Ҡандра
Ҡандра | |
Ҡандры | |
Нигеҙләү датаһы | 1773 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ҡандры |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Ҡандра ауыл советы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡандра ауыл советы[2] |
Халыҡ һаны | 10 885 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452765 |
Ҡандра (рус. Кандры) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[4]. Почта индексы — 452793, ОКАТО коды — 80 251 827 001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[5] | 1970[6] | 1979[7] | 1989[8] | 2002[9] | 2009[10] | 2010[11] |
8362 | ↘7782 | ↗8426 | ↗10 740 | ↗12 077 | ↗12 448 | ↘10 885 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1906 һәм 1910 йылдар араһында, Бәләбәй өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙерге Куйбышев) тимер юлы төҙөлгәндән һуң, Ҡандра станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1937—1956 йылдарҙа Ҡандра районының административ үҙәге булып иҫәпләнә.Ауыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереү барышында үҫеш ала. 50‑се йылдарҙа Ҡандра 18 быуаттың 1‑се яртыһында нигеҙләнгән Ҡандра-Әмин ауылы менән берләшә.
1955 йылдан алып Ҡандра исемен йөрөткән ҡала тибындағы ҡасаба булып иҫәпләнә. 1962—2002 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы составында, 2005 йылда хәҙерге статусын ала.
Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 3065; 1959 — 8362; 1989 — 10785; 2002 — 12077; 2010 — 10885 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002).
Ҡандрала икмәк комбинаты урынлашҡан. 2 урта, 1 төп (2‑се урта мәктәп филиалы) мәктәп, муз. мәктәбе, уҡыусылар йорто, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Рябинушка” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле, “Дуҫтар” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), 2 китапхана бар.[12].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камил Йыһаншин (15.03.1950), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2001) лауреаты.
- Мордвинцев Геннадий Васильевич (1.06.1938), тархсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты, профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[13].
- Ситдиҡов Баян Ғариф улы (1916—1979) — ғалим-фармаколог. Медицина хеҙмәте полковнигы. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1971).
- Финогентов Валерий Николаевич (5 июль 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1993 йыл), профессор (1994 йыл).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Ҡандра ауылы
- ↑ Ветер истории по-прежнему в его парусах. Газета «Вечерняя Уфа». Официальный сайт. 2013, 28 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡандра // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2022)