Эстәлеккә күсергә

Туҡмак-Ҡаран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Туҡмак-Ҡаран
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°44′27″ с. ш. 53°38′56″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 825 010

ОКТМО коды

80 651 425 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Туҡмак-Ҡаран (Рәсәй)
Туҡмак-Ҡаран
Туҡмак-Ҡаран
Туҡмак-Ҡаран (Башҡортостан Республикаһы)
Туҡмак-Ҡаран

Туҡмак-Ҡаран (рус. Тукмак-Каран) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 110 кеше[1]. Кәкребаш ауыл Cоветы составына инә. Почта индексы — 452771, ОКАТО коды — 80251825010.

Ауылдың исеме Туҡмаҡ-Ҡаран (туҡмаҡ ‘ҡыҫҡа’ һәм ҡаран ‘күләүек, йылға’) йылғаһының исеменән алынған[2].

Туҡмаҡ-Ҡаран ауылы башҡорт-ҡырғыҙҙарҙың сағыштырмаса йәш тораҡ пункты. Шулай уҡ Ғауыл булараҡ та билдәле булған. Бында сауҙагәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар йәшәгән. Татарҙарҙың ҡайһы берҙәренең ерҙе файҙаланыу буйынса документтары булмаған, ҡалғандары 1739 йылдың 27 сентябрендәге килешеү буйынса ҡабул ителгәндәр. Ауылдың үҫешен түбәндәге һандарҙан күҙәтергә мөмкин. 1858 йылда бөтәһе 11 ихатала 96 кеше; 1870 йылда 23 ихатала 145 башҡорт, 53 яһаҡлы татар; 1917 йылда 20 ихатала 128 башҡорт һәм 28 ихатала 196 яһаҡлы татар; 1920 йылда бөтәһе 60 йортта 306 кеше йәшәгән.

Сауҙа татарҙары 1816—1833 йылдар араһында был тораҡ пункттан китә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу халыҡтың этник сығышын хаталы рәүештә күрһәтә: бында башҡорттар ҙа һәм татарҙар ҙа йәшәгән.

1843 йылда һәр башҡортҡа ни бары 1,5 бот иген сәселгән. 12 бот картуф ултыртылған. Уларҙың 70 умартаһы булған[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 306
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 103
2010 йыл 14 октябрь 119

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алыҫлығы:[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәкребаш): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 18 км.

Урам исеме[5]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 266. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 261. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Туҡмак-Ҡаран ауылы