Усман (исем)
Усман — башҡорт ир-ат исеме, төрки телле халыҡтарҙа киң таралған
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усман исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе ирлек, батырлыҡ тигәнде аңлата (боронғо гәрәй хәлифенең исеме; тарихи сығанаҡтарҙа Ғосман формаһында ла осрай)[1]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрхетдинов Усман Рауил улы (18 декабрь 1954 йыл), ғалим-терапевт, 1983 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың пульмонология бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2003). Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002).
Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы (1897 йыл — 1956 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
Ғәбдерәхим Усман әл-Болғари (1752 йыл — 1836 йыл), башҡорт әҙәбиәте әҙибе һәм фекер эйәһе. XVIII—XIX быуаттар араһында ижад иткән шиғри һәм проза әҫәрҙәр авторы.
Тереғолов Усман Ниғмәтулла улы (1896 йыл — 1943 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы, полк командиры.
Тоҡомбәтов Усман Ғитиәтулла улы (Ғосман Тоҡомбәт, нем. Osman Tokumbet; 8 февраль 1888 — ?) — сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Ноғманов Усман Ноғман улы (5 май 1905 йыл — 20 март 1980 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы.
Ғайсин Усман Барый улы (12 ғинуар 1954 йыл) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2005).
Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы (? 1915 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон взводының командир ярҙамсыһы.
Усман Хөсни (ысын исеме — Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы; 1895 йыл — 30 ноябрь 1948 йыл) — совет тел белгесе.
Атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улы (рус. Абдуллин Мухаметгали Усманович) (1922 йыл—1987 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. 62-се гвардия кавалерия полкы разведчигы, полк батареяһының ат йөрөтөүсеһе, 1-се эскадрондың посыльныйы. Гвардия кесе сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры
Ишбулатов Рәхим Усман улы (7 апрель 1911 йыл — 18 июнь 1967 йыл) — рәссам, 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).
Шәрипов Әмир Усман улы (3 февраль 1933 йыл) — ғалим-тау инженеры, 1991—2003 йылдарҙа Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструктор институты директоры. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1993), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе.
Сәғитов Марат Усман улы (8 июль 1925 йыл — 15 ноябрь 1988 йыл) — астроном-ғалим, гравиметрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979), СССР-ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986).
Түлебаев Мөхәмәт Усман улы (25 ғинуар 1945 йыл) — ветеран-педагог, ҡурайсы. 1963—1965 йылдарҙа һәм 1970 йылдан Белорет районы Шығай урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—2007 йылдарҙа мәктәптәге ҡурай түңәрәге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
Манапов Ирек Усман улы (7 май 1947 йыл) — инженер-механик. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005). Почетлы моторҙар эшләүсе (2005), 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009).
Исхаҡов Гәрәй Усман улы (25 ноябрь 1931 йыл — 24 июнь 1997 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы-драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Таймаҫов Салауат Усман улы (23 октябрь 1949 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2000), доцент (2000).
Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (1965) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Муллагилдин Ришат Усман улы (3 февраль 1969 йыл) — архитектор. Рәсәй архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) лауреаты.
Мөхәмәтлатипов Филор Усман улы (13 апрель 1946 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Социаль фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1994), социология фәндәре докторы (1991), профессор (1992), Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының философия, иҡтисад һәм социология фәндәре буйынса диссертация советтары ағзаһы (1991 йылдан).
Аманбаев Иркәбай Усман улы (рус. Аманбаев Иркабай Усманович; 10 май 1922 — 11 август 1977) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының 1-се батареяһында элемтә отделениеһы командиры. Гвардия старшинаһы.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усманов Ғайса Иҙрис улы (1922 йыл — 1993 йыл) — Дан орденының тулы кавалеры.
Усманов Искәндәр Йософ улы (1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй үҫемлектәр физиологы, эколог. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
Йософ Абдрахман улы Усманов (1903 йыл — 1993 йыл) — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, РСФСР‑ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (1962 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).
Усманов Хәмзә Фәтих улы (1923 йыл — 2009 йыл) — ғалим-тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы (1975 йыл) — эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006).
Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (1910 йыл — 1982 йыл) — тарихсы-ғалим, фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1950 йыл) — башҡорт тел белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы (2003), профессор. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
Усманова Рафиға Карам ҡыҙы (1954 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
Топонимияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Усман — Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ауыл. Аҡбаш ауыл Советы составына инә.
Оло Усман (рус. Большая Усманова) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Аҡбаш ауыл биләмәһе составына инә.
Яңы Усман (Һамар өлкәһе) (рус. Новое Усманово) — Рәсәй Федерацияһы Һамар өлкәһе Ҡамышлы районы ауылы. Яңы Усман ауыл биләмәһенең үҙәге.
Яңы Уҫман (Бөрйән районы) (рус. Новоусманово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 85-се бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |