Аблай (Туймазы районы)
Ауыл | |
Аблай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Аблай (рус. Аблаево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[1]. Кәкребаш ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ыҡ йылғаһы (Кама йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы[2]:
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 21 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Туймазы): 21 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда Ыҡ һәм Акуша йылғалары буйындағы Аблай ауылы 53 башҡорт йәшәгән 8 ихатанан һәм ике хеҙмәтле татар йәшәгән бер йорттан тора. 1816 йылдағы VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың этник составы тағы ла ҡатмарлаша бара. Аблайлылар — аҫаба башҡорттар ерһеҙ башҡорттарҙы һәм мишәрҙәрҙе ҡабул иткән.
Ҡазан юлы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған.
Халыҡ һанының һәм этник составтың үҫеүен күҙәтәйек. Башҡорттар: 1834—104, 1859—169, 1870—177, 1920—527. Мишәрҙәр: 1834 — 94. Татарҙар 1834 йылда — 140.
Күренеүенсә, мишәрҙәр һәм татарҙар, керҙәшлек килешеүенең 60 йыллыҡ мөҙҙәте тамамланғандан һуң, 1859 йылға тиклем башҡа тораҡ пункттарға күскән, шуға күрә артабанғы иҫәп алыуҙарҙа тик башҡорттар иҫәпкә алынған. 1804 йылда 104 башҡортҡа ни бары 168 бот иген сәселә. 1865 йылда 31 йортта 177 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән[3].
1917 йылда 90 ихатала 540 башҡорт йәшәгән.
Ауылдың исеме һәм йәше тураһында түбәндәгеләрҙе әйтергә кәрәк: 1834 йылда VIII ревизияла беренсе күскенсенең улы, 58 йәшлек Ихсан Аблаев теркәлгән, уның исеме туранан-тура ошо тораҡ пунктҡа ҡарай. Ихсандың йәше (1776 йылғы) ауылдың XVIII быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килеүен күҙ алдына килтереү мөмкинлеген бирә[4].
Ауыл хәҙер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аблай ауылы Кәкребаш ауыл Советына ҡарай. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылда урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 527 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 595 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 366 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 230 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 280 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 315 | 158 | 157 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
Арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллин Миңне (рус. Абдуллин Минни) (1905—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкы ҡыҙылармеецы, кавалерисы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Аблай (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 260. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Аблай (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Аблай ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 260. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Сәмиғуллина Ш. У., Әсфәндиәров Ә. 3. Аблай (Туймазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.