Эстәлеккә күсергә

Кейекбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Киекбаево
башҡ. Кейекбай
Мәҙәниәт йорто
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бурзянский

Ауыл биләмәһе

Кейекбай ауыл советы

Координаталар

53°02′48″ с. ш. 57°15′29″ в. д.HGЯO

Халҡы

296[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453588

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 819 001

ОКТМО коды

80 619 419 101

Киекбаево (Рәсәй)
Киекбаево
Киекбаево
Кейекбай (Башҡортостан Республикаһы)
Киекбаево

Кейекбай (рус. Киекбаево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Кейекбай ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[2]. Почта индексы — 453588, ОКАТО коды — 80219819001.

Кейекбай ауылы Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы Көргәс йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 16 километр һәм Белорет тимер юлынан 161 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

1834 йылда Көргәс йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән ауылға, Кейекбайға, Әтектәр үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Бында 23 ғаилә — 170 кеше күсеп килгән. Ауыл Кейекбай Юлтимеров исемен йөрөтә. Ауылдың икенсе исеме — Баш Тире. 25 йылдан һуң 40 ихатала 300 кеше йәшәгән.

Халҡы — ярым күсмә малсылар. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында ауылдағы бөтә 28 йорт йәйләүгә күскән. Улар иҫәбенә 113 ат, 61 һыйыр, 15 баш кәзә тура килгән. 170 кешегә 24 бот ужым ашлығы, 184 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Ауылда 1812 йылдағы Ватан һуғышы ветераны «Парижды алған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән Арыҫланғол Хәмитов һәм Ырымбур губернаторы Перовскийҙың уңышһыҙ тамамланған Хиуа походы (1839—1840)нда ҡатнашҡан Йәмлиха Байназаров йәшәгән[4].

1864 йылдан алып Кейекбай улус үҙәгенә әүерелә.

1920 йылда 93 йорттоң һәр береһендә уртаса 4,2 кеше йәшәй[5].

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[1]
280317296
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 225
1920 йыл 26 август 388
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 171
1959 йыл 15 ғинуар 91
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 236
2002 йыл 9 октябрь 280
2010 йыл 14 октябрь 296 157 139 53,0 47,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Кейекбайҙа башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто бар[8].

Кейекбай ауылының дин әһелдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Бөрйән районының Кейекбай ауылы мәхәлләһенең тәүге мәсете төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Унда Мәндәғолдан (4 саҡрым), Аҡбулаттан (8 саҡрым) мәсеткә йөрөгәндәр. Рәсәй Эске Эштәр Визаратының (Министрлығының) Ырымбур виләйәте идараһы (ЫВИ) тарафынан 1875 йылда 17-се июнендә раҫланған. Имам Юлтимеров Заһитулла Фәйзулла улы (1825—1909 йй.) ауылда тәүге мәсет төҙөтөүгә өлгәшкән д а у а м ы …

  • Көргәҫ урамы (рус.  Кургас (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)
  • Салауат Юлаев (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[9]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Кейекбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Кейекбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан