Эстәлеккә күсергә

Мәсәғүт (Дыуан районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Месягутово
башҡ. Мәсәғүт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Мәсәғүт ауыл Советы

Координаталар

55°31′56″ с. ш. 58°15′18″ в. д.HGЯO

Ауыл биләмәһе башлығы

Ширяев Алексей Васильевич[1]

Халҡы

10 883[2] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34798

Почта индексы

452530

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 223 822 001

Код ОКТМО

80 623 422 101

Номер в ГКГН

0013322

Месягутово (Рәсәй)
Месягутово
Месягутово
Мәсәғүт (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Месягутово

Мәсәғүт (рус. Месягутово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Район үҙәге. Мәсәғүт ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 10883 кеше[3].

Мәсәғүт ауылы Әй буйында, Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан 233 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 75 километр алыҫлыҡта, Кропачёво (Силәбе өлкәһе) — Мәсәғүт—Ачит автомобиль юлында урынлашҡан[4].

Мәсәғүт ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылғы керҙәшлек килешеүе нигеҙендә Себер губернаһы дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған[5].

1753, 1798, 1810 йылдарҙа шул уҡ керҙәшлек шарттары менән Мәсәғүткә крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп урынлашҡан.

1842 йылда 100 хужалыҡҡа 300 ат, 400 баш һыйыр малы, 685 һарыҡ, 55 кәзә һәм 50 сусҡа тура килгән[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Һарт улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 7-се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Һикәяҙ улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Мәсәғүттәге 123 йортта 931 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йылға судноларында эшләгәндәр. Сиркәү, училище, 20 сауҙа кибете булған, йәрминкәләр үткәрелгән.

XIX быуат аҙағында 253 йорттоң 4-һе емерек булған. Малға аҙыҡ етмәгән. 4 тимерлеге, 2 ағас эше оҫтаханаһы булған, шорниктары (2), тегенселәр (2), итекселәр (3) булған. Дүшәмбе баҙарҙары, йылына 2 тапҡыр йәрминкәләр үткәрелгән, 20 кибет эшләгән. Мәсәғүт һәм Һарт ауылдарында үҙ аҡсаларына таш сиркәү төҙөгәндәр. Әммә 1893 йылда өс өйәҙҙәге сиркәү эштәренә күҙәтеү яһаған епи­скоп Дионисий был ауылдарҙың халҡы «ялҡаулығы арҡаһында тәүбә итергә һәм йән таҙарыныуына ынтылмай», ғибәҙәтханаға йөрөүҙә әүҙем булмай.

Һарт ауылында 70 хужалыҡта 210 баш йылҡы, 280 һыйыр, 305 һарыҡ, 25 кәзә һәм 50 сусҡа тотҡандар. Мал утлауҙары 246 дисәтинәгә яҡын тәшкил иткән, уларҙың яртыһы һыубаҫар туғайҙарҙа булған. Сәсеү әйләнеше системаһыҙ була. 1870-се йылдарҙан башлап ҡына баҫыуҙарға ашлама индерелә башлай. Ауылда 13 һуҡҡыс булған, 83 хужалыҡтың һәр береһенә берәр елгәргес тура килгән. Ике йорт хужаһының тирмәндәре булған.

1905 йылда земство мәктәбе теркәлгән.

1906 йылда Мәсәғүт ауылында улус идараһы урынлашҡан булған, шулай уҡ сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 министрлыҡ мәктәбе, земство дауаханаһы, шарап, һыра, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән.

19221930 йылдарҙа Мәсәғүт ауылы Мәсәғүт кантонының административ үҙәге.

Мәсәғүт ауылының үҫеше тураһында халыҡ һанындағы үҙгәрештәр буйынса ла фекер йөрөтөргә мөмкин.

Мәсәғүт («Исҡаҡ») ауылы тирәләй 298 йәнгә бүлеп бирелгән һөрөнтө ерҙәр була. Кәртәләп алынған баҫыуҙарҙа — өс баҫыулы сәсеү әйләнеше, ә ҡалғандарында — системаһыҙ сәсеү әйләнеше ҡулланыла. Яландарҙы XIX быуаттың 70-се йылдары аҙағында ғына ашлай башлағандар. Ауылда 30-ар ашлыҡ һуҡҡыс һәм елгәргес булған.

1875 йылда бер класлы министрлыҡ училищеһы асыла, унда XIX быуаттың 90-сы йылдары башында 49 малай һәм 22 ҡыҙ уҡыған.

XIX быуат аҙағында 253 йорттоң 4-һе емерек булған. Ауыл халҡының малдарына етерлек аҙығы етмәгән. 4 тимерлек, 2 ағас эше оҫтаханаһы, 2 тире һәм күн оҫтаһы (шорник), 2 тегенсе, 3 итексе булған. Дүшәмбе һайын баҙар, йылына 2 тапҡыр йәрминкәләр үткәрелгән, 20 кибет эшләгән.

19071918 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында тәүге 5 класлы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары прогимназияһы эшләй, унда 1910 йылда — 147 кеше, 1915 йылда 187 ҡыҙ уҡыған[7][8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн район үҙәге Мәсәғүттә 12 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинаты, Төньяҡ-көнсығыш электр селтәрҙәре, кирбес заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы эшләй.

Мәсәғүт педагогия колледжы, күп профилле колледж, 1-се лицей, Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты, гимназия, биш балалар баҡсаһы, балалар музыка мәктәбе, Пионерҙар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ), үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, Мәҙәниәт йорто (өс халыҡ үҙешмәкәр художество коллективы), мәсет, сиркәү бар[9].

2023 йылдың февралендә ауылда Өфө медицина колледжының филиалы асылды. Унда шәфҡәт туташы һөнәренә 25 уҡыусы өйрәнә, киләсәктә махсус урта уҡыу йортона ҡабул ителеүселәр һаны арттырыласаҡ[10].

Мәсәғүт ауылы халҡы иҫәбенә Зарека, Кувалдино, Һарт ауылы халҡы инә. Мәсәғүт ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 3600
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2300
1959 йыл 15 ғинуар 2900
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 8400
2002 йыл 9 октябрь 10500
2010 йыл 14 октябрь 10883 4935 5948 45,3 54,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. Матросов урамы (рус.  А. Матросова (улица)
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Ғафури урамы (рус.  Гафури (улица)
  • Горький урамы — (рус.  Горького (улица)
  • Достоевский урамы (рус.  Достоевского (улица)
  • Жуков урамы (рус.  Жукова (улица)
  • Злобин урамы (рус.  Злобина (улица)
  • Комсомол урамы — (рус.  Комсомольская (улица)
  • Наташа Ковшова урамы (рус.  Наташи Ковшовой (улица)
  • Партизан урамы (рус.  Партизанская (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)
  • Бикбай урамы — (рус.  Бикбая (улица)
  • Яҙғы урам (рус.  Весенняя (улица)
  • Гагарин тыҡрығы (рус.  Гагарина (перулок)
  • Игнатий Усов урамы (рус.  Игнатия Усова (улица)
  • Коммунистик урам — (рус.  Коммунистическая (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Халыҡ урамы (рус.  Народная (улица)[11]

Һәм тағы 72 урам.

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы: Ауыл янында Мәсәғүт тораһы урынлашҡан.

  1. Месягутовский сельсовет / Муниципальный район Дуванский район Республики Башкортостан
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Мәсәғүт (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Мәсәғүт (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 23. Ф. 2. Оп. 1. Д. 259. Д. 1755; Ф. 172. Оп. 1. Д. 34, 56. РГВИА. Ф. 414. Оп. 1. Д. 326. См. это дело и по другим селам; Башкирский край. Вып. 4. С. 43—47, 134
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. В Месягутово открылся филиал Уфимского медицинского колледжа. ИА «Башинформ», 15 февраля 2023 годам (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2023)
  11. [https://mapdata.ru/bashkortostan/kiginskiy-rayon/selo-verhnie-kigi/ Карта с. Верхние Киги. Улицы