Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Троицк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Нижнетроицкий
башҡ. Түбәнге Троицк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл биләмәһе

Түбәнге Троицк ауыл Советы

Координаталар

54°20′27″ с. ш. 53°41′13″ в. д.HGЯO

Ауыл с

2004

Халҡы

3885[1] кеше (2015)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452784

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 251 839 001 һәм 80 251 839 000

Код ОКТМО

80 651 439 101

Номер в ГКГН

0662275

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Нижнетроицкий (Рәсәй)
Нижнетроицкий
Нижнетроицкий
Түбәнге Троицк (Башҡортостан Республикаһы)
Нижнетроицкий

Түбәнге Троицк (рус. Нижнетроицкий) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 3817 кеше[2]. Түбәнге Троицк ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452784, ОКАТО коды — 80251839000. 1927 йылдан[3] 2004 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә булған.

1760 йылда Ҡаҙан даруғаһының Ҡыр-Йылан һәм Ҡаңлы улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ҡыйҙаш йылғаһы (Кама йылғаһы бассейны) буйында И. Г. Осокин Түбәнге Троицк баҡыр иретеү заводына нигеҙ һала. Завод 1760 йылда эшләй башлай. Ул Үрге Троицк заводы эргәһендә ярҙамсы завод итеп файҙаланыла[4]. Түбәнге Троицк ауылына 18 быуаттың 60‑сы йылдарында Түбәнге Троицк заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 йылда 189 йортта 1149 кеше йәшәгән[5].

Ауылда Түбәнге Троицк урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар шифаханаһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар. Башҡортостан буҫтау комбинаты урынлашҡан[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1735
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 3118
1959 йыл 15 ғинуар 4273
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 3963
2002 йыл 9 октябрь 3777
2010 йыл 14 октябрь 4008

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алыҫлығы:[7]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 33 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 33 км.


Урам исеме[8]:

  • Буденный урамы (рус. улица Буденного)
  • Володарский урамы (рус. улица Володарского)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Горький урамы (рус. улица Горького)
  • Калинин урам (рус. улица Калинина)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • Ҡыҙыл Армия урамы (рус. улица Красноармейская )
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Лермонтов урамы (рус. улица Лермонтова)
  • Матросов урамы (рус. улица Матросова)
  • Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская )
  • НГДУ-ның ярҙамсы хужалығы урамы (рус. улица Подсобное х-во НГДУ)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Төҙөлөш урамы (рус. улица Строительная)
  • Тельман (рус. улица Тельмана)
  • Уҡытысы урамы (рус. улица Учительская)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. История села Нижнетроицкий. nizhnetroick.ru. Дата обращения: 15 июль 2020. на официальном информационном сайте администрации сельского поселения Нижнетроицкий сельсовет
  4. Түбәнге Троицк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Түбәнге Троицк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Түбәнге Троицк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Троицк ауылы