Ҡарасайҙар
Ҡарасайҙар | |
Байраҡ | |
Туған тел | Ҡарасай-балҡар теле |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡарасай-Черкес Республикаһы |
Халыҡ һаны | 226 271 кеше (2021)[1] |
Ҡарасайҙар Викимилектә |
Ҡарасайҙар (рус. Карача́евцы, ҡарас.-балҡ. къарачайлыла, таўлула [2]; иҫкесә кавказ татарҙары, тау татарҙары) — Төньяҡ Кавказдағы төрки телле халыҡ, Ҡарасай-Черкес Республикаһының төп халҡы.
Антропологик тип буйынса ҙур европеоид расаның кавкасион расаһына ҡарай[3].Төрки ғаиләнең ҡарасай-балҡар телендә һөйләшәләр.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә 218 403 кеше (2010), улар араһында Ҡарасай-Черкес Республикаһында — 194 324 кеше, был республика халҡының 41 % тәшкил итә.
Күпмелер ҡарасай Ҡаҙағстанда (2038—1989 й., 1400—1999 й., 995—2009 й.[4]) һәм Ҡырғыҙстанда йәшәй (2509—1989 й., 2167—1999 й., 1731—2009 й.[5]), улар 1943 йылда көсләп депортациялау һөҙөмтәһендә ул төбәктәргә барып сыҡҡан.
Шулай Төркиәлә, Сүриәлә, Европа илдәрендә һәм Америкала йәшәйҙәр, улары XIX быуатта Кавказдан һижрәт ҡылған мөһәжирҙәр.
Рәсәйҙә район һәм ҡалалар буйынса ҡарасайҙар өлөшө (2010 йылғы йәниҫәп буйынса)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү](ҡарасайҙар һаны халыҡтың 5 % артҡан муниципаль берәмектәр күрһәтелде):
Рәсәйҙә район һәм ҡалалар буйынса ҡарасайҙар өлөшө | ||
---|---|---|
муниципаль район, ҡала округы | РФ субъекты | % ҡарасай |
Кесе Ҡарасай МР | Ҡарасай-Черкес | 86,9 |
Ҡарасай МР | Ҡарасай-Черкес | 85,3 |
Прикубань МР | Ҡарасай-Черкес | 75,3 |
Ҡарасай ҠО | Ҡарасай-Черкес | 75,1 |
Усть-Джегутин МР | Ҡарасай-Черкес | 69,1 |
Зеленчук МР | Ҡарасай-Черкес | 33,8 |
Уруп МР | Ҡарасай-Черкес | 18,3 |
Черкесск ҠО | Ҡарасай-Черкес | 16,3 |
Адыге-Хабль МР | Ҡарасай-Черкес | 6,1 |
Кисловодск курорт-ҡала ҠО | Ставрополь крайы | 5,7 |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйттәре буйынса, ҡарасайҙар хәҙер йәшәгән урындарына Ҡырымдан килгән[6]. Нисек һанап Т. Х. Ҡумыҡов, фаразлауынса, ҡарасайҙарҙың ҡырым сығышлы, имеш, тигән легендаһы Төньяҡ Кавказ халҡына төрөк баҫҡынсыларының идеологик йоғонтоһо менән бәйле була[7].
Ҡарасай этнография өлкәһе һәм ҡарасайҙар барлығы тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт 1639 йылға ҡарай: ул Мегрелияға рәсәй илсеһе булып ебәрелгән Федот Елчиндың статейный исемлегендә бирелгән. Уның Илселек приказына яҙған отчётында «Карочай», «Корачея» тураһында телгә алына. «Ҡарасай кенәздәре», ағалы-энеле Эльбуздук һәм Элистан тураһында хәбәр итә[8].
1743 йылда урыҫ сығанаҡтары кубань түбәһендә йәшәүсе «татар теле» «харачай» халҡы тураһында хәбәр итә. 1753 йылда Сит ил эштәре коллегияһындағы, яҙмаларҙа Ҡырым ханына[9] буйһонмаусы Харачай тигән халыҡ телгә алына.
Этногенезы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарасай-балҡарҙарҙың нигеҙ ата-бабалары булып ҡыпсаҡтар тора. XIII—XIV быуаттарҙа тамамланған ҡарасайлы халҡының формалашыуында бер нисә этник компонент ҡатнашҡан. Ғалимдар ҡарасайҙарҙың этногенезына башланғыс биргән һәм тоҡомдарына үҙенең рухи һәм матди мәҙәниәтенең күп һыҙаттарын тапшырған урындағы кавказ халҡын һәм ҡыпсаҡтарҙы[10][11][12][13][14] айырып күрһәтә.
Генофонды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, ҡарасайҙарҙа иң йыш осраған ике Y-хромосомалы гаплотөркөм: R1a1a-M198 — яҡынса 36 % һәм G2a-P15 — яҡынса 31 % асыҡланды. Ҡарасайҙар менән сағыштырғанда, бәләкәйерәк йышлыҡ менән, R1a1a-M198 гаплотөркөмө күрше халыҡтарҙа: абазиндарҙа (24 %) һәм черкестарҙа (20 %) осрай. R1a1a гаплотөркөмөнөң ҡарасайлылар һәм күрше халыҡтар араһында юғары проценты Евразия далаларынан күсенеү миграция һөҙөмтәһе булып тора. G2a-P15 гаплотөркөмө ошондағы автохтон халыҡ — кобан мәҙәниәте[15] ҡәбиләләре менән бәйлелер, тип аңлатып була. Ҡарасайҙарҙа, R1a1a һәм G2a ҡарағанда һирәгерәк, башҡа Кавказ гаплотөркөмдәре: J2 (7 %), R1b (5 %), I2a (4 %), J1 (2 %), E1b1b1, T1 осрай. Ҡарасайҙарҙа көнсығыш-евразия сығышлы Y-хромосомалар гаплотөркөмө ғәмәлдә бөтөнләй юҡ тип билдәләнә, осрамай[16].
Ҡарасайҙарҙа асыҡланған митохондриаль ДНК-ның төп гаплотөркөмдәре: H. (25,5 %), U1b (10,4 %), U3 (9,4 %), J1 (5,7 %), T1b (5,7 %), U1a (5,7 %), U2e (5,7 %), U5 (5,7 %)[17]. Ҡарасайҙарҙың митохондриаль ДНК-һы Көнбайыш Кавказдың башҡа популяцияларына яҡын һәм башлыса алғы азия сығышлы. Көнсығыш евразия сығышлы митохондриаль ДНК гаплотөркөмдәре бик түбән йышлыҡҡа эйә. Ҡарасайҙарҙа Көнбайыш Кавказдағы башҡа кавказ телле популяциялар менән сағыштырғанда көнсығыш-евразия сығышлы митохондриаль ДНК гаплотөркөмдәренең аҙ булыуы менән билдәләнә[18]. Балҡарҙар һәм ҡарасайҙар популяцияһында Y-хромосомалы гаплотөркөмдәрҙең йышлыҡ бүленеше (%)[19]
Ҡарасайҙар Рәсәй составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1828 йылда Рәсәй империяһы, Кавказ һуғышында формаль нейтралитет иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, Ҡарасай территорияһын баҫып ала. Ҡарасай вәкилдәре һәм һәм батша администрацияһы араһында нейтралитет тураһында килешеү 1826 йылда уҡ төҙөлгән була. Хәрби операция өсөн ҡарасайлыларҙың, 1928 йылдың 9 июнендә черкестар менән бергә Незлобный ауылын ҡыйратыуҙы ла индереп, Кавказ һыҙығына сапҡындары, шулай уҡ Ҡарасайҙа буйһонмаҫ таулыларҙы һыйындырыуҙары[20] сәбәп булып торған.
Хәрби операция 17 октябрҙә башлана. Поход өсөн ике колонна ойошторола: беренсеһе, полковник Луковкин етәкселегендә Боргустанская станицаһы янында йыйылғаны Хопёрский полкының 250 казагынан, 120 дон казагынан, 433 кеше йәйәүленән, 2 батарея һәм 2 атлы орудиеһынан торған. Икенсеһе Малка йылғаһы янында, Таш күперҙә, генерал-майор Турчанинов етәкселегендә 550 пехота һалдатынан, 300 һыҙыҡлы казактан, һәм төрлө полктарҙан саҡырылған дон казактарынан, 4 орудиенан һәм 2 ҡул мортиркаһынан торған, ә генерал Эммануэль үҙе беренсе колоннала булған[20].
1828 йылдың 20 октябрендә ун ике сәғәт буйына Хасаука һуғышы барышында артиллерия менән ҡоралланған рус ғәскәрҙәре (генерал Эммануэлдең шәхси командованиеһы аҫтында) был осорҙа олий (вәли, хаким) итеп һайланған кенәз Ислам Ҡрымшаухаллыны кенәз командалығындағы ҡарасай ғәскәрен ҡыҫырыҡлаған.
Олий Ислам Ҡрымшаухалланы ғәскәренең һаны яҡынса 500 самаһы яугирҙан торған, генерал Эммануэль ғәскәре һаны — 1653 һалдат, 8 орудие һәм 2 кегорновый мортира, һуғышта ҡатнашҡан, һуғыштан һуң тағы 2 орудие менән бер отряд килгән[20]. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә кенәз Ҡрымшаухалланы янбашы яралана, һәм ҡарасай ғәскәре менән етәкселекте йәш яугир Казбек Байрамҡулов үҙ өҫтөнә ала.
Ләкин көстәр тигеҙ булмай, артылыш һаҡсыларына сигенергә тура килә. Рус ғәскәр яғынан юғалтыу иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса А. Л. Гизетти мәғлүмәттәре буйынса, 17-29 октябрҙәге Ҡарасайға экспедиция барышында урыҫ ғәскәре яғынан — Хасаука алышында (Һ20 октябрь) үлтерелгән 44, яраланған 120 кешене лә индереп, 69 кеше үлтерелә, 193 яралана, таулылар ғәскәре яғынан юғалтыуҙар билдәһеҙ.
Ҡарасайҙы Рәсәй империяһына ҡушыу батша генералдарының бик мөһим ҡаҙанышы тип һаналған. Г. А. Эммануэль үҙенең еңеүен билдәле Фермопилды алыу[21] менән сағыштырған. Әммә Ҡарасай 1834 йылда ғына Рәсәй составына бөтөнләй инә[22].
1855 йылда, ҡарасайлыларҙың Рәсәй менән союзын нығытыу өсөн, генерал Козловский 3 батальондан торған отряды менән өс аҙна эсендә бушлай (сығымдарһыҙ) Ҡарасайҙың үтеп сыҡҡыһыҙ таулы урындарынан тәүге тәгәрмәсле юл һалдыра[23]. XIX б. аҙағында — XX б. башында нәшер ителгән Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге Баталпашинский бүлегенең этник составын тасуирлап, былай тип билдәләне:
Үрге Кубань үҙәнендә, уның урманлы тарлауығынан юғарыраҡ, Оло Ҡарасай тип аталған урында, элек-электән ҡарасай татар ҡәбиләһе йәшәй, ул 1841 йылда Рәсәйгә буйһондо һәм үҙенең ерендә ҡалды, айырыуса малсылыҡ менән шөғөлләнәләр; көтөүҙәре бик ҙур. Бында айран атайсалы. Ҡарасайлылар түлле халыҡ, күп балалылар һәм 1865 йылда быға тиклем кеше аяғы баҫмаған Теберды уйһыулығын үҙләштерҙе[24].
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәй империяһында 26 877 ҡарасай иҫәпләнгән[25]. XIX быуат аҙағында йылҡысылыҡ һәм малсылыҡ ҡарасайлыларҙың төп шөғөлө булып ҡалған [26].
Ҡарасайҙар СССР составында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Граждандар һуғышы осоронда, 1920 йылда Ҡарасайҙа ихтилал булған. Август аҙағында, Ҡарасай автономиялы өлкәһенең тау араһындағы Хурзук, Өсҡолан һәм Ҡарт-Журт ауылдарына IX армия вәкиле Черёмушкин командалығында 100 кешенән торған ҡыҙылармеецтар отряды килгән[27], улар өс атылып һуңынан ар, «асыҡтан-асыҡ Совет власына ҡаршы ихтилалға саҡырыусы» өс кулакты атып үлтерә. Советтарға ҡаршы булған ҡарасайҙарҙың хәлле өлөшө был ваҡиғаны тиҙ генә үҙ яйына файҙаланып, халыҡты ихтилалға күтәрә. Баш күтәреүселәр, Өсҡолан ауылы янында көтмәгәндә һөжүм итеп, ҡыҙылармеец отрядын ҡырып һала. Ике ҡыҙылармеец менән Черёмушкин ҡасып өлгөрә. Ҡарасай "кулактарының юғары ҡатлам"ы төҙөгән штаб һәм ихтилал етәксеһе Солтан Ҡылысгәрәй Совет власына ҡаршы «изге һуғыш» иғлан итә. Ләкин ойошторолған һөйләшеүҙәр, "Ҡыҙыл армия сәйәси хеҙмәткәрҙәренең политработник энергияһы арҡаһында, Ҡарасайҙағы Совет власының ауыр осоронда "аҡ-йәшел"дәрҙе ҡан түкмәйсә сигендергәндәр"[28].
1930 йылдың мартында, коллективлаштырыу барышында ебәрелгән артыҡ перегиб һәм искривлениелар арҡаһында көсөргәнешле шарттарҙа Ҡарасайҙа баш күтәреүселәр сығышы тоҡана. Яҡынса 5000 кеше был ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. 2000-дән ашыу баш күтәреүсе ҡорал менән сыға, синфи сығышы буйынса «кулактар» — 220, «урта хәллеләр» — 1059 һәм ярлылар — 517. Өҫтәүенә һуңғылары (ярлылар) араһынан күпселеге элекке ихтилалдарҙа ҡатнашҡан була. Ихтилал етәкселәре совет власын ҡолатыу, Ҡарасайҙа "халыҡ власы"н урынлаштырыу маҡсатында, төп үҙәктәрҙе (Микоян-Шахар, Кисловодск һәм Баталпашинск) баҫып алыу бурысын ҡуйған. Ихтилал баҫтырыла[29].
Ҡарасайлыларҙы ҡыуыу депортация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса СССР-ҙа 75 763 ҡарасай иҫәпләнә[30], шуларҙан 70 301 кеше Ҡарасай автономиялы өлкәһендә[31] йәшәгән. 1942 йылдың август башынан алып 1943 йылдың ғинуар аҙағына тиклем Ҡарасай автономиялы өлкәһе немец оккупацияһында ҡала.
1943 йылдың 12 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы, ә 14 октябрҙә — СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән ҡарасайҙарҙы Ҡарасай автономиялы өлкәһенән Ҡаҙаҡ СССР-ына һәм Ҡырғыҙ СССР-ына мәжбүри күсергәндәр[32]. Был документтарҙа ҡыуыуҙың сәбәбен шулай аңлатҡандар:
«оккупация осоронда күп кенә ҡарасайҙар үҙҙәрен хыянатсыл тотоуы, совет власына ҡаршы көрәш алып барыу өсөн немецтар ойошторған отрядтарға инеүе, намыҫлы совет граждандарын немецтарға һатҡаны, тау артылыштары аша Кавказ аръяғына һөжүм итеүсе немец ғәскәрҙәренә юл күрһәтеп оҙатып йөрөгәндәре, ә оккупанттарҙы ҡыуып сығарғандан һуң совет власы уҙғарған сараларға ҡаршы торғандары, бандиттарҙы һәм немец агенттарын власть органдарынан йәшереп, уларға әүҙем ярҙам иткәндәре» менән бәйле[32][33].
Ҡарасай халҡын көс менән ҡыуыуҙы депортация тәьмин итеү өсөн 53 327 кешенән торған ғәскәри берләшмәләр йәлеп ителгән, һәм 2 ноябрҙә мәжбүри күсереү үткәрелә, һөҙөмтәлә Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға 69 267 ҡарасай депортацияға дусар ителгән. Һуңынан урында тағы 329 һәм Кавказдың башҡа райондарынан 90 ҡарасайлыны табып депортациялағандар; бынан тыш, 2543 ҡарасай Ҡыҙыл Армиянан демобилизацияланған була: тыуған йортона ҡайтыу урынына улар ҙа спецкомендатураларға эләгә[33].
14 йыл дауамында ҡыуылып йәшәгән ҡарасайҙар, Н. Хрущев ваҡытында, 1957 йылда, өлөшләтә аҡлана һәм Тыуған иленә ҡайтыу мөмкинлеген ала.
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарасайҙар төрки телдәргә (төрки телдәр ғаиләһе эсендә ниндәйҙер конкрет төркөмгә ойошоуы буйынса тикшеренеүҙәр дауам итә) ҡараған ҡарасай-балҡар телендә һөйләшә. Был йүнәлештә, әүҙем булмаһа ла, тикшеренеүҙәр дауам итә. Бөтә тере төрки телдәр араһында иң яҡындары:ҡараим, ҡумыҡ һәм ҡырым татарҙары теле, ә үле төрки телдәренән — «Куманикус кодексы» тип аталған XIV быуат яҙма ҡомартҡыһы теле[34]. Яҙмаһы (1937 йылдан) кириллица графикаһы нигеҙендә. Быға тиклем латиница ҡулланылған.
Дин һәм мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда сыҡҡан «Географическо-статистический словарь Российской империи» һүҙлегендә билдәләнеүенсә, ҡарасайҙар 1782 йылда ислам дине тота башлай, шуға тиклем мәжүси булғандар[6]. Мәгәр XIX быуатҡа тиклем инаныстары христианлыҡ, ислам һәм элекке йолалары ҡатнашмаһынан торған. Тәңрегә (ҡарас.-балҡ. Тейри), изге ағастарға, таштарға табыныу, сихырға ышаныу һаҡланған.
«Ёзден адет» тип аталған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тотҡандар[35].
Хәҙерге ваҡытта күпселек ҡарасайҙар сөнни мосолман[36].
Ҡарасай халҡының мәҙәниәтендә ололарға һәм ҡунаҡтарға хөрмәт күрһәтеү ҙур урын тора.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
- ↑ Волкова Н. Г. Этнонимы и племенные названия Северного Кавказа. — М.: Наука, 1973. — С. 87.
- ↑ Алексеев В. П. Происхождение народов Кавказа. — М.: Наука, 1974.
- ↑ Национальный состав, вероисповедание и владения языками в Республике Казахстан. 2020 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ Перепись населения и жилищного фонда Кыргызской Республики 2009 года. Население по национальности и языку.
- ↑ 6,0 6,1 Семенов П. Карачай // Географическо-статистический словарь Российской империи. — Санкт-Петербург, 1865. — Т. II. — С. 505.
- ↑ Кумыков Т. Х. Этногенез балкарского и карачаевского народов в исторической литературе // О происхождении балкарцев и карачаевцев. — Нальчик: Кабардино-балкарское книжное издательство, 1960. — С. 14.
- ↑ Хотко С. Х. Карачай — страна на вершине Кавказа. Очерки истории и культуры Карачая. — Майкоп: Полиграф-Юг, 2011. — С. 13. — ISBN 978-5-7992-0655-0
- ↑ Хотко С. Х. Карачай — страна на вершине Кавказа. Очерки истории и культуры Карачая. — Майкоп: Полиграф-Юг, 2011. — С. 15-16.
- ↑ Кокиев Г.А. К вопросу о происхождении и времени расселения балкарцев и карачаевцев на нынешней территории (русский) // История Кабардино-Балкарии в трудах Кокиева Г.А.. — 1941.
- ↑ Р.С.Тебуев, Р.Т.Тебуев. Очерки истории карачаево-балкарцев / К.-М.И.Алиев, академик, действительный член РАЕН.. — 2002. — 224 с. — ISBN 5-93078-107-9.
- ↑ Махти Чумаевич Джуртубаев. Происхождение карачаево-балкарского и осетинского народов. — Нальчик, 2010.
- ↑ Койчуев А. Д. Лайпанов К. Т. Этногенез карачаевцев и балкарцев. / Шаманов И. М.. — Издание второе. — 2014. — 152 с. — ISBN 978-5-8307-0325-3.
- ↑ Махти Чумаевич Джуртубаев. Древние верования балкарцев и карачаевцев: краткий очерк.. — Эльбрус, 1991-01-01.
- ↑ Схаляхо Р. А., Почешхова Э. А., Теучеж И. Э., Дибирова Х. Д., Агджоян А. Т., Утевская О. М., Юсупов Ю. М., Дамба Л. Д. и др. Тюрки Кавказа: сравнительный анализ генофондов по данным о Y-хромосомe // Вестник МГУ. Серия XXIII. Антропология. — 2013. — № 2. — С. 34–48.
- ↑ Литвинов С. С. Изучение генетической структуры народов Западного Кавказа по данным о полиморфизме Y-хромосомы, митохондриальной ДНК и Alu-инсерций. — 2010. — С. 10. Архивировано из первоисточника 4 октябрь 2013.
- ↑ Литвинов С. С. Изучение генетической структуры народов Западного Кавказа по данным о полиморфизме Y-хромосомы, митохондриальной ДНК и Alu-инсерций. — 2010. — С. 17. Архивировано из первоисточника 4 октябрь 2013.
- ↑ Литвинов С. С. Изучение генетической структуры народов Западного Кавказа по данным о полиморфизме Y-хромосомы, митохондриальной ДНК и Alu-инсерций. — 2010. — С. 18. Архивировано из первоисточника 4 октябрь 2013.
- ↑ Генетическая характеристика балкарцев и карачаевцев по данным об изменчивости Y-хромосомы
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Толстов В. История Хопёрского полка, Кубанского казачьего войска. 1696—1896. В 2-х частях. Т. 1. — Тифлис, 1900. — С. 205—209.
- ↑ Социально-экономическое, политическое и культурное развитие народов Карачаево-Черкесии. 1790—1917. Сборник документов. — Ростов-на-Дону, 1985. — С. 39.
- ↑ Розен Г. В. Рапорт о переговорах с карачаевцами о возобновлении подданства России. 24 сентября 1834 г .
- ↑ Генерал от инфантерии Викентий Михайлович Козловский (Некролог) // Русский инвалид, 1873, № 21.
- ↑ Баталпашинск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Карачаевцы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Алфавитный список народов, обитающих в Российской империи. — CПб., 1895. — С. 39.
- ↑ Алиев У. Д. Карачай. Историко-этнологический и культурно-экономический очерк. — Черкесск: Истоки. Печатается по изданию: Умар Алиев. Карачай. Крайиздат. Севкавкнига. Ростов-на-Дону. 1927, 1991. — С. 181.
- ↑ Шевцов И. Б. Особое задание. — М.: Политиздат, 1965.
- ↑ Доклад СОУ ОГПУ за время с 1 по 15 апреля 1930 г. об операции органов ОГПУ по кулацкой контрреволюции. 10 мая 1930 г. | Проект «Исторические Материалы» . istmat.info. Дата обращения: 10 май 2017. 2017 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР . // Демоскоп. Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по регионам России . // Демоскоп. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ 32,0 32,1 Николай Бугай. Депортация народов, // Скепсис.
- ↑ 33,0 33,1 Павел Полян. Принудительные миграции в годы второй мировой войны и после её окончания (1939—1953), // Memo.ru.
- ↑ Языки народов СССР: в 5-ти томах. Тюркские языки. — М.: Наука, 1966. — Т. 2. — С. 213.
- ↑ Ёзден адет — этический кодекс карачаево-балкарцев 2009 йыл 20 декабрь архивланған. // Карачаевцы
- ↑ Внешние факторы радикализации ислама на Кавказе, // Институт религии и политики. 2011 йыл 26 март архивланған.
- Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карачаевцы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Щукин И. С. Материалы для изучения карачаевцев. — М.: Тип. П. П. Рябушинского, 1913.
- Карачаевцы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- Мингазов Ш. Р. Наследники великой Болгарии в Западной Европе // Филология и культура. Philology and Culture. — 2012. — № 1 (27). — С. 201—207.
- Казиев Шапи, Карпеев Игорь. Повседневная жизнь горцев Северного Кавказа в XIX в.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарасайҙар Викимилектә |
- Сайт о Карачае и карачаевцах 2020 йыл 7 июнь архивланған.
- Сайт о карачаево-балкарском народе
- Хасаука һуғышы
- Память о Хасаукинском сражении(недоступная ссылка)
- Карачаево-Черкесия вспоминает о жертвах депортации