Волга
Волга | |
---|---|
Волга Ульяновск ҡалаһы янында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 3530 км |
Бассейн | 1 361 000 км² |
Һыу сығымы | 8060 м³/с (Волгоград ҡалаһы янында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Валдай ҡалҡыулығы |
· Координаталар | 57°15′04″ с. ш. 32°28′25″ в. д.HGЯO |
· Урынлашыуы | Тверь өлкәһе Осташков районы Волговерховье ауылы |
· Бейеклеге | 228 м |
Тамағы | Каспий диңгеҙе |
· Урынлашыуы | Әстерхан ҡалаһы |
· Бейеклеге | -28 м |
· Координаталар | 57°15′05″ с. ш. 32°28′05″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 46°43′56″ с. ш. 47°50′47″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,07 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй |
РДҺР | 08010100112110000000017, 08010400312112100000019, 08010100412110000000017, 08010400712110000000017, 11010002412110000000017, 11010000312110000000017, 08010100812110000000017 һәм 11010002212110000000017 |
Волга Викимилектә |
Волга (боронғо исемдәре башҡ. Ithel Иҙел, Ра йəки Рау; эрз. Равa, эрзя Рав, татар. Идел, cыу. Атӑл, ҡаҙ. Еділ, ҡалм. Иҗил, рус. Волга) — ҙур йылға. Каспий диңгеҙенә ҡоя.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраның тәүге быуаттары Антик авторҙары (Клавдий Птолемей һәм Аммиан Марцеллин) Волганы Ра тип атаған[1], лат. Rha (ср. эрз. һәм эрзя Рав — ике атама ла скиф-сармат теленән).
Урта быуаттарҙа башҡорттар Волга йылғаһын Иҙел тип атаған һәм ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында, Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылыуҙан башлана тип һанаған.
Урта быуаттарҙа Кама һәм Ағиҙел менән бергә Волга Итил атамаһы менән билдәле була (сағыштырығыҙ: эрз. Равa, эрзя Рав, татар. Идел, cыу. Атӑл, ҡаҙ. Еділ, ҡалм. Иҗил). Византия хроникаһын яҙған рус. Феофан Исповедник, төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарының географик атамаларын һүрәтләмәлә бер нисә тапҡыр «океандан сығып сармат ерҙәренән ағып төшкән Ατελ тип аталған бик ҙур йылға» телгә алған[2].
Урыҫ телендәге Волга атамаһы (бор.-урыҫ. Вльга) праславян телендәге *Vьlga тигәндән килеп сыҡҡан (сағыштырығыҙ: рус. во́лглый — волога — влага). Славян версияһын Чехияла — Vlha,[3] Польшала Вильга тигән йылғалар булыуы ла ҡеүәтләй[4].
Волганың үр яғы балтик сығышлы гидронимияға бай булыуын иҫәпкә алып, ошо телдәрҙән дә этимология тәҡдим ителгән: ilga «оҙон, оҙайлы» → Волго күле → Волга йылғаһы[5]; valka «шишмә, ҙур булмаған йылға»[6]. Альтернатив фараздар йылғаның атамаһын балтик буйы-фин (фин. valkea, эст. valge «аҡ», сағ.: Вологда) һәм мари (боронғо мариса *Jylγ (төрки), хәҙерге мар. Юл; мар. Волгыдо «яҡты») телдәренә лә килтереп бәйләй.
Географик торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға. Волга Валдай ҡалҡыулығында баш ала (228 метр бейеклектә) һәм Каспий диңгеҙенә ҡоя. Йылға тамағы диңгеҙ кимәленән 28 метрға түбәнерәк ята. Волга донъялаға оҙонлоғо буйынса иң эре йылғалар исемлегендә һәм Европалаға иң оҙон йылға, ул донъя океанына ҡоймай.
Волга һыу бассейнының йылға системаһына оҙонлоғо яҡынса 574 мең км 151 мең сығанаҡ инә. 200 км. Волганың 200-ләп ҡушылдығы бар. Һул ҡушылдыҡтары уң яғындағына ҡарағанда күберәк һәм мул һыулыраҡ. Камышиндан һуң артыҡ ҙур ҡушылдыҡтары юҡ.
Волга һыу бассейны европа территорияһының ⅓ өлөшөн биләй һәм көнбайышта Валдай, Урта рәсәй ҡалҡыулыҡтарынан алып көнсығышта Уралға тиклем йәйрәп ята. Волганың һыуйыйғыс төп өлөшө баш алған урынынан Түбәнге Новгород һәм Ҡаҙан ҡалаларынан алып урман зоналарында урынлашҡан. Урта һыу бассейны өлөшө Һамар һәм Һарытау ҡалаларына тиклем — урманлы дала, ә түбәнге өлөшө Волгоградҡа тиклем дала зонаһында, ә көньяҡтараҡ — ярымсүл. Волга йылғаһын өс киҫемгә бүлеп ҡарау ҡабул ителгән: үрге Волга — инешенән Ока тамағына тиклем, урта — Ока ҡушылған урындан Кама тамағына тиклем һәм түбәнге — Кама ҡушылған урындан Каспий диңгеҙенә ҡуойғанға тиклем[8].
Йылға дельтаһының ҙур булмаған өлөшө Ҡаҙағстан биләмәһендә ята. Рәсәйҙең йылға буйында урынлашҡан Рәсәй биләмәләре Волга буйы тип атала.
Йылғаның оҙонлоғо 3530 км (һыу һаҡлағыс төҙөгәнгә тиклем — 3690 км), һыу йыйыу майҙаны — 1,361 млн км².
Волга буйында халҡы миллион кеше булған 4 ҡала урынлашҡан: Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һамар, Волгоград.
ХХ быуаттың 30-сы — 80-се йылдарында Волгала 8 гидроэлектростанция төҙөлә.
Инеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волга инеше — Тверь өлкәһенең Волговерховье ауылы янындағы инеш. Үрге ағымында, Валдай ҡалҡыулыҡтары биләмәләрендә Волга ҙур булмаған күлдәр — Кесе һәм Оло Верхиты аша үтә, артабан Үрге Волга күлдәре тип аталған ҙур күлдәр системалары аша аға: былар Үрге Волга һыуһаҡлағысына берләштерелгән Стерж, Вселуг, Пено һәм Волго күлдәре.
Үрге Волга
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волга Үрге Волга күлдәре системаһы аша үткән ерендә 1843 йылда плотина (рус. Верхневолжский бейшлот) төҙөлә, ул һыу ағымын көйләргә һәм суднолар үтерлек тәрәнлек тоторға тейеш була.
Волганың инешенән алып беренсе эре тораҡ пункты — Ржев ҡалаһы. Унан ары суднолар йөрөй торған зона башлана[9].
Костроманан түбәнерәк Волга ғәмәлдә йылға булыуҙан туҡтай һәм һыуһаҡлағыстар теҙмәһенә әйләнә.
Үрге Волганың иң ҙур ҡушылдыҡтары — Селижаровка, Тьма, Тверца, Молога, Шексна, Которосль һәм Унжа.
Урта Волга
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта ағымында, Ока ҡушылған урындан түбәнерәк, Волга тағы ла тулы һыулыраҡҡа әйләнә. Йылға Волга буйы ҡалҡыулығының төньяҡ сиге буйлап аға. Йылғаның уң яры бейек, һул яры — уйһыу. Чебоксар ҡалаһы янында Чебоксар ГЭС-ы төҙөлгән, быуаның үрге яғында Чебоксар һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Волганың урта ағымындағы иң эре ҡушылдыҡтары — Ока, Сура, Ветлуга һәм Свияга.
Түбәнге Волга
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кама йылғаһы килеп ҡойғандан һуң Волгаға ҡойған сығанаҡтар кәмей. Был өлөшөндә ул Волга буйы ҡалҡыулығын ситләп аға.
Волга дельтаһы унан Бузан тармаҡланып киткән урындан башлана (Әстерхандан 46 км төньяҡтараҡ) һәм Рәсәйҙәге иң эре дельталарҙың береһе, ә Европала иң ҙурҙарынан тип һанала. Дельтала 500 тармаҡ, ҡылымыҡ һәм ваҡ йылғалар һанала.
Гидрология режимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волганың һыу менән төп туйыныу сығанаҡтары: ҡар һыуы (йыллыҡ өҫтәлмәнең 60 %), ер аҫты һыуҙары (30 %) һәм ямғыр (10 %). Тәбиғи режимына яҙғы ташҡын (апрель — июнь), ҡышҡы һәм йәйге осор сиктәрендә һыуҙың әҙәйеүе һәм көҙгө ямғырҙарҙан ташҡындар (октябрҙә) хас. Һыу кимәлен көйләү башланғанға тиклем Волга һыуының йыллыҡ тирбәлеүе кимәле Тверь янында 11 метрға тиклем, Кама тамағынан түбәнерәк — 15-17 метрға һәм Әстерхан янында 3 метрға етә. Һыуһаҡлағыстар төҙөлгәс, һыу ағымы тирбәлеү кимәле ҡырҡа кәмей. Көслө ташҡын булып килеп Волга 1709, 1719, 1853, 1908 һәм 1926 йыл. Бынан тыш, һыуһаҡлағыстар төҙөгән ваҡытта ҡайһы бер ҡалаларҙың уйһыулыҡлы ярҙары буйында йыш ҡына һай һыулы һаҙлыҡлы лимандар һәм затондар барлыҡҡа килә, һаҡлағыс дамбалар, резервтағы насостар һ. б. инженер ҡоролмалары төҙөлә.
Үрге Волга бейшлоты янында уртаса йыллыҡ һыу тотоноу 29 м³/с, Тверь ҡалаһы янында — 182, Ярославль ҡалаһы янында — 1110, Түбәнге Новгород ҡалаһы янында — 2970, Һамар ҡалаһы янында — 7720, Волгоград ҡалаһы янында — 8060 м³/с тәшкил итә. Волгоградтан түбәнерәк һыуҙың быуға әйләнеп юғалтылыуы яҡынса 2 % сығымға етә. Элгәре Кама ҡушылған ерҙән түбәнерәк ташҡын осоронда максималь һыу сығымы 67 000 м³/с, ә Волгоград янында туғайҙарға йәйелеү һөҙөмтәһендә юғалтыу 52 000 м³/с күләмдән артмаған. Ташҡын ваҡытында һыу ағымын көйләү менән бәйле максималь сығымдар кимәле ҡырҡа кәмей, ә йәйге һәм ҡышҡы арауыҡ сығымдары ныҡ арта. Волгоградҡа тиклем Волга бассейнының уртаса йыллыҡ һыу балансы йылдар дауамында ошолай тәшкил итә: яуым-төшөм 662 мм, йәки йылына 900 км³, йылғаларҙан төшкәне 187 мм, йәки йылына 254 км³, быуға сыҡҡаны 475 мм, йәки йылына 646 км³.
Һыуһаҡлағыстар төҙөлгәнгә тиклем йыл дауамында Волга үҙенең тамағына яҡынса 25 млн т ташылдыҡ, 40-50 млн т ирегән минераль матдәләр ағыҙып килтерә торған булған. Волгала йәй уртаһында (июль) һыу температураһы 20-25 °C йылылыҡҡа етә. Волга Әстерхан янында март уртаһында боҙҙан әрселә, апрелден тәүге яртыһында үрге Волга һәм Камышинонан түбәнерәк ағымы асыла, ҡалған бөтә дауамында боҙ апрель уртаһында бөтә. Үрге һәм урта ағымы ноябрь аҙағында туңа, түбәнге өлөшө — декабрь башында; 200 көн самаһы һыуы туңмай тора, ә Әстерханға яҡын өлөшөндә яҡынса 260 көн. Волга һыуһаҡлағысы төҙөлөү менән йылылыҡ режимы үҙгәрә: үрге бьефтарҙа туңған осор ваҡыты арта, ә түбәнге өлөштә — ҡыҫҡара.
Волга — Рәсәйҙең үҙәк һыу артерияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волга Рәсәй Федерацияһының 15 субъекты биләмәләре буйлап аға (инешенән тамағына табан):
Территория йәһәтенән Волга бассейны Рәсәй Федерацияһының түбәндәге субъекттарында урынлашҡан:
- шулай уҡ Атырау өлкәһе, Ҡаҙағстан.
Волга һыу системалары аша түбәндәге диңгеҙҙәр менән тоташҡан:
-
Ржев янында Волга
-
Тверь янында Волга
-
Көҙгө Жигули янында Волга
-
Һарытау янында Волга
-
Әстрхан янында Волга
Экология һәм балыҡсылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волгала яҡынса 70 төр балыҡ тереклек итә, шуларҙың 40 төрө сәнәғәти кимәлдә тотола (мөһимдәре: вобла, ҡорман, һыла, һаҙан, йәйен, суртан, бикре, уҡбалыҡ). Рәсәй империяһы осоронда йылына 4 миҙгел балыҡ тотҡандар: яҙ көнө (март аҙағынан 15-20 майға тиклем) һыла, ҡорман һәм карп; йәйгеһан (15 июлдән) — бикре һымаҡтар (ҡырпа, уҡбаш (уҡморон), шипка, уҡбалыҡ); көҙ (1 сентябрҙән алып 1 ноябргә тиклем) һәм ҡыш — мәкенән бөтә төр балыҡ тотолған. Иң күп тотолған ваҡыты — яҙ, көҙ, ә ҡышын — иң аҙы. Ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, 15 майҙан 15 июлгә тиклем, Волгала балыҡ тотоу тыйыла.
Бикре балыҡтарын тереләй Волга буйындағы төрлө ҡалаларға ебәргәндәр, бының өсөн һыу үтәләй ағып инеп торһон өсөн кәмәләрҙә махсус ярыҡтар ҡалдырғандар. Балыҡ тоҙлау өсөн бер Сапожниковтар предприятиеһы ғына йылына 16 мең тонна тоҙ тотонған. Ҡышҡыһын уларҙың кибеттәрендә 4-әр метрға еткән бикреләр һатылған, эстәрендәге ҡара ыуылдырыҡ 200 кг-ға етә торған булған. XIX быуат ахырында Волге һатыу балығы ныҡ кәмей. Берәүҙәр быны ҡырағайҙарса балыҡ тотоу менән бәйләһә, икенселәр пароходтар өсөн тотонолған нефть бысратыуынан күрә[10].
Волга һәм уның күпселек ҡушылдыҡтары әлеге мәлдә ныҡ бысранған[11].
2017 йылда «Волга йылғаһын һаҡлау һәм бысраныуын булдырмау» федераль программаһы ҡабул ителгән[12][13]. Йылға төбөн тәрәнәйтеү, һыу объекттарын таҙартыу, батҡан судноларҙы күтәреү ҡаралған (2018 йылға 3 меңдән ашыу табылған)[14].
Суднолар йөрөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волгала Ржеван алып тамағына тиклем суднолар йөрөй[15].
Волга буйлап эске һыу юлдары: Ржев ҡалаһынан Колхозник пристаненә (589 километр), Колхозник пристаненән — Бертюлгә (Красные Баррикады ҡасабаһы) — 2604 километр, шулай уҡ йылға дельтаһындағы 40 километр арауыҡ[16].
Волга буйлап төрлө ваҡытта ҡулланылған суднолар Волга дәүләт һыу транспорты университетының (рус. Волжский государственный университет водного транспорта) Йылға флоты музейына ҡуйылған.
Күперҙәр һәм кисеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волга үрендәге ҡыҫҡа күперҙәрҙе иҫәпләмәгәндә, йылға аша беренсе даими күпер Сызрань янында һалынған — Александр тимер юл күпере, ул 1880 йылда сафҡа индерелгән һәм Александр II император исеменә бағышлап аталған булған. Шуға тиклем йөк һәм экипаж өсөн пароход-борамдар ҡулланылған, ә унан да алдараҡ — яҫы төплө ҙур кәмәләр (рус. завозня) йөрөгән. плоскодонный, атап ми. 2018 йылға тиклем Волга аша иң оҙон күпер тип Ульяновск ҡалаһындағы Президент күпере һаналған (5825 метр).
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX һәм XX быуат башында «халыҡтан сыҡҡан» мәҙәниәт вәкилдәре булараҡ Николай Некрасов, Максим Горький, Федор Шаляпин кеүек шәхестәрҙең тормошо һәм ижад юлы Волга менән бәйле. Совет сәнғәте Рәсәйҙең революцияға тиклемге сәнғәтендәге Волга образын бар тулылығында ҡуллана. Волга Тыуған ил менән тиңләштерелә, ул азатлыҡ, иркенлек, совет кешеһенең рухи бөйөклөгө символы булып тора. Был образды тыуҙырыуҙа Григорий Александров уйнаған төшөрөгән «Волга, Волга» фильмы һәм , Людмила Зыкина башҡарған «Течёт река Волга» йыры үҙәк роль уйнай.
Рыбинск ҡалаһында бөйөк Рәсәй йылғаһына бағышлап «Волга-Әсә» тип аталған һәйкәл ҡуйылған. 17,4 метр бейеклектәге скульптура Рыбинск һыуһаҡлағысы яғынан шлюзға ингән ерҙә ҡуйылған.
Волга образы әҙәбиәт һәм сәнғәттә бик йыш осрай, уның күп кенә мәҙәниәт әҫәрҙәре бәйле:
- Әҙәбиәттә
«Бесприданница», «Козьма Минин», «Гроза» — А. Н. Островский пьесалары
«В лесах» һәм «На горах» — яҙыусы Мельников Павел Иванович дилогияһы
«Егор Булычев и другие», «Достигаев и другие» — А. М. Горький пьесалары
«За далью — даль» — А. Т. Твардовский поэмаһы
«На Волге» — Н. А. Некрасов шиғыры
«Волга и Вазуза» — С. Я. Маршак шиғыры
«Обрыв» — И. А. Гончаров романы
- Фольклорҙа һәм йырҙарҙа
Урыҫ халыҡ әкиәте «Вазуза һәм Волга».
Халыҡ легендаларына ярашлы, Волга буйындағы Йылан мәмерйәһендә мифик заттар йәшәй.
«Из-за острова на стрежень», «Утёс» — Волга һәм Степан Разин тураһындағы йырҙар
«Дубинушка» — Волга бурлактары йыры
«Вниз по Волге-реке», «Меж крутых бережков» — урыҫ халыҡ йырҙары
«Жигули» — урыҫ халыҡ йыры
«Волга-реченька глубока / Бьет волнами берега» (урыҫ халыҡ йыры)
«Волга-реченька глубока / Прихожу к тебе с тоской» (Н. Нолинский — М. Зубов)
«Волга, Волга» — фильмдан йыр (1938)
«Сормовская лирическая» — Б. Мокроусов, Е. Долматовский (1949)
«Течёт река Волга» — Л. Г. Зыкина (1962)
«Какая песня без баяна» — О. Анофриев (1972)
«От Волги до Енисея» — «Любэ» төркөмө йыры
«Волга-речка» — Надежда Кадышева
«Бурлак» — «Аквариум» төркөмө(«Русский альбом», 1992)
- Рәсем сәнғәтендә
-
«Өйәҙ ҡалаһы Романов-Борисоглебск көньяҡ-көнсығыш яҡтан» — И. М. Белоногов, (1838)
-
«Ярославлдә тәре менән йөрөш» — А. П. Боголюбов, (1863)
-
«Һыу кисеп барған бурлактар» — И. Е. Репин, (1872)
-
«Волга буйындағы ҡәбер» — А. К. Саврасов, (1874)
-
«Волгала» — А. Е. Архипов, (1889)
-
«Ярославль. Стрелка» — Г. П. Сабанеев, (1904)
-
« Волгала халыҡ күңел асыуы» — Б. М. Кустодиев, (1909)
-
«Степан Разин» — В. И. Суриков, 1910 тирәһе
-
«Волгала» — Б. М. Кустодиев, (1922)
Фильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«ru:Волга, Волга» (1938) — музыкаль комедия
«Екатерина Воронина» (1957) — фильм
«ru:Строится мост» (1965) — нәфис фильм
«Жестокий романс» (1984) — фильм
«День выборов» (2007) — комедия-фильм
«Волга» (2016) — документаль фильм
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бронштэн В. А. Клавдий Птолемей: II век н. э. — М.: Наука, 1988. — С. 144.
- ↑ Чичуров И. С. Экскурс Феофана о протобулгарах // Древнейшие государства на территории СССР. 1975. — М.: Наука, 1976. — С. 65—80.
- ↑ В «Энциклопедии Отто» (т. 26, стр. 826) говорится: Vlha (нем. Flöha) — река длиной 78 км, берущая начало в чешских Рудных горах и текущая в Саксонию, где, сливаясь с Prießnitz (нем.), впадает в Чопау.
- ↑ Иванов В. Ф. Топонимический словарь Селигерского края . Архивировано из оригинала 25 август 2012 года. 2012 йыл 25 август архивланған.. — 2003.
- ↑ Топоров В. Н. Ещё раз о названии Волга // Языкознание. Литературоведение. История. История науки. К 80-летию С. Б. Бернштейна. М.: Наука, 1991. С. 47—62.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М.: Русские словари, 2002. — С. 102. — 512 с. — 5000 экз. — ISBN 9785170013890.
- ↑ Показаны основные города на средней и нижней Волге.
- ↑ Россия. Большой лингвострановедческий словарь / Под общ. ред. Ю. Е. Прохорова. — М.: АСТ-Пресс Книга, 2007. — С. 107. — 736 с. — ISBN 978-5-462-00590-9.
- ↑ Волга 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Лаббе, Поль. По дорогам России от Волги до Урала / пер. с фр. А. Ш. Губайдуллиной и Л. Ф. Сахибгареевой под ред. И. В. Кучумова. — М.: Паулсен, 2017. — С. 90. — 224 с. — ISBN 978-5-9879-152-9.
- ↑ Сергей Ясинский, Николай Коронкевич Почему «цветёт» Волга? // Наука и жизнь. — 2018. — № 10. — С. 14—20.
- ↑ Паспорт приоритетного проекта «Сохранение и предотвращение загрязнения реки Волги» (утв. президиумом Совета при Президенте РФ по стратегическому развитию и приоритетным проектам (протокол от 30 августа 2017 г. № 9))
- ↑ Правительство РФ выделит на оздоровление Нижней Волги 30 млрд рублей. ИА Регнум (4 июнь 2018). Дата обращения: 5 июнь 2018. Архивировано из оригинала 25 август 2018 года.
- ↑ В Астраханской области на оздоровление Волги до 2025 года направят 98 млрд рублей. ТАСС (28 март 2018).
- ↑ Волга // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 19.12.2002 г. № 1800-р . Перечень внутренних водных путей Российской Федерации. Правительство России. Дата обращения: 24 апрель 2017.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волга // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Алфавит буйынса йылғалар
- Волга
- Үрге Волга бассейны округы йылғалары
- Тверь өлкәһе йылғалары
- Мәскәү өлкәһе йылғалары
- Ярославль өлкәһе йылғалары
- Кострома өлкәһе йылғалары
- Түбәнге Новгород өлкәһе йылғалары
- Марий Эл йылғалары
- Сыуашстан йылғалары
- Татарстан йылғалары
- Ульяновск өлкәһе йылғалары
- Һамар өлкәһе йылғалары
- Һарытау өлкәһе йылғалары
- Волгоград өлкәһе йылғалары
- Әстерхан өлкәһе йылғалары
- Ҡалмыҡстан йылғалары
- Каспий диңгеҙенә ҡойоусы йылғалар