Эстәлеккә күсергә

Ғәли Соҡорой

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғ. Соҡорой битенән йүнәлтелде)
Ғәли Соҡорой
Исеме:

Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков

Псевдонимдары:

Соҡорой

Тыуған көнө:

1828 (8) ғинуар 1826({{padleft:1826|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылы

Вафат булған көнө:

10 декабрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Тәтешле улусы, Иҫке Соҡор ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1860—1889

Йүнәлеше:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

төрки, ғәрәп, фарсы

Дебют:

«Тәжүид», 1860

Ғәли Соҡорой (төп исеме — Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 8 ғинуар 1826 йыл (1828 йыл) — 10 декабрь 1889 йыл) — башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир.

Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков 1826 йылда[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда[2]) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы[3] Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Хөббигөлбаһар (1807—1843), атаһы — Ғәбделсәлих (1798—1849), уның ҙур иген баҫыуҙары, тирмәне, умарта баҡсаһы булған, ауылда мәҙрәсә тотҡан. Ғаиләлә ете ҡыҙ һәм алты ир бала үҫкән.

Кейековтарҙың шәжәрәһе буйынса уларҙың ата-бабалары ирәкте башҡорт ырыуы ханы Иҫәнгә барып тоташа: Иҫән ханБараҡКейекШәрифҒабдулла (1746—1828) → Ғәбделсәлих (1798—1849) → Мөхәмәтғәли (1828—1889) → Ғарифулла (1861—1918)[4]. Ата-бабаларының береһе Кейек һәм уның улы Шәриф Кейеков Ирәкте улусының старшинаһы була. Шәрифтең өсөнсө һәм кесе улы — Ғабдулланың ҡустыһы Ниғәмәтулла Кейеков дворян дәрәжәһен ала[5], ә 1825 йылда Бөрө өйәҙендәге 10-сы башҡорт кантоны башлығы итеп һайлана[2].

Кейековтарҙың шәжәрәһе

Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, ике ҡыш Йөгәмеш, Ҡаҙансы, Борай ауылдары һәм ете ҡыш ғәйнә башҡорттарынан һабаҡ ала. 1843 йылда тыуған ауылына ҡайта.

1844 йылда Танып ауылына уҡырға китә, һуңынан тыуған ауылына ҡайта, әммә тиҙҙән кире сығып китә һәм 1848 йылға ҡәҙәр бер нисә ҙур мәҙрәсәлә, шул иҫәптән Ҡаташ-Ҡаран[6] һәм Тайсуған ауылдары мәҙрәсәләрендә белем ала[7].

Бер нисә ай дауамында Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарында, ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта. 1849 йылда шағир Шәмсетдин Зәки етәкләгән Стәрлебаш мәҙрәсәһенә уҡырға инә, күпмелер һабаҡ тыңлағас, уға уҡытыу эшен йөкмәтәләр. Шәмсетдин Зәки менән дуҫлаша, унан шиғриәт серҙәренә өйрәнә, бер нисә әҫәрен бағышлай[7].

1852 йылда үҙ ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй, крәҫтиән эше менән шөғөлләнә, балалар уҡыта. Атаһының вафатынан һуң уның мөлкәте үҙ-ара бүленгән була, Мөхәмәтғәлигә ата мираҫынан өлөш бөтөнләй тиерлек эләкмәй. Шунлыҡтан уға донъяһын яңынан ҡорорға тура килә. «Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма китабының баш һүҙендә үҙ тормошон ошолай һүрәтләй:

«Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндәр. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр. Мин, аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-яраҡтары һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...»

— История башкирской литературы. Т. 1: С древнейших времен до начала XX века. — Уфа: Китап, 2012. — С. 315.

1872 йылда Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына хаж ҡыла, ҡайтҡас был турала «Нәсим әс-саба» («Таң теле») тигән сәйәхәтнамәһендә тасуирлай. Улы Ғарифулла Кейеков яҙғанынса, шағир үҙ ғүмерендә барлығы 4 мәртәбә хаж ҡыла[7].

1889 йылдың 23 декабрендә тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа вафат була.

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Ғәли Соҡорой

Ғәли Соҡорой 17 йәшенән әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәре тип Танып мәҙрәсәһе хәлфәһенә мәҙхиәһе һәм әсәһе вафатынан һуң яҙылған мәрҫиәһе иҫәпләнә. Артабан төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә 100-гә яҡын әҫәр ижад итә. Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған[4].

1860 йылда «Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре») тигән тәүге китабы баҫылып сыға. Һуңынан «Дөрри Ғәли» («Ғәли ынйылары», 1873), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы», 1883), «Замми нәзир» («Оҡшашын өҫтәү», 1888 йылда һәм тағы бер нисә тапҡыр донъя күрә), «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә», 1889), «Тәрхиби, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!», 1903), «Васыяти Мөхәммәдғәли Соҡорой» («Мөхәмәтғәле Соҡорой васыяты», 1913) һәм башҡа бер нисә китабы нәшер ителә. Шуға ҡарамаҫтан шағирҙың күпселек әҫәрҙәре ҡулъяҙма рәүешендә беҙҙең көндәргә килеп еткән. Улар әлеге ваҡытта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге архивында, китапханаһында һәм уның ҡарамғындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар фондында, Ҡазан дәүләт университеты китапханаһында, Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтының Санкт-Петербург бүлеге фондында һәм шәхси архивтарҙа һаҡлана[7].

Ғәли Соҡоройҙоң ижады формалашыуында Урта Азияның дини-мистик йүнәлешендәге шиғриәте хәл иткес ҙур роль уйнай. Урта Азия шағиры Аллаяр суфыйҙың (1630—1721[1723]) «Ҫөбәт әл-ғажизн» («Көсһөҙҙәрҙең ныҡлығы») тигән китабының күп урындарын төрки теленә тәржемә итә, үҙенән шиғырҙар өҫтәп яҙа. Шулай ҙа Соҡорой Аллаярҙың мистик һәм пессимистик ҡараштарына эйәреп бармай, уны донъяуи мәсьәләләр нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.

«Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») ҡулъяҙма йыйынтығына ингән «Фосули әрбағә» («Йылдың дүрт миҙгеле») тигән шиғырҙар циклында шағир донъяға ер-тәбиғәт һөйөүсе крәҫтиән булып баға, һәр миҙгелгә шиғри ҡылыҡһырлама бирә. «Фосули әрбағә» — XIX быуат башҡорт лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләренең береһе тип иҫәпләнә[8].

1883 йылда нәшер ителгән «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы») китабында наҙанлыҡҡа һәм томаналыҡҡа ҡаты тәнҡит, ә фәнгә һәм мәғрифәткә мәҙхиә яҙыу күҙәтелә. Йыйынтыҡҡа Өфө ҡалаһына арналған «Мәдхи Өфө» шиғыры ингән.

Ғәли Соҡорой үҙ халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына, ирәкте (ҡара табын) башҡорттары шәжәрәһенең бер нисә вариантын яҙып ҡалдыра. Варианттарының береһе «Тәзкирәтен әл-әхуан вә әл-әхбаб» («Туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү») тип аталған, бында шағир үҙенең 18 быуын ата-бабаларын теҙеп күрһәтә. Риүәйәт буйынса төп бабаһы Майҡы бейҙең монголдарҙың Сыңғыҙ ханы заманында йәшәүе тураһында бәйән итә. Шәжәрәгә ярашлы, Майҡы бейҙең өс (дүрт) улы була — Ҡара Табын бей, Байҡы бей, Балыҡсы бей. Ҡара Табындың улы Мейәс буйҙарында йәшәгән Әхмәтшәйех була, ул Кама буйҙарына күсә, ә артабан ошо ерҙә Абдул улын ҡалдырып хәҙерге Башҡортостандың төньяғына килеп төпләнә. Шулай итеп шәжәрәлә ирәкте башҡорттарының таралып ултырыуы һүрәтләнә. Улар күршеләре көҙәй, таҙлар, ҡайпан, гәрәй, уран, ғәйнә башҡорттары менән мөнәсәбәткә инә. Шәжәрәлә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҡатнашҡан Иҫән хандың өс тапҡыр батша Иван Грозныйға барыуы тураһында бәйән ителә[7].

«Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәҡрии Ғари» («Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары») исемле ҙур күләмле тарихи-әҙәби ҡулъяҙмаһы инештән һәм 7 өлөштән тора. Беренсе бүлектә Волга буйы Болғарының ислам дине ҡабул итеүе хаҡында боронғо риүәйәт тә килтерелә. Икенсе бүлектә XVIII—XIX быуаттарҙа йәшәгән зыялылар, дин әһелдәре тураһында биографик мәғлүмәттәргә урын бирелгән, шулар араһында Ғәбдрәхим Усманға һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡортҡа арналған юлдар ҙа бар. Өсөнсө бүлектә «Сыңғыҙнамә» әҫәрендә һәм Хисамитдин Мөслимиҙең «Тәуарихи Болғарийа...» китабында бирелгән «Аҡһаҡ Тимер ҡиссаһы» тураһында тасуирлана. Дүртенсеһендә Уралдың, Рәсәйҙең географик урынлашыуы хаҡында һүҙ алып бара һәм тәбиғәте тураһында яҙа. Донъя географияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе «Рөбөғи мәскүн бәйәне» («Ерҙең кеше йәшәй торған дүрт өлөшөн хикәйәләү») тип исемләнгән бүлектә һүрәтләнә. Алтынсы бүлектә уҡымышлы зыялылары тормошонан ғәҙәти булмаған, ғибрәтле хәл-күренештәр тураһында бәйән итә[7].

  • «Тәжүид» («Ҡөръәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре»), 1860.
  • «Нәсим әс-саба» («Иртәнге шәфәҡ еле»), 1872.
  • «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), 1873.
  • «Тәүарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари» («Болғар тарихы, йәки яҡынса Ғари аңлатмаһы»), 1879.
  • «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), 1883.
  • «Заммы нәзир» («Оҡшашын өҫтәү»), 1888.
  • «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә»), 1889.
  • «Дөрр әл‑кәлам» («Ҡиммәтле һүҙҙәр»), 1900.
  • Шәм яҡтыһы: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, тарихи яҙмалар, хаттар. Өфө, 1995.

Ғәли Соҡорой тыуған ауылында Мәрфүғә Ямалетдин (Йәләлетдин) ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өс ҡыҙ, биш ул тәрбиәләп үҫтерә, мәҙрәсә һабаҡтарын бирә. Иң кесе улы Ғарифулла (1861—1918) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе булып китә, атаһына арналған «Ғәйн әр-риза» («Ризалыҡ сығанағы»; 1900) тигән китап баҫтырып сығара.

  • 2021 йылдың 8 ғинуарында Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар башланды. Улар барышында шағирҙың Иҫке Соҡор ауылындағы музейында һәм Үрге Тәтешлелә уның исемендәге урамда мемориаль таҡтаташтар асылды[9].
  • Тәтешле районының үҙәге Үрге Тәтешле ауылының бер урамы Ғәли Соҡорой исемен йөрөтә.
  • Яңауыл районы хакимиәте йәш яҙыусыларҙы ижади эшкә ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында 1997 йылда «Ғәли Соҡорой исемендәге премия» булдырған, ул иң яҡшы әҫәр авторына йыл һайын бирелә.
  • 2001 йылда Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылында мәғрифәтсе-шағирҙың йорт-музейы асыла. Музей фондында һаҡланған 230-ҙан ашыу тарихи ҡомартҡы араһында Ғәли Соҡорой төҙөгән «Ирәкте ырыуы шәжәрәһе», шағирҙың бер нисә китабының күсермәһе бар[10].
  1. Надергулов М. Х., 1996, с. 535
  2. 2,0 2,1 Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 161
  3. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы
  4. 4,0 4,1 Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 160
  5. Ильясова А. Я. Дворяне из башкир. // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 290—291. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  6. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 179—182. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Нәҙерғолов М. Х. Ижадында заман эҙҙәре (Шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 170 йыл) // Ватандаш : журнал. — 1996. — № 1. — С. 123—130. — ISSN 1683-3554.
  8. Нәҙерғолов М. Х. Соҡорой Ғәли // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. В Башкирии появились улица и мемориальная доска к 195-летию просветителя Гали Сокороя. ИА «Башинформ», 8 января 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2021)
  10. Арманшина З. А. Соҡорой Ғәли музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том. — Өфө, 1990.
  • Кейеков Ғарифулла. Ғәйн әр-риза (Хәҙрәт шишмәһе, йәки Күрҙем шишмәһе) / Төҙөүсе авторҙар Г. Х. Абдрафиҡова (Ғарипова), С. А. Искәндәрова, яуаплы мөхәррир Нәҙерғолов М. Х.. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2019. — 192 с. — ISBN 978-5-91608-172-5.
  • История башкирской литературы. Т. 1: С древнейших времен до начала XX века. — Уфа: Китап, 2012. (рус.)
  • Кемпер М. Суфии и ученые в Татарстане и Башкортостане [1789—1889]. Исламский дискурс под русским господством. — Казань, 2008. — 655 с. (рус.)
  • Надергулов М. Х. Сокрой Гали.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 535. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7. (рус.)
  • Синенко С. Г. Сокрой Гали // Культура народов Башкортостана. Словарь-справочник. — Уфа: ГУП Уфимский полиграфкомбинат, 2003. — ISBN-5-85051-260-80
  • Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. ISBN 5-295-03806-8
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. ISBN 978-5-04834-0
  • Әсфәндиәров Ә. З. Башҡорттоң аҫылдары.// Олатайҙарҙың бар тарихы.... — Өфө: Китап, 1996. — С. 158—166. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.