарҡа» хоккей клубтарын еңде. Финал уйындары «Торос» һәм даими чемпионатты 2-се урында тамамлаған «Ижсталь» араһында барҙы һәм Нефтекама хоккейсылары файҙаһына 4:2 дөйөм иҫәбе менән тамамланды. Алтынсы уйын «Торос» боҙонда үтте, һәм ул көйәрмәндәрҙе Братина кубогын өсөнсө тапҡыр яулау менән ҡыуандырҙы. Был еңеү менән команданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Кирилл Никоноров иң ҡиммәтле уйынсы тип танылды. Әйтеп китергә кәрәк, плей-офф алдынан команданың спонсоры алмашына — «Урал» хәйриә фонды урынына «Башнефть» килә.
2015/16 йылдар миҙгеленең даими чемпионатын «Торос» өсөнсө урында тамамлай. Плей-оффтың 1/8 финалында ул «Спутник» хоккейсыларын ете уйында ота. Тик сирекфиналда «Һарыарҡа» хоккей клубына 2-4 иҫәбе менән отола һәм тәү тапҡыр ЮХЛ-дың ярымфиналына үтә алмай һәм миҙалдарға эйә булмай. 2016 йылдың 21 ғинуарында клубтың генераль директоры Валерий Нурғутдинов Өфөгә «Салауат Юлаев» клубына шул уҡ вазифаға күсә. Уның урынын Ришат Сакаев ала.
2016—2019: йәш состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы миҙгел алдынан команданың баш тренеры алмаша: Константин Полозов «Толпар» баш тренеры була, ә Василий Чижов кире ҡайта. Команданың составы яңыртыла, уйынсыларҙың уртаса йәше лә түбәнәйә. Даими чемпионатты команда бишенсе урында тамамлай. Ә Братина кубогының 1/8 финалында лиганың дебютанты Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубына серияла 2-4 иҫәбе менән отола. Миҙгел тамамланғас, команданы Аркадий Андреев етәкләй. Тик 2017/2018 йылдар миҙгелендә команданың баш тренеры итеп киренән Руслан Сөләймәнов ҡуйыла. «Торос» даими миҙгелде 10-сы урында тамамлай. Петров кубогының тәүге этабында серияла 4-1 иҫәбе менән Усть-Каменогорскиҙан «Торпедо» командаһын еңә, ә сирекфиналда Санкт-Петербургтан «СКА-Нева» клубына серияла 2-4 иҫәбе менән отола.
2018/2019 йылдар миҙгеле алдынан үткән Ижевск менән Әлмәт ҡалаларындағы турнирҙарҙа «Торос» беренсе урынды яулай. Нефтекама хоккей клубы асыҡ һауала үткән уйында — Рус классикаһында Әлмәттән «Нефтяник» хоккей клубына отола. Даими миҙгелдә «Торос» өсөнсө урынды яулай һәм беренсе булған команданан дүрт мәрәйгә генә ҡалыша. Петров кубогы өсөн плей-оффта Башҡортостан командаһы Санкт-Петербургтан «Динамо» (серияла иҫәп 3-2) һәм Ҡурғандан «Зауралье» (4-2) хоккей клубтарын үтә, тик ярымфиналда ғына Төмәндән «Рубин» командаһына отола һәм Рәсәй беренселегенең көмөш миҙалдарын яулай.
2019 йылдың 16 июлендә оҙаҡ йылдар буйы «Торос» генераль менеджеры вазифаһын башҡарған Дмитрий Денисов команданан үҙ теләге буйынса китә[2]. Уның урынына Александр Николаев килә.
Сығыш яһауҙар тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты беренсе лигаһының плей-офф уйындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1996—1997
- 1/4 финалы: «Торос» — «Нефтяник» Лениногорск 1-3 (4:5, 2:5, 5:4, 1:3)
Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионаты юғары лигаһының плей-офф уйындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2004—2005
- 1/4 финалы: «Нефтехимик-2» Түбәнге Кама — «Торос» 2-0 (3:1, 6:2)
- 2005—2006
- 1/4 финалы: «Газпром-Университет» Ырымбур — «Торос» 3-2 (10:1, 6:5 бул., 3:8, 1:5, 4:3 ө.в.)
- 2007—2008
- 1/8 финалы: «Дмитров» Дмитров — «Торос» 3-1 (2:1, 4:3 ө.в., 2:4, 3:2 бул.)
- 2008—2009
- 1/8 финалы: «Торос» — «Кристалл» Һарытау 3:0 (3:2, 2:1, 3:1)
- 1/4 финалы: «Ижсталь» Ижевск — «Торос» 3:1 (1:3, 2:1 бул., 2:1 ө.в., 2:1 бул.)
- 2009—2010
- 1/8 финалы: «Торос» — ТХК Тверь 3:1 (4:2, 4:2, 3:5, 4:2)
- 1/4 финалы: «Торос» — «Ижсталь» Ижевск 3:1 (1:0, 1:2 ө.в., 1:0, 3:1)
- 1/2 финалы: «Торос» — «Молот-Прикамье» Пермь 3:0 (4:3 ө.в., 2:1, 3:0)
- Финал: «Торос» — «Югра» Ханты-Манси 1:3 (2:4, 2:3 ОТ, 4:2, 1:2)
ЮХЛ даими беренселектәре һәм плей-офф уйындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел | У | Е | ӨВЕ | БСЕ | БСО | ӨВО | О | М | Ш | ДУ |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2010-2011 | 56 | 34 | 1 | 5 | 3 | 3 | 10 | 120 | 183-114 | 2 |
2011-2012 | 53 | 31 | 3 | 8 | 1 | 0 | 10 | 116 | 191-119 | 2 |
2012-2013 | 52 | 27 | 3 | 6 | 3 | 1 | 12 | 103 | 152-105 | 3 |
2013-2014 | 58 | 28 | 1 | 6 | 1 | 1 | 13 | 100 | 121-87 | 1 |
2014-2015 | 52 | 22 | 3 | 1 | 8 | 2 | 16 | 84 | 138-120 | 8 |
2015-2016 | 49 | 28 | 0 | 2 | 6 | 2 | 11 | 96 | 151-100 | 3 |
2016-2017 | 50 | 28 | 2 | 1 | 1 | 2 | 16 | 93 | 149-108 | 5 |
2017-2018 | 52 | 23 | 4 | 4 | 1 | 2 | 18 | 88 | 136-113 | 10 |
2018-2019 | 56 | 32 | 5 | 3 | 3 | 3 | 10 | 86 | 162-104 | 3 |
2019-2020 | ||||||||||
Бөтәһе | 478 | 253 | 22 | 36 | 27 | 16 | 117 | 886 | 1383-970 |
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны
- 2010—2011
- 1/8 финалы: «Торос» — «Зауралье» Ҡурған 3:1 (2:1 OT , 4:0, 1:2, 2:3 Б )
- 1/4 финалы: «Торос» — «Молот-Прикамье» Пермь 3:0 (2:1, 5:2, 2:1)
- 1/2 финалы: «Рубин» Төмән — «Торос» 4:1 (2:1, 2:3, 4:0, 3:2, 3:1)
- 2011—2012
- 1/8 финалы: «Торос» — «Молот-Прикамье» Пермь 3:0 (1:0, 3:2, 3:2)
- 1/4 финалы: «Торос» — «Ермак» Ангарск 3:1 (5:2, 2:1, 0:5, 2:1 ө.в.)
- 1/2 финалы: «Донбас» Донецк — «Торос» 0:4 (1:5, 1:2, 1:4, 2:3 ө.в.)
- Финал: «Рубин» Төмән — «Торос» 1:4 (2:3 ө.в., 2:4, 5:2, 2:0, 1:2 ө.в.)
- 2012—2013
- 1/8 финалы: «Торос» — «Казцинк-Торпедо» Усть-Каменогорск 3:0 (3:0, 4:2, 2:0)
- 1/4 финалы: «Торос» — «Лада» Тольятти 4:1 (4:3 ө.в., 6:0, 4:3, 1:3, 2:1 ө.в.)
- 1/2 финалы: «Торос» — «Буран» Воронеж 4:0 (5:0, 4:3, 3:2, 2:1)
- Финал: «Һарыарҡа» Ҡарағанды — «Торос» 3:4 (4:1, 1:7, 0:2, 2:1, 2:3, 3:2, 0:3)
- 2013—2014
- 1/8 финалы: «Торос» — «Сокол» Красноярск 4:0 (4:0, 3:2, 2:0, 4:1)
- 1/4 финалы: «Торос» — «Буран» Воронеж 4:3 (3:2 ө.в., 0:4, 1:2 ө.в., 2:5, 4:3 ө.в., 4:1, 2:1 ө.в.)
- 1/2 финалы: «Торос» — «Һарыарҡа» Ҡарағанды 0:4 (1:4, 2:3, 3:4 ө.в., 0:2)
- 2014—2015
- 1/8 финалы: «Торос» — «Зауралье» Ҡурған 4:2 (1:3, 3:0, 1:2, 2:1 ОТ, 4:1, 5:1)
- 1/4 финалы: «Молот-Прикамье» Пермь — «Торос» 1:4 (2:3, 1:0 ө.в., 3:2, 4:1, 2:3 ө.в.)
- 1/2 финалы: «Һарыарҡа» Ҡарағанды — «Торос» 0:4 (2:3 ОТ, 1:2, 2:3 ө.в., 0:2)
- Финал: «Ижсталь» Ижевск — «Торос» 2:4 (3:1, 2:5, 1:4, 2:5, 4:3, 0:2)
- 2015—2016
- 1/8 финалы: «Торос» — «Спутник» Түбәнге Тагил 4:3 (3:0, 3:0, 2:4, 1:4, 2:1, 2:3, 4:2)
- 1/4 финалы: «Торос» — «Һарыарҡа» Ҡарағанды 2:4 (1:2, 4:1, 1:3, 2:1, 1:2, 2:3 ө.в.)
- 2016—2017
- 1/8 финалы: «Торос» — «Динамо» Санкт-Петербург 2:4 (1:0, 0:1, 1:2, 4:3, 1:2 ө.в., 1:5)
- 2017—2018
- 1/8 финалы: «Торпедо» Усть-Каменогорск — «Торос» 1:4 (1:3, 2:1, 0:1, 1:2, 1:2)
- 1/4 финалы: «СКА-Нева» Санкт-Петербург — «Торос» 4:2 (4:1, 1:5, 3:1, 3:2 ө.в., 4:5 ө.в., 3:2)
- 2018—2019
- 1/8 финалы: «Торос» — «Динамо» Санкт-Петербург 3:2 (2:1, 3:2 ө.в., 0:1, 1:5, 3:2)
- 1/4 финалы: «Торос» — «Зауралье» Ҡурған 4:2 (6:2, 3:2 ө.в., 1:4, 2:3 ө.в., 3:0, 3:1)
- 1/2 финалы: «Торос» — «Рубин» Төмән 2:4 (3:2, 3:2, 1:2 ө.в., 1:2 ө.в., 1:4, 1:2)
«Торос» Континенталь кубогында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ЮХЛ чемпондары булараҡ, «Торос» Европа командалары араһында Континенталь кубокта ике тапҡыр ҡатнаша. Икеһендә лә Нефтекама клубы өсөнсө раундтан башлай, әммә бер тапҡыр ҙа артабан үтә алмай.
«Торос» 2012/2013 йылдар миҙгелендә Континенталь кубогының уйындарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өсөнсө раунд:
- «Торос» — «Ноттингем Пантерс» Бөйөк Британия 4-3 (1:1, 1:2, 2:0)
- «Хернинг Блю Фокс» Дания — «Торос» 1-3 (0:1, 1:0, 0:2)
- «Больцано» Италия — «Торос» 3-2 ө.в. (1:0, 0:1, 1:1, 1:0)
«Торос» 2013/2014 йылдар миҙгелендә Континенталь кубогының уйындарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өсөнсө раунд:
- «Торос» — «Ландсхут Каннибалс» Германия 2-1 (1:0, 0:0, 1:1)
- «Торос» — «Азиаго» Италия 2-6 (0:2, 1:2, 1:2)
- «Иртыш» Ҡаҙағстан — «Торос» 4-2 (0:1, 3:1, 1:0)
Стадион
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылда «Торос» яңы ғына төҙөлгән боҙло спорт һарайына күсә. Башҡортостан Республикаһында яһалма боҙ менән Өфөнән башҡа ҡалалар араһында иң ҙур спорт төҙөлмәһе 2007 йылда төҙөлә. Ул Нефтекаманың Ленина урамы 19Д адресы буйынса урынлашҡан. Һарайҙың һыйҙырырлығы — 2000 тамашасы. Трибуналар өс стена буйлап урынлашҡан, дүртенсеһе табло һәм комментаторҙар өсөн урындарға бирелгән. Һарай хоккей уйындарын, хоккей күнегеүҙәрен, конькиҙа шыуыу һәм концерттар үткәрер өсөн ҡулланыла.
Бағыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 16 февралендә генераль бағыусы — «УРАЛ» хәйриә фонды «Торос» хоккей клубын финанслауҙы туҡтатыуы тураһында белдерҙе[3]. 2015 йылдың Братина кубогының конференция сирекфиналының тәүге уйыныда уйынсылар яңы бағыусы булған яңы формала сығалар, формала «Башнефть» нефть компанияһының эмблемаһы була[4].
Етәкселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Генераль директор: Александр Николаев
- Хәүефһеҙлек һәм үҫеш буйынса генераль директор урынбаҫары — Дмитрий Лебедев
- Дөйөм һорауҙар буйынса генераль директор урынбаҫары — Анатолий Зизенко
Тренер штабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баш тренер — Руслан Сөләймәнов
- Тренер — Алик Гәрәев
- Ҡапҡасылар тренеры — Рәмил Мәзитов
Баш тренерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Торос» командаһының төрлө йылдарҙағы тренерҙары:
|
Команданың составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Торос» хоккей клубының составы команданың рәсми сайтында тулыһынса бар.
Капитандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Торос» командаһының бөтә капитандары:
|
Команданың ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (2011/2012, 2012/2013, 2014/2015).
- Братина кубогын яулаусы (2011/2012, 2012/2013, 2014/2015).
- ЮХЛ Асыш кубогын еңеүсе (2010, 2012, 2013).
- LADA кубогын еңеүсе (2011, 2012).
- ЮХЛ даими беренселек еңеүсеһе (2013/2014).
- Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалы (2009/2010, 2013/2014, 2018/2019).
- Рәсәй чемпионатының бронза миҙалы (2010/2011).
- Иң яҡшы рәсми сайт бүләге (2012/13).
- В. Тарасов исемендәге мемориал еңеүсеһе (2017, 2018).
Уйынсыларҙың һәм персоналдың бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЮХЛ даими беренселегенең иң яҡшы бомбардиры — Евгений Туник (2010/11), Станислав Голованов (2016/17).
- Братина кубогының иң яҡшы бомбардиры — Станислав Голованов (2012).
- ЮХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы — Владимир Сохатский (2011/12).
- Братина кубогының иң ҡиммәтле уйынсыһы — Станислав Голованов (2012), Владимир Сохатский (2013), Кирилл Никоноров (2015).
- ЮХЛ миҙгеленең иң яҡшы йәш уйынсыһы — Сергей Емелин (2011/12), Артем Гәрәев (2012/13), Даниил Тарасов (2018/19).
- ЮХЛ миҙгеленең иң яҡшы баш тренеры — Руслан Сөләймәнов (2011/12).
- ЮХЛ миҙгеленең иң яҡшы клуб етәксеһе — Рәмил Усманов (2010/11, 2012/13), Валерий Нурғутдинов (2014/15).
- ЮХЛ миҙгеленең иң яҡшы табибы — Ирек Ғүмеров (2011/12).
- ЮХЛ миҙгеленең иң яҡшы һөжүмсеһе — Денис Минғәлеев (2015/16), Станислав Голованов (2016/17).
- «Хоккейға тоғролоҡ өсөн» — Павел Доронин (2014/15).
- Миҙгелдең иң яҡшы комментаторы — Сергей Ларионов (2013/14).
- Анатолий Фирсов исемендә бүләк — Станислав Голованов (2016/17).
«Торос» составында уйнаған билдәле уйынсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәштәр командаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батыр (хоккей клубы) — Милли йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһай.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 12:0 «Кристалл-2» Һарытау (2001/02).
- Иң ҙур айырма менән еңеү: 13:2 «Кристалл-2» Һарытау (2001/02).
- Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 13:2 «Кристалл-2» Һарытау (2001/02), 10:5 «Нефтяник» Әлмәт (2010/11).
- Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:10 «Южный Урал» Орск (1989/90).
- Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:8 «Нефтехимик-2» Түбәнге Кама (2002/03).
- Иң ҙур айырма менән еңелеү: 3:12 «Сокол» Красноярск, 1:10 һәм 2:11 «Кристалл-2» Һарытау (2001/02), 1:10 «Аҡ Барс-2» (2002/03), 1:10 «Нефтехимик-2» Түбәнге Кама (2004/05), 1:10 «Газпром-Университет» Ырымбур (2005/06).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәнбаев А. Ҡоростай торҙо «Торос»! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 25 апрель[7].
- Нуретдинов А. Көмөш миҙал — «Торос»та! «Башҡортостан» гәзите, 2014, 30 май[8]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайт 2012 йыл 31 июль архивланған.
- «Торос» Юғары хоккей лигаһы чемпионы титулын яуланы
- Нефтекаманың «Торос»ы Братина кубогына лайыҡ булды
- Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсыларын һәм етәкселеген Юғары хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы
- «Башҡортостан» гәзите, 2015, 25 апрель 2016 йыл 9 март архивланған.
- Рустэм Хамитов встретился с игроками и тренерами хоккейного клуба «Торос»(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2018)
- ↑ Александр Николаев ваҡытлыса генераль менеджер
- ↑ БФ «Урал» объявил о приостановлении финансирования ХК «Салават Юлаев» .
- ↑ Новым спонсором "Салавата Юлаева" может стать "Башнефть" .
- ↑ Константин Полозов «Толпар» хоккей клубын етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июнь (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2016)
- ↑ Василий Чижов стал главным тренером нефтекамского «Тороса». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 1 июль (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2016)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2015, 25 апрель 2016 йыл 9 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2016)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2014, 30 май(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2016)