Конья
Ҡала | |
Конья төр. Konya | |
Ил | |
---|---|
Провинция | |
Координаталар | |
Мэр |
Уғур Ибраһим Алтай |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
б. э. т. 7500 йыл |
Элекке исеме |
Куванна, Икония |
Высота НУМ |
1016 м |
Климат тибы |
уртаса континенталь |
Халҡы | |
Милли состав |
төрөктәр |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 332 |
Почта индексы |
42××× |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт | |
Конья (төр. Konya; бор. гр. Ικόνιον, лат. Iconium, Икониум, Кувана) — Төркиәлә Анатолияның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан ҡала. Халҡы — 225 079 2, шул исемле, Конья, провинцияһы (ил) үҙәге
Ҡала үҙенең тарихы менән билдәле, ҙур дини һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек осорона тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был урында кешеләр бик борондан йәшәгән. Ҡаланан 50 км көньяҡтараҡ тарихы б. э. т. 7500 йыл менән иҫәпләнгән Чаталһөйүк ҡала биләмәһе урынлашҡан.
Яҡынса 4000 йыл элек Куванна атамаһы менән Хет батшалығына ҡараған, һәм ул Фригияла ла шулай аталған.
Рим һәм византия осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грек документтарында ҡала Иконион (Иконий) тип теркәлгән.
Изге Яҙмалағы (Тәүрат) Деяния апостолов (йәки тәғлимәтте ихлас тотоусы һәм таратыусы илселәрҙең эштәрендә) Иконион (Икония) (14:1) иҫкә алына, илсе Павелдың сәфәрҙәре ҡала менән бәйле. Икония тәүге ғазапланыусыһы Фёкланың (I быуаттың 30-сы йылдары), бөйөк ғазапланыусы Параскева-Пятницаның (III быуат) тыуған ере тип иҫәпләнә
Рим императоры Клавдий осоронда ҡала ветерандарға тапшырылған һәм «Клавдикониум» тип аталған.
Ҡала Ликаония рим провинцияһына, грек осоронда ҡала Фригияға ҡараған[2]. Баш ҡала үҙәгендәге археологик ҡаҙылмалар (Аладдин-тәпә) яҡынса б. э. 25 йылғы фригий әйберҙәрен, шулай уҡ күрше Галатия, Каппадокия, Писидия һәм Памфилия провинцияларына хас предметтарҙы табыуға килтергән.
Император тәңкәләренән күренеүенсә, Икониумдың Рим колонияһына хоҡуғы булған. Икониум тәре йөрөтөүселәр походтары осоронда айырыуса йыш телгә алына.
Сәлжүктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1070-се йылдарҙа Конья районын сәлжүктәр биләй. Сәлжүк дәүләтенең ҡеүәте әкренләп кәмей барған, ә Икониум баш ҡала булған ваҡытта дәүләт Икония солтанлығы тип аталған, ә Конья атамаһы бер нисә быуаттан һуң барлыҡҡа килә. Шул осорҙа Конья төрөк һәм фарсы мәҙәниәтенең әүҙем үҙәге булған.
Сәлжүк осоронда бында танылған шағир һәм математик Ғүмәр Хәйәм йәшәгән (1048—1131). XIII быуатта бында Мәүләнә Руми Йәләлетдин йәшәгән һәм ерләнгән, 1244 йылда бында ул Шемс Тәбризи менән осрашҡан, һәм улар Мәүләүиҙең суфый орденын барлыҡҡа килтергән. Руми 1273 йылдың 17 декабрендә вафат була, уның кәшәнәһе әле лә изге урын булып һанала, ғибәҙәт ҡылыусылар Коньяға даими рәүештә килә, байрамдарҙа уның ҡәбере янында Сәма йолаһын үткәрә.
1240-сы йылдар башында Анатолияны монголдар яулап алғандан һуң, Конья суфыйсылыҡ үҙәге булып ҡала, һәм бөтә көнсығыш буйынса Мәүләнәнеке кеүек дәрүиш ордендары ойошторола.
Сәлжүк дәүләтенә килгәндә, XIV быуаттың тәүге яртыһында ул бер нисә бейлеккә бүленгән. 1322 йылда Сәлжүк Рум солтанатының элекке баш ҡалаһын Ҡараманидтар яулап ала һәм ул 1420 йылға тиклем уларҙың баш ҡалаһы була.
Ғосман империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман ваҡытында Конья дәрүиштәр үҙәге һәм күп ғибәҙәт ҡылыусылар йыйылған изге ҡала булған. 1553 йылда Конья эргәһендәге Эрегли ауылында шаһзаде Мостафа язалап үлтерелә, ә 1559 йылда Ғосман империяһының буласаҡ солтаны Сәлим II алышта үҙенең ҡустыһы шаһзаде Баязитты ҡыйрата.
1832 йылдың 21 декабрендә бында Ибраһим-пашаның Мысыр ғәскәре менән бөйөк вәзир Мехмед Рәшид-пашаның Осман армияһы араһында хәл иткес алыш була. Ғосман көсө өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, улар төплө еңелгән, яраланған Мехмед Рәшид-паша үҙе лә әсирлеккә алынған.
1912 йылда Конья ҡалаһында мосолмандар — 51 986 кеше, сиғандар — 12 000 кеше, әрмәндәр — 5 000 кеше, гректар — 4 822 кеше, йәһүдтәр — 70 кеше йәшәгән[3].
Төркиә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1925 йылда Ататөрк, дәрүиштәр илде яңыртыуға ҡамасаулай, тип ҡарар итә һәм суфый ордендары эшмәкәрлеген тыйған йәки ҡапыл сикләгән указдарға ҡул ҡуя. Суфыйҙар монастырҙары музейҙар итеп үҙгәртеп ҡоролған. 1927 йылда Руми мавзолейы шулай уҡ музей итеп үҙгәртелә. 1957 йылда Коньяла боронғо мәҙәниәтте тергеҙеү йәмғиәте булараҡ әйләнеүсе дәрүиштәр йәмғиәте тергеҙелә. Йыл һайын декабрь уртаһында бейеү менән оҙатылған дәрүиштәр фестивале уҙғарыла. Фестивалдәр динигә ҡарағанда донъяуираҡ характерҙа уҙғарыла.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта диңгеҙҙең географик яҡынлығына ҡарамаҫтан, Конья климаты Антальяға йәки Ялтаға ҡарағанда һалҡыныраҡ, быға диңгеҙ кимәленән юғары бейеклеге (1000 метр самаһы) һәм һалҡын төньяҡ елдәрҙән һаҡланмау булышлыҡ итә. Климаты уртаса континенталь, ярым ҡоро (Кёппен климаттар классификацияһы: Dsa и BSk), йылдың 4 миҙгеле хас[4]. Йәй эҫе һәм оҙайлы, тәүлек дауамында температура ныҡ үҙгәреүсән. Йәйге көндәр эҫе булыуына ҡарамаҫтан, төндәр һалҡынса ҡала. Ҡыш сағыштырмаса һалҡын һәм ҡарлы. Яҙ сағыштырмаса һуң башлана, ә йәй май уртаһына ғына килеп етә һәм сентябрь аҙағында тамамлана. Көҙ иһә оҙайлы, һауа торошо яйлап үҙгәрә. Яуым-төшөмдөң төп өлөшө яҙ һәм көҙ була. Йәйгеһен ямғырҙар ныҡ һирәк яуа. Ҡыш көнө яуым-төшөм йыш ҡына ҡар рәүешендә яуа. Ҡар ҡатламы уртаса 45 көн (кәм тигәндә 15 көн — күп тигәндә 75 көн) ята[4].
Ғинуарҙың уртаса температураһы 0,0 °C; июлдең — 23 °C. Уртаса йыллыҡ температура — 11,6 °C. Йыл буйына уртаса Коньяла 332 мм яуым-төшөм була, яҡынса 104 ямғырлы көнгә (ҡыш башлыса ҡар булып) тура килә[5][6].
35 °C-тан эҫе көндәр һирәк һәм ҡыҫҡа ваҡытлы була, −15 °C-тан түбәнерәк һыуыҡтар шулай уҡ һирәк була[5].
Минималь температура минус 26,5 градус (1972 йылдың 6 феврале), максималь эҫе — 40,6 градус (2000 йылдың 30 июле)[5].
Конья климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 4,6 | 7,2 | 11,5 | 17,4 | 21,9 | 26,4 | 29,6 | 29,5 | 25,8 | 19,6 | 13,2 | 6,7 | 17,7 |
Уртаса температура, °C | 0,0 | 2,0 | 5,9 | 11,2 | 15,7 | 20,0 | 23,3 | 22,6 | 18,3 | 12,0 | 6,2 | 2,0 | 11,6 |
Уртаса минимум, °C | −4,3 | −2,7 | 0,4 | 4,8 | 8,5 | 12,5 | 15,7 | 14,8 | 10,7 | 5,7 | 1,0 | −2,1 | 5,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 38 | 32 | 28 | 31 | 49 | 22 | 7 | 7 | 11 | 31 | 32 | 44 | 332 |
Сығанаҡ: World Climate |
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланан 18 км алыҫлыҡта шул уҡ атамалы, бер үк ваҡытта граждан да хәрби ҙә, Конья аэропорты урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алаетдин ҡалҡыулығы — Заманса Конья урынында тәүге торамалар урынлашҡан тарихи уба.
- Ҡала үҙәге — уникаль сәлжүк архитектураһы.
- Мәүләнә музейы — Руми ҡәберлеге менән комплекс, шунда уҡ (сәма ритуалы менән) дәрүиштәр фестивале уҙғарыла. Хаж ҡылыу һәм туризм үҙәге.
- Сәлимийә мәсете (XVI быуатта Сәлим II солтан нигеҙ һалған).
- Ҡойоноғлы музейы — тарихи һәм крайҙы өйрәнеүсе.
- Сәлжүк осоро Алаетдин сәлжүк мәсете, XIII быуат.
- Бөйөк Ҡаратай мәҙрәсәһе, хәҙерге заманда — музей.
- Инже Манара мәсете — хәҙерге ваҡытта ағас һәм ташҡа ырып эшләү буйынса ҡуллама сәнғәт музейы.
- Археология музейы.
- Этнография музейы.
- Шәмс Тәбризи мәсете һәм уның ҡәбере.
- Әзизиә мәсете.
- Иплекче мәсете — 1202 йылда төҙөлгән иң боронғо сәлжүк мәсете.
- Шәрәфетдин мәсете йәки Мәүләнә мәсете Мевляны — 1636 йылда төҙөлгән ғосман мәсете.
- Хажи Хәсән мәсете.
- Конья (стадион) — 42,276 тамашасы һыйҙырышлы стадион.
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куля́б (тадж. Кӯлоб; перс. کولاب) — Тажикистандың Хатлон өлкәһендәге ҡала
- Баҡы (әзерб. Bakı), Әзербайжан
- Аҡһарай (төр. Aksaray), Төркиә
- Гөлтәпә (төр. Gültepe), Төркиә
- Киото (япон. 京都), Япония
- Мултан (урду ملتان, ингл. Multan, көн.-пәндж. ملتان), Пакистан[7]
- Триполи (ғәр. طرابلس), Ливан
- Сараево (босн. и хорв. Sarajevo, сер. Сарајево), Босния һәм Герцеговина
- Кордова (исп. Córdoba), Испания
- Толедо (исп. Toledo), Испания
- Ҡалып:Флаг Афганистана Балх (дари بلخ), Афғанстан
- Тетово (макед. Тетово, алб. Tetova), Төньяҡ Македония[8]
- Дортмунд (нем. Dortmund), Германия
- Окаяма (япон. 岡山市), Япония
- Кониц (босн. и хорв. Konjic, сер. Конјиц), Босния һәм Герцеговина
- Ҡалып:Флаг Судана Гедареф (ғәр. القضارف, ингл. Gedaref), Судан
- Сиань (ҡыт. ғәҙәти 西安, , пиньин: Xī'ān, палл.: Сиань), Ҡытай
- Верона (итал. Verona, Venetian: Verona), Италия
- Хэнань (ҡыт. ябайл. 河南, пиньин: Hénán), Ҡытай
- Бырлад (рум. Bârlad), Румыния
- Каннын (кор. 강릉시?, 江陵市?), Корея Республикаһы
- Хеврон (йәһ. חֶבְרוֹן, ғәр. الخليل), Палестина дәүләте
- Фес (ғәр. فاس, франц. Fès), Марокко
- Зандам (нидерл. Zaandam), Нидерланды
- Суст (нидерл. Soest), Нидерланды
- Париж (франц. Paris), Франция (партнёр ҡала)
- Тәбриз (фарс. تبریز, әзерб. تبریز Təbriz), Иран
- Силхет, (бенг. সিলেট}), Бангладеш[9]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Turkey: Major cities and provinces . citypopulation.de. Дата обращения: 8 февраль 2015. Архивировано 24 февраль 2015 года.
- ↑ Щукарев А. Н. Икониум // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ George Sotiriadis, An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor, 1918
- ↑ 4,0 4,1 Dmi.gov.tr — İklim Sınıflandırmaları . Дата обращения: 15 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 11 май 2012 года. 2012 йыл 11 май архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Dmi.gov.tr — İl ve İlçelerimize Ait İstatistiki Veriler: Konya . Дата обращения: 15 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2013 года.
- ↑ Dmi.gov.tr — Ankara ve Konya illeri yağışlı gün sayısı . Дата обращения: 15 сентябрь 2013. Архивировано 28 март 2015 года.
- ↑ Ministry of Foreign Affairs (недоступная ссылка — история). Mofa.gov.pk (31 октябрь 2008). Архивировано 27 декабрь 2012 года.
- ↑ Тетово се збратимува со турскиот град Коња . Архивировано 12 декабрь 2010 года. — Утрински весник
- ↑ PM reaches Turkey (12 апрель 2012). Архивировано 27 декабрь 2012 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- W. M. Ramsay, Historical Geography of Asia Minor (1890);
- St Paul the Traveller (1895);
- G. Le Strange, Lands of the E. Caliphate (1905).
- George Sotiriadis An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the Balkan Peninsula and Asia Minor.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Конья Викимилектә |
- konya.bel.tr — города Конья рәсми сайты (төр.)
- Католическая энциклопедия (инг.)
- Информация о городе Конья (инг.)
- Храм Руми (Конья) (инг.)
- Турецкий город Конья (рус.)