Эстәлеккә күсергә

Шәрип Кейеков

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрип Кейеков
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Иҫке Соҡор
Уҫы даруғаһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шәрип Кейеков — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Уҫы даруғаһының Ирәкте улусы Иҫке Соҡор башҡорттарынан (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы). Бер үк ваҡытта шул уҡ улустың старшинаһы (1797 йылға тиклем). 1750—1797 йылдарҙа Уҫы даруғаһы старшинаһы. Кейековтар дворян нәҫеленә нигеҙ һалыусы.

1757 йылда Ырымбур һыҙығында хеҙмәт иткән.[1]. Төрки телен белгән[2].

Крәҫтиәндәр һуғышы барышында 1773 йылда Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристанендә башҡорт-мишәр отрядын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1773 йылда уның командаһында 352 башҡорт ихатаһы һәм 60 ир-ат типтәрҙәр иҫәпләнә. 1774 йылдың апрелендә Кама аръяғында Сөләймән Көсәкәев отрядына ҡаршы һуғыша, баш күтәреүселәр тарафынан әсирлеккә алына, ҡаса. Апрель-июнь айҙарында подполковник И. И. Михельсондың деташемент составында Е. И. Пугачев ғәскәрҙәре һәм Салауат Юлаев отрядына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Июль айында Ҡазанда була, генерал-майор П. С. Потемкин тарафынан башҡорттарҙы «өгөтләү өсөн» Башҡортостанға ебәрелә[2].

Отряд башлығы булып, баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләй, әсиргә эләккәндәрҙе хәрби частарҙың командирҙарына илтә, уларға баш күтәреүселәрҙең урынлашыу урындары тураһында хәбәр итә. Ғәйептәрен танып килгән башҡорттарға «билеттар» бирә һәм бының өсөн үҙенең хужалығында эшләргә ҡуша[2]. Баш күтәреүселәр уның милке менән йортон яндыра (4675 һум күләмендә) һәм Уҫы даруғаһы янында урынлашҡан «Петр III» — Е. И. Пугачёвҡа яңы старшина тәғәйенләү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Туҡтамыш Ишбулатов тәкдиме буйынса, Пугачев Ғәйнә улусының старшинаһы итеп Әбдесәләм Рәмзинды (Рәзмеев) тәғәйенләй.

1775 йылдың декабрендә Ғәли йәнәптәре әмере буйынса Кейеков Шәрип «Хеҙмәте һәм батырлығы өсөн» алтын миҙал менән бүләкләнә[2]. Уның башҡорттар өҫтөнән командир булыуы тураһында үтенесенә Потёмкин былай тип яҙа: «ҡартлығы һәм көслөҙлөгө арҡаһында командир булыуы мөмкин түгел».

Август-сентябрь айҙарында Ҡолой менән берлектә хөкүмәт ғәскәрҙәре командиры поручик И. Я. Яворскийғай ярҙам күрһәтә. 1775 йылда үҙенең командаһындағы Уран һәм Ирәкте улустарының биш ауылынан 80 башҡортто типтәр ҡатламына индереүҙәренә ҡаршы Сенатҡа шиҡәйәт менән мөрәжәғәт иткән. 1776 йылдың 27 февралендә башҡорт старшиналары Валиша Шәрипов, Ҡолой Балтасов һәм Йосоп Надиров менән берлектә башҡорт старшиналарын ям станциялары комиссарҙары итеп тәғәйенләүҙе һорап, Сенатҡа мөрәжәғәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

Кейековтар дворяндар тоҡомонан. Шәрип Кейековтың 3 улынан билдәлеләре: Абдулла Шәрипов (1746—1828), юрта старшинаһы; Ниғмәтулла Кейеков (1773—?), юрта старшинаһы, 14‑се класс чиновнигы (1802). С 1825 йылдан 10‑сы башҡорт кантоны начальнигы. Абдулла Шәриповтың 7 улынан билдәлеләре: Төхвәтулла Абдуллов (1768—1842), поход старшинаһы. Отрядтарҙы Ырымбур һыҙығындағы ҡәлғәләрҙе һаҡлауға оҙата бара; Ҡорбанғәли Абдуллов (1780—?), есаул; Абдулхалик Абдуллов (1787—1816), юрта старшинаһы; Абдулсалих Кейеков (1797—1849). Ниғмәтулла Кейековтың 10 улынан билдәлеләре: Мөхәмәтша Кейеков (1810—?), зауряд‑хорунжий, кантон начальнигы ярҙамсыһы; Мөхәмәтшәриф Кейеков (1815—?), урядник, юрта старшина. Абдулсалих Кейековтың 6 улынан билдәлеләре Мөхәмәтғәли Кейеков. Уның улы — Г. М. Кииков. Кейековтар нәҫеле 1802 йылда Ырымбур губернаһының дворяндар шәжәрәһе китабына теркәлгән[3].