Зәйнәб бинт Йәһеш: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл: 31 юл:
{{Islam-bio-stub}}
{{Islam-bio-stub}}
{{Ҡөрьән персонаждары}}
{{Ҡөрьән персонаждары}}

{{Тышҡы һылтанмалар|Ислам}}


[[Категория:Мөһәжирҙәр]]
[[Категория:Мөһәжирҙәр]]

16:01, 22 октябрь 2017 өлгөһө

Зәйнәб бинт Йәһеш
араб. زينب بنت جحش
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Барра бинт Джахш

Тыуған көнө:

592

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз

Үлем көнө:

642[1]

Үлгән ере:

Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт

Ерләнгән ере:

Әл-Баҡый

Милләте:

арабка

Дине:

ислам

Атаһы:

Джахш ибн Риаб

Әсәһе:

Умайма

Ҡатыны

Зәйет бин Хариҫа һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)

 Зәйнәб бинт Йәһеш Викимилектә

Зәйнәб бинт Йәһеш (Джахш) әл- Ҡорайши (ғәр. زينب بنت جحش‎вафаты- 20/642) — Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.

Биографияһы

Ҡорайыш ҡәбиләһе әсәд ырыуынан. Атаһы Йәһеш ибн Риаб ибн Ямара ибн Сабра ибн Мурра ибн Әсәд ибн Һүзәймә, ә әсәһе — Үмәймә бинт Әбд әл-Мотталиб ибн Хашим[2].

Зәйнәб бинт Йәһеш тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул иткән. Ул Мөхәммәд Пәйғәмбәргә рисаләт инә башларҙан 20 йыл әүәл донъяға килгән. Тыуғанында бирелгән исеме Бәррә, мәгәр Мөхәммәд с.ғ.с уға яңы исем ҡуша - ул Зәйнәб исеме менән таныла[3].

Кейәүгә сыҡмаҫ элек үк әле Зәйнәб тәүгеләрҙән булып Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Мөхәммәд с.ғ.с яһилиәт (джахилия) осоронан ҡалған ҡолдарға ирекле ҡыҙ биреүгә тыйыу йолаһын бөтөрөр өсөн уны үҙенең ҡоллоҡтан иреккә сығарылған Зәйд ибн Харисҡа бирергә була. Зәйнәб тә, ағалары ла был никахҡа ҡаршы була, мәгәр Әл-Әзһәб сүрәһендәге 36-сы аят иңгәндән һуң ҡыҙ быға ризалаша. [4]. Уның никахы бик бәхетһеҙ булып сыға, улар насар йәшәй, һәм Зәйд ибн Харис уның менән айырылышырға була. Пәйғәмбәрҙең татыулаштырырға тырышыуына ҡарамаҫтан, бер йылдан улар айырылышалар[3].

Мөхәммәд с.ғ.с был никахтың емерелеүенә бик бошона. Ул Зәйнәбкә үҙе өйләнеп хәлде төҙәтергә уйлай, тик Зәйд ибн Харис уның аҫрауға алған улы була, йола буйынса Мөхәммәд с.ғ.с аҫрау улының ҡатынына өйләнә алмаған. Мәгәр күпмелер ваҡыттан был йоланы юҡҡа сығарыусы аяттар иңә [5]. Шул уҡ ваҡытта аҫрауға алған кеше ул балаға атай булараҡ исемен бирә алмай башлай [6]. Һижрәттең 5-се йылында Мөхәммәд с.ғ.с Зәйнәб бинт Йәһешкә өйләнә[3].

Зәйнәб бик эшсән, игелекле һәи тәҡүә ҡатын була. Ул гел намаҙҙа була, ураҙа тота. Ул 53 йәшендә Мәҙинәлә вафат була. Мөхәммәд с.ғ.с вафатынан һуң хәләл ефеттәренән беренсе булып баҡый донъяға күсә. [3].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Зәйнәб бинт Йәһеш (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ҡалып:ЭИ/2