Туҡмак-Ҡаран
Ауыл | |
Туҡмак-Ҡаран | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Туҡмак-Ҡаран (рус. Тукмак-Каран) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 110 кеше[1]. Кәкребаш ауыл Cоветы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825010.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме Туҡмаҡ-Ҡаран (туҡмаҡ ‘ҡыҫҡа’ һәм ҡаран ‘күләүек, йылға’) йылғаһының исеменән алынған[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы башҡорт-ҡырғыҙҙарҙың сағыштырмаса йәш тораҡ пункты. Шулай уҡ Ғауыл булараҡ та билдәле булған. Бында сауҙагәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар йәшәгән. Татарҙарҙың ҡайһы берҙәренең ерҙе файҙаланыу буйынса документтары булмаған, ҡалғандары 1739 йылдың 27 сентябрендәге килешеү буйынса ҡабул ителгәндәр. Ауылдың үҫешен түбәндәге һандарҙан күҙәтергә мөмкин. 1858 йылда бөтәһе 11 ихатала 96 кеше; 1870 йылда 23 ихатала 145 башҡорт, 53 яһаҡлы татар; 1917 йылда 20 ихатала 128 башҡорт һәм 28 ихатала 196 яһаҡлы татар; 1920 йылда бөтәһе 60 йортта 306 кеше йәшәгән.
Сауҙа татарҙары 1816—1833 йылдар араһында был тораҡ пункттан китә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу халыҡтың этник сығышын хаталы рәүештә күрһәтә: бында башҡорттар ҙа һәм татарҙар ҙа йәшәгән.
1843 йылда һәр башҡортҡа ни бары 1,5 бот иген сәселгән. 12 бот картуф ултыртылған. Уларҙың 70 умартаһы булған[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 306 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 103 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 119 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[4]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 18 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 18 км.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[5]:
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Тукмак-Каран на портале «Генеалогия и Архивы»
- «Налог Белешмәһе» системаһында Туҡмак-Ҡаран ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Туҡмак-Ҡаран ауылы